Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
24 Май 2019, 11:46

Етем хаҡы

Ирғәле һаман ҡустыһы өсөн өҙгөләнде. Ялы етһә, тотор ҙа ауыл тип сабыр ине. Ҡайтып, тегене юхалап-юмалап айыҡтырып, донъяһын ҡарашып килеүҙе ғәҙәт итеп алды. Тәүҙәрәк өндәшмәһә лә, тора-бара Мәрғиәнең быға йәне көйә башланы. “Ике көн ялыңды ҡыҙың менән миңә бүләһе урынға, эскеһенә баш була алмаған Илфат өсөн район ашаһына аҙна һайын машина ҡыуаһың! Бала-саға түгел дәһә ул, кеше ҡасан да булһа үҙ алдына йәшәп өйрәнергә тейеш инде!” – тип әрләп тороп ҡалыр ине ирен. “Әйҙә, һеҙ ҙә барығыҙ һуң”, – тиеүгә ҡыҙҙарының ауырыуына һылтанды.

Тас Әҙеһәмовтар! Егеттең артынан ишек ябылғас та, Мәрғиәнең беренсе уйы шул булды. Иренең дә, Илфат ҡәйнешенең дә сәстәре бөҙрә генә ине. Быныҡы ла шулай. Күҙенең зәңгәрлеге, танауының ҡырлас булыуы ла, хатта ҡаштарының ҡушылып үҫеүенә тиклем оҡшаш. Әҙеһәмовтар ғошап, кәүҙәгә лә мыҡты бит әле. Зат затҡа тартмаһа, арты ҡыйыш була, тигәндәре шулдыр инде. Ирғәлегә кейәүгә сыҡҡас, Илфат ҡәйнешенең һөйгәненә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш булыуына бер килке аптырап йөрөгәйне Мәрғиә. Мәрхүм ҡайныһының фотоһын күргәс, бөтөнләй телһеҙ ҡалды. “Минең бер ҡыҫылыш та юҡ, атаһы тапты уларҙы!” Килененең нимә әйтергә белмәй аптырап тороуын күреп, шулай тип мәрәкәләгәйне асыҡ-ярыҡ ҡына холоҡло ҡәйнәһе. Әле килеп Нурғәленең дә улар яғына тартыуына иҫе китеп ултырыуы. Уныһынан да бигерәк, егеттең дауаханаға хәл белергә килеүенә ғәжәпләнде. Пакет тултырып, күстәнәсенә тиклем алған бит әле. “Тағы кереп сығам әле, инәй”, − тип тороп сығып китте, етмәһә. Берәү булһа, хәл белеү түгел, юлында осраҡлы ғына тап итһә лә, урап үтер ине. Эйе, яҡын да юламаҫ ине. Үткәндәрҙә ҡалған бер ҡылығын ғәфү итерлек түгел шул Мәрғиәнең, ай-һай, ғәфү итерлек түгел... Илай-илай күҙ йәштәрем ҡороп, күңелем ташҡа әйләнеп бөткәндер, тиһә лә, аҙ-маҙ ҡалған икән әле улары ла. Ҡатындың төпкә батҡан күҙҙәренән ике шишмә урғылып сыҡты ла түбәнгә ҡарай юрғаланы...
Йәше утыҙға етһә лә, Илфат өйләнергә ашыҡманы. Тотлоғоуынан оялып, кеше менән әллә ни аралашып та барманы шул. Баш баҫып, эш менән булып тик йөрөнө. Ҡәйнәһе мәрхүмә тәүҙәрәк, кинйәкәйе өсөн борсолоп, уға үҙе кәләш күҙләп тә маташты. Тик, ҡайҙан, Илфатты, арҡанлап һөйрәһәң дә, кис урамға сығарырлыҡ түгел ине. Башҡалар клуб тапап, ҡыҙҙар артынан сапҡанда, ул өйҙә китап уҡып, телевизор ҡарап ваҡыт үткәрҙе.
(Дауамын "Тан" гәзитенең 42, 43-сө һандарынан уҡығыҙ).
Читайте нас: