-14 °С
Болотло
Көҙгөмө ни йылға өҫтө –
Күренә һәр бер ташы.
Отороға иҫкән елдәр
Тулҡынды ҡыуа ҡаршы.
Көҙ уртаһы – япраҡ оса,
Ипкенгә лә өҙөлә.
Шәрә ҡалыр ағастарҙың
Ҡанлы йәше түгелә.
Үтатма ҡала урмандар –
Сағыу төҫтәре уңып.
Ҡояшты ҡаршылай ҡыяҡ,
Тамсы йәштәре туңып.
Көҙгө һиллек йәнде арбай –
Ҡош тубы китер алыҫ.
Мөҙҙәт көтә ҡара менән
Аҡ дауам итер алыш...
Айһылыу Ғарифуллина