Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
23 Август 2019, 10:00

Иҫтәремдә һаман...

Районыбыҙҙың Тимер ауылы ҡыҙы, Ейәнсура килене, уҡытыусы-шағирә, прозаик Земфира Яубаҫарова-Аҡбутинаның ошо көндәрҙә генә донъя менән бәхилләшкән атаһы хаҡындағы йөөрәктәргә үтеп инмәле яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ һәм Бөрйәнебеҙҙең талантлы ҡыҙының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Районыбыҙҙың Тимер ауылы ҡыҙы, Ейәнсура килене, уҡытыусы-шағирә, прозаик Земфира Яубаҫарова-Аҡбутинаның ошо көндәрҙә генә донъя менән бәхилләшкән атаһы хаҡындағы йөөрәктәргә үтеп инмәле яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ һәм Бөрйәнебеҙҙең талантлы ҡыҙының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.


“Хәкимйән батҡан”

Бынан биш – алты йылдар элек тыуған ауылыма атайым менән әсәйемдең бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын билдәләргә ҡайтҡайныҡ. Был сараны ауылдаштарым ололап, клубта билдәләне. Байрамға район депутаты, ул ваҡыттағы район “Таң” гәзите мөхәррире Юлай Манапов та килгән ине. Уның менән һөйләшеп торғанда, тимерҙәр тураһында бик йылы һүҙҙәр әйтте һәм атайым тураһында яҙырға дәртләндерҙе. Мин уның һүҙҙәрен иҫемдә тоттом һәм ошо яҙмаларым барлыҡҡа килде.

Минең атайым, Яубаҫаров Хәкимйән Ғәлимйән улы, 1935 йылдың 10 мартында Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған. Әсәһе йәшләй генә үлеп ҡала. Уны олатаһы Һибәтулла Баймөхәмәт улы тәрбиәләй. Ҡарт олатайым Һибәтулла Тимерҙә заманында мулла булып торған. Колхозлашыу осоронда мулла, байҙарҙы кулак итеп Себергә һөрөүҙәр башланғас, уны ла һөрөргә булалар. Ләкин халыҡ ”ул кешеләрҙе дауалай, им-томы килешә”, - тип, Себерҙән алып ҡала. Шулай ҙа, уны район үҙәгенә – Иҫке Собханғолға һөрөп ебәрәләр. Олатайым землянка әтмәләп, шунда ҡыш сыға. Тимергә кире Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ҡайталар. Ул, 90 йәшкә етеп, әсәйем менән атайым ҡулында яҡты донъянан киткән. Ата-әсәйемдәр хәҙер уның нигеҙендә донъя көтәләр.

Атайымдың атаһы Ғәлимйән Һибәтулла улы ла мулла булды, ғүмер буйы район буйлап аяттар уҡып йөрөнө. Ул һуғыштан контузия алып ҡайтҡанға, насар ишетә ине. Шулай булһа ла, миңә уның менән һуғыш тураһында һөйләшергә насип булды. Уның әйткән бер нисә һөйләме лә миңә һуғыштың ҡот осҡос икәнлеген аңларға ярҙам итте.

Ауылдаштарымдың олатайыма ла, ҡарт олатайыма ла ҡарата ихтирамын тойоп үҫтем. Яҡшы уҡығас, мәктәптә маҡтап ҡына торҙолар. Мәктәптә – уҡытыусылар, урамға сыҡһам, ололар, арҡамдан һөйөп китер ине. “Яҡшы уҡыр инде, уҡымышлы заттан бит ул, бына атаһына ғына уҡыу тәтемәне”, - тиҙәр ине.


Атайым һөнәре буйынса – шофер, Шоферлыҡҡа ул әрме хеҙмәтендә уҡыған. Мин иҫ белгәндә, колхоздың йөк машинаһында йөрөй ине. Рейсҡа күп йөрөнө, унан беҙ күрмәгән емеш-еләк, сағыу төҫтәге кейем-һалым алып ҡайта ине. Уның машинаһының тауышын әллә ҡайҙан танып, ҡаршы сыға, төн булһа, уянып, тороп ултыра инек.

Мин бала саҡта ауылыбыҙҙа ике машина йөрөй ине: береһендә – Мөхәмммәт тигән ағай, икенсеһендә – атайым. Бер осор 3 -4 йыл самаһы ваҡыт ауылда тик атайымдың йөк машинаһы ғына йөрөнө. Оло юлдан Тимергә төшә торған юлға боролоп, аҙ ғына барһаң, бер һаҙмат урын бар. Шул урында атайымдың машинаһы яҙғы, көҙгө бысраҡтарҙа йыш ҡына батып ултыра торғайны. Машинаның батып ултырғанын үҙем дә бер нисә тапҡыр күргәнем булды. Шул урынды хәҙер ауылдаштарым “Хәкимйән батҡан” тип йөрөтә икән. Был урын күптән күтәртелгән, яҡшырған, элекке батҡаҡ ер тип уйламаҫһың да.


Атайым һабаҡтары


Атайым менән әсәйем беҙҙе тәрбиәләүгә етди ҡараны. Ҡыш көндәрендә рейсҡа йөрөмәгән көндәрҙә кисен атайым һәр беребеҙҙең көндәлектәрен тикшереп сыға. Иң өлкән ағайым Ирек, апайҙарым Зилә. Зәмиә лә, Айнур ҡустым да атай-әсәйҙең йөҙөн ҡыҙартмаҫлыҡ итеп уҡыныҡ. Был саҡта беҙҙән бәләкәс Айһылыу, Гөлсөм һеңлеләрем, Хәлит ҡустым уҡымайҙар ине. Шул ваҡытта бер ата-әсәләр йыйылышында улар ға Почет Грамотаһы биргәндәр. Унда “балаларын яҡшы тәрбиәләгән өсөн бүләкләнә” тип яҙылған ине. Мәктәпте бөткән һәр беребеҙгә: “ Беҙ уҡый алманыҡ, һеҙ уҡығыҙ! Инеүен инһәгеҙ, уҡытырбыҙ”, - тинеләр. Бер ҙә: “Мәктәпте бөттөгөҙ, аҡса эшләгеҙ”, - тимәнеләр.

Атайымдың бер һабағын йылдар үткәс тә, иҫләп-иҫләп алам.

Яҙ көнө. Апрель айы булғандыр. Тауҙарҙағы ҡар саҡ ирегән, үләндәр баш ҡалҡытҡан саҡ. Мин башланғыс кластың 2-семе, 3-сөмө класында уҡып йөрөйөм, туғыҙ – ун йәштәрҙәмен. Төштән һуң сәғәт 2-нән уҡыйбыҙ.

Атайым бер көндө мине иртәнсәк саҡырып алды ла тау башында иген сәсеп йөрөгән ағайҙарҙан соляркамы, маймы алып ҡайтырға ҡушты. Үҙе машинаһын һүтеп һалған. Ҡыҙыу-ҡыҙыу тегеләй-былай йөрөй, ҡайҙалыр барырға ҡабаланалыр. Атайҙар эш ҡушҡанда, беҙҙең төпсөп һорашып тороу ғәҙәтебеҙ бөтөнләй булманы. Эш ҡушылған икән, уны үтәргә генә кәрәк. Киттем атайым тотторған кәнистрҙы һөйрәп тау башына - Тимер арҡаһына. Бына тауҙың яртыһына менеп еттем. Ултырып хәл йыйғанда ауылды күҙәтәм. Унан тағы – алға. Хәҙер ике метр менәм дә ултырам. Тау башына етәрәк, тау ҙа бейегәйҙе. Ҡулымдың хәле бөттөмө, әллә ауылды күҙәтеү менән мауығып киттемме, бер саҡ ҡулымдағы кәнистр ысҡынып китеп, аҫҡа тәгәрәне. Мин артынан йүгерҙем. Ярай ҙа, бер соҡорораҡ урын булған, шунда төшөп ятты теге. Кәнистрҙың тау аҫтына тиклем тәгәрәп китмәүенә ҡыуанып, юлымды дауам итәм. Үҙемсә ҡабаланған булам. Ҡояш ҡыҙҙыра, төш етәлер. Унан уҡырға барырға ла күп ҡалмай. Эстә лә ас бүреләр олой башланы. Тау башына менеп еткәнсе шулай ике -ике сәғәт ярымдай хитланғанмындыр. Менеп еткәс, атайым өйрәткәнсә, техника тауышын тыңлап ҡарайым, бер ниндәй ҙә тауыш ишетелмәй. Шулай ҙа алға барыуымды дауам иттем. Илле метрҙай барғас, техника күҙгә салынды. Бер аҙ барғас, кешеләре лә күренде, ағайҙар төшкө ашҡа туҡтағандар икән. Мине күргәс, улар аптырап китте. Бик яҡын бармай, ҡысҡырып, атайымдың сәләмен еткерҙем. Баш сайҡап, аптырауҙарын дауам итерҙәр ине, мин тағы ла ҡысҡырыбыраҡ:

• Йә, бирәһегеҙме-юҡмы, миңә ҡайта һалырға кәрәк, мәктәпкә һуңлайым, - тинем. Улар, иҫтәренә килеп, кәрәкле яғыулыҡты тиҙ генә кәнисрға тултырып бирҙеләр. Уларҙа ла, атайымда ла колхоз техникаһы, колхоз яғыулығы, бирмәй ҡайҙа барһындар!

Ҡайтҡанда кәнистрҙы тауҙан тәгәрәтәм дә артынан үҙем йүгерәм. Тик ул гел тәгәрәп бармай, йә төпһәгә эләгеп, туҡтай, йә ҡыйыш тәгәрәп китә. Ҡайтып еттем шулай. Атайыма кәнистрҙы тотторғайным, ул эсен асып ҡараны ла бер һүҙ генә әйтте: “Яҡшы!” Мин йүгереп өйгә инеп киттем, мәктәпкә барырға ваҡыт етеп килә!


...Атайымдың ошо һабағы ғүмерлек булды. Алдыңа маҡсат алғанһың икән, уны, һис шикһеҙ, үтә! Эшләгән эшеңә бер ҡасан да маҡтау көтмә! Ҡасан да күрерҙәр, баһаларҙар.

Атайым һүҙгә һаран булһа ла, тыштан йыуаш күренһә лә, бик принципиаль кеше. Шофер булып эшләгән сағы ине. Бер көн ул машинаһыҙ ҡайтып инде. Унан машинаһы ҡайҙалығын һорашабыҙ, өндәшмәй. Әсәйемдән белдек: бер түрә сәменә тейерлек һүҙ әйткән дә, атайым, асыуланып, ғариза яҙып, машинаны Яңы Монасипта кәнсә янында ҡалдырып, үҙе йәйәү ҡайтҡан. Шунан һуң оҙаҡ йылдар, ун йылдан артыҡ, малсылыҡта эшләне, башмаҡтар ҡараны. Яҡшы эшләгәне өсөн “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” знагы менән бүләкләнде.

Пенсия йәшенә етәрәк, ул тағы шоферлыҡ һөнәренә кире ҡайтты: ауыл автобусына ултырҙы.


Атайым киң күңелле, йомарт, кеселекле һәм кешелекле кеше булды. Автобуста йөрөгәндә һәр бер кешене көтөп, хәленә инеп, алып бара, алып ҡайта торғайны. Хатта кешеләр араһында: “Хәкимйән ағай шулай кешеләргә изгелек эшләүҙән йәм табалыр”, - тиеүселәр бар ине.


Земфира Аҡбутина.
Читайте нас: