Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
13 Август 2021, 12:00

Күрәпәтем шул булғандыр инде... (Булған хәл)

...Илауҙан шешенә-шешенә мунсаға алып барып теге күлдәкте йыуҙым. Юҡ, һыуҙа түгел, күҙ йәшемдә йыуҙым, ахыры. Сөнки йәштәрем аҡты ла аҡты, аҡты ла аҡты... -Мин был күлдәкте кеймәйәсәкмен, - тип илайым. -Әллә... ҡыҙым, теге күлдәгеңде алып сығайыммы? Кейәү белмәй ҙә инде барыбер кем алып биргәнен...

Күрәпәтем шул булғандыр инде... (Булған хәл)
Күрәпәтем шул булғандыр инде... (Булған хәл)

Күрәпәтем шул булғандыр инде...

(Булған хәл)

...Илауҙан шешенә-шешенә мунсаға алып барып теге күлдәкте йыуҙым. Юҡ, һыуҙа түгел, күҙ йәшемдә йыуҙым, ахыры. Сөнки йәштәрем аҡты ла аҡты, аҡты ла аҡты...

-Мин был күлдәкте кеймәйәсәкмен, - тип илайым.

-Әллә... ҡыҙым, теге күлдәгеңде алып сығайыммы? Кейәү белмәй ҙә инде барыбер кем алып биргәнен...

 

 

Рәсилә апай менән Өфөләге дауаханала палаталаш булдыҡ. Артыҡ һөйләшеп бармаҫ был ҡатындың күҙҙәрендәге тәрән һағышты күрмәү мөмкин түгел ине. Йәш сағында бик сибәр булғандыр. Әле лә төҫ ташламаған. Бары һағыш-хәсрәт эҙҙәре генә матур йөҙөнә бураҙналар һалған.

Мин йоҡо алдынан яйлап ҡына коридорҙа йөрөп инеүҙе ғәҙәт иттем. Сөнки палатала ныҡ тынсыу. Яңы килгән әбей ишекте лә, тәҙрәне лә астырмай. Туҡтауһыҙ ҡарап, мыжып ҡына тора.

Миңә Рәсилә апай ҙа эйәрә башланы. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уның шымлығы зитыма тейә. Үҙем һәр кем менән ихлас һөйләшеп кенә барғас, уның шәүлә кеүек эйәреп йөрөүе йәнде көйҙөрә. Һорау бирһәм дә, эйе, юҡ, тип кенә яуаплай. Үҙе нимәлер әйтергә лә теләгән һымаҡ булып китә, бер ҡараһаң.

Бер көндө коридорҙағы тәҙрә янында урынлашҡан йомшаҡ күн диванда байтаҡ ҡына ултырып ташлағанбыҙ. Палаталарҙағы тауыштар ҙа әкренләп барып тынды.

Йырҙаһы асылды бит Рәсилә апайҙың күңел донъяһының, ниһайәт...

-Үҙ яҙмышым менән йәшәмәнем шикелле ул, кемдеңдер тормошон йәшәйем һымаҡ. Буталсыҡ төш һымаҡ булды минең тормошом. Кеше ышанмаҫтай ваҡиғалары менән дә хайран итте.

Шулай тине лә шымды бит тағы.

Был өндәшмәҫ ҡатындың теле асылыуына ҡыуанып, кире туҡтап ҡуймаһын, тип хафалана биреп, шым ғына ултырам. Их, дауам итһен ине...

Бер нөктәгә төбәлеп байтаҡ ултырғандан һуң, ниһайәт, ҡабат телгә килде бит!

-Ғәлинур минән класташ булдыҡ. Башҡа малайҙар ҡыҙҙарҙы төрткөләп, сәсенән һөйрәп ыҙалатҡанда ла, ул шым ғына ултырыр ине. Уҡыуы ул тиклем шәп булмаһа ла, уртасанан түбән төшмәне. Уның ҡарауы ҡара эшкә әрһеҙлеге иҫтә ҡалған. Өмә-фәләнме, ағас ултыртыумы, хужалыҡҡа миндек бәйләргә сығыумы – иң мөстәне ул. Юғары кластарға еткәндә нисектер бер-беребеҙҙән тартынған һымаҡ була башланыҡ. Ҡараштарыбыҙ осрашһа, икебеҙ ҙә тиҙ генә ситкә ҡарай һалабыҙ. Мәктәпте шулай иләҫ-миләҫ тамамланыҡ. Аттестат алыу кисәһе лә етте. Шунда Ғәлинур мине вальсҡа саҡырҙы... Барыһы ла шунан башланды. Шул көндән беҙҙе Мөхәббәт өйөрмәһе үҙ ҡосағына алды. Эй, ул саҡтар...

Мин юғары уҡыу йортона уҡырға индем. Беҙҙең ауыл баш ҡаланан артыҡ алыҫ булмағас, автобус та йөрөп торғас, ял һайын ҡайтам. Ғәлинур, яҙға армияға бит, тип уҡырға барманы, мәктәпкә ут яғыусы булып эшкә инеп торҙо. Ҡулы оҫта булғас, эше араһында кешегә ул-был да эшләп ебәрә ине. Мәктәптә автодело тигән дәрестә водителгә уҡығайны егеттәр. Ул саҡта ауылда машиналы кешеләр бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Атаһының себерҙә эшләп йөрөгән ҡустыһы Ғәлинурҙың тырышлығын күреп, иҫкерәк булһа ла машинаһын ҡалдырып киткән. “Тотон, ҡустым, һин иплеһең. Һиңә ышанам. Йәйгеһен отпускыға ҡайтҡанда миңә лә биреп торорһоң“, тигән. “Драндулет” тип йөрөттө ул машинаһын. Миңә лә шул машинаһында килгән була.

Инде армияға китер мәле лә етеп килә ине. Бер ҡайтҡанымда был айырыуса тулҡынланып ҡаршы алды. Нимәнелер әйтеп еткермәгән һымаҡ тойолдо.

-Рәсилә, һин мине көтөрһөңмө? – тип һораны.

-Шуны һорап торған булаһыңмы? – тип мин дә һорауға һорау менән яуап бирҙем.

Бының йөҙө яҡтырып китте. Шунан машинаһынан бер төргәк килтереп сығарҙы. Мин аптырап киттем.

-Рәсилә, мин һиңә... туй күлдәге алдым. Мин армиянан ҡайтыу менән өйләнешербеҙ, йәме. Мин дә Өфөгә эшкә барырмын да, һин уҡырһың, мин эшләрмен. Үҙем уҡытырмын һине. Ә был туй күлдәге беҙҙең мөхәббәт билдәһе булып, минең төҫөм булып, һине һаҡлаһын, тине.

Мин тулҡынланыуҙан телһеҙ ҡалдым. Иң беренсе уйым, әсәйҙәргә күрһәтмәй генә ҡайҙа һаҡларға, тигән ҡурҡыу булды. Был һорауыма яуап тапмай, күлдәкте үҙем менән Өфөгә алып киттем.

Оҙаттым Ғәлинурҙы армияға. Инде ике араны һөйөү тулы хаттар бәйләне.

Йәйге ялға ҡайтҡанда теге күлдәкте лә алып ҡайттым. Уйланып йөрөй торғас, атайыма уйынлы-ысынлы итеп, миңә һандыҡ яһап бир әле, бирнә йыя башларға ваҡыттыр ул, тип әйткән булдым. Атайым миңә һынамсыл ғына итеп ҡарай ҡуйҙы ла, ярай, ҡабаланма әле, тип мығырланы. Шулай ҙа аңғарып йөрөйөм, оҫтаханаһында оҙағыраҡ була башланы был. Бер көн үҙе юҡта инһәм, һандыҡтың корпусы әҙер ине инде.

Ҡыуанып киттем. Бер аҙнанан бына тигән һандыҡ минең бүлмәмә инеп тә ултырҙы. Әйтергә ҡыймай йөрөһәм дә, йоҙаҡ өсөн келә лә ҡуйылған. Минең инде күптән алып ҡуйған уйынсыҡ һымаҡ ҡына йоҙағым теге буш һандыҡты бикләп тә ҡуйҙы. Буш һандыҡты, тейем, шыпа буш түгел инде, унда инеп ятҡан тәүге “бирнә” минең теге туй күлдәгем булды. Асҡысын үҙем менән генә йөрөтәм йә үҙем белгән генә ергә ҡыҫтырам.

Бер көн әхирәтем Гөләйшә менән клубтан ҡайтып барһаҡ, беҙҙе ике егет ҡыуып етте. Береһе – күптән түгел генә армиянан ҡайтҡан Хәлим. Ҡапҡаға һөйәлеп баҫты ла индермәй ҙә ҡуя. Ә теге егет, Илдан, Гөләйшәне оҙата китте. Илап, саҡ инеп киттем. Был хәл көн һайын тигәндәй ҡабатлана башлағас, клубҡа йөрөүҙе һирәгәйттем.

Әсәйем менән атайым нисектер минән ныҡ алыҫлаша барған һымаҡ тоя башланым бер мәл. Ярымтауыш менән генә нимәлер һөйләшеп ултыралар ҙа, мин яндарына сыҡһам, туҡтайҙар. Бер көн, ниһайәт, бының сере асыла төштө. Атай урманға һөйән алырға киткәс, әсәйем башланы һүҙҙе аулаҡта.

-Ҡыҙым, еткән ҡыҙҙың ҡапҡаһына ҡырҡ егет атын бәйләр, тиҙәр. Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай, ишетә-белә йөрөйбөҙ. Анауы Ғәлекәйҙең улы менән сыуалғаныңда төн йоҡоларын йоҡламай сыға инем. Армияға киткәс, әҙерәк йоҡом йоҡо була башланы. Һәр кемдең үҙ тиңе була тормошта, ул эскесенең балаһы һиңә тиң түгел. Яланғас билгә ҡайыш бау, тигән һымаҡ, өй тураһында уйлауҙан алда кеше аламаһына ултырып урам буйлап елдерә башлаған булды, атаһы ҡошап елғыуар булмаҡсы. Ояһында ни күрә, осҡанында шул була, балам. Ней уҡырға ынтылманы. Ғүмере буйы шул ут яғыусы булып эшләргә уйлай микән инде... Атаһы ла әҙәм көлдөрөп, өйҙәрендә йүнле әйбер, балаларының өҫ-башына рәтле кейем булмаһа ла, тотош ғаиләһен ҡыш ашар һуғымдан мәхрүм итеп, һуғымлыҡ башмағын һатып, ауылда беренсе булып төҫлө телевизор алған булғайны.  Һыным теймәй, балам, Ғәлинурға, бер ҙә һыным теймәй. Оло һүҙен тыңламаған оролған да бәрелгән, тигән мәҡәл дә бар. Уйла әле.

Мин шаҡ ҡатып тыңланым был һүҙҙәрҙе.

-Шунан, ней, бынау... Хәнәфейҙең улы Хәлим оҙата килә башлаған, имеш, тигәне ишетелде. Бына шул егетте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк, балам. Атаһы урынлы ерҙә эшләне ғүмере буйы. Әсәһе лә уҡытыусы булды. Донъялары ҡойоп ҡуйған һымаҡ, турғай үтмәҫлек бит. Ике апайы ла ҡырҙа етеш донъя көтә. Эргәләрендә Хәлимгә өй күтәргәндәр. Былай ҙа бөтә монаяттары шул Хәлимгә инде. Бесәнде беҙҙең һымаҡ ҡул менән эшләмәйҙәр, кәртәләрендә өр-яңы тракторҙары ултыра, йөк машиналары, еңел машиналары бар. Өйҙәренә ингәнем булмағас, белмәйем, ну халыҡ, Дәриға төймәгә баҫып ҡына йәшәй, тей ҙә ҡала инде. Ҡалай улайта алғандарҙыр, һыуҙың һыуы өйҙәрендә тей бит...

Әсәйем көн һайын ҡолаҡ итемде ашай ғына. Атай өндәшмәй. Ләкин әсәйҙе хуплағаны һиҙелеп тора. Хәйер, хупламай ҡараһын...

Инде ауылда Хәлим менән беҙҙе өйләндереп тә бөттөләр, ахыры. Өҙмәй ҙә ҡуймай үҙе лә. Өйгә үк килеп инергә лә аптырамай башланы. Атайым менән әсәйем ҡәҙерле ҡунаҡтарын ҡаршылаған һымаҡ ҡыланалар инде. Әсәйем бигерәк оҡшатып ебәрә – бер алдына, бер артына сыға тегенең. Бутты үтмәгән ҡыҙы бар инде.

Ғәлинурҙан хаттар шып туҡтаны. Яҙып-яҙып ҡараным да, мин дә туҡтаным. Хәбәр етмәй торамы һуң инде.

Һуңғы хаты килде шулай ҙа. “Ысынмы? Ысын булһа, һин минең өсөн үлдең!” тип яҙылған ине. Кемдер асып уҡыған һымаҡ тойолдо, елеме ағып сығып тора ине...

Тамсы таш тиште. Йөрәгем ярылып ҡына барһа ла, атайым менән әсәйемде уйлап, уларҙың һүҙҙәрен ҡат-ҡат башым аша үткәрә торғас, яҙмышыма күнергә ҡарар иттем.

Ижәп уҡыттылар. Тик туй үтәсәк дата ғына үҙемә оҡшап етмәне. Ғәлинур армиянан ҡайта торған мәл тирәһенә тап килә. Шул ҡайтмаҫ элек булһын ине, тип, Хәлимгә, алдараҡ үткәрәйек, тип әйтеп ҡараһам да, атаһы менән әсәһе, алыҫтағы туғандарыбыҙҙың отпускыһы шул мәлдә, тип ҡырт киҫтеләр.

Ижәптән һуң шунда уҡ өйҙәренә күсереп алып та ҡайтты Ғәлинур. Ҡәйнә мәктәбе фильмының тәүге серияһы башланды инде минең өсөн. Ситтән тороп уҡыуға күсерттеләр.

Силсәүиткә яҙылырға барған көн мәңгегә хәтеремдә ҡалды. Яҙылып, урам тулып ҡайтып барабыҙ. Шул мәлдә бер тыҡырыҡтан ауылда һөҙгәк булыуы менән бар халыҡты ҡурҡытып тотҡан ала үгеҙ сабып килеп сыҡмаһынмы. Бер көсөктө баҫтырыуы икән. Тегенеһе сыйылдап беҙҙең яҡҡа йүгерҙе. Үгеҙ уның артынан. Бар халыҡ ситкә ташланды. Бер мин, оҙон итәгемә болғанып, урам уртаһында торҙом да ҡалдым. Үгеҙ сабып эргәмдән генә, миңә тейеп тигәндәй үтте. Өҫтөмә менеп китмәһен, тип ситкә йүгерәм тигәнсе, күлдәк итәгенә эләгеп, аяғым тайып, күләүеккә тубыҡландым. Ап-аҡ күлдәгем әҙәм ҡарағыһыҙ булды. Ә минең “һөйгәнем” бөтә был күренеште ҡото осоп, күпселек ҡунаҡтар менән бергә шул тирәлә өйөлгән таҡта башынан ҡарап торҙо...

Эргәмә иң беренсе атайым йүгереп килеп етте. Миңә торорға ярҙам итеп, өҫтөндәге бинйәген сисә һалып, өҫтөмә япты.

Илауҙан шешенә-шешенә мунсаға алып барып теге күлдәкте йыуҙым. Юҡ, һыуҙа түгел, күҙ йәшемдә йыуҙым, ахыры. Сөнки йәштәрем аҡты ла аҡты, аҡты ла аҡты... Шунда Хәлим эргәмә берәйҙе килһәсе. Иптәш егеттәре менән утынлыҡта тамаҡ сылаталар ине инде. Аласыҡ артына йыуып элгән күлдәгемде яҡшылап ҡарағас, шаҡ ҡаттым – алғы яғында бысыраҡ эҙҙәре һарғайып ҡалған ине.

Эргәмдә өйөрөлөп-сөйөрөлөп йөрөгән әсәйем дә күрҙе.

-Мин был күлдәкте кеймәйәсәкмен, - тип илайым.

-Әллә... ҡыҙым, теге күлдәгеңде алып сығайыммы? Кейәү белмәй ҙә инде барыбер кем алып биргәнен...

-Ә һин ҡайҙан беләһең?

-...

Һандыҡ тултырыр алдынан үҙемсә шкафтың иң төбөнә йәшергән булғайным. Эй, әсәй...

-Юҡ, үҙем инәм хәҙер өйгә.

(Дауамы бар).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: