Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
30 Декабрь 2019, 12:12

БАШҠОРТОСТАН

Данир Ишбаев әлеге көндә БДУ-ның Сибай институтында математика факультетының 2-се курсында белем алып йөрөй.

Данир Ишбаев әлеге көндә БДУ-ның Сибай институтында математика факультетының 2-се курсында белем алып йөрөй.
Уңыштар һиңә, шиғриәт тигән ҙур донъяға тәүгә аяҡ баҫыусыбыҙ! Артабан да яңынан-яңы шиғри күстәнәстәрең менән шиғыр һөйөүселәрҙе һөйөндөрөп тор.
Башҡортостан
Ер йөҙөндә ожмахҡа тиң ер бар,
Матурлығы иҫте китәрә.
Ғүмерендә күпме яуҙа еңеп,
Күпте күрә, күпте кисерә.
Башҡортостан -
минең тыуған ерем,
Тыуған илем, тыуған төйәгем.
Һиңә арнап шиғыр яҙған саҡта
Сәскә ата минең йөрәгем.
Ҡурай моңо шундай яҡын миңә,
Ҡош йырындай ята күңелгә.
Ҡурай йыры өҙөлмәһен өсөн
Әҙермен мин йәнде бирергә.
Ҡая-тауҙар, урман-яландары,
Үҙе генә ниндәй ҙур байлыҡ.
Шул байлыҡты алып ҡалыу өсөн
Бөтә көскә уны һаҡлайыҡ.
Башҡорт теле -
үҙе бер йыр кеүек,
Йылы һүҙе менән йыуата.
Һыуыҡ көндә ҡояш нуры булып,
Матур һүҙе менән йылыта.
Ағиҙелдең матурлығын күреп,
Килгән ҡунаҡ хайран ҡалалыр.
Йәнлеккә бай тәбиғәтен күреп,
Башҡоттарға күҙе ҡыҙалыр.
Йөҙ йыл тулды тыуған илебеҙгә,
Бергәләшеп ҡотлап үтәйек.
Тағын йөҙ йыл бергә татыу ғына,
Күңел асып, донъя көтәйек.
Бөрйәнем
Сәскә атып, яҙҙар килгән саҡта
Ожмахҡа тиң минең Бөрйәнем.
Шишмәләре сылтрап ағып ята.
Шуны күрһәм - тыныс йөрәгем.
Тауҙарына ҡарап хайран ҡалам,
Матурлығы һеңә күңелгә.
Мин уларҙан йәшәү көсө алам
Ғүмер диңгеҙендә йөҙөргә.
Матурлығы менән бер ерҙән дә
Кәм түгелдер минең Бөрйәнем.
Әйткем килә бөтә күңелемдән -
Мәңге йәшә, тыуған төйәгем!
Тыуған яҡ
Башҡортостан минең тыуған илем,
Ә Бөрйәнем - күңел бишегем.
Бәләкәйҙән үҫеп Бөрйәнемдә,
Астым хәҙер донъя ишеген.
Сит яҡтарға сығып йөрөп ҡайтҡас,
Һағындыра тыуған яҡтарҙы.
Ҡайтараһы ине бала саҡты
Һәм бәхетле булған саҡтарҙы.
Ваҡыт үтә, донъя алға бара,
Тик сит яҡҡа, дуҫҡай, ашыҡма.
Тыуған яҡтың урман-тауҙары ла
Тормош елдәренән ышыҡлай...
йөрәгемдә
һин
Бер ҡайҙа ла улай рәхәт түгел,
Йөрәгемдә тик һин, Бөрйәнем.
Һине данлап шиғырҙарым яҙам,
Гүзәлдәрҙән генә гүзәлем.
Сит кешеләр килеп ҡунаҡ була,
Тәбиғәтең менән һоҡлана.
Тау-урманлы ҡаяларың менән
Шүлгәнташың ғына ни тора!
Күңелемдә минең ҡурай моңо,
Уйҙарымда тик һин, Бөрйәнем.
Ҡайҙа ғына ситтә йөрөһәм дә,
Тыуған яҡҡа тарта йөрәгем.
Ваҡыт
Ғүмер үтә, ваҡыт алға елә,
Үткәндәрҙе булмай ҡайтарып.
Әйтер һүҙҙәр әйтелмәйсә ҡалһа,
Йөрәк әрней күңел аҡтарып.
Сәғәт телен кире артҡа бороп,
Бала саҡҡа кире ҡайтһамсы...
Ауыр һүҙҙе яҡын кешеләргә
Әйтмәҫ инем инде бер тамсы...
Үҙ юлым
Баҡсалағы яңғыҙ ҡайын кеүек,
Моңһоуланып кисем үткәрәм.
Үҙ өҫтөмә төшкән ауырлыҡты
Көсөм еткән тиклем күтәрәм.
Көскенәһен һынап йөрәгемдең,
Үҙ юлымдан алға барырмын.
Хәлһеҙлектән иҫем юғалтһам да,
Үҙ һүҙемә тоғро ҡалырмын.
Яратыу
Асыуланып, әсе һүҙҙәр әйтмә
Һине һөйгән, яҡын кешеңә.
Һис ҡасан да уны ситкә этмә,
Иҫкә төшөп, инер төшөңә.
Ниндәй генә төштәр күргәндә лә,
Тик яҡшыға ғына юралһын.
Яҡшылыҡҡа түккән бөтә көстәр
Дауалаһын күңел яраһын.
Яңылышып юлдан яҙа баҫһаң,
Дөрөҫ юлға хаҡлыҡ баҫтырыр.
Ауырлыҡтар һиңә килгән саҡта
Һөйөү генә һине ҡотҡарыр.
Атай
Атай, тиеп ҡосаҡлайһы килә...
Тик белмәнем атай китерен.
Уттай янған атай күҙҙәренең
Белмәнем шул ҡапыл һүнерен.
Ауыр саҡта алдарына ятып,
Бер илайһы ине үкереп,
Ҡыйын саҡта әйткән һүҙҙәр өсөн
Бар күңелдән ғәфү үтенеп.
Атай-әсәй ҡәҙерҙәрен белеп,
Яратылып, һөйөп ҡалығыҙ.
Сөнки улар был донъяла саҡта
Беҙ уларға һәр саҡ балабыҙ.
Данир ИШБАЕВ.
Читайте нас: