Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
18 Сентябрь , 15:00

Ҡырауһыҙ көҙ

Ҡырауһыҙ ғына килде көҙ – Балҡышы түгел һүрән.

Ҡырауһыҙ көҙ
Ҡырауһыҙ көҙ

Ҡырауһыҙ ғына ҡыҙартты,

Һыуыҡһыҙ ғына өттө.

Алмалар ҙа, ярмаланмай,

Тәүге ҡырауын көттө.

Көҙ көҙлөгөн иттесе ул  -

Урманда  - ҡыҙыл ялҡын,

Иртәле-кисле һыуыта –

Ҡар һыуығына яҡын.

Бәшмәктәр тиртте, теҙелде

Өҙөлгән һиҙәп ише.

Уңышын йыйып ҡыуанды

Ергә эйелгән кеше.

Ҡырауһыҙ ғына килде көҙ –

Яңылыштырып – алдап...

Сәскәгә тумалған  еләк

Түгел инде хыялдан.

Ҡырауһыҙ ғына килде көҙ –

Балҡышы түгел һүрән.

Буталды инде барыһы,

Тиеп шыбырҙай күрән...

 Айһылыу Ғарифуллина

Ҡырауһыҙ көҙ
Ҡырауһыҙ көҙ
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас в