Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
28 Сентябрь 2023, 17:10

Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул...

...Ярай, ҡайтып етәләр. Ағай атты туғара, тышап сығарып ебәрә лә өйгә керәм, тиһә, ҡатыны һаман арбала ултыра, ти! Был ни хикмәт? -Төш! - тип тегенең еңенән тартһа, дөп итеп осоп төшә бит еңгәбеҙ! Ҡото осҡан ағай башынан шәлен һыпырып алһа, ни күҙе менә күрһен...

Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул...
Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул...

Бер ағай еңгә менән ҡунаҡҡа киткән, Мостафа ауылындағы балдыҙына. Ағай таҙа ғына кәүҙәгә, ә еңгә буйға бәләкәй генә, метр с кепкой, урыҫ әймешләй. Һәм тулы кәүҙәле.

Ара апаруҡ ҡына, ат еккән ағай, үҙен дә "заправить" итеп алған. Көҙ бит, ат еле һыуыҡ, юл йыраҡ... Ярай , барып еткәндәр, атты туғарғандар, кергәндәр ҡунаҡҡа.
Ҡунаҡ ҡыҙып барғанда ғына  ағайҙың "кәзәһе төкөгән" бит. Әллә еңгәне көнләшкән, әллә нормаһы тулған, алдан "төшөрөп" йөрөгәс:
-Ҡайттыҡ , бисәкәй! ...мазали!
Был уның йөмләһе - уны әйтә башланы икән, норма тулған тигән һүҙ. Мазали, ярай әле, ә алдан әйткән теге һүҙҙәрен эт тә ашамай...

Еңгә нишләһен инде, шым ғына сығып ултыра арбаға. Ҡунаҡты боҙоп, уның "мазали"һын ҡунаҡтарға тыңлатып ултырһынмы инде.
Ауа-түнә ағай атын егә. Унан ҡатыны янына ултыра ла, йырлай-йырлай,ҡайтыу яғына юл ала. Йырлаған саҡта ҡатынын һөйөп-һөйөп ала, ти, арҡаһынан. Шулайтмай ни, беренсе тапҡыр бер әйтеү менән ҡайтырға сыҡты, әле лә әрләшмәйенсә, шым ғына ҡайтып бара бит! Ә ағайҙың өйҙә"запас" бар, ҡайтҡас та эсә ала...
Ярай, ҡайтып етәләр. Ағай атты туғара, тышап сығарып ебәрә лә өйгә керәм, тиһә, ҡатыны һаман арбала ултыра, ти! Был ни хикмәт?

-Төш! - тип тегенең еңенән тартһа, дөп итеп осоп төшә бит еңгәбеҙ! Ҡото осҡан ағай башынан шәлен һыпырып алһа, ни күҙе менә күрһен - шәлгә урап ҡайын түмәренә куфайка кейҙергәндәр ҙә ебәргәндәр балдыҙҙары - еҙнәләре ат еккәнсе, апайҙарын алып ҡалғандар. Шуға шып-шым ҡайтҡан икән еңгә! Кире барып туҙҙырыр инее - ат юҡ, төндә уны ҡайҙан табаһың, нисек тотаһың...
Шым ғына иртән иртүк барып алған инде еңгәне.

Иншар Асҡаров.

“Ватандаш” журналы төркөмөнән.

 

Автор:Т. Баһауетдинова ҡуйҙы.
Читайте нас: