-Һоп! Һоп! Вәт шулай! Тағы саҡ ҡына!
Үҙен-үҙе дәртләндерҙе Гөлмөһөр. Тағы берҙе ынтылһа, барып етә. Тубығының ҡапҡасы шығырлап-шығырлап китә. Аяҡтары ҡарыша.
Йәш саҡта уйнаҡлап ҡына үткән шишмә юлы. Туҡта! Уғаса һуң бала сағы бар ине бит әле. Ял итә-итә ҡайта ине. Бынау киртләстә бер туҡтайҙар. Анауында – икенсегә. Ҡуй. Ултырып алһын булмаһа! Бөтмәҫ ул донъя мәшәҡәте. Яуырындарының һыҙлауы кәмер бер килке. Тызыра ғына көйәнтәһе. Шулай итте.
Бала саҡта теге таш өҫтөнә ултырып, май тасҡай ине. Ҡайҙа һиңә хәҙергәләй һыуытҡыс! Ҡар баҙынан сығарып, биҙрә ҙурлыҡ кәстрүл йөкләтәләр ҙә яуырыныңа, ултыраһың ҡотоҡ аҫтында ҡаймағың ҡатҡанын көтөп. Теш сәңкеткес һыуҙа ҡаймаҡ тасҡауҙары! Майлы ҡулды таҙарта алмай бер булаһың аҙаҡтан. Башта ҡаштарыңды тотҡолайһың. Ҡул һыртындағыһын сәскә һылап ҡуяһың. Китә, әй, башыңдағы туҡ һеркәләр ялтырап. Хәҙерге лагың ары торһон!
-Көлмөһөр! Ҡайҙа һин? – Рупор аша Зәкәриәнең тауышы ишетелде.
Ай, оҙон тәбәрәккә төшөп киткән. Нимә аҙапланып ҡотоҡҡа бараһы итте һуң әле? Ҡотоҡ һыуынан бер шәшке сәй эсһәм, торор ҙа китер инем, тигәйне. Шуны алып ҡайтып еткерә алмай ултырыуы. Ҡыбырлар кәрәк! Ҡартын мунса төшөрмәксе ине бит әле.
-Ырас!Дыва!Һоп!
-Ҡайһылай оҙаҡланың? Шул һалмауырҙауыңды ҡуйманың даһа ҡартайғанса. Самауырҙы йыҡҡанса ултырҙың инде күршелә. – Зәкәриә ҡарт арҡаһындағы мендәрен тыҡшыра бирҙе.
-Уйнаҡлап йөрөп ҡайтырға йәштер шул мин һиңә. – Һыуын сайпылта-сайпылта һикегә күтәреп ултыртты.
-Атаҡ! Бер шәшке сәй өсөн кем һиңә көйәнтә күтәрергә ҡушҡан? Ана, ҡарағат тирә торған бәләкәс биҙерәң дә етер ине. Ул өй башында ятҡан көйәнтәне кемдән алдырҙың? – Күҙҙәре упайып китте бабайының.
-Эй, алйотмон да инде! Һыуға кеше көйәнтә менән генә йөрөй икән, тиһәмсе. Бер сирек тә еткән икән. Өй башына үҙем мендем!
Крандан һыу алып, электр самауырын шыжлатып ебәрҙе Гөлмөһөр әбей.
-Шәп бит ул минең ҡарсыҡ! Ун Рафаэлыңа алыштырғыһыҙ! – Кеткелдәп көлөп алды ҡарты.
Йүкә шына килеште! Тызлап йөрөп сәйен ултыртты әбейе. Борҡолдатып мунсаһын яғып ебәрҙе. Шылдырып та баҫа алмаған аяғы яҙылып китте.
Кемдән ҡалды әле ул хәбәр. Әһә! Теге башҡортса һөйләшкән Никалай ҡарттан. Мәсем аръяғы ташландыҡ йәйләүҙәрҙең береһендә бесән эшләйҙәр. Сабын – ҡарттан, машина – Зәкәриәнән. Ике ир өйөрөмдәрҙе һелтәй, Гөлмөһөр Камаз башында тора. Деүелдәтеп тейәйҙәр. Алтмыш саҡрымды һажлап барып, бушатып киләләр тегеләр. Ул заман ней, колхоздыҡын ҡояһың, ҡартҡа ярҙам тип, силсәүитте һығаһың. Бесән ташырға бисәнекен һорап алаһың, тамаҡ төбөнә ҡояһың.
...Тәгәрмәсле өҫтәлен бабайы эргәһенә этеп яҡынайтып, сәй эсеүгә керештеләр.
-Эй, ошо ҡотоҡ сәйенең тәмлелеге! Йә, тағы берәйҙе яһа әле! Көлмөһөрөмдөң ҡулындағы шәкәрҙән дә бал тәме килә!
-Шәп, шәп! Бына һин генә ул, эшкинмәй, аяҡтан ҡалып ятаһың.
-Зитҡа теймә! Мин әле... Эһем! Эһем!
Әллә булышыуы, әллә йөпләүе булды ҡарсығының – ҡарты туңҡайып ятып китте. Хәҙер кисһеҙ ипкә килмәҫ.
***
-Саҡ ҡына ҡалды! Эй шәп бит ул үҙем! Бер ынтылһам, ышыра ла төшөрәм һәндерәһен.
Үҙен-үҙе дәртләндереп, мунсаһын ышҡып бөтөп ҡуйҙы Гөлмөһөр. Зәкәриәһен йыуындырышырға улдарына әйтер. Әсәй шәп бит ул – ялтырап ята донъяһы, тиерҙәр.
Өй яғын тыңлап-тыңлап ала. Бабайҙың башы хәҙерге компьютер тигәненән шәберәк эшләй. Пенсияһы үҙендә. Ҡаланан рупор алдырған. Өйҙөң радиусынан саҡ ҡына ситкә киттеңме - тәҙрәне аса ла ҡысҡыра. Хайырсы икән, тиерҙәр ауылдаштары.
-Атаһы, һиңә әйтәм. Балаларға өндәшәйек инде. Килеп, йыуындырышып китһендәр.
Яуап булманы. Пульсын тотоп ҡараны. Леркелдәп кенә тора. Уй, китеп барһа, Гөлмөһөр йыуындырмаған икән, тиерҙәр инде.
-Атаһы, ҡыйынмы әллә?
-Китәмдер, ахырыһы. Тыным ҡыҫыла. Көлмөһөр, төрлө сағы булды. Рәнйеп ҡалма. – Мөлдөрәп ҡараны Зәкәриә.
-Бәхиллегең бирмәй китәһеңме, атаһы? Йәшәй генә башлағайныҡсы. Һиңә лә ауыр һүҙ әйткән саҡтарым күп булғандыр.– Яулыҡ осо менән күҙен һөртөп алды Гөлмөһөр.
-Үпкәләрең, үкенесең ҡалмаһын. Әйтеп ҡал, әбей!
-Балаларҙы алдырайыҡ, атаһы! – Үҙе урынынан ҡыбырлай алманы ла ҡуйҙысы.
-Әйтерең бар бит. Күҙеңдән күрәм. – Ҡарсығының шыр тарамыш ҡулынан тотҡан булды ҡарты.
-Үҙең кисерә генә күр инде. Бахмурҙан ауырып ҡыбырламай ятһаң, иртәнсәк тора ла, өй һаһытып, ҡоймаҡ ҡоя, майҙа һуған ҡыҙҙыра инем. Ажғыртып нитә башлаһаң, үсем ҡана ине. – Шулай ҙа ситкәрәк шылды Гөлмөһөр. Шәп сағы булһа, бер-ике фонарь элеп ҡуйыр ине.
Зәкәриәнең күҙендә йәш күренде.
-Булды инде, булды. Урмандыҡын аттым, үҙемдекен һаттым. Шул урман ите артынан йөрөп, төрмәгә эләктем.
-Ваҡытын тултырмай ҡайтҡаның сер булып ҡалдысы. – Гөлмөһөр ҡолаҡтарын ҡарпайтты.
-Шул йәнлектәрҙең күҙ йәше төшөп торалыр инде. – Мышҡылдата танауын тартты Гөлмөһөр.
-Тағы. Анау Мәсемдә ятҡанда Никалай ҡарт һүҙенә төштөм... “Бисәләр яуырын көсө менән саба ул. Туҡылдат та бир”, тигәс, салғыңды йүнләп сүкемәй торғайным.
-Аһ-аһ! Ҡулбаш менән яуырын нимәгә һыҙлай тиһәм...
-Мин һинән күпкә бәхетлерәкмен. Тәрбиәңде күрҙем. Алдан китәм. Килендәр ҡулына ҡалып, тилмереп ятырға яҙманы алай ҙа. – Тауышы ултырҙы Зәкәриәнең.
-Атаһы, бәхиллегең бирмәй китәһеңме? – Инәлеп, тауышы ҡалтырап сыҡты Гөлмөһөрҙөң.
-Күңелеңдә көйөк ҡалмаһын, һөйләп бөт. – Шыбырлап әйтә алды Зәкәриә.
-Минең дә алйот саҡтан үкенес ҡалды инде.
- Әйтеп ҡал, Көлмөһөр!
-Өҫтөмдән йөрөгәсең, үҙеңә үс итеп, берҙе гүләйт итермен тигәйнем. Булманы.
Ҡартының сикәһе тартышып китте. Йәнгә талаша, ахырыһы. Ҡулын тартып алды Гөлмөһөр. Ике көн генә йәшәһәсе. Пенсияһы килеп өлгөрөр ине. Балаларына хәбәр итер кәрәк. Әйтеп ҡалыр һүҙҙәре барҙыр.
-Бәхиллегең бирмәй китәһеңме?
Урам ҡапҡаһын асып сыҡҡайны, быуыны тотманы ла ҡуйҙы. Лып ултырҙы. Түгелеп илап ебәрҙе. Ҡайһылайтып ҡына йәшәр ҡалған көндәрен.
... Шарт итеп тәҙрә асылып китте. Рупор тауышы бәләкәй генә ауыл урамын яңғыратты:
-Көлмөһөр, ҡайҙа һин?
Ҡарсығын күреп ҡалды. Рупорын кәйелтте.. Саҡ янтайып өлгөрҙө быныһы.