Бөрйән ере таланттарға ифрат та бай шул. Хәйбулла районында йәшәүсе йырсы, баянсы, композитор Рәсимә Рафиҡ ҡыҙы Динисламова – шуларҙың береһе. Рәсимәнең 100-ҙән артыҡ йыры халыҡ араһында киң популырлыҡ яулаған.
- Бала сағыңда иң иҫеңдә ҡалған ваҡиға, миҙгел ниндәй?
- Әбделмәмбәт ауылында йәшәгән ваҡыт. 5 йәштәр тирәһе булғандыр. Мине ҡыҙҙар, һинең ҡустың да, һеңлең дә юҡ, һин бер үҙең, тип үсектереп ҡайтарҙылар. Өйгә ҡайтып, һандыҡ өҫтөнә ултырып, аяҡтарҙы тибә-тибә, күҙ йәштәрен түгә-түгә ҡусты дауайлағанымды әле булһа ла иҫләйем. Ул ваҡиғанан һуң инде бер түгел ике ҡустым донъяға килде.
Яҙғыһын тау битләүендә уйнай торғайныҡ. Нишләптер гел ҙурҙар менән уйнаным. Тау яғындараҡ комбайн ултыра торғайны. Олораҡ балалар мине бункир эсенә төшөргәндәр ҙә бикләгәндәр. Шунан тыш яҡтан, ат тибә, тип таяҡ менәнме, аяҡ менәнме һуҡҡылағандар. Шундағы ҡурҡҡаным, илағаным... Әле булһа ла аттан ҡурҡам. Минең илағанымды ололарҙан кемдер ишетеп ҡалып, тотҡонлоҡтан сығарҙы.
Атай-әсәй эшкә мине тыштан бикләп китәләр ине. Уларҙың эшкә киткәнен генә ҡарап торам да, тәҙрә төбөнә менеп баҫып алам. Ҡаршыла ғына Әлибакова Әсмә инәйҙәр йәшәй торғайны. Әсмә инәйҙең ҡапҡанан сығыуы була, мин тәҙрәне яра яҙып туҡылдата башлайым. «Әсмә инә-ә-әй, мине ас, асҡыс ишек башында», тип ҡысҡырам. Инәй мине асып сығарып, үҙҙәренә алып ҡайтып, тәмле генә ҡатыҡ менән һыйлай торғайны. Башҡа бер ҡайҙа ла ундай ҡатыҡты эскәнем булманы, тәме әле булһа ла тел осонда тора.
5 йәштә шатырлатып район гәзитен уҡып ултырғанмын. Ә уҡырға мине Ҡыпсаҡтағы Дауытов Гәрәй тигән ағай өйрәтте. “Әлифба” бүләк итеп, килгән һайын хәрефтәрҙе өйрәтә торғайны.
-Мәктәп йылдарында кем булырға хыяллана инең?
- Бала саҡта шул тиклем бейеүсе булғым килде. Үҙем бейеү хәрәкәттәре уйлап сығарып, синыфташ ҡыҙҙар менән бейей торғайныҡ. Бер мәл “Пионер” журналында балалар бейеү ансамбле тураһында мәҡәлә сыҡты. Баш ҡалала ошо ансамблдә бейергә ине, тип хыяллана башланым, хатта журналға ипләп кенә хат та яҙып ебәрҙем. Күп көттөрмәй, йәшең үткән, тигән яуап килде. Миңә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы уҡыу йортон тәҡдим иттеләр. Шунда юлландым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бейеүсе булып булманы. Операция эшләгәйнеләр, һикерергә, көсөргәнергә ярамай ине, шуға күрә минән яңынан имтихан алып, хор-дирижер бүлегенә күсерҙеләр.
-Донъяла иң ҡурҡҡаның нимә?
-Тиҙлек(машиналағы), йәшен, төҙәлә алмаҫлыҡ ауырыу, яңғыҙлыҡ ҡурҡыта, ә шулай ҙа яҡын кешеләреңде юғалтыуҙан да ҡурҡыныс нәмә юҡтыр, тип уйлайым. Иң ҡурҡҡаным шул.
-Мөғжизә булып, яңынан тыуырға тура килһә, тормошоңдоң ҡайһы битен үҙгәртер инең?
- Донъяға яңынан тыуырға тура килһә, бәлки, йәш саҡта йүләрлек арҡаһында эшләгән хаталарымды ҡабатламаҫ инем, тип уйлайым.
-Бөгөн һине республика етәксеһе итеп ҡуйһалар, иң беренсе ниндәй мәсьәләгә иғтибар итер инең?
-Әгәр ҙә мин республика етәксеһе булһам, иң беренсе ауылдарҙа мәктәптәрҙе, мәҙәниәт усаҡтарын яңынан тергеҙер инем, ауыл халҡына эш урындары булдырырға, малсылыҡ, ҡортсолоҡто үҫтерергә ярҙам итер, ял йорттары булдырыр инем.
-Тормоштоң асылы, йәшәүҙең мәғәнәһе нимәлә?
-Тормошомдоң асылы, йәшәүемдең мәғәнәһе - балаларым. Үҙ юлдарын табып, иҫән-һау, бәхетле булһалар, минең өсөн шул иң ҙур бәхет.
-Тормошоңдағы иң ҡыуаныслы мәл ҡасан булды?
-Беренсе тапҡыр әсә бәхетен татыған мәл.
-Тәүге йырың нисек атала һәм уға нимә сәбәпсе булды? Ғөмүмән, ижадҡа илһам ҡасан тыуа?
-Иң тәүге йырым “Ғазапланма” тип атала, уға сәбәпсе шул мөхәббәттер инде. Ғөмүмән, мин ғашиҡ булыусанмын. Тәбиғәткә ғашиҡмын, йыр-моңға ғашиҡмын, шиғырҙарға ғашиҡмын, матур кешеләр осраһа, уларға ғашиҡмын.
Ижадҡа илһам ҡайһы ваҡытта килгәнен айырып ҡына әйтеп булмай. Теләһә ҡайһы ваҡытта килергә мөмкин: йоҡларға ятҡанда ла, һыйыр һауғанда ла, елбер-елбер ел иҫкәндә лә, япраҡтар шаулағанда ла, башыңды юғалтып ғашиҡ булғанда ла, хатта күңел төшөнкө ваҡытта ла. Минең йырҙарым - ул минең күңел торошом, барыһы ла унда асыҡ сағыла. Стресс кисергәндә һағышлы йырҙар, нимәгәлер ныҡ ҡыуанғанда шат йырҙар, ғорурлыҡ тойғоһо кисергәндә патриотик, рухи йырҙар тыуа. Һәм, әлбиттә, шиғырҙар ҙур роль уйнай, сөнки һин ошо моңдоң, һүҙҙәрҙең эсендә йәшәйһең, үҙең аша кисерәһең һәм тамашасыға еткерәһең. Шиғыр юлдарын уҡыйһың, аптырайһың, шағир ҡайҙан белде икән минең турала, тип уйлай, шул минуттарҙы яңынан кисерә, күҙ алдына килтерә башлайһың, шунан үҙенән-үҙе моң килә. Мин күберәк яңғыҙ ҡалғанда ижад итәм.
-Ситтән яҡшыраҡ күренә, тиҙәр - Бөрйәнгә ҡайтҡанда һине иң шатландырғаны һәм иң борсоғаны нимә?
-Бөрйәнгә ҡайтҡанда мине ауылдарҙың үҫеүе, төҙөкләнеүе, кешеләрҙең үҙебеҙсә ябай, кешелекле булыуы ҡыуандыра. Иң борсоғаны юлдарҙың насар булыуы. Шунан тағы ауылға төшә башлаһаң, юл ситендәге ауып ятҡан ағастар эсте бошора.
-Эштән, ижадтан тыш нимәләр менән мауығаһың? Тормошта һине ниндәй кеше тип беләләр?
-Ижадан тыш мин бәйләм бәйләргә яратам, ҡул эштәре менән мауығам, һатыуға түшелдеректәр эшләйем. Шиғырҙар ҙа ижад итәм. Тырнаҡ сервисы мастерына ла уҡып алдым. Үҙемә үҙем мастермын, яҡын әхирәттәремде, коллегаларымды ҡыуандырам. Әҙ булһа ла аҡса ла килә.
Тормошта мин ябай кешемен,бер урында тапанырға яратмайым, яңынан-яңы шөғөлдәр табырға тырышам. Мине белмәгән кешеләр генә мине тәкәббер сәхнә йондоҙо тип уйлайҙар.
-Ижадсыға һәйкәл эскизын эшләргә тәҡдим итһәләр, һинең һәйкәлең нисегерәк булыр ине?
-Ысынлап әйткәндә, мин ул турала уйланғаным юҡ ул...
-Ҡайһы йырың үҙең өсөн иң яҡыны?
-Йырҙарҙың барыһы ла яҡын. Сөнки улар минең күңел түренән сыҡҡандар. Һәр йырҙың үҙенең бәләкәй генә тарихы бар.
-Кеше аяғы баҫмаған утрауға үҙең менән өс кенә әйбер алырға кәрәк, тиһәләр, нимәләр алыр инең?
-Үҙем менән шырпы, бысаҡ һәм көҙгө алыр инем. Көҙгөгә ҡарамайынса һис кенә лә тора алмайым (көлә). Хәйер, Аллам һаҡлаһын унда барып эләгергә.
-Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, үҙеңдең иң яратып әҙерләгән ризығыңдың рецебы менән уртаҡлашмаҫһыңмы?
-Йәшелсә кәтлитенең рецебы менән бүлешәйем.
1 стакан дөгөнө бешереп алабыҙ.
300 г кәбеҫтә, 150 г бәрәңге, 150 г кишер, 150 һуған, 5 г һарымһаҡты ит үткәргестән үткәрәбеҙ ҙә тоҙ, борос, 2 йомортҡа һалып болғатабыҙ, унан дөгө ҡушабыҙ. Ҡоймаҡ итеп ҡойһаң да, кәтлит итеп ҡыҙҙырһаң да ярай. Томатлы-ҡаймаҡлы соуста духовкала бешерһәң, тағы ла тәмлерәк була.
-Һинән – фәһемле йәки ҡыҙыҡлы бәйән...
-Ике башҡорт ҡалаға килгәндәр, ти. Һыуһап китеп, кафеға инеп сәй эсмәксе булғандар. Русса бик яҡшылап белмәйҙәр, ти. Кафеға инһәләр, сәй юҡ, ти. Былар кофе булһа ла эсергә уйлғандар. Ике кофе тигән һүҙҙең руссаһын белмәй, былай тиҙәр, ти: “Нам три кофе, адин не надо”.
-Рәсимә, алда ла ижади балҡыштар, именлек, ҡыуаныстар насип булһын!