Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
15 Август 2019, 10:30

Оноталмаһам, нишләрем...

Сәфинә клубҡа ингәндә әле концерт башланмаған, ә тамаша залында ултырырлыҡ урын юҡ ине. Уҡытыусы бер аҙға ғына баҙап ҡалды. Ишек төбөндә һерәйеп тороуы ла уңайһыҙ һымаҡ. Өҫтәүенә, яңы ғына эшкә килгән кешене һәр кем баштан аяҡ тикшерәсәк, үҙенсә баһа бирәсәк. Ошо хаҡта уйлап, ҡатындың кире ишек яғына боролорға ниәт итеүе лә булды, өсөнсө рәттән бер үҫмер һикереп тороп, урын тәҡдим итте.

Сәфинә клубҡа ингәндә әле концерт башланмаған, ә тамаша залында ултырырлыҡ урын юҡ ине. Уҡытыусы бер аҙға ғына баҙап ҡалды. Ишек төбөндә һерәйеп тороуы ла уңайһыҙ һымаҡ. Өҫтәүенә, яңы ғына эшкә килгән кешене һәр кем баштан аяҡ тикшерәсәк, үҙенсә баһа бирәсәк. Ошо хаҡта уйлап, ҡатындың кире ишек яғына боролорға ниәт итеүе лә булды, өсөнсө рәттән бер үҫмер һикереп тороп, урын тәҡдим итте.
- Ҡуй, рәхмәт, үҙегеҙ ултырығыҙ, - тиһә лә, эргәһендәге инәйҙәр ай-вайына ҡуйманы.
- Әйҙә, утырығыҙ, йәштәргә нимә ул, уларҙың аяғы һыҙҙамай, арыуҙың ней икәнен дә белмәйҙәр. Утыр, һылыу, утыр.
- Рәхмәт инде.
- Әллә яңы кигән уҡытыусы һеҙ булағыҙмы? - Зарифа инәй тураһын ярҙы.
- Эйе, мин инем. Әле йүнләп урынлашмағанмын да, ауылда беләләр ҙә икән. Бөгөн концерт була, тигәстәр, әлегә дәрес әҙерләргә лә кәрәкмәгәс, клубты, халыҡты күрә торайым, тип сыҡҡайным.
- Арыу иткәнең, ҡыҙым. Беҙҙә кеше һәйбәт ул. Ауылдың ней йүкә телефоны һеҙҙең теге ҡолаҡ телефонығыҙҙан да шәберәк эшләй бит ул, балам. Яңы уҡытыусы килеү ауыл өсөн ҙур яңылыҡ, хатта ваҡиға. - Быныһын Хәтирә инәй өҫтәне.
- Ништәп уҡыу башынан кимәнең, ҡыҙым? - Зарифа инәй төпсөнөүен дауам итте.
- Шулайыраҡ килеп сыҡты шул, инәй.
Ул арала ауыл клубы сәхнәһенең шаршауын ике ҡыҙ ике яҡҡа тартып ебәрҙе. Ҡыҙҙар ансамбле йыр башланы. Һәр миҙгел һайын шулай концерт ҡуйып тора икән ауыл йәштәре. Быныһы "Һағыш түгел, алтын бит ул көҙҙәр" тип атала. Көҙгө байлыҡҡа, муллыҡҡа бағышлауҙары.
Йырҙы - бейеү, бейеүҙе йыр алыштырҙы, араһында ҡыҙыҡлы интермедиялар ҙа ҡуйып алдылар. Килештерәләр былай. Әртистәр, тиерһең. Талантлы ла икән үҙҙәре.
Сәхнәгә гармун тотҡан ир килеп сыҡҡас, Сәфинә артына йығылып китә яҙҙы. Ул арала гармун күректәре тартылып, һағышлы йыр таралды. Зал тып-тын булып тыңланы. Зиһене буталды, үҙен фалиш һуҡҡан һымаҡ булды ҡатындың – яҙмыштың шаярыуымы әллә үс алыуымы был? Нисек улай килеп сыҡты һуң әле ул? Сәфинәлә концерт ҡайғыһы китте. Зарифа инәй генә ярымбышылдап башҡарыусылар менән таныштырыуын дауам итте.
- Ошо Заһит кейәү өҙә лә ҡуя инде үҙәкте. Ул ҡатнаша, тиһәләр, халыҡ эркелә генә клубҡа. Бөгөн генә ҡайтып төшкән, тей ине, Себеренән, ҡайһы арала өлгөргән, тейең. Ай-вайына ҡуймағандарҙыр инде клубтыҡылар. Зәрә моңдо, ай-һааай. – Шым ғына көйләп һуҙып уҡ ебәрҙе инәй.
Хәтирә инәй ҙә тауышын әкренәйтеп, уны йөпләне:
- Ул да юғары белемде тей ул. Тик Себерҙә аҙып тик йөрөй. Оҙон аҡса ҡыуа инде. Бисәһе мында маз була.
- Картышкаһын тотторғас ней үҙе ҡотортоп. Башта бер гилке өҫтө-өҫтөнә кейем алып бер булды, һыйырын да бөтөрөп, магазиндан ғына ризыҡ ташып ашап ятты. Уныһы ла ялҡытҡас, аҡсаны ҡайҙа ҡуйырға белмәй, үҙе кеүек һылмаяҡтар менән күңел асыу менән мауыҡты ла китте.
- Уй-й, бисәләр эсмәһен инде ул, бисә эсһә, өй яна. Үә-ә-әй…
- Ҡуй, ауыҙыңды ел алһын. Тәүбә тиген. Теләһә нимәгә юрап ултырма. Былай ҙа төнәгөн өйөн өптәй яҙған. Ҡул сепрәге плиткәһенә төшөп ятып, янып киткән. Тәҙрәнән ялҡын телдәрен кемдер күреп ҡалып, инеп һүндергәндәр.
- Йәш сағынан шулайыраҡ булды инде ул Рима. Заһитҡа барғас, буйтым булып ҡәҙимге йәшәп киткән һымаҡ буғайны ла бит. Аҡса боҙҙо аны, аҡса. Кешенең байлыҡты күтәрә алғаны, күтәрә алмағаны була бит. Зәрә ҡотора шул. Тегендә, Ишембайҙа, икеһенең дә ҡайһы тикте һәйбәт эштәре лә буған, тей, шул эскелеге арҡаһында мында ҡайтҡандар. Аҡса менән аулаҡ тормош боҙҙо аны. Кейәү зерә китте себергә. Аҡса ней кешегә мәңге етмәй инде. Ғаиләңә күҙ-ҡолаҡ булып бергә донъя көтөүгә етмәй инде ул.
Тик Сәфинә уларҙы ла, Заһиттың йырын да төш аралаш ҡына ишеткәндәй булды. Йөрәге дарҫлап тибә, күңелен хәтирәләр ҡойоно баҫты.
Концерт бөтөр-бөтмәҫтән тышҡа атылды. Саф һауа йөрәк яныуын әҙерәк баҫыр һымаҡ. "Айыуҙан ҡасҡан - бүрегә", тип ҡуйҙы үҙ алдына. Шәп-шәп атлап фатирына юлланғанда ла башында бер генә уй булды - был ауылдан тиҙерәк китергә!
Буш торған мәктәп фатирын рәтләгәнсе, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән Кәримә апайға фатирға инеп торғайны. Сәфинәнең борсоулы йөҙ менән ҡайтып инеү сәбәбен хужабикә нисек кенә асыҡларға тырышмаһын, йәш уҡытыусы өндәшмәне. Йоҡларға ятҡас та әллә күпме хәтирәләргә бирелеп яфаланды.
Иртәгеһенә иртүк юлға йыйына башлаған уҡытыусыға фатир хужаһы һорау бирмәй түҙмәне:
- Берәй нәмә булдымы әллә? Ҡайҙа йыйынаһығыҙ?
- Документтар буйынса ҡабалан эш килеп сыҡты. Роноға бара һалып ҡайтыр кәрәк. Директорға шылтыратып әйттем.
…Юлда ла хәтирәләр өйөрмәһенән ҡотола алманы ҡатын. Их, ул саҡтар. Салауат батыр һәйкәле янындағы киске уйындар, ахриталар хаҡындағы иҫтәлектәр йөрәгенең иң нескә ҡылдарын сиртеп ебәргәндәй булды - тәне буйлап татлы һыҙланыу ағымы үтте, күҙ төптәрендә гәлсәр бөртөктәр емелдәште.
…Сираттағы киске уйынға ике Гөлнара менән бергә сыҡҡайны улар. Икеһе лә күберәк русса һөйләшәләр. Береһе татар, икенсеһе башҡорт ҡыҙы булһалар ҙа, ҡалала үҫкәс, русса уҡығандар. Былай башҡортса һәйбәт аңлайҙар, әҙ-мәҙ һупалайҙар ҙа. Тик үҙҙәре лә һиҙмәйенсә, руссаға күсә лә китәләр. Абитуриенттар улар, юғары уҡыу йортона имтихан тапшырып яталар. Гөлнаралар рус бүлегенә, Сәфинә башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инмәксе.
Ҡыҙҙар Салауат һәйкәле янына барғанда ахрита ҡыҙған ине инде. Гармундан таралған ул тиклем дә матур, дәртле көйгә бейемәй түҙеп ҡара – аяҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре тыпырҙай башланы! Мәктәп йылдарынан уҡ бейеү түңәрәгендә йөрөп, аяғы шымарған Сәфинә урталағы бейеүселәр араһына өйөрөлөп-сөйөрөлөп бейергә төштө лә күҙҙәре менән шул тиклем гармунда һыҙҙырып уйнаған егетте эҙләне һәм терт итеп ҡалды – гармунын тубығына уйынсыҡ һымаҡ ҡына итеп ултыртып, башын уң яҡҡа ҡырын һалыбыраҡ, ҡап-ҡара ҡуйы ҡаштары аҫтындағы һағышлы күҙҙәре менән бейеүселәргә төбәлгән егеттең ҡараштары менән уның дәртле көйгә иләҫләнеп, янып киткән күҙҙәре осрашты ла ҡуйҙы. Бер секундҡа ғына… Йөрәге талпынып, битенә эҫе ағым йүгергән ҡыҙ тиҙ генә башын ситкә бора һалды һәм түңәрәктең арғы яғынараҡ ыңғайлап, тамаша ҡылыусылар араһына инеп йәшенде. Ә гармун тағы ла дәртлерәк, ярһыуыраҡ уйнай башлаған һымаҡ тойолдо ҡыҙға. Йөрәге гармунсы алдында ут сәсеп бейергә атлыҡһа ла, аяҡтары тыңламаны. Сәстәре тулҡынланып күпереп торған буйсан егеттең бармаҡтарына күҙ эйәрмәй, аяҡтары ла бейепме бейей генә! Ә гармун көйҙәрҙең дәртлеләрен алыштырып ҡына торҙо. Бына һағышлыраҡ вальс көйө яңғыраны:
Аҡ сәскә ата балан,
Күмелгәс гөлгә ялан.
Йәш йөрәк йыш тибә
Иҫкән елдәр миңә,
Һөйгәнең килә, тиһә…
Йәштәр инде талғын бейеүгә төштө. Сәфинә алғараҡ барып, мөкиббән китеп моң ыңғайына бәүелеүсе Гөлнараларҙың еңенән тартты.
- Ҡайттыҡ, атыу обшежитие бикләнеп ҡуйыр. Бөгөн теге мәскәй әбей бит дежурҙа.
- Да-да, шулай бит әле.
Ҡыҙҙар күмәк халыҡ араһынан һыпырылып сығып, ҡайтыу яғына атланы. Ул арала гармун да һуңғы аккордын бирҙе лә туҡтаны. Йәштәр геү итеп ҡалды. Һәр ваҡыттағыса, саҡ ҡына етмәй ҡалды, күрәһең. Ул арала гармун ҡабат телгә килде. Тик баяғыса еңел, торған ерҙән бейеп китерлек дәртле итеп түгел, һаҡауыраҡ булып сыҡты был юлы тауышы. Икенсе ҡул икәне шунда уҡ аңлашыла ине. Һәр гармунсының үҙ “почергы” була бит инде ул. Сәфинәнең йөрәгендә ниндәйҙер дауыл башланғандай тойолдо: йөрәге – артҡа, аҡылы алға һөйрәй. Теге гармунсы егеттең уйнағанын тағы бер тапҡыр ғына тыңлағыһы килде ҡыҙҙың. Шул ваҡыт ҡолаҡ төбөндә генә яңғыраған тауышҡа тертләп китте. Әйләнеп ҡарағас, телһеҙ булды – алдында гармунсы егет баҫып тора ине.
- Ҡыҙҙар, ҡалай иртәләнегеҙ.
- Имтиханға әҙерләнәһе бар.
Шулай ваҡ-төйәк һөйләшә-һөйләшә атланы йәштәр. Ике Гөлнурҙы ике яғына ҡултыҡлап алған Сәфинәнең йөрәге дарҫлап типһә лә, һыр бирмәмеш булып, егеттең һорауҙарына тоҙло-боросло яуаптарын һиптерә-һиптерә барғаны хәтерендә. Өс һылыуҙың да күңелен бер генә һорау борсой ине – кемебеҙҙе оҙатып килә һуң был ҡупшы егет?
Ятаҡ алдына еткәс, гармунсы егет Сәфинәнең ҡолағына саҡ ҡына һөйләшеп торорға теләүен шыбырланы. Быуынһыҙ булды ҡыҙ. Шулай ҙа йәнә үҙен ҡулға алды. Күңеле йырланы, ә теле... эште боҙҙо. Дөрөҫөрәге, күңеле бер төрлө көйләне, теле шуның тап киреһен һөйләне.
- Юҡ, имтиханға әҙерләнергә кәрәк. Һуң инде. Вахтер ҙа бик уҫал.
- Улайһа, иртәгә ошо урынға сәғәт 7-гә килһәм, сығырһыңмы?
- Иртәнге 7-гәме?
Икеһе лә көлөп ебәрҙеләр.
- Салауат һәйкәле янына барырбыҙ. Тик бында килмә.
Шулай тине лә ҡыҙ йылт итеп инеп тә китте. Икенсе ҡатҡа йүгереп түгел, осоп менде, ахырыһы. Йөрәге һабантурғай кеүек талпына, һайрай, күккә аша! Иңдәрендә, гүйә, ҡанааттар үҫеп сыҡты.
Был ҡыҙ шунда уҡ риза булды тип уйламаһын әле, тип икенсе көндө сыҡманы Сәфинә Салауат һәйкәле янына. Үҙенең йөрәге атылып ҡына сыға яҙҙы. Тик түҙҙе. Имтиханы һорауҙарына яуаптарҙы ҡабатлап ҡараны, тик башына бер нәмә лә инмәне – һәр юл араһына теге гармунсы егет килә лә баҫа, килә лә баҫа. Тамам алйыны ҡыҙы. Үҙенең ҡаршҡырлығына үкенеп тә ҡуйҙы. Сыҡһа нимә була ине инде. Уҡырлыҡ рәте булмағас, симаһам, иртәрәк ятайым да, иртәрәк тороп уҡырмын, тип уйлап йоҡларға ятҡан ҡыҙҙы Салауат янында яңғыраған таныш көй быуынһыҙ итте. Гармун был юлы йырламай, илерә, үкһей ине, ахыры.
Кил, кил, кил, иркәм, кил инде…
Сәфинә юрғанын башынан аша бөркәнеп ятты, ләкин гармун иланы ла иланы. Тороп, һаҡ ҡына тәҙрә янына барҙы. Бүтән кеше булыуы ла мөмкин түгел, ошолайтып иңрәтеп ул ғына уйнай ала… Ул арала күрше бүлмәләрҙең тәҙрәләре асыла башланы.
- Эй, егет, киләм-киләм, - тип ҡысҡырҙы бер һылыу.
- Әйҙә, тәҙрәнән һөйрәп алабыҙ, - тине икенсеһе.
Иртәгеһен имтиханын яҡшы билдәгә тапшырып, өсөнсө ҡаттан төшөп килгәнендә ҡапыл аяҡтары атламаҫ булды - ҡулына гөлләмә тотҡан Заһит ғәйепле кеше кеүек кенә йылмайып уға ҡарай килә ине. Аяҡтары үҙҙәренән үҙҙәре Салауат һәйкәле яғына алып китте йәштәрҙе. Көндөҙ булғас, халыҡ та күп түгел. Шулай дуҫлашып китте улар. Педагогия институтында ситтән тороп уҡый икән егет. Әле, үҙе әйтмешләй, ҡойроҡтарын ҡыҫҡартырға килгән мәле. Себер тарафтарында вахта менән эшләй.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер-береһенә шул тиклем эҫенделәр, уларҙы айырырлыҡ көс юҡ һымаҡ ине доньяла. Өфө ҡалаһының улар булмаған иҫтәлекле урындары ҡалманы ла шикелле. Ә кистәрен Салауат һәйкәле янында инде гармун телдәре башҡасараҡ яңғыраны. Дөрөҫөрәге, һандуғас булып һайраны. Дәртле көйгә уртала күбәләк булып өйөрөлгән ҡыҙҙы ла туҡтатыр көс юҡ ине, шикелле.
… Күп имтихандары өсөн “автомат” алыуы һөҙөмтәһендә ҡышҡы сессияһын ваҡытынан алда ябып, ауылға каникулға ҡайтып килгән Сәфинә таң менән поездан төшөп, ятағына ашҡынды. Кисәге кис һөйгәне вахтанан ҡайтырға тейеш ине. Моғайын, уның ятағындағы иптәш егеттәрендә ҡунғандыр ҙа уны көтәлер. Бөгөн бергәләп егеттең тыуған яғына юлланырға тейештәр. Туғандары менән таныштырырға теләй Заһит. Сәфинә шуға каникулы бөтмәҫ элек үк килде.
Дөйөм ятаҡҡа аяғы ергә теймәй барып инде ҡыҙ. Бүлмәһендә юл кейемдәрен сисеп, үҙен тәртипкә килтереп алғас, кухняға барып сәй ҡуйып ебәрҙе. Бәй, кухня эргәһендәге бүлмәлә йәшәгән төркөмдәше Әлифә лә бындамы икән ней, бүлмәһенең ишеге ҡыҫыҡ тора. Сәфинә, тегене тертләтергә булып, ипләп кенә барып ишеген ҡапыл асып та ебәрҙе һәм… ишек яңағына һөйәлгән килеш шаҡ ҡатты. Әлифәнең койкаһында …Заһит йоҡлап ята. Өҫтәлдә буш шешә, колбаса, икмәк киҫәктәре, ниндәйҙер салат ҡалдығы. Ул арала йыуыныу бүлмәһенән дәртле көй көйләп бүлмә хужаһы ла ҡайтып инде һәм аптыраған булып ишектең икенсе яңағына һөйәлде. Ҡулындағы һабын һауыты әллә яңылыш төшөп киттеме, әллә юрый төшөрөп ебәрҙеме, кем белһен, тауышҡа уянған Заһит аптырауҙан ҙур асылған күҙҙәре менән Сәфинәгә ҡараны ла ҡатты. Иҫенә килгән ҡыҙ мыҫҡыллы йылмайып торған Әлифәне төкөп тигәндәй атылып сығып китте. Бүлмәһенә бикләнеп күпме илағандыр, белмәй. Ул бер аҙ тынысланғанда көн кискә ауышҡайны инде. Көнө буйы ишек шаҡынылар, ләкин бер кемгә лә асманы. Ней уяу түгел, ней йоҡламай, һаташыулы бер халәттә ятты ла ятты. Донъяһы бөтөнләйе менән түңкәрелде ҡыҙҙың. Тормошо күгенән ҡояшы ҡоланы. Юҡ, башҡаса ҡала алмай ул бында. Был мөмкин түгел. Әлифә менән нисек бергә уҡымаҡ кәрәк. Мыҫҡыллы йылмайған йөҙө күҙ алдына килә лә баҫа. Каникулы бөтөргә әле бер аҙналай ваҡыт бар. Сәфинә йәһәтләп йыйынды ла киске поезға елдерҙе. Әлдә ятаҡта берәү ҙә осраманы. Аҙаҡ Заһиттың себерҙә була торған мәлен самалап ҡына Өфөгә барып, документтарын ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсерҙе. Уҡытыусылары, төркөмдәштәре хайран ҡалып аптыраһа ла, бер нәмә лә аңлатып торманы. Барыһы ла төркөмдөң иң алдынғы студентының был ҡылығына хайран булып ҡалды. Ҡыҙҙың күҙҙәрендәге тәрән хәсрәтте күреп, ниңә икәнлеген төпсөнөп һорарға ҡыйманылар, ахыры. Бары Әлифә генә ирен сите менән мыҫҡыллы йылмайып йөрөнө ул көндәрҙә. Сәфинә районына ҡайтып мәктәпкә эшкә инде. Тик йөрәк яралары байтаҡ яфаланы. Үҙен юллап әллә нисә тапҡыр килгән Заһит менән һөйләшеү түгел, уны күрергә лә теләмәне. Шулай аймылышты уларҙың яҙмышы…
Бер мәлде сессияға барғанында осраҡлы ғына теге хәлдең айышы хаҡында ишетеп, асылына төшөнә биреп ҡуйҙы. Тик был мәлдә кейәүҙә ине инде.
Әлифә етеш ғаиләлә һөт өҫтөндә ҡаймаҡ булып ҡына үҫкән. Мәктәптә уҡығанында һәр ваҡыт беренсе булып өйрәнгән ҡыҙ Сәфинәнен үҙенән яҡшыраҡ уҡығанын күтәрә алмай яфаланды, яйы сыҡҡанда уға аяҡ салырға ла күп һораманы. Үҙенә тамсы ла зыяны теймәгән төркөмдәшен бер ғәйепһеҙ көйөнә тере дошманы яһаны. Етмәһә, күрер күҙгә күркле генә егете бар икәнен дә белгәс, ҡара янды. Сәфинәгә егете килгән тигән хәбәрҙе ишеткәс, юҡ йомошто бар итеп, бүлмәләренә инеп сыҡҡайны. Шунда күрҙе егетте. Һәм… көнләшеүҙән шартлай яҙҙы. Үҙе бер егет менән дә оҙаҡ дуҫлаша алмай ине. Төнгө клубтарҙа йөрөй торғас, уҡыуы бөтөнләй хөртәйеп, сессияһын кеше ыңғайына тапшыра алманы. Шуға кеше ыңғайына каникулға ла ҡайта алмай, “ҡойроҡтарын ҡыҫҡартып” хитланып йөрөгән мәле ине. Бер көндө кухняға сығып барғанында коридорҙа тегеләй-былай йөрөгән Заһитты күреп ҡалды. Юл сумкаһы ла эргәһендә. Һүҙ артынан һүҙ китте. Баҡтиһәң, Заһит төбәп килгән егеттәр әле эштә икән, шуларҙы көтөп йөрөүе. Сәфинәнең иртәгә иртәнге поезд менән генә киләсәген дә әйтеп ҡуйҙы. Ҡыҙ, алсаҡланып, Заһитты бүлмәһенә инеп ултырып торорға саҡырҙы. Егет тә инәлтмәне, юлдан килгән килеш былай аяғөҫтө йөрөү арытҡайны. Өҫтәүенә, Сәфинәнең төркөмдәше лә булғас, ихласлап атланы ҡыҙ артынан. Ул арала Әлифә йүгереп магазинға сыға һалып килде. Унан дәртләнеп йөрөп өҫтәл әҙерләне. Хәмер ҙә ҡуйҙы. Бүҫкәрә төшкән шешәләге хәмерҙән Заһит башта баш тартты.
- Йә, ҡуй инде, егет бул, - тип Әлифә ҡыҫтағас, ахыры, ике рюмкә түңкәреп ҡуйҙы. Ҡыҙ үҙе рюмкәһен ауыҙ ситенә генә тейҙереп ултырҙы.
Йоҡоһо килә башлауын ғына иҫләй егет, башҡаһы хәтерендә ҡалмаған. Уянғанда ҡаршыһында Сәфинә баҫып тора ине… Әлбиттә, араҡы шешәһенә йоҡо дарыуы һалыныуы хаҡында белмәй ине Заһит. Әлифәнең аҙыҡ-түлек кибетенән бигерәк дарыухана өсөн елдереүе лә сер булып ҡалды…
…Ронола, бөтә ерҙә ҡыҫҡартыу бара, был мәлдә мәктәптәр уҡытыусылар менән тәьмин ителеп бөткән, һин барған мәктәптә элек эшләгән кеше декрет ялына китеү сәбәпле генә эш килеп сыҡты, тип ҡырт киҫтеләр. Һайланып тороу мөмкинлеге юҡ ине Сәфинәнең. Айырылышһалар ҙа, һаман йәшәргә хут бирмәгән мәңге айыҡмаған элекке иренән ҡасып киткәйне ул сит районға. Төпкөлөрәк ауыл булғас, тапмаҫ әле, тип ошо яҡҡа юлланғайны. Заһит булмағас, кем булһа ла барыбер, тип, тәүге осраған егеткә яҙмышын ышанып тапшырып, ҙур яңылышлыҡ эшләгәнен һуңлап ҡына аңланы шул.
Заһит йәшәгән ауыл булыр тип башына ла килмәгәйне.
Ҡатыны эске менән булыша башлағас, бәлки, туғандары, ауылдаштары алдында эсмәҫ, тип ҡатынының тыуған ауылына күсеп килгән булғандар икән. Быларын аҙаҡ ҡына ишетәсәк әле Сәфинә.
Күбеһенсә себерҙә, ситтә йөрөгән кеше минең хаҡта, бәлки, белмәҫ әле, ярай, ошо уҡыу йылын ҡалайтһам итеп тамамлаһам, йәйгә икенсе берәй ерҙән эш эҙләп ҡарамын, тип Сәфинә теләмәй генә киске автобусҡа атланы. Үҙе генә булһа, әллә ҡайҙа ла китер ине. Урынлашҡас ҡайтып алырмын, тип ҡыҙын әсәһенә ҡалдырып торғайны. Ҡыш өҫтөндә эшһеҙ ҡалһа, нишләр? Әсәһенең, балаһының күҙенә нисек ҡарар, уларға нимә тиер?
Мәктәп фатирын буйтым ипкә килтереп алды ҡатын. Тик ауылға газ үтмәгән булыуы ҡыйын. Көн һайын таңдан мейесен яғып, өйөн йылытып, йүшкәһен ябып китергә кәрәк. Әсәһе ҡыҙын ҡышҡы һыуыҡтар үткәнсе ебәрмәй торорға булды. Шуға, бала етемһерәмәһен, тип айына бер-ике тапҡыр булһа ла ҡайтып китә. Ярай әле, райондары сиктәш кенә. Тыуған ауылы ла район сигендә урынлашҡан. Техника йөрөп тора. Шуға ла ошо тирәнән эҙләгәйне инде эште лә.
Заһит осрап ҡуймаһын, тип, мәктәпкә күберәген, урауыраҡ булһа ла, кәртә артынан йөрөй. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә яратты, үҙ итте үҙен. Бер баланың урындағы хужалыҡта тракторист булып эшләүсе атаһы фатиры янына өс буй ҡайын ағасы ҡалдырып киткән. Утынға тип. Уны мәктәптең завхозы бысып биргәйне, уҡыусы егеттәр ярып, ҡыҙҙар әрҙәнәгә өйөп ҡуйҙы. Сәфинәгә балаларҙы тәмле сәй менән һыйларға ғына ҡалды. Тик утынының сей булыуы тәҡәтен ҡорота – тоҡандыра алмай ҡара тире сыға. Мейес ауыҙына өрә-өрә, күҙе тона. Мейес башына киптерергә һалып ҡуйһа ла, ул арала ҡайҙан һурығып өлгөрһөн инде. Тоҡанып китһә лә, пышылдап ҡына урлап янып тик ята.
Әйткәндәй, Заһиттың улы ла уҡый мәктәптә - башланғыс синыфта әле. Ярай әле, ул уҡытҡан класта түгел. Балалар баҡсаһына йөрөгән ҡурсаҡ һымаҡ ҡына ҡыҙы ла бар икән.
Дөйөм йыйылышҡа ата-әсәләр бик дәррәү йыйылды. Сәфинә сығыш яһарға сыҡҡас, ата-әсәләргә күҙ һалды ла, юғалды ла ҡалды – ҙур һоро күҙҙәр аптырау ҡатыш хайран ҡалып уға текәлгән ине. Заһит… Ҡайтҡан икән. Өс айға киткән, тигәстәр, еңел һулап, мәктәпкә үҙәк урамдан уҡ йөрөй башлағайны. Теле аңҡауына йәбеште ҡатындың. Тауышы сыҡмаҫ булды ла ҡуйҙы. Директор ҙа, уҡытыусылар ҙа аптырап ҡараны. Көс-хәл менән сығыш яһап бөтөп, урынына саҡ барып ултырҙы. Аяҡтары ҡамырға әйләнгәйне. Йыйылышта кемдең нимә һөйләгәнен дә ишетмәне, ҡолағында йәшлегендә аҙашып ҡалған гармун моңо яңғырап тик торҙо… Йыйылыш тамамланғас, тиҙерәк үҙенең класына йүнәлде. Ярай әле, уныһының биге бар. Башын услап ҡосаҡлаған килеш күпме ултырғандыр, телефон шылтырауы айныҡтырып ебәрҙе.
- Әсәй, һаумы! Мин һине һағындым. Ҡасан ҡайтаң?
- Ҡайтам, бәләкәсем, ҡайтам. Һиңә матур ғына ҡурсаҡ алдым, тағы һин яратҡан теге имгес кәнфитте.
- Әсәй, ҡурсаҡ та кәрәкмәй, кәнфит тә, үҙең кәрәк. Тиҙерәк ҡайт. Атыу өләсәй, әсәңдән нәмә таптырып, аҡсаһын бөтөрөп тик ултыраң, шуға йыш ҡайтмай, ана, ти. Әсәй, мин бөгөн өс “5”ле алдым…
Мәктәптән сыҡҡас, Сәфинә кәртә артынан һалынған һуҡмағына йүнәлде. Йөрәгендәге дауылды еңеләйтер өсөн көндәгенән яйыраҡ атларға тырышты.
Заһиттың күңелендә лә дауыл ҡупты. Үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Мәктәпкә яңы уҡытыусы килгәнлеге хаҡында, әлбиттә, хәбәрҙар ине. Тик Сәфинә булыр тип ике ятып бер төшөнә инмәне. Аптырап, баҙап ҡалды ир. Йыйылышҡа барыуы ла уйламаҫтан ғына булды. Әсәһенең һуҡмыш икәнен күргәс, улы, әсәй, һин барма, атай барһын йыйылышҡа, тигәнгә барғайны. Гел ситтә йөрөгәс, балаһының уҡыуы менән дә ҡыҙыҡһынырға ваҡыты юҡ шул.
…Был ауылда матур йола бар икән – Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ауылдың ир-егеттәрен байрамдары менән тәбрикләп концерт ҡуя, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә ир-аттар концерт әҙерләй. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары байрам алдынан гөр килде. Сәфинәнең бала саҡтан бейеүгә әүәҫ икәнлеген белеп ҡалып, ай-вайына ҡуймай, бейергә күндерҙеләр. Ихлас әҙерләнде ҡатын-ҡыҙҙар. Сәфинә район мәҙәниәт һарайынан костюм да алып ҡайтты. Концерт шәп килеп сыҡты. Заһитты был мәлдә вахтала тип белгән Сәфинә йәш сағындағы кеүек талпынып бейене. Хатта кире һорап бейеттеләр. Әлбиттә, тамашасылар араһында үҙен күҙен дә ала алмай, йоторҙай булып күҙәткән берәү барлығы башына ла инеп сыҡманы...
Бер ер шарында ғына түгел, бер ауылда йәшәп, осрашмай ҡара. Сәфинә күпме генә ҡасып йөрөп ҡарамаһын, көтмәгәндә юлдары киҫеште лә ҡуйҙы. Хәйер, әллә көтмәгәндә, әллә… кем белә. Ялға ҡайтыр өсөн ауыл ситенән үткән оло юл буйына сығып баҫҡайны ҡатын. Ауыл яғынан килгән автомобиль янына килеп туҡтағас, әсе ел үҙәгенә үтеп, өшөй ҙә башлағайны, шуға йәһәтләп эскә йомолдо һәм ишекте япҡас шаҡ ҡатты. Руль артында ул ине, Заһит. Ул арала автомобиль ҡуҙғалып та китте. Салон эсендә бер гилке тынлыҡ урынлашты. Башлап автомобиль хужаһы телгә килде.
- Һаумы, Сәфинә. - Тауышы ҡалтырабыраҡ сыҡты Заһиттың.
- Һаумы. – Сәфинә ярымшыбырлап ҡына өндәште.
- Ҡасандан бирле аулаҡта тап итә алмай инем. Ҡалай һәйбәт осраның әле. Эш менән район үҙәгенә китеп барыуым.
“Шәмбелә ниндәй генә эшең булһын инде. Исмаһам, алдашмаһаң инде”, тип уйланы ҡатын.
Яйлап һүҙгә һүҙ ялғанды.
- Сәфинә, ниндәй елдәр ташланы был яҡтарға?
- Һине ташлаған елдәр…
Ҡатындың һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар шул. Береһе эсергә яратҡан ҡатынын ҡотҡарам тип, икенсеһе эскән иренән ҡасып килеп юлыҡҡайны шул был төпкөлгә.
- Бәхетлеһеңме, Сәфинә?
- Һинеке һымаҡ миңле инде бәхет тигәне.
- Сәфинә…
- Юҡ-юҡ, уңмаған юлды ҡыума, тей торғайны өләсәйем. Бер ватылған яҙмышты күпме ҡоршаһаң да йөйө ҡала бит ул, Заһит, үткәндәрҙе юллап ҡыялмайыҡ, йәме. Һинең – үҙ тормошоң, минеке – үҙемдеке. Балаларыбыҙ бар. Уҡыу йылы тамамланғанын ғына көтөп йөрөйөм.
- Сәфинә, һинең ошо ауылда йәшәгәнең менән генә йыуанып көн итеүем әлеге ваҡытта. Элек себерҙән ҡайтҡы ла килмәй ине, хәҙер ялдарҙы көскә көтөп алам. Китмә, Сәфинә. Шул аҡтыҡ ҡына бәхетемдән яҙҙырма мине.
- Был хаҡта, бәлки, теге ваҡытта уҡ уйларға кәрәк булғандыр. Хәҙер ни мәғәнә. Һин йыуанып йәшәһен өсөн үҙемде ҡорбан итергә тейешменме, һинеңсә? – Ҡапыл үҙе лә һиҙмәйенсә ҡырыҫыраҡ яуап бирҙе ҡатын.
- Юҡ, улай тимәйем. Әлбиттә, һинең яҙмышыңа ҡыҫылырға хаҡым юҡ. Шулай ҙа… Ә теге ваҡытта ул ҡыҙ менән беҙҙең арала бер нәмә лә булманы бит, Сәфинә, иптәш егеттәрҙе көтөп инеп ял итеп торорға булғайным.
- Ҡыҙҙар постеленә ятып ял итмәй инде аҡылы булған егет.
- Уныһын үҙем һаман аңлап етмәйем. Юлдағы арыу үҙенекен иткәнмелер…
- Хәйер, нимәгә кәрәк хәҙер былар? Бүлешер уртаҡ малыбыҙ бармы ней беҙҙең? Ниндәй матур балаларың үҫеп килә, уларға бит атай ныҡ кәрәк. Йәшлектә кем кемде генә һөймәгән. Бөтә яратҡандар ҙа бергә булһа, бәлки, тормоштоң ҡыҙығы ла булмаҫ ине. Онотайыҡ ул мәлдәрҙе. Булған да бөткән. Төш кенә булды ул, тип ышандырырға тырышам мин үҙемде. – Йөрәге бөтөнләй икенсе хистәр солғанышында ярһыһа ла, ҡул һуҙымы ғына ерҙә ғүмере буйы зарығып көткән кешеһе ултырһа ла, теле бөтөнләй икенсене һөйләне ҡатындың.
Заһит ауылына уҡ алып барырға көсләшһә лә, Сәфинә автобус туҡталышында төшөп ҡалды. Алыҫлаша барған автомобилгә ҡарап күҙҙәренән соборлап йәше аҡҡан ҡатынды сәйерһенеп күҙәтте туҡталыштағылар.
8 мартҡа ир-аттар концертты хәтәр итеп әҙерләне. Элек сәхнәгә аяҡ баҫмағандарҙы ла йәлеп иткәндәр. Концертҡа кеше эркелеп ағылды ла ҡуйҙы. Сәфинә ингәндә клубта энә төртөрлөк урын юҡ ине. Ярай әле, бер уҡыусыһының атаһы тороп, уны көсләп тигәндәй ҡатыны эргәһендәге урынға ултыртты. Шәп тә ине шул концерт. Ҡатын-ҡыҙ булып кейенеп алған ир-аттар интермедиялары менән һынды ҡатырып бөттөләр. Бына ҡайҙа ул таланттар!
Инде концерт тамамланыуға ла яҡынлашты. Шул ваҡыт сәхнә артынан уҡ һағышлы моң ағыла башланы. Йөрәге урынынан һикерҙе Сәфинәнең – бары Заһит ҡына шулай үҙәктәрҙе өҙөрлөк итеп уйнай ала. Гармунын уйнай-уйнай сығып баҫты ла һалмаҡ ҡына итеп йырлап ебәрҙе. Ят йыр ине ул.
Яҙмышыбыҙ аймылыштан ғына
Айырылды ике өлөшкә.
Ҡап урталай ярылырҙай йөрәк
Күҙҙәр менән күҙҙәр күрешһә…
Ғүмеремә яҙҙар ҡабат ҡайтты,
Өнгә әйләнделәр төштәрем.
Тәүге һөйөүемдең һағыштарын
Оноталмаһам, йәнем, нишләрем…
Йыр бөткәс, алып барыусы был йырҙың һүҙҙәре лә, көйө лә Заһиттыҡы икәнлеге хаҡында иғлан итте. Халыҡ геү килеп ҡул сапты.
- Аһ-аһ, ниңә ҡул сапмайһығыҙ? Оҡшаманымы әллә? – Эргәһендә ултырған ҡатындың шулай тип һорауы уятып ебәрҙе Сәфинәне. Устарын усҡа һуҡҡан булды.
Ул арала ҡатын ҡолағына уҡ эйелеп шыбырлабыраҡ хәбәрен дә теҙҙе:
- Заһиттың йәш саҡта ныҡ яратҡан ҡыҙы булған тейҙәр. Бер эскәндәрендә минең иргә һөйләгән. Шуны һаман онота алмай йәшәй, имеш. Ҡатыны ла белә тей ул был хаҡта. Заһит мине яратмаған өсөн эсәм, тип аҡлана тей шуға. Шул ҡыҙы быны әҙәмгә һынамай ташлап, икенсе егеткә кейәүгә сыҡҡан да, мыныһы һаман тынғы тапмай инде шуға. Берәй гүләщий нәмә булғандыр әле шунда.
Сәфинә концерттың бөткәнен саҡ көтөп алды. Ней ҡыҙы эргәһендә түгел, йөрәген нимәгә баҫырға белмәй хитланды. Мәктәп фатиры һыуығыраҡ, өҫтәүенә, мейес менән йылытыла, тигәс, ҡыш үтеп барһа ла, әсәһе ейәнсәрен быйылға үҙенән бөтөнләй ебәрмәҫкә булды. Уға ла иптәш кәрәк инде, өйҙә көн оҙоно яңғыҙ нимә эшләмәк кәрәк. Заһитҡа бер нәмә өсөн генә рәхмәтле Сәфинә – уны түбәнһетеп, бур һымаҡ төндә килеп, ишек-тәҙрәһен шаҡып йөрөмәне.
Уҡыу йылы тамамланыуын зарығып көтөп алды Сәфинә. Тиҙерәк, тиҙерәк китергә кәрәк бынан. Һуңғы ҡыңғырау тантанаһына тип алған костюмын кейеп көҙгө алдында әллә нисә әйләнде. Бигерәк матур, тас үҙенеке генә инде. Үҙеңә самалап тектерһәң дә был тиклем килешле булмаҫ. Заһит ауылда ине, шуға ашҡыныуы күңеленең. Ап-аҡ ҡына костюмы уның мөхәббәт тарихына һуңғы аккорды, хыялда ҡалған уртаҡ туйҙарында кейә алмаған туй күлдәгенең символы булыр һымаҡ. Һуңғы эштәрен теүәлләгәс, тиҙерәк олағыр был яҡтан, тиҙерәк олағыр.
Һуңғы ҡыңғырау сыңлаясаҡ көндө мәктәпкә иртәрәк юлланды. Бынауындай көндә нисек түҙмәк кәрәк. Кәртә артынан түгел, ауыл урамынан ғорур атланы ул. Осраған кешеләр ҡатындың килешле кейеменән бикәр уның күҙҙәренән урғылған нурға хайран ҡалды. Әлбиттә, уның һөйөү нуры икәне берәүҙең дә башына килмәне.
Мәктәп аҫҡы урамда. Бәләкәй генә тыҡырыҡты үтеп, мәктәп урамына боролған ғына ерҙә Заһиттың йорто. Уның да улы мәж киләлер инде. Ҡатыны айныҡ булһа ғына ярай ине, юҡһа балалары өсөн был байрамда шатлыҡ төҫө күренмәҫ… Ҡайҙа ул тура ҡарау Заһиттың йортона, күҙ ҡырыйына ғына эләктерҙе. Бәй, тәҙрәләренә нимә булған! Сәфинә, тертләп, боролоп уҡ күҙ һалды. Береһенең рамы бөтөнләй юҡ, өңрәйеп тора. Йорт ҡапҡаһы асыҡ, ихатала кешеләр күренә. Аптырауҙан шаҡ ҡатып туҡтап ҡалды ҡатын. Нимә булған? Аяҡтары үҙҙәренә-үҙҙәре йорт ихатаһына табан атланы. Үләнгә Заһитты һуҙып һалғандар, уның янында фельдшер өйөрөлә. Үҙе лә аңғармаҫтан, барҙы ла тубыҡланды ирҙең эргәһенә Сәфинә. Ҡулдары өтөлгән, кейемдәре өлөшләтә теткеләнгән, сәстәре, бите янған. Ауыр тын ала. Ләкин Заһит иҫендә ине әле. Ул ҙур итеп күҙҙәрен асты һәм аптыраған күҙҙәре менән Сәфинәгә төбәлде. Хас та теге саҡта Әлифәнең бүлмәһендәге һымаҡ. Шунан… һуңғы һулышын алды…
Ҡапҡанан сыҡҡанда Сәфинәнең өҫтөндәге ап-аҡ костюмы ҡоромға буялған, ҡупшы прическаһы туҙған ине. Ул инде мәктәп яғына түгел, сайҡала-сайҡала фатиры яғына атланы…
Ут электр сәйнүгенән ҡабынған. Шешәләш әхирәттәре менән байрам итеп, һуң ғына ҡайтып ингән ҡатын аш бүлмәһендә электр сәйнүген ҡуйып ебәргән дә, үҙе залдағы диванға йығылған. Был мәлдә өйҙәгеләр ҙә ҡаты йоҡола булған. Тышта эттәренең олоп-олоп өрөүенә уянып киткән ир төтөнгә тонсоға-тонсоға башта ике балаһын асмалы тәҙрәнән тышҡа күтәреп алып сыҡҡан. Икенсегә ингәнендә ҡатынын асыҡ тәҙрәнән көскә тышҡа этеп төшөрөп өлгөргән дә үҙе иҫен юғалтҡан. Балаларҙың илашҡан тауышына күршеләре уянып, Заһитты саҡ сығарып алғандар. Тик ҡәҙерле ваҡыт үткән булған. Ҡатыны ла, балалары ла иҫән ҡалған.
…Ҡап-ҡара тупраҡ өйөмө генә ҡалды һөйгәненән. Һәм… күңелендә талпынған бәхет ҡошо, ҡанаттары өтөлөп, ана һүнәм, бына тоҡанам тип янған өмөт усағының өҫтөнә ҡолап төшөп, Сәфинәнең хыял донъяһын көл итте, һуңғы өмөттәрен селпәрәмә килтерҙе. Тормошо күгендә ҡабат ҡалҡып, томан араһынан ғына булһа ла йылыһын һәм яҡтыһын биреп торған ҡояшы икенсе тапҡырға ҡоланы… Мөхәббәт тарихының һуңғы аккорды матәм көйө булып яңғыраны… Теге ҡупшы аҡ костюмдың да ғүмере ҡыҫҡа булды – йыуырға ла, ҡабат кейергә лә ҡулы барманы Сәфинәнең…
Күңелендә Заһиттың аҡҡош йыры ғына ҡалды, инде ул йыр Сәфинәнең һағышлы моңона әйләнде:
Тәүге һөйөүемдең һағыштарын
Оноталмаһам, йәнем, нишләрем…