Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
7 Июнь 2020, 11:00

ДҮҢГӘЛӘК

Нисәнсе яҙ өмөтөн аҡламағас, көҙҙәр көтөп көтөк була Зөмәрәт. Ошо алмағасы емешләнһә, үҙе лә буйға уҙыр кеүек. Уныһы үргә үрләүен белә.

Нисәнсе яҙ өмөтөн аҡламағас, көҙҙәр көтөп көтөк була Зөмәрәт. Ошо алмағасы емешләнһә, үҙе лә буйға уҙыр кеүек. Уныһы үргә үрләүен белә.
Һомғол алмағас бөрөгә тумалған. Күпереп сәскә атыр, хуш еҫтәре менән илертер. Тубырлап алма бирерме әллә тағы тыу булырмы? Һомғоллоҡ ҡайынға таман - алмағастың тарбаҡланып, ергә тартылған ботаҡлыһының ғына емеше мул.
Нисәнсе яҙ өмөтөн аҡламағас, көҙҙәр көтөп көтөк була Зөмәрәт. Ошо алмағасы емешләнһә, үҙе лә буйға уҙыр кеүек. Уныһы үргә үрләүен белә. Инселәп ултыртҡас, сабып ташларға ҡулы бармай. Бәүелеп торған талға ҡунмай, мурт ботаҡты үҙ иткән һайрар һандуғасы бар бит әле. Унһыҙ баҡсаның ни йәме? Һандуғасты өркөтөп, яҡын барғаны юҡ. Тауышынан таный.
Ҡасан ултыртҡайнылар әле?..
-Кәләш, һыуһаным! – Велосипедын ел ҡапҡаға даңғырҙата килтереп һөйәгән Нургиз һөрән һалып килә.
-Тс-с! Кеше ишетә! – Йүгереп ҡаршы сыҡҡан Зөмәрәт усы менән ауыҙын баҫа һала. Күбәләктәй осортоп, елпелдәтеп күтәреп ала Нургиз.
-Күҙҙәреңә һыуһаным, ирендәреңә асыҡтым! “Суп! Суп!”
-Кеше күрә! Төшөр!
-Сервант башына баҫтырып, һомғоллоғоңа һоҡланыр өсөн алған тип уйлағайныңмы кәләште?
-Бәлеш бешерҙем. Сиҙәмдә ултырып сәй эсәйек. Киләһе йыл байрамда ла шулай итербеҙ. Ғаиләбеҙҙең йолаһы, ти. – Сәбәләнгән була Зөмәрәт.
-Ҡуҙғалаҡ бәлешенә тамаҡ туйырмы икән? Әсе булһа? - Күҙҙәренән ут сәсә Нургизе.
-Татлы. Татлы бәлеш. Кәтлит бар. Гарнирға...
-Гарнирға - үҙең. Гарнирға – үҙең. – Мут йылмая.
Икәүһенә бер ишек алды булып сәй эсәләр. Бәлештең һуңғы телемен Нургизгә һоғондорайым тигәнсә, ҡайһы арала тығыҙ беләктәренә башын һалып, бәүелеп тә ята. Сабый кеүек. Бишек йырын көйләүсеһе генә юҡ.
-Бәлеш татлы икән шул. “Суп! Суп!”
-Оятһыҙ! – Йөҙөн ҡуйынына йәшерә кәләше.
-Оялғас, сыҡмаҫ инең. Ултыра бирер инең пәрәнжәгә төрөнөп. – Тызыҡлай ир генәһе.
Урамдан тауыш биреп килгән ағаһын ишетеп, һурылып сығып ҡаса Зөмәрәт. Быларҙы берәй яҙыҡ эштә тотоп ҡуймайым, тип шаулауылыр инде. Бер ҡулына осло башлы көрәк, икенсеһенә ике алмағас үҫентеһе тотҡан.
-Ғаиләгеҙҙең уртаҡ яҙының иҫтәлеге итеп еңеү көнө ошо ағастарҙы ултыртайыҡ.
Ағаһы сиҙәм эшкәртә, Нургиз менән Зөмәрәт ике төп үҫенте ултырта. Пар алмағас янында урынды иркен ҡалдыралар – алдағы йылдарҙа сәсерҙәр. Оялышынан, башын аҫҡа эйә Зөмәрәт.
Кейәү менән ҡайнағаның еңеү парадын ҡарарға сығып китеүен саҡҡа көтөп алып, тегеп бөтмәгән тәҙрә ҡорғандары аҫтынан бумазый, ситса тауарҙарын һөйрәп сығара. Ишеккә эстән келә һалып, ҡалын, йоҡаҡ бәпес күлдәге, берәр йүргәк тегеп ҡуя. Һәр йөйөн бармаҡ остары менән үтекләп, тәңкләп, һандыҡ төбөнә йәшереп һалып ҡуя.
Тегенсенең ҡулында ебе лә уйнап тора. Нургиз ҡайтыуға, яңы йорттоң тәҙрәләре туй фатаһы кейгән ҡыҙҙай оялсан йылмайып, күҙҙәренән нур сәсә, кәкерсәкләп тегелгән шаршау аҫтындағы ишек кейәү егетеләй ҡуҡырайып тора.
***
Тулғаҡтан хәле бөткән ҡатынға көнләшеп ҡарап ята Зөмәрәт. Уныһы, ҡысҡырып ебәрмәйем, тип ҡулындағы шаҡмаҡ таҫтамалын төйнәй ҙә, шыҡырайтҡанса һығып тарта. Тыныс сағында кире тағата. Көсәйә башлаһа, сыҙамай, сүгәләп ала. Ҡаты сытырайып, тимер карауат башын шығырҙатҡанса бора.
Көндәре еткәндәрҙең тулғаҡтары йышайғас ҡына дауахананың ике бүлеге араһындағы ишекте асып, тура бала табыу бүлегенә сығаралар. Хана бында! Тикшерелергә килгәне, дауаланғаны, “самолеттан осоп сыҡҡаны” – бөтәһенә бер бүлек.
Бушанды! Яңы тыуған сабый тауышы йөрәген телде. Нәҡ ошо бәпес Зөмәрәткә тейеш тә, уның өлөшөнә башҡалар төшкән кеүек. Һулҡылдап илап ебәрмәҫкә, мендәренә йөҙөн ҡаплай. Һәр төнө шулай үтә. Ниңә уныҡы юҡ һаман? Әрней, һыҡтай ҡатын йөрәге.. Үртәй үҙен.
Оҙаҡ булып китте. Булмаҫтайға ымһындырмаһындар ине.
... Палаталағыларҙы уятмаҫҡа тырышып, бәҙрәф яғындағы ҡулйыуғыста йыуынып алды. Күп тә үтмәне, бала табыу бүлегендә шар-шор итеп ҡалдылар – берәү ҡысҡырып та ебәрҙе, тағы сабый тауышы ишетелде. Зөмәрәт һулҡылдап илап ебәрҙе. Кемдер бәпесле булды. Ҡалмай, ҡалмай инде былай булғас!
Крандан алып услап һыу эсеп, бер аҙ тынысланып, палатаһы яғына ыңғайланы. Бүлмәһенә еттем, тигәндә теге яҡҡа ҡараған асыҡ ишекте аңғарҙы. Үҙен теҙгенләп тора алманы. Тауыш килгән яҡҡа йүгерҙе:
-Бәпес бирегеҙ миңә лә!
Күпте күргән оло табип аяғөҫтө тороп эҫе сәй һемерә:
-Бәпәйҙе врачтар бирә тип уйлағайныңмы?
-Бә - пес би- ре - геҙ миңә лә. – Һулҡылдап, өҙөп-өҙөп әйтте.
-Нимә, һинекен тоттороп ебәргән тигәйнеңме? – Бөтә дауахананы шыр ебәртеп тотҡан гинеколог секерәйтә ҡараны.
-Зинһар, бәпес, бирегеҙ. – Үҙәген тартып, өҙөп-өҙөп һораны Зөмәрәт.
-Сабыр кәрәк. Анализдарың килһен Өфөнән. Ниндәй төн булды был? Береһе 23 февралгә дүртенсегә ҡыҙ бирҙегеҙ, тип туңҡайып китеп илай, икенсеһе машинала балалай яҙып, саҡ инеп өлгөрә. Бисәләргә ни булған? Марш отделениеңа! Тәртип боҙоп йөрөгән өсөн больничный бирмәйбеҙ.
-Кәрәкмәй больничный. Бәпес кәрәк.
...Төнгө ҡылығынан оялып, тормай ята. Иртәнге ашты ла ҡапмаған. Ярай, бергә ятҡандар бер ни белмәҫ. Оперативкала Зөмәрәттең исемен телгә алһалар, бүтәнсә был тирәлә күренеп йөрөй ҙә алмаҫ.
Бүлмәләштәре процедура кабинетына сығып китеүгә, әйберҙәрен төйнәй башланы. Берәү килеп инде.Теге яҡтағы акушерка ҡатын икән - төнгө сменаһын тапшырып, ҡайтып барыуылыр.
-Улай тоғоң тулғансы, эсеңә йыйма. Асылып һөйләшер кешең юҡмы?
Зөмәрәт стена яғына боролдо.
-Һәр кемдең үҙ яҙмышы, һәр кемдең үҙ өлөшө. Булыр һиңә тигәне. Ныҡ итеп телә. – Акушерка янлап баҫты.
-Балабыҙ булмаһа, ирем ташлап китә, тиһеңдер. Күптәр шулай уйлай. Аралары ныҡ булғандар балаһыҙ ҙа йәшәйҙәр. Нисә йыл тормоштаһың?
-Өсөнсө йылға китте.
-Һи-и! Беҙҙә ун йыл йәшәгәндән һуң тәүге балаларын тапҡандар бар.
Өндәшмәне Зөмәрәт.
Дауамы бар.
Читайте нас: