Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
15 Июнь 2020, 20:00

ДҮҢГӘЛӘК

-Дүңгәләк буш тормаһын әле, һылыуым. Килгәндәрендә, игеҙәктәр ҡурсаҡ бәүетеп уйнарҙар.Өндәшмәне Зөмәрәт. Сарҙаҡҡа илткән ҡупшы баҫҡыс буйлап менеп китте. Бында уның үҙенең генә донъяһы. Бер кем бимазалап йөрөргә ҡыймай. Мөйөштәге һандыҡтан ҙур төргәкте һөрәп сығарҙы. Эсендәге төрлө ҙурлыҡтағы бәпес башлыҡтарын, күлдәктәрен, йүргәктәрен еҫкәпеҫкәп, күкрәгенә ҡыҫып иланы.

-Булыр. Бигерәк хисле күренәһең. Уртаға һалып һөйләшер кешең булмаһа, аҡ ҡағыҙға сыймаҡла – еңел булып ҡалыр. Кәрәге бөткәс, утҡа ырғытырһың. - Дәфтәр менән ручка биреп сығып китте.
Үҙен ошонда килергә өгөтләгән еңгәһен яттай әрләне.
... Еңеү көнөндә булғайны һөйләшеү, ярты йыл дауахана тупһаһын ашаҡларға йөрьәт итмәне.
-Сәй эсеп алайыҡ, кәләпүш! Ҡунаҡтар ҙа бар.
Быйылғы байрамдан ҡайнағаһының ғаиләһен машинаһына тейәп ҡайтып килеүе Нургиздең. “Әҙергә бәҙер – Гөлбәҙәр.”Уныһына изем дә кәрәкмәй. Ағайы былтыр тишеп ҡуйһа, йола тоторға килә ятыуылыр. Ихатаға ҡуйылған ҡупшы өҫтәл артында оҙаҡ ултырҙылар гәпләшеп. Ерегеп китә алмаған алмағас урынына йәш үҫенте ултыртып, эргәһен киңәйтә бирҙеләр. Бер арала ағайы күҙҙән юғалып торҙо. Лаңҡылдаҡ еңгәһенең хәбәренә әүрәп, аңғармай ҡалған.
-Һаман да ҡупшы, һомғол ғынаһың. – Буйына ишараланы Гөлбәҙәр.
-Матур булғанға ярата инде кейәүең. Районда бер тигән егетте ҡаптырҙым бит. – Аңламағанға һалышты Зөмәрәт.
-Ҡатындарҙың матурлығы әсә булған һайын ҡабатлана. Балнисҡа күренер инең. Ике бәпәйләр ваҡыт үтте. Врачтарҙан ныҡ итеп һора. Һүҙ оҙайтырға ҡыйманы Зөмәрәт, туҡылдаған тауыш ишетеп, өйгә ыңғайланы.
-Был өйҙә сүкеш тотор ир барҙа, һин туҡылдап йөрөмә.
Һыпыра тартып алмаҡ булды сүкеште. Түшәмгә нығытылған сәңгелдәк дүңгәләген күреп, кәйефе ҡырылды.
-Их, ағай! Булырын булһа, ҡулда күтәреп кенә үҫтерер инем.
Ағайы, ыҡ-мыҡ иткән булды:
-Торһон әле. Ашарға һорамай бит.
***
-Бисәкәй! Тамаҡҡа әҙерме?
Машина ишеген шартлата ябып, муйынын ҡыҫҡан галстугын борғолап алды Нургиз.
-Ағайымдар киләме тағы?
-Ниңә тарһынаһың? Өй иркен. Ризыҡ мул. Йоланы һин башланың. – Нургиз көлөмһөрәп ҡараны.
-Мин үҙебеҙҙең ғаилә тураһында ғына әйткәйнем. Еңеү көнө һайын Гөлбәҙәр еңгәмдең армияһын һыйларға тимәгән.
-Тарһынма, бисәкәй! Беҙҙең ғаилә – һин дә мин. Балаларҙы һөйөп, бер аҙ танһыҡты ҡандырырбыҙ.
“Үҙеңдеке булмағас,” тимәне.
Бәүелсәкле матас машинаға төкөй яҙып туҡтаны.
-Йоланы нығытып тормаһаң, һаҡланмай бит ул. Беҙ киләбеҙ ҡунаҡҡа. Ҡояшҡа ҡараған яғы шау быяланан торған йәйге веранданың өҫтәле артына инеп ултырҙы Гөлбәҙәр.
Бәлештәрҙең өҫтәлдәгеһен йыпырып, артып ҡалғанын моҡсайҙарға һалып, ҡыйырҙарын ыуалта-ыуалта донъя тултырып тызырып сыҡты икешәр йәшлек ялбырбаш игеҙәктәре. Ирҙәр тышта, еңгәһе менән икәүһе донъя хәлдәрен һөйләшәләр.
-Ағайың ныҡ ҡайғыра бит әле, бикәс! Врачтарҙың “булыр” тигәненә ни ғүмер үтте.
-Ҡыҫыр ҡайғыға ҡаңғырмаһын ағайым. Шулай тип әйт. Урай ҙа бер нәмәне тылҡый. – Зөмәрәт асыуланды.
-Боронғо бер ырым бар бит. Торна тубын күрһәң, бәпес һорап, арттарынан йүгерергә кәрәк, ти.
-Еңгә, һинең һүҙгә төшкән бар. Әҙәм көлкөһөнә ҡалған бар. Маңлайға яҙғаны булыр. Кеше көлдөрөп, торна артынан йүгерер көнөм юҡ. Минең дә йәш бара.
-Тота алмаҫһың кейәүҙе. Ете йыл булып китте бит.
-Ингәнгә лә, сыҡҡанға ла - ихтыяр.
-Етәкләтеп сығарып ебәрмәкһеңме?
- Төбөнә үк төшөп бара Гөлбәҙәр.
-Юҡ. Хәҙер ике ҡатын менән йәшәү модала. Йәштән алып ебәрер ҙә, һинең һымаҡ тупылдатып табып торорҙар. Мин зыңғырлатып күлдәкыштан тегермен, бәпәй ҡарармын.
Ҡырт боролоп, ҡунағынан алда сығып китте. Ялҡыттылар. Йыл да бер тема. Сүп өҫтөнә – сүмәлә. Мотоциклдың бәүелсәгенән ҙур ҡыштыр тоҡҡа һалынған сәңгелдәк тотоп ағайы инеп килә.
-Дүңгәләк буш тормаһын әле, һылыуым. Килгәндәрендә, игеҙәктәр ҡурсаҡ бәүетеп уйнарҙар.
Өндәшмәне Зөмәрәт. Сарҙаҡҡа илткән ҡупшы баҫҡыс буйлап менеп китте. Бында уның үҙенең генә донъяһы. Бер кем бимазалап йөрөргә ҡыймай. Мөйөштәге һандыҡтан ҙур төргәкте һөрәп сығарҙы. Эсендәге төрлө ҙурлыҡтағы бәпес башлыҡтарын, күлдәктәрен, йүргәктәрен еҫкәпеҫкәп, күкрәгенә ҡыҫып иланы.
***
Кесе килендәшенең бәпес туйына йыйылдылар. Өйгә һыймаҫ иттеләрме, әллә әбейҙәр сыуағының бер кинәнесен татыһындар, тинеләрме – сәхрәгә саҡырҙылар. Сираттары етеп, бүләк биргәс, Нургизде иҫкәртеп, ҡайтырға сыҡты Зөмәрәт. Ҡотлау һүҙҙәренең һәр ҡайһыһын күңеле аша үткәреп, һыҡрап торған йөрәген яҙып алырға үҙенең генә ҡалғыһы килде. Бауыр аҫтынан ел үткәреп алыр.
Тура тартып армытҡа артылам тигәндә, торна сыңрауы үҙәген өҙҙө. Һулаҡайға ҡайырылды. Ҡурпыһы моронлап ултырған түңәрәк яландан торналар һауаға күтәрелә, оло тупҡа туплана.
Ошо, ошо уның һуңғы өмөтө. Башҡаса... Башҡаса бүтән тормош китә. Сабыйһыҙ, Нургизһеҙ.
Старттан ысҡынған спортсылай, аҙарынып һөрәнләй-һөрәнләй, торна тубы артынан йүгерҙе:
-Сабый килтерегеҙ, торналар! Сабый килтерегеҙ, торналар! Туҡтаманылар. Йыраҡ-йыраҡҡа ҡуҙғалдылар.
Үкһеп илай-илай, төкөрөгөнә сәсәй-сәсәй йүгерҙе. Тыны бөтөп, саңҡайып йығылып киткәс, йөгөнөкләп алды, ялан осонаса иңгәкләне:
-Хәлгенәмде аңлағыҙсы...
Тыны тарыҡты. Ерҙең ҡыртышын әйләндереп, сапсына-сапсына үкһене.
Бүҫкәрмәне хәсрәте. Күңеле бушанды. Яурыны төшөп, күҙҙәре шәмәреп, ҡулдары һәленеп ҡайтып инде. Ҡыҫҡа түлен, йоҡа ҡорғандарын тығыҙ туҡымалы оҙон ҡалын күлдәккә алыштырған тәҙрәләре моңһоу ҡаршы алдылар. Күҙ күреме ергә спорт кроссовкиларын, ҡулсатырын ҡалдырып, аулаҡҡа, сарҙаҡҡа атланы.
Аҡ ҡағыҙ битенә тәүге шиғыр юлдарын түкте:
Көткән яҙҙар өмөт аҡламаны –
Әрней, һыҡтай ҡатын йөрәге.
Өрлөктәге тимер дүңгәләккә
Эленмәне сабый бишеге.
Нисә ҡыштар үтте. Бына йәнә
Шаулап япраҡ ярҙы тирәктәр.
Һандыҡ төптәрендә һаман ята
Тәңкләп һалған күлдәк-йүргәктәр.
Йыйылғандар кесе килендәштең
Өсөнсөгә бәпес туйына.
Тик һаман да сабый тауышы
Ишетелә хыял-уйында.
Тағы көҙҙәр. Торналарҙың тубы
Ҡуҙғалдылар йыраҡ-йыраҡҡа.
Ә түбәндә үкһеп илай-илай
Аҙарынып берәү ҡысҡыра.
“Өмөтөмдө өҙмәҫ изге ҡоштар,
Хәлгенәмде аңлар булһалар.
Шатлыҡтарҙан мәхрүм итмәгеҙсе –
Сабый килтерегеҙ, торналар!”
... “Тып-тып! Тып-тып!” Ҡулбашына тамған йәштәрҙән һиҫкәнеп китте. Ағайы менән Нургиз торғандар артында:
-Һылыуым. Мин, мин ғәйепле барыһына ла. - Күҙ йәштәрен ҡул һырты менән һыпырҙы.
- Һинең ғәйебең юҡ. Ал дүңгәләгеңде. Алып ҡайт ул буш сәңгелдәгеңде. Нургиз тамаҡ ҡырҙы:
-Концерт тамам. Мәжүсилек менән булма, Зөмәрәт! Аист йә торна бала килтерәме? Айнып, ысын тормош менән йәшәр мәлең. Беҙгә барыһын да уртаға һалып һөйләшергә кәрәк.
Читайте нас: