Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
31 Октябрь 2019, 12:00

Һуңғы һунар

— Сәләхетдин ағай... Бәлә менә килеп ултырам бына. – Ҡатын бер тәрән тын алды ла теҙеп һалды: — Өлкән улым йәй башында айыу атып тотолғайны, милиция ине, айыуы-нейе менән ҡуша алып киттеләр, ишеткәнһегеҙҙер инде...

— Сәләхетдин ағай... Бәлә менә килеп ултырам бына. – Ҡатын бер тәрән тын алды ла теҙеп һалды: — Өлкән улым йәй башында айыу атып тотолғайны, милиция ине, айыуы-нейе менән ҡуша алып киттеләр, ишеткәнһегеҙҙер инде... Эшенән сығарҙылар, угаловнай астылар. Әллә нисә суд булды, әле Өфөләгеһендә судья “Өңдән айыу алыуҙы ойошторһаң, эшеңде ябам”, тигән. Бына инде, айыу атҡанға судить итеп, айыу һорап ултыра улары ла. Бер ни итәр хәл юҡ, ағай, баш һалып һеҙгә килдем...
Ҡарт ишетмәгән шикелле сәйен һемереп ултыра бирҙе. Ҡатын тағы бер әбейгә ҡарап алды. Уныһы һаман күҙен генә йомоп ишараланы. “Дауам ит” тигәне ине быныһы.
— Ул бала ҡайҙан өңдән айыу алһын инде? Тегеһен дә һыйырыбыҙҙы йыҡҡан тигәнгә эҙләп барып, өҫтөнә сығып ҡына атып ҡуйғайны. Сәпсим слущяйны. Был тирәлә һеҙҙән башҡа өң табып бирерҙәй һунарсы юҡ, ти, барыһы ла. Бала хаҡына йөрөүем, ағай, аптырағандың аръяғында... – йәшенә тығылып тауышы өҙөлдө ахырҙа.
Күҙ ҡырыйын ғына шылдырып алды ҡарт:
— Бындай эш менән нишәп һин йөрөйөң? Ирең ҡайҙа?
Ҡатын күҙҙәрен һөртөп, танауын тартып алды:
— Ирем үлде, ағай, ирем булһа был хәлгә төшмәҫ инек тә әллә. Бәләкәс игеҙәктәремде табып балниста ятҡанда, бәпәйҙәрҙе йыуып йөрөп, һуҡмыш килеш мунсаға инеп, еҫ тейеп үлеп ҡалғайны, уныһын да ишеткәнһегеҙҙер, моғайын. Ун ике йыл әүәл инде.
Сәләхетдин яй ғына баш ҡаҡты, ишеткән – хәтерләй.
— Әлеге айыу менән бәләле булғаны күҙ терәп торған өлкән балам. Армиянан ҡайтып милицияла эшләп йөрөй ине. Уйламағанда шул ҡазаға тарыны бит! Ҡәһәр һуҡҡыр ул айыуы ҡайҙан килеп сыҡты ла, ашамаһа кәрәк буғанмы шул һыйырын! Ҡалған ике һыйырымды ла бирер инем дә... теге ҡороғорона айыу кәрәк, тей.
Тағы тынлыҡ урынлашты. Ахырҙа ҡарт үҙ алдына мығырлағандай итте:
— Айыуға йөрөмәгәнгә биш былтыр... Һунарға түгел урманға ла сығалған юҡ.
Илаулап ярһып киткән ҡатын йәшле күҙҙәрен ҙур асып тағы әбейгә боролдо. Тағы һиҙелер-һиҙелмәҫ баш ҡағып күҙен генә сытырлатты быныһы. “Тороп тор” тигәнде аңланы ҡунаҡ. Ахырҙа һыуып барған сәй төбөн күтәреп ҡуйҙы ла, кәсәһен хужабикәнең һуҙылған ҡулына тотторҙо. Үҙ уйҙарына батып шым ғына тағы ике яһатып эсте. Ул арала ҡарт һаҡал тирәһен һыпырып тороп та китте. Был хәлгә инде ҡатын бөтөнләй аптырап, бөтә кәүҙәһе менән боролоп ҡарап ултырып ҡалды.
Тулы вариантын "Таң" гәзитенең 86-сы (25 октябрь), 88-се (1 ноябрь) һандарынан уҡығыҙ.
Читайте нас: