Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
7 Июнь 2020, 16:00

ТӘҮГЕ ТАПҠЫР ЯҠҠАС...

Солан күтәрмәһенә сығып баҫып, йәйге еләҫ һауаға иләҫләнергә уйлаған Гүзәлиәнең иғтибарын күршеләр яғынан күренгән төтөн йәлеп итте.

Солан күтәрмәһенә сығып баҫып, йәйге еләҫ һауаға иләҫләнергә уйлаған Гүзәлиәнең иғтибарын күршеләр яғынан күренгән төтөн йәлеп итте.
Мунса тотошлайы менән төтөн эсендә.
Йәһәт кенә янғын һағы хеҙмәтенә шылтыратып ебәрҙе. Улары тиҙ генә килеп етеп, мунсаға һыу һиптерә лә башланы. Төтөн бер аҙ кәмегән һымаҡ булғас, һыу һиптереүҙе кәметеүгә, төтөн араһынан күрше ағай күренде. Бик ҡыҙғаныс хәлдә үҙе.
-Ҡатын ял йортонан ҡайтып килә. Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр мунса яғып ҡыуандырайым, тигәйнем, йүшкәһен асмаған булғанмын икән. Нишләп янмай икән, тип өрә-өрә хәл бөттө.
Башты ҡалҡытып, инде сығайым, тиһәм, туҡтауһыҙ һиптерелгән һыу ирек бирмәне, - тигән була үҙе.
Гүзәлиәгә иғтибарлы булғаны өсөн рәхмәт, ә күршеһенә эҫе көндә мунса тоҡандырғаны өсөн шелтә эләкте. Был күршенең үҙе ғүмерендә яҡҡан тәүге һәм һуңғы мунсаһы булды, ахыры. Сөнки ҡатыны бүтән ял йортона йөрөмәне...
Читайте нас: