Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
22 Апрель 2023, 12:00

Һеҙҙе лә нисек оноторһоң

Беҙҙең Ҡамышлы тыныс урамдарҙан иҫәпләнә. Тәүге  мунса хәтлем генә  өйҙә  Ямал ҡарсыҡ йәшәй. Уның йортонда балаҫтай йомшаҡ үлән  үҫә. Бәпкә көтөргә инәйем беҙҙе шунда индереп ҡуя. Тәүҙә ҡарсыҡ һин дә мин булып, асыҡ йөҙ менән һөйләшә, аҙаҡ, үҙебеҙ генә ҡалғас, еҙ ҡомғанын күтәреп килеп сыға ла: “Ҡаҙҙарығыҙ үләнде бысрата, артҡа сауыллыҡҡа менеп көтөң”, − тип тиргәшә башлай.

Һеҙҙе лә нисек  оноторһоң
Һеҙҙе лә нисек оноторһоң

Артҡа менең, тип әйтеүе генә еңел, унда быҙау хәтле эттәрен эйәртеп көтөүселәр килеп сыға, Ғилмейҙәрҙең һөҙөшкәк үгеҙе көтөүҙән ҡасып ҡайта. Шуға әбейҙең һүҙҙәренә   эс бошһа ла,  иғтибар итмәй, йортта ғына ултырабыҙ.  Беләбеҙ  бит инде,  хәҙер ул  тәһәрәтен алып,  матур күлдәктәрен, тәңкәләр тегелгән бәрхәт камзулын кейеп, яулығын артҡа ташлап,  ашҡа китәсәк, сөнки уның өйөндә тамаҡ яғы  таҡы-тоҡо. Туған-тыумасаһы килтергән аҙыҡ-түлек менән, кешеләргә йөрөп кенә  йән аҫрай. Үҙенең мал-тыуары ла, ҡош-ҡорто ла юҡ, сөнки бик ҡарт инде ул.
Йәнәштәге йортта ҡолаҡҡа ҡаты   инәһе менән Мәмдүҙә әбей йәшәй. Ул инәһенә бер ҙә тик кенә ултырырға бирмәй, һәр ваҡыт үҙе менән эйәртеп йөрөтә. Улар утын өйә, бәрәңге сүпләй. Уға йөҙ барҙыр инде, ти  ҡайһы берәүҙәр. Шуға һаңғырауға әйләнгән әбейгә ҡыҙы ҡысҡырып өндәшә. Урамдың  был осонда башҡа  ығы-зығы ла,  тауыш-тын да юҡ.
Ә инде бире торған  Сәлмән бабай менән  Ҡәмәр әбей  ғауғалаша башлаһа, әбейҙең тауышы әрәмә аша үтеп, Тирмән тауына бәрелеп, кире килеп, бөтә Ҡамышлы урамына яңғырай:
—Сығып кит!
Сәлмән бабайҙың мөңгөрҙәүе үҙенән ары китмәй, ә әбейҙең тауышы тау яра:
—Ит! Ит!
Уларҙың бәләкәй ҡыҙҙары Гөләйҙе уртаға алып, мин, Әмир, уның энеһе Илшат, һеңлеһе Зәлифә, күмәкләшеп ҡапҡа төбөндә ултырабыҙ.
Гөләйгә рәхәт, уның инәһе иртәнән кискә тиклем өйҙә, ә беҙҙең инәйҙәр иртән эшкә китә лә кискә генә ҡайта. Шуға Гөләй, ул замандар  әле йыраҡ та ҡалмаған, уйнай торғас, асығып китһә, йүгереп кенә өйөнә инә лә, Ҡәмәр әбейҙең еләкле яландай киң итәген күтәреп, башы менән эскә инеп китә. Беҙ уның имеп бөткәнен сабыр ғына ишек төбөндә көтөп торабыҙ. Бына ул инәһенең күлдәге аҫтынан һөт тамсыһы йәбешкән ауыҙын йырып, ҡояштай балҡып  килеп сыға, беҙ өсәүләшеп дөбөр-шатыр сығып йүгерәбеҙ.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 16-сы һанында уҡығы.

Автор:Мәүлиҙә Әхмәтйәнова.
Читайте нас: