+13 °С
Болотло
Баҙрап торған миләш ҡуҙы
Йөрәгемде өтәлер.
Мең төҫтәрен балҡытып көҙ
Арабыҙҙан китәлер.
Үтатма булған урмандың
Ылҡаһын ҡалдырмай ел.
Илай тәҙрә быялаһы –
Ямғырлы булды быйыл.
Баҙрап торған тере ҡуҙҙа
Устарымды бешерҙем.
Ҡырауҙан тат ала емеш –
Ҡолағына төшөрҙөм.
Сырҡ-сырҡ иткән байғош ҡоштоң
Дуҫ-иштәрһеҙ ҡалғаны.
Йырсылары китеп бөттө –
Көйөн ота алманым.
Баҙрап торған тере ҡуҙҙар
Күҙҙәремде яндырҙы.
Көҙ йәмен тиреп аҡланда
Танһығымды ҡандырҙым...
Айһылыу Ғарифуллина