+2 °С
Ҡар
Подписаться на Я.Новости
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
23 Май 2019, 12:22
Хан һарайындай өйҙәрҙә һәр икебеҙ...
Айһылыу Ғарифуллинанан һәм Таңһылыу Баһауетдинованан сираттағы шиғри әйтеш.
Айһылыу:
Хан һарайындай өйҙәрҙә
Һәр икебеҙ.
Тыныбыҙ ҙа тышҡа сыҡмай –
Беҙ биклебеҙ.
Күрше хәлен белешмәйбеҙ –
Яңы йола.
Үҙеңә бикләнеп йәшәү
Ҡалай ҡулай!
Кешелеклек даулайбыҙ шул,
Бәлә килһә.
Яҡын булһа ла, терһәкте
Булмай тешләп.
Миллиондар араһында
Яңғыҙбыҙ беҙ.
Кеше аңлы, тиһәләр ҙә
Аңһыҙбыҙ беҙ.
Рухи көрсөк әжәлдән дә
Яман икән.
Кешелектең кешелеген
Тамам итер.
Таңһылыу:
Хан һарайы булмаһа ла,
Өйҙө бикләп тотабыҙ.
Йәнәһе лә, уғрыларҙы
Шулай йәтеш отабыҙ.
Ҡоймалар ҙа һаман-һаман
Күккә табан олғаша.
Күрше менән гәпләшеү юҡ
Тишекле ҡойма аша.
Әллә ҡойма ҡыҫа микән –
Күңел яйлап тарая.
Кеҫә бүртә барған һайын
Йөҙ-фиғылдар ҡарая.
Үҙебеҙгә бикләнгәнбеҙ –
Күрше хаҡтары осһоҙ.
Ҡайҙа инде тәңре хаҡы,
Хәҙер кеше йомошһоҙ…
Эйе, шулай яңғыҙлыҡҡа
Әсир төшкәнбеҙ теләп.
Күңел асыҡ солан түгел,
Саң баҫҡан һалҡын келәт…
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы