Атаһынан ҡалған һикелә аңҡы-тиңке булып ятҡан Хөснулла ҡапыл тороп ултырҙы, нимәлер эҙләгәндәй, ялбыр башын борғоланы, һаҡал-мыйыҡ төктәре баҫҡан битен шығырлатып ыуҙы.
– Сәлих мулла үлгән? – тип һораны ул, яңылыш ишетмәнемме, тигәндәй.
– Шу... – тине балсығы ҡубып, инде аҡлауҙы онотҡан мейес эргәһендә баҫып торған Харис. – Бөгәсә киткән.
– Һе... – тигән булды Хөснулла, шунан салбар кеҫәләрен ҡапшап ҡарағас, – һин бай түгелме? – тип Харисҡа боролдо.
Уныһы тәмәке һуҙҙы.
– Сәлих, тиң, ә?! – Хөснулла тәмәке тоҡандырып, мейес артында торған көрәккә текләне. – Бөгөн күмәләрҙер ул?
– Бынау эҫелә һаҫытып ятҡырмаҫтар инде.
– Шулай шу...
– Ҡәбер ҡаҙырлыҡ кеше юҡ. Оҙон үңәс Әсләмдәр ҡалымға киткән, атлы Миңнуллалар бесәндә ята, ти...
– Беҙ кеше түгелме ни?! – Хөснулла тәмәкеһен япмаһыҙ өҫтәлгә баҫып һүндерҙе лә төпсөгөн тәҙрә төбөнә ырғытты.
– Ә-ә, теге Телһеҙ бар ҙаһа, – тине Харис, тағы бер көрәк табылыуына ҡыуанып.
– Ул өйҙәме икән?
– Ҡайҙа барһын?!
– Байтимер ағай ҙа өйҙә ине кисә, – тине Хөснулла, өҫтәлдән һөтһөҙ сәйҙән тутлаған көрөшкәһен алышлай. Һыу эсергә самалағайны, ишек төбөндәге биҙрәһе буш булып сыҡты. Ауыҙ эсенән генә ниҙер мығырҙап, кибеп ярылған ирендәрен ялаштырҙы.
– Кисә арыу булғанһың, ахыры? – Харис кеткелдәп алды.
– Байтимер ағайға бесән алышҡайным...
– Нисек һыйлаған?! Ҡырҡһаң, ҡаны сыҡмаҫ уның.
– Һыйлай һиңә! – Хөснулла ҡул һелтәне. – Ауыҙҙы ҡыҙҙырҙы. Унан ҡайтышлай Суфия ҡарсыҡҡа һуғылдым...
Харис шарҡылдап ебәрҙе:
– Көнөң Суфияға ҡалдымы ни?!
– Хөснулла ла һарғайып бөткән эре өс тешен ыржайтып көлгән булды:
– Кәртәһен йүнәткәйнем. Бер сирек балы ултырған. Нисек ҡайтып ауғанды белмәйем.
– Ярай, барайыҡтыр ул.
Улар урамға сыҡты. Юл ыңғайында Телһеҙ Сәғитте эйәртеп, Байтимер ағайға һуғылдылар. Дүртәүләшеп Сәлих мулланың йорто тәңгәленә еткәс, Хөснулла ҡәбер ҡаҙырға китеүҙәрен белдерер өсөн өйгә ингәйне, бер аҙҙан күгәргән йөҙөн ҡыҙартып килеп сыҡты, һиҙҙе Харис: стәкән төбө еҫкәткәндәр быға. Йөрөгән эткә емтек табыла шул. Үҙенең башы шаңҡып торһа ла, мәйет ятҡан өйгә темеҫкенеп керергә ҡыйманы.
Ауыл осонда ғына ятҡан зыярат ҡапҡаһына еткәс, Байтимер алғараҡ атланы:
– Бисмилла... – тине ул, ҡапҡа бауын сисеп.
– Бисмилланан һалдыраһың, мулла булырға самалайһың инде әллә, Байтимер ағай? – тип тәмәке ҡабыҙҙы Харис.
– Кешенән көлөргә тиһәң, һине ҡуш. Бында тартма, исмаһам. Зыярат – изге урын, – Байтимер ағайҙың тауышы ҡалтыраны. Берәй нәмәгә йәне көйһә, тауышы шулай сыға уның.
– Уйлаһа, Ер шары ла оло бер зыярат. Ҡайҙа баҫма – кеше һөйәге... Әтеү зыярат, имеш... – Харис тәмәке төтөнөн юрамал Байтимер ағай яғына өрөп һуҡранғандай итте.
– Ай-бай, иманың юҡ һинең, ҡустым. Тамсы ла иманың юҡ.
– Шу-лай... – тип һуҙҙы Харис, үҙенең сикәләре тартышып-тартышып ҡуйҙы, – һеҙ иманлы шул хәҙер... Һыу эсһәгеҙ ҙә – бисмилла, бес итһәгеҙ ҙә – бисмилла... Элек Алланың “А” хәрефе лә иҫеңә төшмәгәндер әле.
– Ниңә, мин элек тә өйҙә Ҡөрьәнде уҡыштыра инем. – Байтимер үпкәләгәндәй әйтте быны.
– Уҡыштырғанһың инде... Уҡыһаң, Алланан ҡурҡҡан булыр инең. Ул саҡта уҡ... – Харис күрәләтә тегенең яраһына услап тоҙ бәрҙе. – Алла юҡ, тип үҙең уҡыттың да беҙҙе.
– Заманы башҡа ине. – Бирешергә теләмәне ағай ҙа.
– Ана шул шу, һин Алланан түгел, замандан ҡурҡҡанһың. Нимәнән ҡурҡаһың, шул Алла була ул...
– Ҡуй әле, һинең менән һүҙ сурытып, изге урында гонаһ алаһы баш юҡ. Алла һаҡлаһын! – Байтимер бәхәскә нөктә һуғырға ашыҡты.
– Зыярат... Изге урын... – Харис мыҫҡыллы йылмайҙы. – Изге урын ер аҫтында түгел, ер өҫтөндә булырға тейеш...
Байтимер күҙенең ағы менән Харисҡа бер һирпелде лә, ҡул һелтәп, зыяратҡа үтте.
– М-дә-ә... Күптән килгән юҡ бында, – ағай ян-яҡҡа ҡаранып, баш сайҡаны. – Зыярат ҙурайған икән.
– Зыярат – ҙурая, ауыл – кесерәйә... – тип көрһөнгәндәй итте Харис та.
– Быныһы кем ҡәбере икән? – Байтимер ағай иң ситтәге ҡәбергә ымланы. – Яңыраҡ күмелгәнгә оҡшай.
– Ана, Хөснулланан һорайһың инде. Ул зыяратты биш бармағы ише белә. Ошонда тыуған тиерһең, – тип Хөснуллаға төрттөрҙө Харис.
– Теге, Тайыптың ҡыҙы Фәймәнең балаһыныҡы, – тип һүҙгә ҡушылды Хөснулла. – Тыуманан табып, быуып үлтерҙе.
– Һы... Бер аҙна ғына йәшәгән, – тип тел шартлатты Байтимер ағай, таштағы яҙыуҙы уҡып. – Быныһы...
– Мәхмүттеке. Элекке йыл сәнсеп һәләк иттеләр. – Байтимер ағай яҙыуҙы уҡығансы уҡ яуап биреп өлгөрҙө Хөснулла.
– Д-ә-ә... Быныһының яҙыуы ла юҡ... – тине Байтимер ағай, бураһы серей башлаған ҡәберҙе ҡараштырып. – Шуны яңыртһалар була бит инде...
– Уныһы ни... – Хөснулла нишләптер тотлоҡто. – Уныһы... Теге... Сәлимәнеке... Аҫылынып үлде...
– Сәлимә?! – Байтимер ағай бер аҙ уйланып торҙо. – Бер ҙә хәтерләмәйем.
– Беҙҙең менән уҡыны. Үҙең уҡыттың бит... – тине Харис, ирен сите менән көлөмһөрәп.
– Әллә тағы... Бөтә уҡыусыларҙы хәтерләп буламы?!. Ҡырҡ йыл эшләнем бит мәктәптә.
– Беләһең!.. – Харис һуҙып ҡабатланы был һүҙҙе. – Белә-ә-һең!..
– Д-ә-ә... – тине Байтимер ағай, һүҙҙе икенсегә бороп. – Бер йүнле кеше юҡ зыяратта... – Уйлағанын әйтте лә төҙәтеп ҡуйҙы. – Ҡартайып үлгән кеше юҡ...
– Донъяһы шул булғас... – Харис ҡәбер рәшәткәһенә һөйәп ҡуйған көрәгенә үрелде. – Ҡайҙан ҡаҙабыҙ?
– Ер аҫты ни ҡайҙа ла бер, – тине Хөснулла. – Ошонда ҡаҙайыҡ, ере йомшаҡ була торған...
– Ярай, Хоҙайға тапшырып, башлайыҡ, – тине Байтимер ағай. – Эргәһенән әбейенә лә урын ҡала. Оло кеше булараҡ, һыҙып бирәйем әле тәүҙә ҡәбер урынын.
Белгән Хөснулла, ысынлап та, ер йомшаҡ булып сыҡты. Әзмәүерҙәй дүрт иргә эш түҙәме ни! Бигерәк тә Телһеҙ Сәғит ныҡ эшләне.
Байтимер ағай:
– Сәғит туған, тир сығармай эшлә, ҡәбер ҡаҙғандағы көс кире ҡайтмай, – тиһә лә, тегенеһе гонаһһыҙ күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡараны ла ҡул һелтәне.
– Һи-и... Сәғит ҡустының көсө бөтәме ни ул. Ҡушһаң, бер үҙе ҡаҙыр ине әле. – Сәғиттең холҡон белгән Харис уның һалпы яғына һалам ҡыҫтырҙы.
– Сәғит һинән олораҡ түгелме һуң? – тине Байтимер ағай.
– Ҡусты булмай, ул – алтмышынсы, мин алтмыш икенсе йылғы. Алтмыш ҙурмы, алтмыш икеме? Шулаймы, Сәғит ҡустым? – тип күҙ ҡыҫты ул Байтимер ағайға.
– Ы-ы-ығы... – тип ризалыҡ өнө сығарып баш ҡаҡты Сәғит.
– Иҫәп-хисап белмәй ул, уҡыу эләкмәне. Әсәһе, теле асылмаҫмы тип, икенсе класҡа тиклем этеп-төртөп йөрөттө лә, булмаҫ бынан, көтөү көтөргә эшкинһә шул, тип мәктәбенә ҡул һелтәне. Уҡытыусылар, район үҙәгендәге махсус мәктәпкә бирергә кәрәк, тип ҡарағайны ла, кем йөрөһөн йәтим бала артынан. Шул көйө ҡалды һаҡаллы сабый булып.
Телһеҙлеге лә тыумыштан түгел, тиҙәр, уның. Иҫерек атаһы ҡайыш менән ярып ҡурҡытты, тип әйткән, имеш, әсәһе Гөлбаныу апай. Булыр. Уның атаһын “Енле Закир” тип йөрөттөләр. Ана шул дыуамаллығы арҡаһында дөмөктө лә инде. Яҙ көнө, йылға аръяғындағы ауылға араҡыға бармаҡсы булып, батып үлде.
– Егеттәр, һеҙ ҡаҙа тороғоҙ, мин ләхет ағасы ҡараштырайым, – тип Байтимер ағай зыяратҡа терәлеп ултырған урманға табан йүнәлде. Шуны ғына көткәндәй, Хөснулла Харисҡа ымланы.
– Нимә? – тине Харис, тегенең ишараһын аңламай.
– Хөснулла үҙенең йөрәк тапҡырына төртөп күрһәтте лә тамағына сиртте.
– Йөрәк ауыртамы? – Харис һаман төшөнмәне.
– Тотаһыңмы, тим, инәнең башы? – Хөснулла түш кеҫәһенән “Тройной” тартып сығарҙы.
– Уны нишләп әйтмәй йөрөйһөң? – Харистың ауыҙы йырылды. – Ҡайҙан алдың?
– Бая Сәлих мулланың ҡарсығы, еҫе сыҡмаһын тип, мәйеткә һибергә биргәйне. Бер-ике тамыҙҙым да шылт кеҫәгә. Одеколон һөртөп тороп, хур ҡыҙҙары эргәһенә бармай әле, – тип кеткелдәне Хөснулла.
– Ну, сосһоң да үҙең, – Хөснулланың яурынына һуғып алды Харис. – Ғорлаһынан ғына түңкәрәйекме?
– Хәҙер. Анауында булырға тейеш. – Хөснулла йәһәт кенә барып, ағас ботағына кейҙереп ҡуйылған стаканды алды ла, үлән йолҡоп, уның эсен һөрттө. – Ярар, заразаға зараза йоҡмай ул.
– Ҡарале, Сәғит ҡустым, – тине Харис. – Һин ҡаҙыштыра тор инде, йәме. Беҙ хәҙер.
– Ы-ы-ғы, – ризалыҡ белдереп баш ҡаҡты Сәғит.
– Рәхәт!.. – тине лә Харис, өҫтәп ҡуйҙы. – Шулай булһын ул кеше. Ҡаршы һүҙ әйтмәй, ҡушҡанды эшләй...
– Ҡаршы әйтергә... теле юҡ бит, – тип көлдө Хөснулла.
– Әй!.. – Харис ҡул һелтәне. – Бер уйлаһаң, халыҡ та хас ошоноң ише инде...
Харистың әйткәне Хөснулланың башына барып етмәй. Хәйер, Хөснуллаға ғына түгел, күптәргә аңлашылып етмәй уның хәбәре. Сәйер һөйләй ул. Теге, афған һуғышында алған контузия шауҡымылыр, моғайын. Шуға ла Харис ҡаштарын йыйырып һөйләй башлаһа, йә тыңлаған булып ҡыланалар, йә һүҙҙе икенсегә боралар. Был юлы ла Харистың әйткәндәре Хөснулланың бер ҡолағынан керҙе, икенсеһенән сыҡты.
– Күп һүҙ – буҡ һүҙ, – тигән булды Хөснулла. – Тот!
Яртышар стакан хушбыйҙы һыуһыҙ-ниһеҙ генә һуғып ҡуйғас, бер ҡәбер ситенә ултырып, тәмәке тоҡандырҙылар. Күңелле булып китте. Әсе һеңеп бөткән ас ҡорһаҡҡа күп кәрәкме ни – эсәктәрен өттө-өттө лә баштарына үрмәләне. Эште эстән башлаһа ла, һәр саҡ башҡа еткәне билдәле уның.
– Ошо донъяға, йәшәйешебеҙгә ҡарайым да, ҡайҙа китеп барабыҙ икән, тип аптырайым. Әллә һөрлөгөшөп анауында микән?.. – Харис яңы ҡаҙылған ҡәбер яғына ымланы.
– Кемгә һөйләйһең ул? – Хөснулла аптырап ҡараны Харисҡа.
– Башыңа барып етмәһә лә, һиңә һөйләйем әле, Хөснулла. Эс бушатҡы килә.
– Минең башҡа ни, бының ҡеүәте баюҡ барып етте, малай. – Хөснулла аяҡ аҫтында ятҡан хушбый шешәһенә типте.
– Эйе, уныһы тиҙ барып етә шул... Бөтәбеҙҙең дә башына тиҙ барып етә... – тип көрһөндө Харис.
– Әллә нимәләр һөйләйһең, ҡорҙаш, һиңә духтырға күренергә кәрәк, йә... Күҙ алдыңда шайтандар бейей башлаһа, белерһең әле.
– Ул шайтандар күптән бейей инде... Хатта ил йортонда өйөрө менән тамаша ҡоралар...
Әллә был ысынлап та яңылыша башланы инде тигәндәй, Хөснулла Харисҡа бер һөҙөп ҡараны ла:
– Ҡайҙа, тегенең эше ыраймы икән? – тип урынынан ҡуҙғалды. Ҡәбер ситенә еткәс, баш сайҡап торҙо. – Ҡарале, ҡорҙаш, дүрәк кеше эшкә шәп була, ти, дөрөҫ икән. Был ни, бөтөп бара. Ләхет алаһы ғына ҡалған.
Көтмәгәндә ҡәбер эсенән Сәғиттең аңлайышһыҙ ауаздары ишетелде, бер аҙҙан ҡулына нимәлер тотоп, үҙе һикереп килеп сыҡты.
– Нимә ул, Сәғит? Әллә кеше башы тапҡан инде? – тип аптырап ҡараны Хөснулла.
– Кеше башы?! Кит әле!.. – Харис та былар эргәһенә килә һалып етте.
Ҡатҡан балсыҡ киҫәктәрен көрәк менән ҡырып төшөргәс, ниндәйҙер ҡомған хасил булды.
– Инәнең башы!.. – тип һуҙҙы Хөснулла. – Нимә икән һуң был?
Улар ҡомғанды әйләндереп-тулғандырып аптырашып торғанда, ҡултыҡ аҫтына балта ҡыҫтырған Байтимер ағай күренде.
– Ай-бай!.. – тине ул, килеп етеү менән баш һелкеп. – Яҡын-тирәне вис йөрөп сыҡтым, имән ишараты ҡалмаған. Булғандарының да үҙәге серек.
– Әҙәм үлгән һайын ләхет ағасына ҡырҡып торғас, имән ҡаламы ни?! – тине лә Харис, ҡулындағы ҡомғанды Байтимер ағайға һуҙҙы.
– Нимә ул? – тип ҡомғанды тегеләй-былай әйләндереп ҡараштырғас, ағай үҙ алдына әйтеп ҡуйҙы. – Борон бер бай ошо яҡтарҙа алтын йәшергән тип ишеткәйнем шул...
Байтимер ағай ауыҙынан “алтын” һүҙе сыҡҡас, Харис менән Хөснулланың ҡолағы “ҡарп” итеп ҡалды. Шунда ғына улар ҡомғандың һарғылт төҫөнә иғтибар итте. Ысынлап та, алтын бит был! Тик нишләптер Телһеҙ Сәғит ҡомғанға текләне лә ҡатты. Уның күҙ алдына ҡомған тотҡан бәләкәй генә малай килеп баҫты... Имеш, сайҙыртырға олатаһының ҡулына һыу ҡоя ул. Бик ярата ине шул Сәғит бала сағында олатаһының тамырҙары бүлтәйеп сыҡҡан усына йылымыс һыу ҡойорға.
– Алтын?! – тип бер юлы һораны Харис менән Хөснулла.
– Алтын булмайса, ер аҫтына юҡ-бар йәшереп йөрөмәҫ инде кеше... – Әйтте лә быны Байтимер ағай, юҡҡа әйттем әле тигәндәй, алмаш-тилмәш теге икәүгә һынап ҡараны.
– Былай булғас, йөҙөп эсәбеҙ икән, Харис ҡорҙаш. Берәй йәшник араҡы хаҡы торалыр әле был, – тип башына килгән беренсе уйын ҡысҡырып әйтте Хөснулла.
– Теге, бизнесмен Әхмәткә бирһәк ни... – тип Хөснулланың һүҙҙәрен йөпләп ҡуйҙы Харис.
– Һе... – тине ниңәлер Байтимер ағай, иренен ялаштырып. Уның күҙ алдында күптән хыялында йөрөгән таш йорт пәйҙә булды. Ошо алтынды ҡулына төшөрһә, әллә ҡайҙағы томан араһында булған татлы хыял бойомға ашты тигән һүҙ. Ә был икәүгә ышанһаң, барыбер эсеп әрәм итәсәк. Үҙе ҡулға килеп ингән малды ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
Быға тиклем ҡомғанға текләп тик кенә торған Сәғиткә әллә нимә булды ла ҡуйҙы. Ул бер Байтимер ҡулындағы ҡомғанға, бер үҙенә төртөп күрһәтте, аңлашылмаҫ әллә ниндәй өндәр сығарҙы.
– Ҡара, ҡара, – тине уны күҙәтеп торған Хөснулла. – Ҡомғанды мин таптым, тимәксеме шул?! Ай-бай, байлыҡ тигәндә, дүрәк тә йәбешеп ята.
– Ярай, ярай, Сәғит улым, һиңә лә өлөш сығыр, – тине Байтимер ағай, уны тынысландырырға теләп, шунан Хөснуллаға: – Бар әле, ҡустым, һин ауылдағыларға хәбәр еткер, ҡәбер әҙер, тиң. Мәйетте килтерһәләр ҙә була.
– Уны ни, хәҙер... – Ҡайтҡас үҙенең тамағын сылатасаҡтарын белгән Хөснулла шәп-шәп атлап ауылға ыңғайланы.
– Харис ҡустым, – тине Байтимер ағай, бер аҙ уйланып торғас. – Былайтайыҡ... Һеҙ ләхет алығыҙ инде, йәме. Мин быны апҡайтып ҡуяйым. Хазинаны бында тотоу килешмәҫ... Кеше-фәлән күҙенә эләкмәһен, тиеүем... Аҙаҡ ҡарарбыҙ...
– Башың йомро икән... – Харис Байтимер ағайҙан ҡомғанды тартып тигәндәй алды. – Лутсы үҙем..
– Нишләтмәксе булаһың?
– Ана, бизнесмен Әхмәт нишләтергә белер. Уға һатам. – Бая эскән хушбый “иптәш” таптыра башлағайны инде, Харис ҡомғанды ҡултығына ҡыҫтырып, китергә самаланы.
– Туҡтале!.. Һин нимә?! – Байтимер Харистың еңенән эләктерҙе. Хазина Әхмәткә барып эләкһә, ҡолаҡ ҡаҡтың тигән һүҙ. – Башың бармы һинең, юҡмы?!
– Ы-ы-ғы!.. – Сәғит тә, ниҙер әйтергә теләп, ҡомғанға үрелде.
– Кит әле бынан! – Харис төртөп ебәргәйне, һөрлөгөп барып төштө теге.
– Туҡта!.. – Байтимер ағай ҡаты итеп әйтте. – Туҡта, яҡшы саҡта!..
Ләкин уның әйткәнен ҡолағына ла элмәне Харис.
– Туҡта!.. Үлтерә һуғам!.. – Байтимер ҡулына көрәк эләктерҙе.
– Һуҡ! Үлтер! Һин кеше үлтереп өйрәнгәнһең бит. Ана, – Харис Сәлимәнең ҡәберенә ымлап күрһәтте. – Уны ла һин үлтерҙең. Белмәй тиһеңме?! Һинең арҡала аҫылынып үлде ул. Сығарылыш кисәһендә Сәлимәне талағаныңды бөтә ауыл белә!..
– Ах, эттән тыуған нәмә!.. – Байтимер ағайҙың бөтә тәне дерелдәп, күҙҙәре аларып китте. – Яҡшы саҡта бир ҡомғанды!
– Мә, тот төбөнән!..
Эштең ҡайҙа барғанын һиҙгән Сәғит йәһәт кенә ҡәберҙәр араһына инеп боҫто. Әйтерһең, был бәләнән үлектәр генә ҡурсалай ала уны.
– Шулаймы әле!.. – Ҡурҡытыр өсөн генә киҙәнде Байтимер ағай. Ләкин ҡыҙыулыҡ менән көсөн иҫәпләмәне – көрәктең үткер ҡыры Харистың сикәһенә шап итеп ҡалды. Яйлап ҡына сүгәләне Харис, сикәһенән ҡан бәреп сыҡты. Тубыҡланған килеш ҙур асылған күҙҙәрен ҡайҙалыр текләп торҙо ла ергә ҡоланы.
– А-а-а!.. – Ҡәберҙәр араһында йәшенеп ултырған Сәғиттең ҡот осҡос тауышы яңғыраны. – Н-н-ниш-ләнең, Бай-Бай-тим-тимер ағ-ағ-ай?!
– Байтимер Харис ҡулынан ысҡынған ҡомғанды алды ла Сәғит торған яҡҡа боролдо. Уның ҡан һауған күҙҙәрен, ағарған йөҙөн күреп, Сәғиттең бөтә тәне семерҙәп китте.
– Ни-ниш-ләнең, ағ-ағ-ай?!
Әллә Сәғиттең ҡапыл һөйләшә башлауынан, әллә әле генә булған ваҡиғанан шаңҡып, Байтимер Сәғиткә ҡарап ҡатты.
– У-у-ул... – тине Сәғит, тотлоға-тотлоға ҡомғанға күрһәтеп, – ол-ол-олатай-ымдың... тәһ-тәһ-тәһәр-әт ҡом-ҡом-ғаны... Бер-бергә күмгәйнеләр... Ба-ба-ҡыр ҡом-ҡом-ған...
– А-а-а!.. – Байтимер ағай ергә бөгөлөп төштө. Иңрәү ҡатыш үкереү ауазы күкрәгенән бәреп сыҡты. Йән асыуы менән ҡулындағы ҡомғанды һелтәп ебәрҙе, уныһы яңы ҡаҙылған ҡәбер эсенә тәгәрәне. – Ниңә уны шундуҡ әйтмәнең?! Ниңә әйтмәнең?!
Зыяратҡа яҡынлашып килгән арбаның майһыҙ тәгәрмәстәре сыйлаған тауыш ишетелде. Сый... сый... Илай ҙа һымаҡ... Зыяратҡа мәйет тейәп килгән кешеләр мәйет алып ҡайтасаҡтарын белмәй ине әле.
Тынып ҡалған зыяратты һиҫкәндереп, бер ҡәбер өҫтөндә үҫкән ҡайында кәкүк саҡырҙы. Бер... Ике... Өс...
Салауат Әбүзәр.
(Фото "Хикәйәләр" төркөмөнән).