Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
12 Ноябрь 2021, 11:15

КӘЛӘШ

Ғәлимулла аптырауҙан хайран булды. Ҡәйнешенең теге ҡурсаҡты айырып, икенсегә өйләнгәнен шунда ғына аңлағандай булды. “Әйтәгүр, йыл буйы артыҡ тауыш-тындары ишетелмәне. Миңә әйтмәгән булғандар бит әле. Теге ҡурсаҡ ҡайҙа икән”, тип йөрәкһене Ғәлимулла. Тик һорарға ҡыйманы. Йә, шундай ҡатынды ла айыр әле...

КӘЛӘШ
КӘЛӘШ

(Юмореска)

Ғәлимулла аптырауҙан хайран булды. Ҡәйнешенең теге ҡурсаҡты айырып, икенсегә өйләнгәнен шунда ғына аңлағандай булды. “Әйтәгүр, йыл буйы артыҡ тауыш-тындары ишетелмәне. Миңә әйтмәгән булғандар бит әле. Теге ҡурсаҡ ҡайҙа икән”, тип йөрәкһене Ғәлимулла. Тик һорарға ҡыйманы. Йә, шундай ҡатынды ла айыр әле...

 

Туйы – туй, кәләштең һылыулығы аһ иттерҙе ҡунаҡтарҙы. Көмөш балғалаҡҡа һал да йот, тип ошондай ҡыҙҙар хаҡында әйтәләрҙер инде, тип һоҡланды берәүҙәр, икенселәр, их, мин йәш саҡта нишләп ошондай хур ҡыҙындай сибәрҙәр булманы икән, тип үҙ ҡатынына ҡырын ғына күҙ һалып уфтанды. Был туйҙа кейәү яғынан ҡатнашҡан Ғәлимулла ла шулар иҫәбендә.

Ә кәләш ысынлап та хур ҡыҙы һымаҡ ине шул. Хәйер, ул хур ҡыҙын кем күргән инде, тас анауы кибеттәрҙәге Барби ҡурсағы инде киленкәй.

Ғәҙәттә, бындай мәжлестәрҙең йәме булған мәрәкәсел, йор һүҙле Ғәлимулла телһеҙ ҡалды - туйҙа кәләштән башҡа бер кемде лә күрмәне лә, ишетмәне лә. Кәләш саҡ ҡына ситкә китһә лә, ҡарашы менән уны эҙләй һалып алды.

Ауыл ҡыҙҙарына тиклем сәстәрен бисуралап ҡырҡтырып, әллә нисә төҫкә - һарыға, хатта ҡыҙылға буяп бөткән заманда Ғәлимулланың берҙән-бер ҡәйнешенең берҙән-бер генә кәләшенең ҡап-ҡара ғына сәстәре бөҙрәләнеп яурынына уҡ төшөп тора. Иҙәнде үк һепереп китеп барған фата ла ҡаплай алмаған  был гүзәллекте. Ә керпектәре... Гүйә, Иҙел ҡамыштары! Шул ҡап-ҡара ғына, өҫкә ҡарай бөгәрләнеп кенә торған керпектәр араһына ин дә аҙаш инде...

Ә күҙҙәр һуң әле, күҙҙәр. Ҡап-ҡара сәсле, зәңгәр күҙле ҡыҙҙар һирәк осрай ул тормошта. Һайлай белгән шилма малай кәләште, һайлай белгәәән.

Ә ҡаштар һуң, ҡаштар! Ҡыйғасланып, ҡарлуғас ҡанатылай ослайып ҡына барып бөтә. Ә ирендәр, бүлтәйеп, бешкән еләктәй генә мөлдөрәп торған ирендәр бөтөнләй һушһыҙ итте ҡайынъеҙнәне.

Ә ҡулындағы тырнаҡтары... Ундай тырнаҡтарҙы, ошо йәшенә етеп, бер кемдә лә күргәне юҡ Ғәлимулланың. Йып-йылтыр, оҙон, әллә ниндәй һүрәттәр төшөрөлгән. Ҡыҫҡаһы, донъяһын онотто ир.

Туй нисек үткәндер, иҫләмәй Ғәлимулла. Күҙ алдында кәртинкә кеүек килен генә.

Туй үткәс, йәштәр йәһәтләп ҡәйнешенең хеҙмәт иткән еренә остолар. Нисек йәшәйҙәрҙер, һәр хәлдә Ғәлимуллаға ҡараңғы. Тик йыл буйына теге матурлыҡты һаман-һаман күҙ алдына килтереп, шуның менән ләззәтләнеп, татлы хыялдар тулҡынында тағы бер тапҡыр ғына булһа ла килендә күреү хыялы менән йәшәне ир.

Берҙән-бер көн Хәтимәһе, Артур менән килен ауылға ҡайтҡандар, әйҙә, барып күреп ҡайтайыҡ, тигәс, йөрәге урынынан ҡупты ла ҡуйҙы инде. Тиҙ генә душҡа инеп йыуынып-ҡырынып, кейәү егетеләй әҙерләнде, йөрәкһене. Үҙе лә һиҙмәҫтән, йәшерәк күренергә тырышып, ахыры, бигерәк колготки һымаҡ, тип кейергә уңайһыҙланыбыраҡ йөрөгән Хәтимәһе тыуған көнөнә бүләк иткән һығып ҡына торған джинсыһын, өҫтөнә модный зәңгәр футболкаһын кейеп алды. Унан көҙгөләге егеттәргә алыштырғыһыҙ ыҫпай егетте әллә нисә ҡарап һоҡланды үҙе.

(Юморесканың аҙағын “Таң” гәзитенең аладғы һандарының береһендә уҡырһығыҙ).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: