Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
6 Июнь 2020, 13:00

ҠАРА ТАУЫҠ ӘРӘМ БУЛҒАН

-Һарай башында ҡара тауыҡ үлеп ятҡансы. Әрәм булған, - тип һөйләнә-һөйләнә тыштан инеп килгән ҡатынына ҡарап, Салауат ағай аптырап ҡала.

-Һарай башында ҡара тауыҡ үлеп ятҡансы. Әрәм булған, - тип һөйләнә-һөйләнә тыштан инеп килгән ҡатынына ҡарап, Салауат ағай аптырап ҡала.
-Нисек? Һарай башына нисек менгән икән?
-Теге көн баҫҡыс һөйәгәйнем, шунан менгәндер. – Зөһрә апай вайымһыҙ ғына иртәнге сәй әҙерләй башланы.
-Бөгөн эшкә иртәрәк барырмын, тигәйнем. Буран көндә ҡыҫтай, тигәндәй, бер әтнәкәһе сығып тора. Полицияға хәбәр итеп, башҡа ул-был эштәрен башҡарыу мәшәҡәттәре менән төш етеп китер инде. Уныһы ла тапҡан мәлен.
-Ниңә, бар эшеңә. Берәйһенә әйтеп үҙем төшөртөп ташлатырмын.
-Ҡайҙа, ҡайҙа ташлатаң? Башың икеме әллә? – Таңдан кәйефе боҙолған ғаилә башлығы асыуланып уҡ китте. – Кеше һиңә энә түгел. Берәү ташлата, имеш.
-Аһ-аһ, ул ниндәй кеше булһын?
-Эскесеме ул, берәҙәкме – барыбер кеше!
Зөһрә апайҙың күҙе маңлайына уҡ менеп китте.
-Кеше?
-Башымды бутама әле. Кем әле, ә-ә, теге йәйгеһен сиратлап кешеләрҙең кәртә башында йоҡлауҙы ғәҙәт иткән бер төрлөрәк Ғәлекәйҙе әйтмәйһеңме ней?
-Ниндәй Ғәлекәй? Тауыҡтар араһында бер бөртөк кенә ҡара төҫтәгеһе бар ине бит, шул үлеп ятҡан!
...”Ҡара тауыҡ” ҡушаматлы Ғәлекәй үҙҙәренең кәртә башында үлеп ятҡан икән тип хәсрәткә батҡан Салауат ағай, иркен тын алып, сәйен һөрпөлдәтә һемереп ебәрҙе. Тегенең исемен дә онотоп бөткән ауылдаштары. “Ҡара тауыҡ” уның мулла ҡушҡан исеме һымаҡ тойола шул хәҙер.
Читайте нас: