Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
7 Июнь 2019, 18:25

Күңел сәйәхәт теләй

Гоа - Һиндостандың иҫ киткес мөғжизәле өлөшө! Ул оҙаҡ йылдар Португалияның колонияһы булып тора. Португалдар Һиндостан Британия ҡыҫымынан ҡотолғас та Гоаны тағы ун йыл буйы иҙеп тоталар. Бында күбеһе католик. Ана шул португалдарҙың көсләп үҙ диндәренә йәлеп итеүе һөҙөмтәһе. Аҙым һайын тиерлек католик сиркәүҙәр. Мин бер генә индус храмын да осратманым, бөтә ерҙә тәре билдәләре тора. Мин йәшәгән «Bens Inn» отелендә лә ҡарт католиктар хужа. Бында ике дәүләт теле: һинд һәм инглиз. Урыҫтарҙан иң беренсе булып Гоаны Афанасий Никитин аса. Унан һуң 20 йыллап ваҡыт үткәс, Васко де Гама килә һәм португалдар, 1070 йылдарҙан һуң Гоаны хиппилар, бекпекерҙар, төрлө ҡыҙыҡлы шәхестәр баҫып ала.

ҺИНД АШ-ҺЫУЫ
Бөтә ризыҡтары ла иҫ киткес әсе, ысын мәғәнәһендә ауыҙҙы өтә. Һәр ризыҡҡа 7-8 төрлө тәмләткес һалына, хатта сәйгә лә! Масала чай тип атала. Беҙҙәге кеүек ит юҡ, сөнки алдағы яҙыуымса, һыйырға тейергә ярамай. Кем яңылыш уны үлтерә, закон ҡаты. Бөтә Һиндостан буйынса бер генә штатта закон буйынса һыйырҙы һуйырға ярай. Парадокс – ил донъя баҙарына ит һатыу буйынса иң алда бара. Буйвол ите ашайҙар, тик уны оҫта ашнаҡсы ғына йомшаҡ, һутлы итеп бешерә ала. Кем насар бешеренә, уныҡы ҡаты килеп сыға. Иркен рәүештә тауыҡ ите ашарға була. Беҙҙәге кеүек буханкалап икмәк юҡ, икмәк тик йәймә йә бәләкәй генә булочкалар рәүешендә. Эсәр һыу мәсьәләһе бик ауыр. Беҙ һыуҙы көн һайын тик һатып алып ҡына ҡулландыҡ. Кран һыуында хатта теш, емеш-еләк йыуырға ла рөхсәт булманы. Урындағы халыҡ ҡуллана былай. Төрлө емеш-еләк һутын – фрешты рәхәтләнеп эстек, тик алдан иҫкәртеүҙәренсә, ыңғай “Noy water, noy suqar” (без воды и сахара) тип кенә. Бигерәк тә пляждағы шейктарҙа фреш эсеү ҡурҡыныс, һыу экономиялау маҡсатында боҙ кубиктарын насар һыуҙан эшләйҙәр һәм фрешты һыуытыу өсөн бокалыңа һалалар. Иң төп ризыҡ – дөгө, уны ниндәй генә төрҙә бешереп бирмәйҙәр.Бириана (былау), момо (беҙҙең мантыға оҡшаған), омлет, роти (лепешка) – бына нимә генә ашап йәшәлде. Дөгөнән бүктем, ә башҡа нәмәләрен ауыҙға ла алып булмай. Һуңғараҡ суп-лапша табып алып, әҙерәк рәхәтләнеп ашап алдыҡ. Ул тиклем эҫелә әллә ни ашағы ла килмәй, һыу эсеп, емеш-еләк менән йөрөп була. Кокосты уртаға ярып, кинолағы кеүек эсеп ҡараныҡ, ныҡ шәкәрле икән, бик үк оҡшаманы.
( Юлъяҙманы гәзиттең 44-се, 46-сы һандарынан уҡығыҙ).
Читайте нас: