Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
28 Сентябрь 2023, 19:05

ЕРЕМӘ

Бөрйән тиеп яныр йөрәк, Ошо ергә сүгер башым...

ЕРЕМӘ
ЕРЕМӘ

Был ерҙе мин һайламаған –

Уны насип иткән Аллам.

Бабамдар һөйәге – бында,

Минән аҙаҡ йәшәр балам.

Был ерҙә мин яңғыҙ түгел,

Әҡрәбәләр ауыл-ауыл.

Бирешмәҫлек рәтем барсы

Ҡупҡанда ла туфан, дауыл.

Был ерҙә мин түлһеҙ түгел –

Ҡыҙым ҡыҙлы, улым еткән.

Аҫабамын үҙ еремдә,

Түгел сит-ят, үткән-сүткән.

Был ерҙән мин ҡомар алам –

Шиғырҙарым – күңел аһым.

Бөрйән тиеп яныр йөрәк,

Ошо ергә сүгер башым...

Был ерҙә мин солтан түгел,

Олтанлығым – үҙе бәхет.

Тәхеттәрҙән өҫтөн булыр

Тупрағына уйған ләхет.

           Айһылыу Ғарифуллина

ЕРЕМӘ
ЕРЕМӘ
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: