Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
17 Апрель 2020, 13:20

СИБИРЯК

Һуңғы йылдарҙа “сибиряк” ҡушаматы алған Сәғит ишек алдына сығып, берғауым тирә-яғына ҡарап тора бирҙе лә, лапаҫ аҫтына инеп китте. Унда һабы ҡумшып бөткән көрәген эҙләп алды ла, башҡа көрәк тапмағас, асыуынан ергә ласҡылдата төкөрөп, картуф баҡсаһына ер ҡаҙырға сыҡты.

Һуңғы йылдарҙа “сибиряк” ҡушаматы алған Сәғит ишек алдына сығып, берғауым тирә-яғына ҡарап тора бирҙе лә, лапаҫ аҫтына инеп китте. Унда һабы ҡумшып бөткән көрәген эҙләп алды ла, башҡа көрәк тапмағас, асыуынан ергә ласҡылдата төкөрөп, картуф баҡсаһына ер ҡаҙырға сыҡты.
Көҙҙән таҙартылмай ҡалған ер ала-сола булып ята. Иң алдан былтырғы картуф һабаҡтарын тырматып өйөп, яндырып алғанда шәп булыр ине лә бит, Сәғит йыбанды, шул килеш кенә ҡаҙырға булды. Бер рәт тә сығып өлгөрмәне, кипкән картуф һабағына аяғы эләгеп, галушы сиселеп тороп ҡалды. Галушын барып кейеп алғансы аяғы бысраны. Йәне көйгән Сәғит, көрәген һелтәп, тәмәке тартырға ултырҙы.
- Йыл да шул бер үк нәмә, ултырт та ҡаҙып ал. Уның араһында колорады, ҡый үләне, – тип уйланы ул. – Ете йыл рәттән рәхәт булды шул, картуф ултыртҡан ваҡытта ла, алғанда ла гел генә вахтала йөрөп ҡала ине. Быйыл бына попал булды. Бригадаларынан берыңғай дүртәү эштән киткәс, икенсе бригадаға күсергә тура килде. Бына хәҙер йөрө инде ерҙә соҡоноп. Был хәтлем ерҙе нисек ҡаҙып сығыр? Йә инде, вахтаһынан ҡайтҡас, Динәһенән ерҙе нисек ҡаҙҙың, берәйһе ярҙам итмәнеме, сименә еттеме, тип тә һорағаны булманы бит әле ул. Нисек атҡарҙы икән был сама эште бер үҙе? Ней балалары әле ҡул аҫтына инмәгән.
Тәмәкеһен тартып бөткәс, тороп, ҡайшанып-ҡойшанып, Сәғит тағы ер ҡаҙырға тотондо. Рәт һайын тәмәке көйрәтелә барған эш ыраманы. Шулай төш етте. Ана, ҡатыны ла төшкә ҡайтты, шикелле, ҡапҡа ябылған тауыш ишетелде. Аңғансы ҡатынының тауышы яңғыраны:
- Сәғит, бынау ҡапҡаны эшләп ҡуй тип күпме әйтәм. Ни асырға, ни ябырға эшкенмәй. Шуның сығанағын ғына яңыртып ҡуйһаң була бит инде. Күршеләрҙән оят. Ирле ирһеҙ бит мин.
- Эшләрмен, тигәс, эшләрмен. Нимә бөтә урамға яу һалаһың?
- Ин, әйҙә, сәй ҡуям.
Сәғит көрәген ергә ҡаҙап, өйгә табан атланы. Әллә күпме ер ҡаҙмаһа ла, ҡорһағы асҡан икән шул. Ҡаршыһына буш биҙрәләрен тотоп сығып килгән ҡатыны осраны.
- Бар, һыуға барып кил. Өйҙә сәй ҡайнатырлыҡ та һыу юҡ. Әйтеп торам һыу үткәрәйек, тип. Ана, күршеләрҙең һыуы эстә, хатта туалетына хәтлем өйҙә. Ә мин һаман һыуҙы колонканан ташыйым. Һыу үткәрмәгәсең, бар, ана үҙең һыуға бар, - тип һөйләнә-һөйләнә Динә Сәғиттең алдына биҙрәләрен туптырҙатып ҡуйҙы ла, ялп итеп өйгә инеп китте.
Бер нәмә тип яуап та биреп өлгөрмәй ҡалған Сәғит, биҙрәләрҙе алып, ҡапҡа яғына ыңғайланы. Инде ҡапҡаһын асып сығып килә ине, уныһы сығанағы һынып, юлына арҡыры килеп төштө.
- Эй, әттәгенәһе. Һин генә етмәгәйнең! – Сәғит ҡапҡаһын аяғы менән этеп шылдырҙы ла, урам аша торған колонкаға ыңғайланы.
Биҙрәләренә йәһәт кенә һыу тултырып алды ла, кеше-ғара күрмәҫ элек, тип өйҙәренә ҡарай сабырға ғына тора ине, биҙрәләрен һөйрәп Яңылбикә әбей килеп сыҡты.
- Һаумы, улым? Миңә лә һыу ғына тултырып бир әле. Көсөм етмәй шуға. Бейек итеп эшләгәндәр ҙә. Килгән һайын ыҙалайым. Шуға кеше килгәнен көтөп кенә торам. Кеше, тигәндәй, Динә килендән башҡа һыуға йөрөүсе юҡ хәҙер. Бөтәһе лә өйҙәренә һыу үткәреп бөттө, шикелле.
Сәғит, әбейҙең биҙрәләрен алып, тиҙ генә һыу тултырып, уларҙы йүгертә һалып Яңылбикә әбейҙең ҡапҡаһы алдына алып барып ҡуйҙы ла, үҙенекен алып, өйөнә табан сапты. Тик йүгереп килешләй аңғармай баяғы сығанағы һынып арҡыры ятҡан ҡапҡаға эләгеп йығылды. Биҙрәләре әллә ҡайҙа барып ятты. Үҙе лысма һыу булды. Бар донъяны һүгә-әрләй, инеп кейемен дә алмаштырып тормай, Сәғит кире һыуға китте.
Сәй ҙә ҡайната алмай торам, ҡайҙа олағып йөрөйһөң ул, - тип ҡысҡырына башлаған ҡатыны, лысма һыу булып ҡайтып ингән ирен күреп, телен тешләне.
Бер һүҙ ҙә өндәшмәй, тулы биҙрәләрҙе шаңҡ иткәнсе иҙәнгә ултыртты ла, Сәғит кире тышҡа сығып китте. Лапаҫ аҫтына инеп, йәшниктәрендәге тимер-томор араһынан сығанаҡ, сөйҙәр, сүкешен ҡарап алып, ҡапҡаһына ҡарай йүнәлде. Ҡорһаҡ асҡаны ла онотолдо.
Ҡапҡаһын эшләп бөткәс, Сәғит, яңы саҡ оҙайлы сәйәхәттән йортона ҡайтҡан кешеләй, буяуы бөтөп ҡарайған, бына-бына ҡолай яҙып аушайған рәшәткәләренә, тимере тутыҡҡан ҡыйығына, күптән мал көҫәп буш торған һарайына, шығырҙаҡ ҡапҡаһына ҡарап торҙо ла, үҙенән-үҙе оялып ишек алдына инеп китте. Ишек алдында ла уны емерек донъя ҡаршы алды. Өйгә инеп торманы Сәғит, картуф баҡсаһына ашыҡты. Шунан кире лапаҫ аҫтына килеп, тырма-һәнәген ҡарап алды ла, былтырҙан ҡалған картуф һабаҡтарын йыйырға тотондо.
Төштән һуң, ҡатыны эшкә китеүгә, балалары мәктәптән ҡайтып инде. Зифа менән Заһир атайҙарын тәҙрәнән күреп ҡалып, йүгереп баҡсаға килеп сыҡтылар.
- Атай, атай! Беҙ ҡайттыҡ! Мин бөгөн ике биш алдым!
- Ә мин бер биш, бер дүрт алдым!
Йүгереп килеп аталарын ҡосаҡлаған балаларын икеһен ике яҡтан күтәреп алған Сәғиттең һөмһөр йөҙө балҡып, нурланып китте.
- Балаҡайҙарым ҡайтҡан бит. Аҡыллыларым минең! Үҫкәндәрем! – Сәғит балаларын төшөрөп, икеһен алмаш-тилмәш ҡосаҡлап алды. – Әйҙәгеҙ, ҡайттыҡ. Хәҙер мин һеҙгә тәмле итеп сәй эсерәм.
Икеһен ике яҡтан етәкләп, Сәғит өйгә табан атланы. Инеп, балалары кейемдәрен алмаштырғансы, аш йылытып бирҙе, сәй яһап ултыртты. Үҙе лә бергә өҫтәл артына ултырҙы. Зифа менән Заһир кем уҙарҙан мәктәптәге хәлдәрҙе һөйләне.
- Атай өйҙә булғас, рәхәт, ибет, Заһир? Әтеү, беҙ ҡайтабыҙ, әсәй эштә, бер кем дә өйҙә юҡ.
- Атай, беҙгә яҙ тураһында һүрәт төшөрөп килергә ҡуштылар, ярҙам итерһең әле, йәме.
- Ярҙам итермен, әлбиттә. Тик мин әле баҡсала эшләгәнсе, һеҙ башҡа предметтарҙан дәрестәрегеҙҙе әҙерләй тороғоҙ ҙа, мин ингәс, бергәләп эшләрбеҙ.
Ярата ла инде Сәғит балаларын. Үлеп ярата Заһир улы менән Зифа ҡыҙын. Игеҙәктәр улар. Өсөнсө класта уҡыйҙар инде хәҙер. Ун йәштәре тула быйыл. Вахтаһында ваҡытта һағынып-һағына. Балалары ла атайҙарын ныҡ юҡһына. Ҡыуана-ҡыуана көтөп алалар ҙа бит, ялы тиҙ генә үтә лә китә шул. Динә лә шулай. Инде, уны эшләтәм, быны эшләтәм, тип көтөп тора ла ул, ҡайтһа, ваҡыт тигәнең йылп итеп үтә лә китә, бер нәмә лә эшләп өлгөрмәй, китергә ваҡыты етә. Әллә нисек көтәлер донъяны Динәһе. Ике бала, үҙе мәктәптә завуч. Эштән ҡайтҡас ашарға бешерергә, балаларҙың өйгә эшен тикшерергә, үҙенә әҙерләнергә кәрәк. Ярар әле, Сәғит Себергә эшкә төшкәс, малдарын атайҙарына алып барып бирҙеләр. Аңлай ул Сәғит барыһын да. Тик инде ҡайтып йорт-ҡура эшенә тотонайым, тиһә, әллә йыбана, кире эшенә киткеһе килә башлай. Йөрәкһеп тик йөрөй. Ҡулына эш бармай. Арып ҡайтҡас, кешесә ял да иткеһе килә. Оҙон аҡса, тип сығып киткән ине лә. Эш ауыр шул унда. Һыуыҡта аслы-туҡлы йөрөү һаулыҡты ла ҡырҡа.
Төнө буйы тигәндәй баҡсалағы йыйған сүп-сарҙы яйлап яндырып, көлөн тигеҙләп таратып, ярты эшен атҡарып, ярты төндә саҡ инеп ятты Сәғит. Иртәнсәк ҡатынын, балаларын мәктәпкә оҙатҡас, тағы ер ҡаҙырға сыҡты. Иртәнге томан яй ғына ергә түшәлеп һеңеүгә, ҡояш күренде. Көн бөгөн дә матур булмаҡсы. Себерҙә әле һаман ҡыш. Һыуыҡ. Әле бөгөн генә радио Сургутта минус ун тип торҙо. Ә бында – яҙ! Йылы! Тыуған яҡ бит ул, өйрәнгән ер. Сәғит ең һыҙғанып эшкә тотондо. Бер-ике юл үтеп өлгөрҙөмө, юҡмы, күршеһе Камил тракторын ҡабыҙып, баҡсаһын һөрөргә тотондо. Тракторлы кешенең ни, эш башҡа. Ана бит, елдерә генә. Туҡта, Сәғиттәрҙең дә ерен һөрөп бирмәҫме икән? Сәғит Камилға ҡул болғаны. Уныһы әллә күрмәне, һөрә бирҙе.
- Күрмәне, шикелле. Ҡайҙа, ул һөргәнсе генә ҡаҙа торайым да, барып киләйем әле үҙенә. Отказать итмәҫ, моғайын. Ҡалай шәп булыр ине. Бер эштән ҡотолор инек, исмаһам. Һөрөлгән ергә ни картуф һалып сығыуы бер ни түгел. - Шулай тип эстән һөйләнә-һөйләнә, тракторҙан күҙен алмай, Сәғит ер ҡаҙыуын дауам итте.
Бына Камил ерен һөрөп бөтөп, тракторы менән сығыу яғына ыңғайланы. Сәғит көрәген ситкә быраҡтырҙы ла, күршеһенә ашыҡты. Себергә киткәндән бирле ут күршеһенә берҙе лә ингәне юҡ ине. Әллә бушаманы, әллә ҙур аҡсаға эшләйем, тип эреләнде, үҙе лә белмәй хәҙер. Шуға ла уңайһыҙланып ҡына астыул күршеләренең ҡапҡаһын. Ишек алдарына инде лә, аптырап китте. Нисек иғтибар итмәгән элек? Ҡапҡа тимерҙән матур итеп һырлап эшләнгән. Ихаталары таҙа, ишек алдына таҡта түшәлгән. Һабан тағылған тракторы тора ялтырап. Эргәһендә косилка менән грабилкаһы ята. Ситтәрәк еңел машинаһы тора. Әллә яңы алған инде. Машинаһы юҡ ине лә инде күршеһенең? Һарайы – дан, кәртә тулы мал. Мунсаһы ҡурсаҡ өйөндәй, матур, ыҡсым. Өйөнөң күркәмлеге... Әйтеп тораһы ла юҡ. Баҡсаһынан Камил килеп сыҡты.
- Һаумы, күрше! Ни хәлдә? Ялға ҡайтҡан, тип ишеткәйнем шул.
- Һаумы! Хәлдәр ни, шул бер көйө. Бына ер һөрөп йөрөгәнеңде күреп ингән инем. Минекен дә һөрөп бирмәҫһеңме икән?
- Бирмәй ни. Айн момент. Бына хәҙер Яңылбикә инәйҙекен генә һөрөп бирәм дә, һиңә инермен. Тик заправка һинән.
- Уныһы минән, әлбиттә. Ярар әтеү күрше, көтәм.
(Аҙағы бар). Дауамы ошо һылтанма буйынса: https://tanrb.rbsmi.ru/articles/-bi-bit/SIBIRYaK-228092/?clear_cache=Y
Читайте нас: