Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
20 Апрель 2020, 13:00

СИБИРЯК

(Аҙағы. Башы гәзиттең 29-сы һанында). Башы ошонда : https://tanrb.rbsmi.ru/articles/-bi-bit/SIBIRYaK-224338/ - Көтәм, тип ни. Ҡайҙа ҡабыланаң? Әйҙә, ин. Как раз төшкө аш мәле.

(Аҙағы. Башы гәзиттең
29-сы һанында).

- Көтәм, тип ни. Ҡайҙа ҡабыланаң? Әйҙә, ин. Как раз төшкө аш мәле.
- Юҡ, рәхмәт, хәҙер Динә, балалар ҡайта.
- Рәхмәтеңде һуңынан әйтерһең. Әйҙә, ҡыҙҙар һымаҡ инәлтеп торма, ин.
Сәғит уңайһыҙланһа ла, йомошо төшөп килгәс, күршеһенең һүҙен йыҡмаҫҡа булды.
Өйҙә тәмле еҫтәр танауҙы ҡытыҡлай. Сәлимә йүгереп йөрөп сәй ултырта. Ҡул йыуыу бүлмәһенә ингән ине, аптырап китте: душ, ванна, кер йыуыу машинаһы. Үәт, йәшәйҙәр, әй.
- Һаумы, класташ! Хәлдәр нисек? Донъя көтөп буламы?
- Була, Аллаға шөкөр! Әйҙә, түрҙән үт. Ҡайтҡаныңды ишеткән инем. Эш, тип әллә ҡайҙа киттең дә, ҡатышып йәшәмәгәс, күрешкән дә юҡ.
- Шулай шул. Класташтарбыҙ, йәнә күршеләрбеҙ, һуңғы йылдарҙа бер генә тапҡыр ҙа күрешеп, һөйләшеп ултырғаныбыҙ юҡ.
- Шулай инде. Һин мәңге өйҙә юҡ. Ә Динәнең күршегә инеп һөйләшеп ултырырға ваҡыты юҡ. Артабан да шулай йәшәһәк, ҡартайып китеп, бер осрашҡанда бер-беребеҙҙе танымай ҙа торорбыҙ әле.
Сәй эскән арала Сәғит тирә-яғын байҡап ултырҙы ла, үҙенеке менән сағыштырып, оялып китте. Түр баштарында асыҡ йәшел төҫтәге гарнитур, крандан һыу ағып тора, бешеренә торған әллә ниндәй техникалар, телевизор. Сәғит оҙон-оҙаҡ ултырмай, бер сынаяҡ сәй эсте лә, торорға ашыҡты.
- Рәхмәт! Тәмле булды. Мин ҡайтайым. Динә эштән ҡайтыр, балалар.
- Ярар инде. Ҡоролай ғына сәй эстең дә. - Сәлимә уңайһыҙланып килеп торҙо.
- Сәй ҡоро булмай ул. - Сәғит мәрәкәләгән булды. – Рәхмәт. Үҙегеҙ инегеҙ.
- Саҡырғас, инәбеҙ инде.
Төш ауышыуға Яңылбикә әбейҙең баҡсаһын һөрөп сыҡҡан Камил Сәғиттәрҙең дә баҡсаһын эшкәртеп сығып китте. Иренең шулай дәртләнеп йөрөгәнен күргән Динә ҡыуанысынан ни эшләргә белмәне.
- Сәғит, әйҙә, бөгөн күршеләрҙе ҡунаҡҡа саҡырып, бер ултырып алайыҡ. Ун бер йыл күрше булып, ҡасанан алып әҙәмсә күрешеп- һөйләшкән дә юҡ.
- Әйҙә, һуң. Тик эштән әле генә ҡайтып тораһың, әҙерләнеп өлгөрәһеңме һуң?
- Өлгөрәһеңме, тип ни. Хәҙер бит бөтә нәмә лә бар. Күп нәмә лә кәрәкмәй бит ул. Хәҙер билмән бешерергә һалып ебәрәм. Бер-ике төр салат эшләп ебәрһәм, өҫтәл әҙер була. Сәғит, бар һин Сәлимәләрҙе саҡырып кил.
Динә өҫтәл әҙерләп бөтөүгә Камил менән Сәлимә лә килеп инде.
- Һаумыһығыҙ, күршеләр! Күпме йылдар бергә йәшәп, ҡунаҡҡа ла йөрөшкән юҡ. Оят булып китте хатта. Бына быныһы беҙҙән күстәнәс. - Сәлимә пакетынан алма, әфлисун, кәнфиттәрҙе сығарып өҫтәлгә һалды. – Зифа, Заһир, барығыҙ, беҙгә уйнарға инегеҙ. Сәимә менән Сәлим һеҙҙе көтөп ултырып ҡалдылар. Унда тәмлекәстәр ҙә әҙерләгәнмен.
- Һай, рәхмәт, Сәлимә! Күстәнәстәр тотоп килгән бит әле. Заһир, Зифа, дәрестәрегеҙҙе әҙерләнегеҙме?
- Әҙерләнек, икебеҙ ҙә әҙерләнек.
- Ярар, бар, йүгерегеҙ.
Күршеләр матур итеп ҡоролған табын артында күптән күрешмәгән туғандар шикелле күңелле һөйләшеп ултырҙы. Иртәгә ял булмаһа ла, бер кем дә бер ҡайҙа ла ашыҡманы.
- Камил, әйҙә, һауа һулап инәйек, - Камилдың үҙе менән генә һөйләшеп алғыһы килә ине Сәғиттең. Һөйләшеп тә түгел инде, бер һорауы бар уға. Бая Камилдарға инеп сыҡҡандан һуң тик бер генә һорау башынан сыҡманы уның. Шуны биргеһе килә күршеһенә.
Камил менән Сәғит ишек алдындағы эскәмйәгә барып ултырҙы.
- Камил, бая йортоңа индем. Һинең донъяңды күрҙем, - тип һүҙ башланы Сәғит. - Аптыраным, ысын ғына аптыраным. Бына тигән донъяғыҙ. Һыуың бар, душ, ванна, кер йыуыу машинаһы, ишеү әллә нимәләр. Тракторың бар, яңы машина алғанһың. Йорт-ҡураң ялтырап тора. Ә минекен ҡара әле. Оят бит. Ҡапҡам емерелеп, кисә шуға эләгеп йығылдым. Һарайым - бар, малым – юҡ. Рәшәткәләремде ҡара. Яңылбикә әбейҙеке һымаҡ ҡыйшайып бөткән. Ә мин бит аҡсаны һәйбәт эшләйем. Һин бер йылда алғанды мин бит бер айҙа эшләп алып ҡайтам. Ә нишләп улай? Уйлап-уйлап ҡараным бөгөн, әммә осона сыға алманым. Һин нисек уйлайһың? Һин бит ябай котельщик ҡына, Сәлимә лә ябай китапханасы. Ә донъяғыҙ – бына тигән, ялтырап тора. Аңлат әле миңә шуны.
- Һай, аптыраған икәнһең бушҡа. Нисек инде аңламаҫҡа, ти. Сәғит, бына һин алыҫҡа эшкә китәһең, бер айға. Юлыңа күпме аҡсаң китә, күпме ваҡытың. Арып ҡайтҡас, өйөңдә эшләргә хәлең дә, кәрең дә ҡалмай. Ял итеп тә, ваҡ-төйәгеңде эшләп тә өлгөрмәйһең, тағы китергә ваҡыт етә. Шулай үтеп тик тора. Вахта - ял, вахта - ял. Аҡсаны күп алаһың да, тик нимәгә тотонорға аныҡ ҡына белмәгәс, аҡсаң һыу һымаҡ теләһә нимәгә китеп тик тора.
Ә хәҙер мине ҡара. Мин бер тәүлек эшләп ҡайтам да, ике тәүлек ял итәм. Бер айҙа ун ғына тәүлек эшләйем, ә ҡалған егерме көн – минеке. Мин ул ваҡытта үҙемдең эшемде лә эшләп, калымға ла йөрөп өлгөрәм. Сәлимәнең эш хаҡына ашап-кейенһәк, мин эшләгәнгә тормошобоҙҙо яйлайбыҙ. Икебеҙ бер булғас, малыбыҙ ҙа ишле. Һөт, ҡаймаҡ, май һатып та аҡса эшләйбеҙ. Яҙ кешегә ер һөрәм, йәй бесән сабып-йыйып бирәм. Ҡыш утын-бесән ташыйым. Сәлимә менән йәшелсәне, картуфты күп үҫтерәбеҙ. Үҙебеҙҙән артҡанды һатабыҙ. Тоже аҡса. Биш умартам бар. Гел бал ашап ултырып булмай, үҙебеҙгә ҡышлыҡ ҡалдырабыҙ ҙа, артҡан балды һатабыҙ. Беҙгә ҡарап балаларыбыҙ ҙа эшкә өйрәнеп үҫә. Ә һин оҙон аҡса, тигән булып әллә ҡайҙа ғаиләңде ташлап сығып китәһең дә, ней ҡатының, ней балаларың менән бергә түгелһең. Улар - һине, һин уларҙы һағынып бер булаһығыҙ. Ситтән тапҡандың ҡәҙере лә, ҡото ла булмай инде ул. Бына шулай, сибиряк. Эшләһәң, эш бында ла етәһе. Һорауыңа яуап бирә алдыммы?
Камил менән булған һөйләшеүҙән һуң Сәғит үҙенә урын таба алмай яфаланды. Ғөмүмән, был һөйләшеү Сәғиттең донъяһын баштүбән әйләндерҙе. Ҡунаҡтарҙы оҙатып ятҡас та йоҡлай алмай аҙапланды, бер торҙо, бер ятты. Уйҙары ҡатынының йомғағындай сеймәлеп, башын әйләндерҙе. Уйланырлыҡ та шул. Бына нисәмә йыл “мин – сибиряк”, тигән булып, сыҡты ла китте Себергә, сыҡты ла китте, ғаиләһен, йортон, тыуған ерен ташлап. Алып ҡайтҡан аҡсаһынан бер фәтеүә булманы. Ана, иҫке машинаһынан, өйө менән мунса-һарайынан башҡа артыҡ бер нәмәһе лә юҡ. Бында ҡатыны менән балалары уға зар-интизар булып, үҙе тегендә ҡайтыр көндәрен һанап тилмереп ғүмер үткәрәләр. “Ирле ирһеҙмен мин” тинеме әле ҡатыны кисә? Уйлап ҡараһаң, дөрөҫ әйтә. Иҫәпкә бар Сәғит, һанға – юҡ. Балаларының үҫкәнен дә күрмәй бит ул. Бригадаһындағы дүрт иптәше күтәрә һуғып, эштәрен ташлап ҡайтып киткәс, аптыраған, баштары эшләмәй, тип көлгән ине, мыҫҡыл итеп. Киреһенсә, баштары эшләгәнгә лә ҡайтып киткәндәр икән. Ә алйот Сәғит һаман эшләп йөрөй, донъяһының ҡотон, бәрәкәтен ебәреп. Юҡ, ташлар Себерҙәге эшен, ҡайтыр ауылына. Илдә сәпсек үлмәй, тигәндәй, килеп сығыр әле бер яйы. Ҡәтғи бер ҡарарға килгәс, Сәғит тамам тынысланды, күңеленең болоҡһоуы үтте. Сеймәлгән уйҙарын бер йомғаҡҡа урай-урай хәлдән тайған Сәғит, күңеле тынысланып, йоҡлап китте.
Иртә менән тороп, аласығындағы картуфын биҙрәләргә тултырып алғас, Сәғит картуф ултыртырға сығып китте. Башын да күтәрмәй эшләгәс, эше лә ырап ҡына барҙы. Ҡатыны төшкә ҡайтыуға картуф сәселеп тә бөткән ине инде. Ул ғына ла түгел, өҫтәлдә ярмаланып бешкән картуф, тоҙло кәбеҫтә. Сәй ҡайнаған. Ҡасан өлгөргән, тиерһең. Динәһе танымай ҙа торҙо ирен. Шулай ҙа һорап ҡуйҙы:
- Берәй нәмә булдымы әллә, Сәғит? Күптән һинең бындай сағыңды күргәнем юҡ. Һин бит элекке Сәғиткә әйләнгәнһең. Әйт әле, нимә булды?
- Нимә булһын, ти, бер нәмә лә булманы. Әйҙә, ултыр. Мин хәҙер сәй яһайым.
- Ҡуй, ултыр, Сәғит, үҙем яһайым. Сәй яһау ҡатын-ҡыҙҙар эше. Һинән сәй яһатып эсеп ултырмаҡҡа ни.
- Динә, беләһеңме, мин эшемде ташларға булдым. Хватит, ҡайтам ауылға. Моғайын, берәй эш килеп сығыр әле.
- Кисә генә улай тимәй инең дә инде. Ҡасан китәм дә ҡасан китәм, тип яу һала инең. Әллә берәй эш килеп сыҡтымы?
- Әлегә юҡ та ул. Но була. Точно әйтәм, була. Динә, мин бит первоклассный автослесарь. Үтеп барған машинаның нимәһе эшләмәгәнен әллә ҡайҙан ишетеп-белеп торам. Анауы гараж барыбер буш тора. Шунда автомастерская асам, Алла бирһә. Заһир үҫеп етеүгә уға ла эш булыр. Эргәмдә эшкә өйрәнеп үҫер. Әтеү нисек үҫкәндәрен дә күрмәйем бит. Һин нисек уйлайһың, Динә?
- Мин ней - за, - тип әйтеп тә өлгөрҙө, күҙҙәренән шундуҡ йәштәре лә атылып килеп сыҡты ҡатындың.
- Нимә булды, Динә? Әллә “за” тип ултырһаң да, риза түгелһеңме әллә?
- Ҡыуанысымдан илайымдаһаң. Шул һүҙҙәрҙе лә ишетер көнөм бар икән. Ирле ирһеҙ булып, яңғыҙ донъя көтөүҙәре миңә анһат икән, тиһеңме? Ҡайтыуыңды, эх, Сәғит өйҙә булһа, шуны эшләп бирер ине, быны йүнәтер ине, тип көтөп алам да, һин бер нәмә лә эшләп өлгөрмәй, кире китергә йыйына башлайһың. Шул тиклем ялҡтым мин яңғыҙлыҡтан, белһәң икән?
- Мин дә ялҡтым шул, Динә. Барғандан алып ҡайтып киткәнсе алһыҙ-ялһыҙ эш тә эш. Ҡайһы берҙә ашарға ла ваҡыт булмай. Йәйен-ҡышын һыуыҡ. Һеҙҙе һағынып алйып бөтә торған инем.
- Анауы түбән остағы Мәжит Себерҙән ҡыш үлеп ҡайтҡас, һин киткән һайын төндәрен йәнемде усыма алып, Хоҙайҙан имен ҡайтыуыңды ялбарып һорап, доғалар уҡып сыға инем. Аллам ғына һаҡлаһын.
- Динә, мин картуфты ултыртып бөттөм. Иртәгә район үҙәгенә барып, эш асыу тураһында документтар юллайым. Аҡса күсергә тейеш. Автосервис өсөн кәрәк-яраҡтарҙы ҡарап алып ҡайтырмын.
Йөрьәт итеп, ниәт ҡылһаң, Аллаһы тәғәлә һиңә ярҙам итергә генә тора бит ул. Сәғит менән дә шулай булды. Тейешле документтарҙы йыйып, кәрәк нәмәләрҙе алғас, үҙ эшен асып ебәрҙе. Йорто алдындағы автооҫтахана эргәһенән машиналар өҙөлмәне. Заһиры мәктәптән ҡайтыу менән атаһы эргәһендә булышты. Динә менән Зифаға ла эш етәһе, улар игеҙәктәр менән мәж килде – уларҙың ғаиләһендә тағы ҡыҙ менән малай тыуҙы. Һыу эстә, газ үткәреп алдылар. Атайҙарынан быҙауы менән һыйырҙарын эйәртеп алып ҡайттылар, ишле ғаиләгә һөт кәрәк. Ике умарта алып ҡуйҙылар. Бына шулай Сәғит менән Динәнең йорттарына ҡот ҡайтты, донъялары түңәрәкләнде. Ә шулай ҙа “сибиряк” ҡушаматы Сәғиткә барыбер ҙә тағылып ҡалды.
Читайте нас: