Иң иҫтә ҡалғаны – атайымдарҙың бесәнгә йөрөүе. Миңә биш-алты йәш булғандыр. Үҙемдән 7 йәшкә өлкән Миңзәлә апайым донъя көтөп ҡала. Күршеләрҙең барыһы ла бесәндә. Бер тиҫтер балалар геү килеп солан аҫтында өй ҡороп уйнайбыҙ, шунан һыу инергә йүгерәбеҙ. Апайым тап менән самауыр ҡайнатып, ҡаҙанда макорон йә кәртүк бешереп, көндөҙ күрше балаларҙы теҙеп ултыртып һыйлай ҙа (улары йә көрөшкәләрен, йә ҡалаҡтарын тотоп киләләр бит әле), кискә бесәнселәргә аш һала, малды теүәлләй. Ер иҙәнле һалҡын аласыҡта ҡайһы саҡ ҡоймаҡ ҡоя. Ут яғып. Бына замана. Апайым оло самауырҙы верандалағы урындыҡҡа нисек күтәреп ултыртҡандыр. Игеҙәктәр Рәшиҙә менән Рәсимә бәпәй генә бит әле. Уларға сәйҙе апайым алмашлап үҙе тотоп эсерә! Әсәйем көн дә таңдан икмәк бешереп китә. Бер ҡасан да апайымды: “Ни эшләп кеше балаларын аҫырайһың?” – тип әрләмәй. Шулай булырға тейеш һымаҡ. Бына ҡайҙа ул йомартлыҡ, кешелеклелек!