Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
25 Июнь 2019, 12:25

Ҡыҙҙар ҡайтты Байғаҙыға

Үткән шәмбелә Байғаҙы ауылында "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" тигән байрам ойошторолдо.

Үткән шәмбелә Байғаҙы ауылында "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" тигән байрам ойошторолдо.
Ҡыҙҙар ҡайтты ауылыма
Ҡоштай осоп, ашҡынып.
Тыйып тотоу мөмкинме һуң
Шатлыҡтарҙың ташҡынын.
Ҡаршы алды Ҡаршытауы,
Сәләмләне Ураҙы.
Ҡаншалтауы уйсан ғына
Ҡыҙҙар хәлен һораны.
Һәүәнәге йырлай-йырлай
Сәпәкәйләп йүгерҙе.
Тыуған нигеҙ, урамдарға
Һөйөнсөләп өлгөрҙө.
Ҡыҙҙар ҡайтты ташҡын булып,
Ауылына йәм өҫтәп.
Бер күрешеү бәхеттәрен,
Шатлыҡ-ҡыуаныс көҫәп.
Йөрәктәге хис-тойғолар
Урамдарға түгелде.
Алыҫ йәшлек иҫкә төшөп,
Иләҫләтте күңелде.
Көйәнтәле һылыу ҡыҙҙар
Йәшлеккә алып китте.
Һыу юлдары күңелдәрҙе
Һағышҡа һалып китте...
Осрашыуҙар, күрешеүҙәр...
Төш булдымы? Өндөр был.
Ғүмерлеккә иҫтә ҡалыр
Иң-иң матур көндөр был...
Ауылыма ҡыҙҙар ҡайтты -
Түгелде һағыш-шатлыҡ.
Онотолдо мәшәҡәттәр,
Беҙ бит байрамға ҡайттыҡ!
Ауылдаштар ҡолас йәйеп
Ҡаршыланы – эй, рәхмәт!
Һәр өйҙә тантана итһен
Бары муллыҡ, бәрәкәт.
Һау булайыҡ, бар булайыҡ,
Йыйһын бары байрамдар.
Берҙәмлегебеҙгә ҡалһын
Күрше-тирә хайрандар.
Ураҙыбыҙ тартып торһон,
Хәл һораһын Ҡаншалтау.
Ҡолас йәйеп ҡаршы алһын
Һәүәнәк һәм Ҡаршытау.
Таңһылыу Баһауетдинова.
Читайте нас: