Шыҡырайтты. Сасҡауҙары
Артта ҡалды бит әлдә!
Йәшкәҙәгән ғинуарҙан
Алды ул үсен шулай.
Тоҡос булһа ла, ҡыш айы –
Эсендә буран тулай.
Ыжғыр бурандары менән
Күҙ аса , ана, март та.
Йөрьәт итеп әйтеп ҡара
Ҡыш ҡалды, тиеп, артта...
Ҡар башына ҡар етә, ти,
Үткенсе инде миҙгел.
Моңһоҙ тауыҡтың көйөнән
Яҙҙың килерен һиҙҙем...