Хәтирәләрен барлап, баҡсалағы ултырғыс-бәүелсәккә ултырҙы Зөмәрәт. Әкрен генә оло ҡапҡа асылды, Нургиз машинаһын ишек алдына ҡуйҙы. Ҡайҙандыр оло юлдан ҡайтыуы. Ике-өс көн йөрөнө. Зөмәрәт һораманы, Нургиз йәүкәләмәне.
“Уртаға һалып һөйләшер көн етте!”
Тауыш бирергә хәле етмәне.
-Баҡсалаһыңдыр, тип уйлағайным. - Алмағас ботағын ҡалҡытып, аҫҡа эйелде Нургиз.
“Мин һинән китәм!” тип әйтер. Ниңә шунсама һуҙырға?”
-Зөмәрәт! Әйтер һүҙем бар.
“Минең ситтә балам бар. Ул атайһыҙ үҫергә тейеш түгел.”
Ике ҡулынан тотоп, әкрен генә ҡалҡытты Нургиз. Ҡара-ҡаршы баҫтылар.
-Минең әйткәнде тыңлауы ауыр булыр. Был – ысынбарлыҡ. Һинең..., минең, ә, юҡ, беҙҙең балабыҙ бер ваҡытта ла булмаясаҡ. – Күҙҙәренә тура ҡараны.
-Ғәйеп һиндәме ни? – Шыбырлап һорай алды Зөмәрәт.
-Ултыр. – Урынына ултыртып, йәнәш сүгәләне Нургиз.
-Һинең балаң... бер ҡасан да булмаясаҡ. Ағайың малай сағында...
Тауышы юғалды, башы әйләнде Зөмәрәттең. Әллә ҡайҙа осоп барғандай.
-Һиңә быны аңлауы бик ауыр. Үҙеңдең уйлап сығарған, сымырылап ҡорған донъяңда йәшәп тик ятаһың. Ошо оло донъяны, түңкәрелеп китеп, минең менән, ҡулыңа алмаған балаң менән сикләнең. Мин мәктәпкә директор булып эшкә барған йылды хеҙмәт уҡытыусыһы итеп саҡырҙым – барманың. Балалар күңелен саҡ ҡына булһа ла аңлар инең. - Нургиздең тауышы ҡалтыранып сыҡты.
-Ниңә улай, тиһеңме? Һин бит атай һөйөүенә ҡойоноп, әсәйеңдең үҙең де ситкә тибәреүендә аңғармағанһың.
- Әсәйең үгәй булған, тимәксеһеңме? – Тауышы сыҡманы, шыбырлап әйтә алды Зөмәрәт.
-Бүлдермә! Ҡайнымдың (ҡайһылай үҙ итеп әйтә) хеҙмәт иткән ерендә Зөмәрәт исемле яратҡан ҡыҙы булған. Яҙмыштыр, бергә була алмағандар. Һин тыуғас та , әсәйеңдең ризалығынан тыш, ошо исемде ҡушҡан. Ҡаҡҡанын, әсәйеңә үпкәләгәнеңде хәтерләйһеңме?
- Ҡолаҡҡа ятмаҫ исем, ҡайнымдың айырып яратыуы, төҫкә барыһынан да матур булыуың әсәйеңдә ҡаршылыҡ тыуҙырғандыр. Ана шуға ҡайнаға һине һәр саҡ ҡурсып ҡына йөрөгән.
-Ҡайнаға түгел, фашист булған. Атам, үлтерәм. А-а-а!
Усы менән ҡатынының ауыҙын баҫты Нургиз.
-Илермә! Кеше ишетә! Балалар психологияһын аңлауҙан алыҫһың. Сөнки бер дүңгәләк эсенә инеп алғанһың да, шунан сыға алмай тыпырсынаһың.
Ҡатынының тәүге шаңҡыуы үткәнен көттө. Үҙенең ирендәрен ҡанатҡансы тешләне.
- Бөгөндән беҙҙең тормош икенсе үҙәндән ағасаҡ. Күреүемсә, был байрамда беҙ яратҡан бәлеш тә бешмәгән. Ҡайнаға ла килмәй.
-Күҙемә...күҙемә... - Ыҫылдап сығара алды өндәрен Зөмәрәт.
-Күренмәҫ. Ҡалдырып ҡайттым. Ҡайнағаның диагнозы... Уныһы мөһим түгел. Дүртенсе стадияға барып еткәнсе белмәгәнбеҙ. – Әйтеп бөтөрә алманы, үҙенең күҙҙәренән йәштәре субырланы.
-Шул, шул кәрәк. Мине бәхетһеҙ иткән өсөн.
-Их, Зөмәрәт! (Ҡасандан исеме менән өндәшә башланы һуң?) Ҡайнағамдың сирен һорап та торманың. Шалапай малайҙың хатаһын кисерергә ваҡыт һиңә. Әсәйең, әсәйең... ҡыҙ баланы ҡурсымаған. Малайҙарҙың фантазияһы! Их, аңлауҙан алыҫһың шул!.. Был донъяла бөтә нәмә лә беҙгә һынамаҡҡа ғына бирелә. Шатлығы ла, хәсрәте лә. Лайыҡлы үткәрә белергә кәрәк. Өндәшмә! Тыңлап бөт. Һинең менән осраша башлағас, ҡайнаға ирҙәрсә һөйләшеп алды. Ҡурҡытып ҡуйҙы. Хәлдәр шулай, балағыҙ булмайфәлән ҡуйһа, ташламаҫһыңмы, тип. Көс тә, ғәйрәт тә бар ине үҙендә. Ул саҡ ҡурҡтым. Йылдар үткәс... Бер туған ағайым менән, юҡ, хатта атайым менән улай яҡын булмағанмындыр. Эҫенештек. Ирҙәрсә бар нәмәне уртаға һалып һөйләштек.
-Һин... ошо көнгәсә шуны миңә өндәшмәнеңме, Нургиз? Миңә ниңә өйләндең?
- Яратыуың ихлас ине. Ике уйлай ҙа алманым. Бөгөн дә әйтмәҫ инем. Ваҡиға ашыҡтырҙы. Тағы... Бәлки, бер ҡөҙрәтле миҙгел тыуыр, бәпесебеҙ булыр, тинем. Ыуыҙ ғына һөт еҫе аңҡыған сабыйҙы төндәр буйы үҙем көйләп бәүетерҙәй булып, сәңгелдәк дүңгәләгенә тилмереп ҡарап сыға инем. Төштәремдә, атта елгән малайҙы тоторҙай булып, ялан буйлап йүгерә инем. Һин теккән күбәләкле күлдәкле ҡыҙҙың сәстәрен үҙем сикәләп үрәм икән, тип ымһынып уяна инем. – Йәштәрен тыя алманы Нургиз.
Шаңҡыуы үтте Зөмәрәттең. Иренең күҙ йәштәрен күреүҙән, ошо ғүмер йөрәгенә анау хәтлем йөктө күтәреп килә белеүенән ғажиз булды.
-Икәүһен дә ултыртып алып барғайным Өфөгә. Ҡайнағаның хәлен ишеткәс, Гөлбәҙәр еңгә йығыл ды. Йөрәге күтәрмәне. Тегендә, тыуған ауылына ҡалдырҙыҡ. Иртәгә ҡуялар. Ҡайнағам... Киҫкән ағастай ауҙы. Уға күп ҡалмаған. Һинең исемеңде генә ҡабатлай.
-Бәпескенәйҙәр... Игеҙәктәр ҡайҙа? - Ырғып торҙо Зөмәрәт.
-Их, бисәкәй! Ҡулыңа алмаған сабыйҙы көҫәп ултырғаныңса, үҙеңә йығылып ятып тартылған туғандарыңды күҙеңә элгән булһаңсы ошоғаса. Ҡайнағам да, еңгә лә туған йәнле, тартымһаҡ булдылар. Ҡарап торор кешеһе булмағас, еңгә тыуған ауылында ҡалдырған дүртәүһен дә. Һин... ағайың менән хушлаш. Йөк менән китмәһен.
...Һомғол алмағас көҙгә тәүгә алмаланды. Янындағыһы ла, тарбаҡланып, нығынып китте. Ҡайғынан яҙыла алмай шөмрәйешеп киткән ҡәйнештәре менән Нургиз алмағас үҫентеләре артынан питомникка юлланды. Быйыл дүртенсене тамамлағанын рулгә ултыртып, бәләкәсен тубығына алып, йәнәшәләге урынға ҡунаҡланы.
-На-а! Питомниктан һуң оҫтаханаға һуғылабыҙ! Ҡыҙҙарға тишмәй торған серебеҙҙе алып ҡайтабыҙ бер ыңғай. Йә, кемегеҙ тишегауыҙ? Серҙе өйҙәгеләргә әйттегеҙме? – Мут йылмайып, ҡәйнештәренә ҡараны.
Тегеләрҙең күҙҙәрендә әҙгә генә осҡон ишараты ҡабынды.
-Ыһы-мыһы, тимәҫкә! Бер кемгә сер сисмәҫкә! М-м-м! – Икеһе лә ирендәрен бүлтәйтеп ҡымтынылар.
... Был мәлдә дүңгәләккә эленгән сәңгелдәкте бүлешә алмай сар ҙа сор килгән игеҙәк ҡыҙҙар Зөмәрәткә һыйыналар ине:
-Һиңә «әсәй» тиһәк буламы?
-Юҡ. Әсәй ҙә, атай ҙа берәү генә була.
-Беҙҙеке юҡтаһа! Ауырынылар ҙа ныҡ итеп үлде лә ҡуйҙылар. – Береһе башлай, икенсеһе дауам итә. Икеһе бер кешеме ни!
-Бар ул. Анауынан, күктән ҡарап торалар. Был ҡыҙҙар ниндәй булып үҫеп киләләр, тиҙәр... Беләһегеҙме? Ипле генә уйнаған ҡыҙҙарҙы мөғжизә көтә. Тыңлағыҙ. Бер әкиәт илендә ике ялбырбаш бар икән. Уларҙың өйөндә бай сарҙаҡ бар икән. Шундағы тылсымлы һандыҡта ҡурсаҡтарға матур-матур кейемдәр бар, ти. Сәңгелдәккә талашмаған аҡыллы, матур ҡыҙҙарға апайҙары шул мөғжизәне күрһәтә икән, ти. – Ауыҙҙарын асып, шып-шым булғандар.
-Еҙнәләре көн һайын теге ике ялбырбаштың сәстәрен сулпылап үрә икән, ти. Талашмаһындар өсөн, тағы бер сәңгелдәк элеп ҡуя, ти, – тип әкиәтте оҫта дауам итеп, ҡәйнештәре артында йәшенеп сүкәйгән ирен яңы аңғарҙы Зөмәрәт. Береһе дүңгәләк, икенсеһе, тегеһенең ишенән, яңы сәңгелдәк тотоп алған малайҙар.
Зөмәрәт йөҙҙәре яңы асыла башлаған туғандары янында орсоҡтай өйрөлдө.
-Кәләшме, бисәкәйме, ҡарсыҡмы, онотам да ҡуям, кем әле һин? – Зөмәрәттең бөйөрөнә төртөп алған булды Нургиз.
-Кәләш, тип әйт. Кәләш! Һи-һи-һи! – Гөрөлдәшкән күгәрсендәр еҙнәһенең әүһәләй иттерә торған аяҡтарына талаша башланылар.
-Кәләш! Сарсатты! Беҙгә, ирҙәргә, дүрт алмағас ултыртаһы бар. Бәлеш-мәлеш менән алдаштырма. Дауай, боҫорап торған итеңде!
...Бер аҙҙан ярыш эленгән ике сәңгелдәктә аллы-гөллө күлдәк кейҙерелгән, ҡатлы-ҡатлы йүргәккә уралған ҡурсаҡтар тирбәлә ине. Береһен-бере еңергә тырышып, бишек йыры йырлаған игеҙәктәр, үҙҙәренең тауыштарына үҙҙәре ҡаңғырып, тарбан-торбан йоҡлап киттеләр.