Йомшаҡ күн диванда ҡайҡайып китеп эре ултыра Айрат. Туҡ. Ҡәнәғәт. Ашап та, эсеп тә туйған. Иренеп кенә ялп-йолп иткән төҫлө уттар йүгереге аҫтында доңҡолдаған музыка ритмына хәрәкәт иткән стриптиз бейеүселәрен күҙәтә.
Әленән-әле һыңар күҙе улай-былай үткеләгән ҡыҙ-ҡырҡынға ла эйәреп киткеләй. Тик бөгөнгә ҡыҙҙар ҡайғыһы юҡ – арытҡан. Бында бергә килгән иптәштәре Сергей менән Айбулаттың ҡыҫҡа итәктәр артынан сығып олаҡҡаны ла еткән. Уларға нимә - улар йәштәр, суҡыштарының һарыһы китмәгән, гүзәл заттың бер генә йылы ҡарашынан да кемгә барып иркәләргә белмәй йөрөгән шаталаҡ көсөк ише тағыла ла китәләр. Улай тиһәң, Айрат үҙе лә әле ҡарт түгел, әммә ундай елғыуар сағын үткәргән, баҫыла, олпатлана төшкән. һәр хәлдә ун туғыҙ менән егерме биш араһында айырма бар бит.
Бөгөн бик елле эштең осона сыҡты улар. Улар тигәне Айраттың фирмаһы. Ҡатмарлы операцияны уңышлы тамамлап, ҙур ғына сумманы күсереп алдылар һәм әле шуның хөрмәтенә күңел асыуҙары. Төнгө клубҡа ике йәш коллегаһы менән килгәйне, ана бит, туйыныр-туйынмаҫ таралып бөттөләр, әйтерһең дә шул ҡыҙҙарға өйләнәләр. Яңғыҙ булһа ла ирәйеп, рәхәтләнеп ултыра егетең, ирәймәҫлек түгел шул, кеҫәһе тулы, донъяһы түңәрәк. Аҡыл менән эш итә, аҡыл менән көн итә белә. Ә бит барыһының да хәленән килмәй улай, килмә-әй.
… Атайһыҙ үҫте Айрат. Әсәһе, уҡыу-уҡытыуға мөкиббән китеп тормоштоң күп кенә тәбиғи күренештәренән ситләшкән кеше булараҡ, уны утыҙ менән ҡырҡ араһында саҡ табып алған. Атаһы ла фәнгә бирелгән бер ғалим булған. Тиҫтә йылдар ағымында йондоҙҙар донъяһын ентекле өйрәнә торғас, үҙенең дә ер йәшәйешенән ярайһы уҡ алыҫлашҡанын тоймағандыр ҙа. Ана шул ике сәйер кеше ниндәйҙер бер ғилми институттың саңлы китапханаһында осраҡлы ғына йәнәш тура килеп, ни ғиллә менәндер бер-береһенә иғтибар иткән. Тик танышлыҡтарына дүрт ай тигәндә, туйға әҙерләнеп, башкөллө ер тормошо менән ҡайнап йөрөгән атаһы, һис көтмәгәндә, инфарктан үлеп ҡуя. Ысынлап та, әсәһе әйтмешләй, ер кешеһе йәшәйеше бармағандыр үҙенә. Һуңлап ҡына тапҡан бәхетен ҡапылдан юғалтҡан әсәһен киләсәккә өмөт өҙөүҙән Айрат үҙе ҡотҡарып ҡала. Күптән шатлыҡ-ҡыуаныс, ләззәт, рәхәтлек тойғоларын алмауға ризаһыҙлығын белдереп тыпырсынып тулап ҡуя ул. Һәм ошо бер генә ҡымырйыуы әсәһен баҫҡан еренән көс, баҡҡан күгенән нур, һулаған һаүаһынан шифа алдырып күкрәтеп ебәрә.
Өс йәшендә уҡый-һанай белде, дүрт-биштәрҙә һыу буйы поэмаларҙы шатырлатып ятланы, ҡатмарлы миҫалдарҙы бер тында сисеп һалды Айрат. Башланғыс синыфтарҙа ҡулында студенттарға көсләп тә тоттороп булмаған томлыҡтар ҙа, фәнни китаптар булды. Ә мәктәбенең ниндәй даны ине! Ул олимпиядалар, конкурстар, семинарҙар, конференцияларҙа белеме менән тәжрибәле уҡытыусыларҙы, ғалимдарҙы аптыратып һалыр ине. Урта синыфтарҙа компьютерҙа төрлө программалар уйлап сығарып, ҡыҙыҡлы уйындар яһап интернет селтәрендә аҙашып йөрөргә яратҡандарҙың һушын алды. Тора-бара был интернет донъяһы менән шул ҡәҙәре мауыҡты, тәүлектәр буйы ашау-эсеүҙе онотоп, ябай әҙәмдең аңы етмәгәндәй сайттар төҙөп, аралашыу селтәрҙәре булдырып ултырҙы. Әммә аҡылдың һәм аңдың һәр ваҡыт тик ыңғай эштәргә генә хеҙмәт итеүенә бер ниндәй ҙә гарантия бирелмәй икән шул. Айрат та ваҡыт үтеү менән интернетта файҙалы шөғөлдәргә ҡарағанда ярамағандары ҡыҙыҡлыраҡ икәнде аңлап алды. Мәҫәлән, банктарҙың, хәйриә ойошмаларының сайттарына асҡыс яратыу, уларҙың кодтарын табыу, «йоҙаҡ»тарын емереп инеү йә булмаһа телефон селтәрҙәренә үтеп инеп системаларына зыян килтереү. Баштараҡ был эштәр бары паразитлыҡ күренеше генә булып килә ине лә, бер көндө берәүҙең картаһынан йөҙ һум сисеп телефонына күсергәс, был ысулдың килем тәмен дә тойҙо. Унан китте инде, берәүҙән биш йөҙ һум, икенсенән мең, бер урындан һандарҙы икенсе урынға шылдырыу, ҡайҙалыр ебәрелгән сумманы башҡа ояға күсереү…
Мәктәпте тамамлағас, әсәһе күпме генә өгөтләһә лә, ниндәй генә үҡыу йорттары үҙ ишектәрен ҡайыра асып саҡырһа ла, Айрат ары белем эстәргә ынтылманы. Сөнки ул инде дипломһыҙ ҙа аҡсалы булыу юлын белә ине. Тәүге йылдары бүлмәһенә бикләнеп бер үҙе, унан бер дуҫы менән, ике-өс йылдан дүрт-биш кешелек төркөм туплап, айырым фатирлы булып, интернет программалары яһаусы исеме аҫтында фирма ла асып ебәрҙеләр. Ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәр ише булып ишәйгән фирмалар араһында пәйҙә булған был ойошманы, әлбиттә, берәүҙә артыҡ тикшереп торманы. Теркәлгән сумманы ҡабул иттеләр ҙә, шапылдатып мисәт баҫып лицензия бирҙеләр.
Әсәһе - был ерҙә йәшәүенең йыуанысы ла, ҡыуанысы ла, маҡсаты ла булған балаһын тәрбиәләүгә, үҫтереүгә, уҡытыуға бар көсөн һәм ваҡытын һалған әсәһе генә, бошондо шикелле. Үҙенең ауыҙынан өҙөп, һәр тинен бары балаһының мәнфәғәтенә ебәргән, улының аңын үҫтергәндәй бар мөмкинселектәрҙе лә, матди яғына ҡарап тормаҫтан, ҡулланған, йылдар буйына бер төҫһөҙ күлдәк менән кофтала йөрөп тә, эшләгән генә аҡсаһын балаһына кәрәкле китаптар һәм компьютер программаларына тыҡҡан әсәһе, эстән һығылды буғай. Тик өндәшмәне. Һүҙһеҙ генә бер бөртөгөнөң аҡылын һәм белемен заманса ҡулланыуына күнде.
Ике-өс йылда күҙгә күренеп ҡалынайҙы Айраттың кеҫәһе. Ялтырап торған яңы офис техникаһы, яңы мебель, унан яңы маркалы машина, иркен фатир пәйҙә булды. Булған һайын нәфсе лә үҫә барҙы. Машинаны машина, ҡыҙҙарҙы ҡыҙҙар алмаштырҙы, улары тағы ла юғарыраҡ сығымдар талап итте. Сығымдары бурлыҡ сауҙаһын киңәйтә төштө.
Әсәһе бер ергә лә күсергә теләмәне. Кескәй генә ҡала ситендәге иҫке өйҙәрендә көн күреүен белде. Уның өсөн матди байлыҡ, донъя малы баһаһын юғалтҡан, дөрөҫөрәге уның хаҡын белмәне лә, ул хаҡта уйлағаны ла булманы. Ялтырап торған иномаркаңды ла, күҙ ҙә йоммайынса, файҙалы китапҡа алмаштырыр кеше шул ул.
Офисҡа ингәс тә егеттәренең бер компьютер янына йыйылып көлөшөүҙәре иғтибарын йәлеп итте. Бик ҡыҙыҡлы нәмә тапҡандар буғай. Яндарына бармайынса булдыра алманы. Был йәштәр бигерәк шуҡтар инде, әленән-әле нимәлер уйлап табып ҡына торалар. Һаман шул Андрей эргәһенә йыйылғандар. Гений инде егетең, гений.
- Йә нимә бар унда? – Егеттәр шефтың һорауына тура яуап бирә һалмайҙар әле, бары ауыҙҙыраны йыйып ала алмаған хәлдә ҡул биреп күрешәләр.
- Хәйерле иртә, Айрат Мансурович!
- Һаумыһығыҙ, шеф.
- Сәләм-сәләм. Йә, ни бар?
- Бына, Айрат Мансурович, Андрей тағы бер уйын уйлап тапҡан, ну, баш үҙендә.
Айрат компьютерға нығыраҡ эйелде, экранды сыбарлаған һандарҙың айышына төшөнөргә тырышты.
- Аңлат.
- Бында ҡатмарлы бер нәмә лә юҡ, - яңы мәктәп тупһаһын ашатлаған йәш малай ап-аҡ тарамыш бармаҡтарын клавиатура өҫтөндә күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә йүгертте, — бына ошо системаға инәһең дә, мәғлүмәттәр базаһынан ҡырҡ-ҡырҡ биштән уҙған ҡатын-ҡыҙ номерҙарын һайлап алаһың. Унан уларҙы үҙемдең сайтҡа күсереп алам. Ары бер бәйләнеш операторҙарында ла булмаған номер булдырам да, шул адрестан бына ошо тексты баяғы телефондарға смс итеп ташлайым һәм рәхәтләнеп аҡсаларҙы ҡабул итәм. Вот и все.
- Ә ниндәй смс-ҡа улай аҡса ебәрәләр һуң? – Шеф егеттәрҙең дәррәү көлөүе аҫтында һаман эштең айышына төшөнә алмай.
- Уныһы инде бик ябай. «Әсәй, мин ауыр хәлгә эләктем. Тиҙ арала ошо номерға аҡса һал. Үҙем һуңынан шылтыратырмын» - бына шул ғына.
- Ҡабалармы һуң?
- Еще как! Көнөнә генә түгел, ике-өс сәғәттә үк килеп төшә аҡсалары. Аҙ ҙа ебәрмәйҙәр бит әле, өсәр, бишәр, хатта егермешәр мең осорғандары бар.
Айрат йәш хакерҙың уйлап табыу һәләтенә һоҡланмай булдыра алманы. Шаярып та, яратып та егеттең былай ҙа тәртипһеҙ булып туҙышҡан сәсен усы менән ыуаланы:
- Ну шпана, башың алтын, премия булыр үҙеңә.
Йәштәр әле оҙаҡ ҡына был шөғөлдән ҡыҙыҡ табып шаулашты.
Аҙна аҙағында телефонына бер ят номер шылтыратты. Руль артында булғас алмаҫҡа ла ине иҫәбе, тегенеһе бик-бик ныҡышҡас күтәрҙе:
- Дә, тыңлайым.
- Алло, алло! Был Айратмы?! – Шылтыратыусы әллә һаңғырау, әллә шул ҡәҙәр ярһыған.
- Эйе – мин. Кем был?
- Был бит күрше Хәҙисә апайың, Айрат! Таныныңмы?! Номерыңды әсәйең бер биреп ҡуйғайны, ул-был хәлгә тип, шуны саҡ табып алдым бына!
- Ә нимә булды, Хәҙисә апай? – Айрат ирекһеҙҙән телефонын ҡолағынан ҡырғараҡ алды – аҡыра ғына бит әй.
- Ней бит, Айрат, әсәйең ауыр хәлдә бальнисҡа эләккән, әле эштән ҡайтһам шулай тип торалар…
- Нимә булып китте икән, Хәҙисә апай?! – Айрат үҙе лә апайҙан кәм ҡысҡырманы буғай.
- Нимә булғанын аныҡ ҡына итеп әйтә алмайым, һәр хәлдә нимәлер булғандыр… Атыу нишләп шәл генә бөркәнеп банкка йүгергән тейһең, ана шул банкттан сыҡҡан да тәгәрәгән инде. Ҡулына ҡайҙалыр ебәргән аҡсаһының квитанцияһын ҡыҫып тотҡан булған. Ул ҡайҙа ебәрҙе икән йыйған ғына пенсияһын…
Ары Айраттың һөйләшерлек тә, тыңлап торолоҡ та түҙемлеге ҡалманы. Телефонын ташланы ла, машинаһын үкертеп бороп бар көсөнә газға баҫты.
Аҙна иҫенә килмәне әсәһе, аҙна табиптар уны үлем тырнағынан йолҡоп алыу өсөн көрәште, Айрат аҙна дауахана коридорында йәшәне, йүнләп ашамай-эсмәй һурыҡты, яңаҡтарын һаҡал-мыйыҡ баҫты. Нимә генә уйламаны, нимәләр генә кисермәне ул. Быға тиклем ҡайһы саҡта хатта көндәр буйына бер генә лә иҫенә төшөрмәгән әсәһе хаҡында бер генә минутҡа онотоп ҡуйыуҙан ҡурҡты. Мәктәптә уҡыған саҡтарында әсәһенең үтә ябай кейенеүенән, башҡа малайҙарҙың әсәһе кеүек биҙәнеп-яһанып йөрөмәүенән оялыуын, әсәһе хаҡында артыҡ һөйләшергә яратмауын иҫләп оялды. Ғүмер буйы сабыйҙарса бер ҡатлы булғаны өсөнмө әллә тормошҡа бер талабы ла, дәғүәһе лә булмағанынамы, уны артыҡ етди лә ҡабул итмәүенә үкенде. Илай ҙа алманы исмаһам. Бары башы сатнағансы ҡаштарын йыйырып эстән һыҡраны, ахырҙа маңлайына һыр булып тәүге бураҙна ятты, ҡарашына һағыш уйылды.
Ниһайәт, әсәһе иҫенә килде. Әлбиттә, ул бит үлергә тейеш түгел, ул бит әле йәш. Айрат табиптан биш кенә минут һорап алып палатаға инде лә, ҡаршы ултырғысҡа терәлеп, әсәһенең кескәй генә һалҡын ҡулын ҙур устарына ҡыҫты, ыуаланы, өрөп йылытырға итте, сикәһенә, ирендәренә терәне.
- Ул-лы-ым… - әсәһе көрмәлгән телен көскә тыңлата.
- Әсәй… һөйләшмә… көсөңдө һаҡла. Һин һауыҡ инде, һауыҡ.
- Иҫә-ән-һең… Ни-мә бу-улды, ба-алам?..
- Миңә бер нәмәлә булманы, әсәй, бында – яныңда булырмын.
- Һин бит яҙҙың… ба-ал-а-а… - аҡтыҡ көсө бөттө әсәнең. Ирендәре тартышты, күҙ ҡараһы өҫкә тәгәрәне. Айрат һикереп тороп палата ишеген төртөп асты:
- Врач! Ҡайҙа врач! Тиҙерәк ярҙам итегеҙ!
Күрше бүлмәнән йүгерешеп сыҡҡан аҡ халатлылар юлда торған егетте этә-төртә эскә йомолдолар ҙа, боролоп инәм тигәнсе танауы төбөндә шап иттереп ишекте ябып та ҡуйҙылар. Айратҡа әлеге коридор ултырғысына һеңеп, әлеге ишеккә күҙ йоммаҫтан тексәйеп ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Күпмелер ваҡыттан һуң врачмы, медсестрамы сыҡты. Айрат һикереп торҙо, һөҙөргә йыйынған үгеҙ ҡиәфәтендә текәлеп тегенең ни әйтерен көттө.
- Борсолмағыҙ, инде иҫенә килгәс артыҡ ҡурҡынысы булмаҫ. Әлегә янына ярамаҫ, йоҡлаһын, хәл йыйһын… - ҡатындың маска аҫтынан өҙөк-йортоҡ ишетелгән хәбәре егеткә ҡош һайрауындай булып тойолдо. Унан тегеһе китә башлаған еренән туҡталып халат кеҫәһенән телефон менән ҡағыҙ киҫәге сығарып һондо, — Бына, ауырыуҙың ҡулында булған.
Ҡағыҙ тигәне квитанция ине. Ҡайҙалыр аҡса ебәргән тигән документ. Утыҙ меңгә! Туҡта, ҡайҙа һуң? Ниндәйҙер исемһеҙ ят номерға. Кемдең номерына улай аҡса күсерергә мөмкин әсәһе. Кем белә, бәлки уға билдәле булмаған берәй туғаныналыр? Улай тиһәң….
Айрат әсәһенең кнопкаларындағы һандары ла юйылып бөтөп барған ябай ғына телефонын яндырҙы ла әлеге номерҙы эҙләй башланы. Әһә, бына ошо номерҙан смс килгән. Тә-әк, нимә яҙылғ-ға-а… Уҡығандарынан шаңҡыны ул. Оҙаҡ, бик оҙаҡ тамағына тығылған төйөрҙө лә йота алмайса ҡатып торҙо. Экрандағы яҡтырып пәйҙә булған: «Әсәй, ауыр хәлгә эләктем. Тиҙ генә ошо номерға аҡса ебәр», - тигән дәшһәтле яҙыу яйлап ҡараңғылыҡҡа сумды. Ҡулындағы телефон, зарядка талап итеп, ярҙам һорағандай эсе тауыш менән бер ҡысҡырҙы ла һүнде. Был ғазаплы ауаз ҡайҙалыр ошондай уҡ хәбәр алға әсәнең, йөрәгенә көтмәгәндә ҡанһыҙ уҡ килеп ҡаҙалған аҡҡош ише, асырғанып иңрәүе булды шикелле. Һәр хәлгә Айратҡа шулай тойолдо…