Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
19 Сентябрь 2019, 16:00

ТАҪТАР

Оҙаҡ уйлағандан һуң таҫтар әҙерләргә булды. Шунан да йәмлерәк бүләк тапмаҫ барыбер. Хәҙер инде ул апайҙы нимә менән ҡыуандырырмаҡ кәрәк? Алтыны -көмөшө лә, ебәге-етене лә башынан ашҡан. Ул ғынамы? Әллә нимәләре барҙыр әле!

Оҙаҡ уйлағандан һуң таҫтар әҙерләргә булды. Шунан да йәмлерәк бүләк тапмаҫ барыбер. Хәҙер инде ул апайҙы нимә менән ҡыуандырырмаҡ кәрәк? Алтыны -көмөшө лә, ебәге-етене лә башынан ашҡан. Ул ғынамы? Әллә нимәләре барҙыр әле! Кейем-һалымы, сепрәк-сапрағы шкаф-шкаф булып тора, ялтыр-йолтор биҙәүесе, алтын-көмөшө, аҫылташтары ҡумта-ҡумта булышып ята. Хәжәте лә, хәжәткә яҙмағаны ла лыҡа тулы ине бит бүлмәһендә, өйөндә.
Уҙғанда, командировкала, шул яҡҡа юл төшкәнен белгәс, ай-вайҙарына ҡуймай үҙенә саҡырғайны юлсыларҙы. Адресын эҙләп тапҡас, башта, дөрөҫ килдекме-юҡмы, тип икеләнә биреп ултырҙылар. Сөнки килгән йорттары бейек ҡәлғә менән уратылған һуш китерлек оло бина булып сыҡты. Ысынлап һарай ине. Бындайҙы “йорт” тип кенә атаһаң, хәтере ҡалыр. Өс ҡатлы булдымы шул, әллә дүрт ҡатлымы - дөрөҫ кенә итеп әйтә лә алмай Сәйҙә хәҙер. Зал артынан залды, бүлмә артынан бүлмәне, террасаларҙы, холдарҙы, балкондарҙы, уларҙағы йыһаз һәм биҙәлеште хайран булып ҡарап йөрөп нисә ҡат үткәнен дә аңғарманы. Хужабикә, хас китаптарҙағы байбисәләрсә, ҙур түштәрен кәперәйтеп алдан төшөп, йорто буйлап сәйәхәт яһатты. Уның артынан эйәргән төркөмдәге ҡатын-ҡыҙ, әлбиттә, һәр ишек артындағына “аһ” итте, ҡараны-ҡараны ла телен сартлатты, баҙнатһыҙ ғына ҡағылып, ҡайһы бер үтә лә матур нәмәләрҙе һыйпап-һыпырып ҡараны. Аптырамаҫлыҡ та түгел ине шул. Был бит һиңә хөкүмәт милке түгел, музей-театр, ҡунаҡхана-маҙар түгел, ә шәхси йорт. Беренсе ҡатынан ары өҫкә аяҡ та баҫмаған, бөтөн көнитмеше аҫҡы бүлмәһендә лә кухняла булған һикһән йәшлек ҡарсыҡтың бер үҙ генәһе йәшәп ятҡан өйө.
“Бер үҙе” тип кәмһетеп ебәрҙе, буғай. Ҡарасы... юҡ, был һүҙ бөтөнләй бармай был апайға. Нисек итеп шундай байбисәне ябай ғына ҡарсыҡ итеп ҡуймаҡ кәрәк? Йортонда хеҙмәт иткән ашнаҡсыһы, йыйыштырыусыһы, һаҡсылары, баҡсасылары кеүек ололап, Иркә Исламовна тип кенә атау фарыз уны. Үҙе лә бит шулай тип танышты тәүге күрешкәндә. Уныһын да онотмаған Сәйҙә. Оло сарала тап булышҡайнылар. Аралашҡан берәү ҡолағына килеп: “Байбисә менән таныштырам, әйҙә, бик дәртле, әүҙем, йәмәғәт эштәреңә йәлеп ит, аҡсаһын юҡ-бар сараларға түгеп йөрөгәнсе, һеҙгә ярҙам итер, бәлки”, тип шыбырланы. Был апай хаҡында Сәйҙә, Мәскәү тарафтарында ғүмер итеп, һуңғы йылдарҙа тыуған яҡтарына ҡайтҡан, тип ишетеп белә ине инде. Ҡайтып ҡына ҡалмаған, ауылында үҙ исемендәге мәсет төҙөтөп ултыртҡан, тип. Мәсет күтәрткән, тигәс, дини кешелер, тип уйлай ине, һуңғы мода менән кейенеп, сәсен өйҙөргән прическаһынан лаклы туфлиҙарына тиклем балҡып ялтырап торған ханым алдына килеп баҫҡас, ҡапылда ҡаушай төштө. Шулай ҙа үҙен йәһәт ҡулға алып, апайҙың балдаҡ аҫылташтары баҙырашҡан йошмаҡ тулы устарын ике ҡуллап ҡармап ҡыҫты:
— Һаумыһығыҙ, Иркә апай! Һеҙҙең менән танышыуыма шатмын.
Апай ҙа ихлас йылмайҙы, шулай ҙа төҙәтмә индерҙе:
— Иркә Исламовна. Мин дә бик шат. Һеҙҙең хаҡта ишетеп белә инем, бына танышып ҡуйҙыҡ.
Белеүен беләлер, әлбиттә. Сәйҙә лә бит ябай ғына ҡатын түгел. Йәмәғәт эштәрен башлап, ойоштороп, “тел”, “милләт” тип янып йөрөгән, ошо юҫыҡта әллә күпме киң масштаблы хеҙмәттәр алып барған уны белмәгән, танымаған әҙәм һирәктер.
Апай шундуҡ Сәйҙәнең түшендәге көмөш тәңкәләрҙән ҡойолған селтәрҙе аңғарҙы:
— Ҡайһылай матур бынау нәмә. Нимә тип атала был?
— Беҙҙең яҡта селтәр тиҙәр.
— Ҡайҙан алдың? Һатыламы әллә ошондай?
— Заказ менән эшләттем. Боронғо биҙәүестәргә ҡарап, шул тәртип менән яһатып алдым.
Иркә Исламовнаның милли биҙәүес менән ҡыҙыҡһыныуы оҡшаны Сәйҙәгә. “Әһә, был беҙҙең кеше, тимәк”, тип уйланы, һөйөнөп. Шунлыҡтан апайға селтәр-ҡашмау эшләүсе оҫталарҙың телефондарын тапшырып, ул ғына ла түгел, уға кәрәкле биҙәүестәрҙе табышып, йүнләшеп бирергә вәғәҙә итеп тә ҡуйҙы.
Бына шулай башланғайны уларҙың дуҫлығы. Бынан ары Иркә Исламовнаны милли сараларға йыш саҡырҙы Сәйҙә. Уныһы оло йәшенә, юлына ҡарамай, шатланып килде. Килеү бәлә түгел дә инде. Йә дәү джипта, йә вертолетта алып килеп киттеләр үҙен. Янында оҙатып йөрөүсеһе плащынмы, иңенә һалыр затлы япмаһынмы, зонтынмы, сумкаһынмы тотоп йөрөнө. Башын былай борһа - һыуын һалып эсерҙе, тегеләй борһа - ҡулъяулығын һуҙҙы. Һәр йыйында уны түргә ултыртып, йыйылған халыҡ менән атап әйтеп таныштырҙылар.
— Бына был апай сит илдә йәшәүсе башҡорт миллионерының әсәһе! Уның улы Фәлән Фәләнович нефть компанияһының етәксеһе. Бына ниндәй арҙаҡлы ул үҫтергән Иркә Ислам ҡыҙы. Ошондай кешеләр беҙҙең милләттең даны, - тигәнерәк һүҙҙәр һәр урында әйтелде, уға дәррәү ҡул сабылды, хөрмәт күрһәтелде.
Аҡсалы кеше аҡсалы инде. Аҡсалы ғына түгел, миллионерҙың әсәһе бит инде. Сараларҙа кемдәрҙелер бүләкләргә, ҡайҙалыр хәйриә ярҙамдары ойошторорға, бәйгеләргә приздар алырға кәрәк булғанда баш һалырға тура килде был апайға. Артыҡ йыш борсомаҫҡа, тәртип һаҡларға тырышты Сәйҙә лә. Бай ханым, әлбиттә, баш тартманы. Киреһенсә, сарала ҡатнашып, балҡып күренеп, ул бүләктәрҙе үҙ ҡулдары менән тантаналы сығып тапшырырға ярата булып сыҡты хатта.
Бына шул апай юбилейына саҡырыу ебәргән. Тулҡынланып китте хатта. Бығаса ниндәй генә хужалар, етәкселәр, билдәле шәхестәр тантаналарында ла булғаны булды, юғары урындарҙа, ят ҡалаларҙа, илдәрҙә лә йыйын-кәңәшмәләрҙә, ултырыштарҙа ҡатнашты. Һәр хәлдә донъя күрмәгән, иләнмәгән-һуғылмаған түгел үҙе лә. Ә бына миллионерҙарҙа ҡунаҡта булырға тура килмәгәйне шул. Ярай әле, бер үҙен генә түгел, бер йүнәлештә эшләгән тағы ла бер нисә билдәле ҡатын-ҡыҙҙы, арҙаҡлы яҡташ яҙыусыны, бер йырсыны саҡырған икән. Улайһа йыйын ситтән килгән байҙар араһында яңғыҙың ни итмәк кәрәк?
Йәһәтләп үҙ-ара бәйләнешкә инеп, ниндәй бүләк алып барыу хаҡында кәңәшләштеләр. Ундай кимәлдәге ханымға нимә алып барып ҡыуандырып була? Ат бирһәң дә, ат түгел, фил етәләп барһаң да иҫке китмәйәсәк. Унан килеп һәр береһе берәр айлыҡ пенсияларын ҡушып конвертҡа һалһалар ҙа апайҙың ишек төбөн биҙәгән вазаһының ярты хаҡын да йыя алмаясаҡтар. Быны яҡшы аңлай Сәйҙә лә, яҙыусы ла, йырсы ла. Тимәк, бик мәғәнәле, фәлсәфәүи бүләк яһау менән генә ота аласаҡтар. Шул саҡ Сәйҙәнең башына елле уй килде:
— Әйҙәгеҙ, беҙ уға таҫтар яһайыҡ. Матур тауарҙан, милли биҙәктәр һалып, көмөш тәңкәләр баҫып тороп.
Барыһы ла еңел һуланы. Бына бит, ҡотҡарҙы бәләнән!
Иркә Исламовнаның бығаса әллә нисә төрлө селтәр-ҡашмау, милли кейемдәр, саф көмөштән генә ҡойолған алҡа-йөҙөктәр, беләҙек-муйынсалар эшләтеп бөткәнен белһә лә, уларҙы ихласлап ҡына бер ергә лә тағып барғанын иҫләй ҙә алмай әле Сәйҙә. Шулай ҙа эшкә тотондо. Шул хәтлем хаҡтарға биҙәүестәр һатып алып, елән-камзулдар тектереп ултырғас, моғайын, яраталыр, хөрмәт итәлер бит милли әйберҙәребеҙҙе, тип уйланы. Ике көн туҡыма магазиндарын ҡыҙырып тауар эҙләнеләр. Асыҡ йәшел генә салт төҫтө һайлап, ике метр итеп ҡырҡтырып алдылар. Шуға сит-ситләп орнаменттар сиктереүгә оҫталарға тапшырылды. Уныһы ла ярайһы ғына хаҡҡа төштө. Ары боронғо тәңкәләрҙе реставрациялаусыларға мөрәжәғәт итеп, саф көмөш тәңкәләр таптылар. Кистәрен ултырып шуларҙы берәмләп маңлай-сикә төштәренә ике рәт итеп баҫып сыҡтылар. Күңелдәрен һалып, һөйөү менән башҡарҙылар был мәшәҡәттәрен. Шул һылтау менән йыйылғанда әллә күпме хәбәрҙәр һөйләшелде, иҫтәлектәр иҫләнде. Һәр өсөһө ҙур тормош юлы үткән, ил, халыҡ белерлек хеҙмәттәре булған һәм әле лә янып-көйөп сауаплы юлда йөрөгән ил инәләре бит әле улар ҙа.
Таҫтар әҙер булды. Эх, таҫтары ла таҫтары, ине был! Йылҡылдап, сылтырап, бөтөн күҙ-ҡарашты тартып-арбап ҡына тора.
— Дә-ә, ҡыҙҙар, бындайҙы миллионерға түгел, миллиардерға тапшырыу ҙа оят түгел, - тине йырсы, таҫтарҙы башына һалып көҙгө алдында әйләнгәс.
— Етмәһә, үҙебеҙҙең башҡорт апайына. Сит ил ҡунаҡтары, был милләт бер-береһен ҡалай хөрмәт итә икән, тип ауыҙҙарын асып торор әле, - тип элеп алды яҙыусы ла.
— Их, ошондайҙарҙы йәшерәк саҡтарҙа ябынып йөрөлмәгән, ҡандай матурлыҡтарҙан мәхрүм булып йәшәгәнбеҙ икән, - тип һығымта яһап ҡуйҙы Сәйҙә лә.
Тәғәйен көндөң билдәләнгән ваҡытында кейенеп-яһанған өс ҡатын баш ҡаланың иң шәп рестораны тупһаһын ашатланы. Түбә-түшәме лә, йыһаздары ла күҙ сағылдырыр ялтыр залда шундай уҡ ялтыр кейенгән, йөҙ-баштары ялтырап торған хозур халыҡ ҡайнай ине. Әйтерһең, бөтөн яҡтан иң матур, иң һылыу, иң ҡупшы ғына кешеләрҙе йыйып алып килеп тултырғандар. Тик күпме генә ҡаранып йөрөһәләр ҙә, йомшаҡ ултырғыстарға сумып күҙәтеп ултырһалар ҙа, таныштарҙы, улай ғына түгел, башҡортҡа оҡшаған берәй генә йөҙҙө лә тапманылар. Апайҙың үҙен дә аңғарып ҡына ҡалдылар ҙа, был мәшәҡәтле мәлендә борсоп тормаҫҡа булдылар.
Банкет башланып китте. Ниндәйҙер бик дәрәжәле ир-егеттәр, вата-емерә һөйләшкән сит тел вәкилдәре, һауалы ҡарашлы һылыу ханымдар сығыш яһаны. Иғлан иткәндә оҙон итеп уларҙың исемдәренә ялғанған ҡушылмалары, вазифа атамалары, эш урындары теҙеп сығылды. Аңлауҙарынса, бында тик бөйөк һәм бейектәр генә ине.
Мәжлес һәүетемсә барҙы. Халыҡ ашаны-эсте. Тост артынан тост күтәрелде. Иркә Ислам ҡыҙын, уның шөһрәтле улын маҡтауҙан ялҡманылар. Уларға арнап йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, оркестр һынлы оркестр туҡтауһыҙ уйнап ултырҙы әле. Шул мәл апай, “Айҙы сисеп бирегеҙ”, тиһә, был халыҡ, уйламай ҙа, бер-береһенең башына баҫып күккә үрмәләй башлар кеүек булды хатта бер мәл...
Ярты төн ауышты. Сәйҙә лә, юлдаштары ла арыуыҡ арыны. Тик уларға һаман һүҙ бирелмәне лә бирелмәне. Инде сабырлыҡтары тамам бүҫкәргәс, Сәйҙә яйын тура килтереп кенә хужабикәнең артына барып баҫты ла:
— Беҙ ҡасаныраҡ сығыш яһай алырбыҙ икән? - тип шыбырланы.
Апай ҡайҡая биреп боролдо:
— Һеҙгә нимәгә сығыш?
— Һуң... Халыҡ йырсыһы килгән, халыҡ яҙыусыһы сүтеки. Минең дә әйтерем бар ине.
Иркә Ислам ҡыҙы ҡашын төйөп, оҙон тырнаҡтарын өҫтәлдә тыҡылдатып алды ла:
— Һин һөйләрһең дә, тегеләрең сыҡмаҫ, - тип һалды.
Сәйҙә ултыра төшә яҙҙы:
— Бә-әй! Халыҡ йырын башҡарып тороп бүләк тапшырырға инек...
— Ҡуйсы! Бында унан башҡа ла, ана, әллә ниндәй йырсылар бар.
— Апай!..
— Шул “апай” тийеүеңде ҡуй әле! Булды, бар.
Ниһайәт, һүҙ бирелгәс, Иркә Ислам ҡыҙының яҡшылыҡтары, ярҙамдары хаҡында теҙеп һөйләне ҡунаҡ. Уның һәм улының башҡорт милләтенең даны, ғорурлығы булып иҫәпләнеүҙәрен дә әйтте. Һәм, иң аҙаҡтан, ҡулындағы таҫтар хаҡында бәйән итеп, ҡотлау һүҙҙәре менән апайҙың башына ябырға тип ынтылғайны ғына, тегеһе, үҙ йәшенә хас булмаған йылғырлыҡ менән, башын ситкә алды. Ҡырҡыу итеп ыҫылданы ла:
— Прическамды боҙаһың бит!
Таҫтарын хужабикәнең баш осона күтәргән килеш ҡатып ҡалды Сәйҙә.Ҡолағы ишеткәне аңына барып етмәй ине әле.
— Һал, бар, анауында. - артҡы өҫтәлгә өйөлгән бүләктәр тауына иҙәне апай. Бөтөн ғәм алдында һаман шулай тора алмай бит инде, әлеге шаңҡыған хәлдә барып таҫтарын ҡумта-ҡаптар өҫтөнә һалды ла, шулай уҡ хайран булған теге икәү янына килеп терәлде. Оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ ҡалып ултырҙылар. Бер арауыҡтан яҙыусы телгә килде:
— Тә-әк, ҡыҙҙар, йә – булды, күрҙек, белдек, ҡайтайыҡ инде.
— Эйе, был беҙгә дәрес булды. Кешене белеү өсөн бер тоҡ тоҙ ашар кәрәк тигәндәре ошолор, күрәһең, - тип йөпләне йырсы.
— Әйҙәгеҙ...
Залдан сығып барғанда, бүләктәр өҫтөндә ятҡан таҫтарҙың шыуып төшкәнен һәм улай-былай сабышҡан официанттарҙың береһе уны күрмәҫтән тапап киткәнен аңғарып, ҡапыл ғына түш тәңгәле сәнсте Сәйҙәнең. Күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй йүгерешкән был ялсылар, затлы ҡунаҡтар һәм миллионер апай, гүйә, шул тауар киҫәгенә түгел, ә уның күңеленә – күңел таҫтарына баҫып үтә кеүек булды...
Ауыртҡан төшөн усы менән баҫты ла юлын дауам итте.
Читайте нас: