Мөғлифә ейәнен тупылдатып һөйә-һөйә, аҫтын алыштырҙы ла, кире бишегенә һалып, сырмап ҡуйҙы. Бигерәк ҡулсыр шул бахырҡай, сырмамаһаң, сәңгелдәгенән ҡолап төшмәҫ, тимә. Бишек тапҡырына иҙәнгә түшәк тә түшәне. Унан магнитофонға бейеү көйҙәре яҙҙырылған диск ҡуйҙы. Шул көйҙәрҙе хатта ярата ейәне. Йылмайып тыңлап ята ла бына-бына бейеп китерҙәй талпына башлай.
Һыйыр тотмай хәҙер, бынау йәш бала менән ҡалайтып бесән эшләмәк кәрәк. Кеше яллап саптырып-йыйҙырғас та кәртәңә ташытырға әллә күпме сығым китә. Ә кәзәләргә артыҡ күп кәрәкмәй. Ҡышҡа бер нисә төргәк бесән һатып алды ла эше лә бөттө. Кәзә һөтө менән аҫрай ейәнен. Шуға кәзәкәйҙәрен ҡәҙерләп кенә тәрбиәләй.
Ир бәхете тәтемәне Мөғлифәгә – улы донъяға килеп күп тә торманы, абышҡаһы эскелек арҡаһында донъя менән бәхилләште.
Ир ҡайғыһы – итәктә, бала ҡайғыһы – йөрәктә, тиҙәр бит. Бынау бала ғынаһы өҙөпмө өҙә үҙәккенәһен…Донъяһы тотошлайы менән баштүбән әйләнгән, тормошо түңкәрелгән көн бөгөнгөләй күҙе алдында Мөғлифәнең.
Килене бәпес алырға дауаханаға киткәйне. Тәүге бәпестәре. Көтөп кенә алған бәләкәстәре. Донъя Мөғлифә иңендә – улы Саматты ашатып, эшкә оҙатырға, һыйырын һауырға, ваҡ малын ҡарарға кәрәк. Был эштәрҙең барыһын да килененә япһарып өйрәнгәс, ҡыйыныраҡ булып тора. Улын алдынан алып, өф итеп кенә үҫтергәс, мал араһына үҙе белеп сыға һалып бармай.
Күптән көткән хәбәр зарыҡтырманы – иртәгәһенә килененең улы тыуыуы хаҡында ишеттерҙеләр. Йәштән бөтә шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашып йөрөгән әшнәләре янына ашыҡты Мөғлифә. Анау тиклем яңылыҡты нисек үҙеңдең генә эсеңә һыйҙырмаҡ кәрәк. Юл ыңғайы Әсмә әбейҙән көтәсәккә бер литр сәмәй эләктерҙе. Уныҡы көслө була ул. Атыу теге юлы Кәбирәнән алғайны, үҙе һаҫыҡ, үҙе йыуынты һыу һымаҡ сәмәй биреп сығарған мәлғүн нәмәкәй. Әллә тағы тауыҡ тиҙәге менән булыша инде. Төнәгөн күмәкләп барып һыҙырғастар, ҡушмай башлағайны.
Әшнәләренә шул ғына кәрәк – теләктәрҙең һәр төрлөһөн теләй-теләй маз булдылар.
- Үҙеңә оҡшаһа, бирешмәҫ, кешенең ауыҙындағын ҡайырып алыр, - тип мәрәкәләне бер шешәләше.
- Ха-ха-ха, Мөғлифәгә оҡшаһа бөттө инде, ул тиклем сәмәйҙе нисек еткермәк. Ул үҫкәнсе ишеү сәмәй һатыусылар бөтөп ҡуйһа, - тип хахылданы икенсеһе.
Тояҡ йыуыу оҙаҡҡараҡ һуҙылды, ахыры – өсөнсө көнгә Тәскирәнең йортона Самат килеп инде. Ишек төбөндә, өйҙәге ғибрәткә аптырабыраҡ, ахыры, бер гилке һүҙһеҙ баҫып торҙо. Тәҙрә янындағы нух заманынан ҡалған тимер карауатта сәс-башы туҙған әсәһе бот-сат ята. Өҫтөндәге япмаһы ҡырҡылып бөткән өҫтәлдә шешә һерәйеп ултыра, уның янында өс-дүрт һыныҡ кипкән икмәк. Өҫтәл аҫтында ла шешәләр тәгәрәшә.
Мөғлифә көс-хәл менән тороп ултырҙы.
- Улым, мин хәҙер, хәҙер. Баш ауыртҡас, ятып торғайным.
Баҡһаң, иртәгә киленен сығаралар икән. Улы артынан эйәрҙе Мөғлифә. Яңғыҙ ирҙең әллә ней донъяла эше булмағаны күренеп тора. Иптәштәре менән йыуған да, ахыры, улын. Ана, шкаф эргәһендә шешәләр күренә. Улы күрмәгәндә йәһәт кенә уларҙың эсенә күҙ һалды – их, ҡалмаған шул. Ә баш сатнап ауырта, ярылып ҡына килә. Дуҫыңа түгел, дошманыңа теләмәҫһең был язаны. Әллә нисә тапҡыр кире Тәскирәгә йүгерергә уйлап-уйлап ҡуйһа ла, улының асыулы йөҙөн күреп, кире тыйылырға көс тапты үҙендә. Уныһының, ниңәлер, йөҙө болоҡһоу, уйлы. Малайлы булған, күптән көтөп алған улын алып ҡайтырға йыйынған атайға оҡшамағансы бер ҙә.
- Килен янына барҙыңмы, улым?
- Барҙым. – Яуап бик ҡырҡа һәм ҡырыҫ ҡына яңғырағас, Мөғлифә артыҡ төпсөнмәне.
Иртәгеһенә, башы ауыртһа ла, иртәрәк тороп, өйөн йыйыштырып алды. Килене әҙерләп киткән йүргәк-фәләнде тоттороп улын дауаханаға оҙатҡас, мунса яғып ебәрҙе, ит һалды. Уныһы ҡайнап сығыу менән бер сеүәтә һурпаһына ҡорот ҡатыҡлап эсеп алды. Төшкә хәле буйтым яҡшырҙы. Аңғанса ҡапҡа төбөнә еңел машина ла килеп туҡтаны. Дуҫы Ғәлим менән барған икән Саматы. Мөғлифә ейәнен ҡаршы алырға ашыҡты. Тупһаны ғәҙәттәгенән еңелерәк төшөп, ҡапҡаға йүгерҙе. Тәүге ейәне бит ул, нигеҙ ҡото буласаҡ сабый.
Саматы бәпесте тотҡан, артынан килене эйәргән. Тик икеһенең дә йөҙө ҡараңғы. Ғәлим дә туҡтап тормай, ҡайтып китте.
- Әйҙә, сабый, төклө аяғың менән. Ата-инәңә алмаш булып, ошо нигеҙгә ҡот ҡундырырға яҙһын, - тип тәтелдәгән Мөғлифәнең һүҙен йөпләүсе булманы.
- Төкһөҙ уның аяғы, - тип теш араһынан ғына ыҫылдап ҡуйҙы улы.
Йәштәр йәһәтләп үҙҙәренең бүлмәһенә инеп бикләнде. Аптырап ҡалған Мөғлифә нимәгә тотонорға белмәй хитланды – ашы ла бешкән, мунсаһы ла өлгөргән, тик теге бүлмәнән тауыш-тын ишетелмәй. Ней үҙе инергә ҡыя алмай аҙапланды.
Ыуаланып йөрөп, бер инде өйөнө, бер сыҡты. Тик ҡулына эш барманы. Әллә ҡасан бешкән ашын барып болғаштырған булды, иҙәнгә сәсрәгән өс тамсы һыуҙы тырышып-тырышып һөртөп маташты. Яулығын ҡабаттан рәтләп бәйләне.
Ҡайтҡандарына байтаҡ ваҡыт үтһә лә, йәштәрҙең һаман тауыш-тыны булмағас, аптырап, һаҡ ҡына төпкө бүлмәнең ишеген шаҡыны. Ҡурҡыңҡыраһа ла, яуап булмағас, ишекте асып, эскә күҙ һалды. Бәпес йәштәр үҙҙәре йоҡлап йөрөгөн тахтала ята. Балнистан нисек алып ҡайтҡандар, шул килеш һаман юрғанда үҙе. Хатта таҫмаһын да сисмәгәндәр. Улы ултырғысҡа ултырып, ҡулдары менән башын услап, ҡара көйөп, иҙәндәге бер нөктәгә текәлгән. Тәҙрә янында баҫып торған килене әйләнеп ҡараны ла, уныһы ла ҡараштарын ситкә күсерә һалды. Нимә булған һуң быларға? Әллә бала улыныҡы түгелме икән? Мөғлифә, аптырауҙың сигенә сығып, һаҡ ҡына һүҙ ҡушты:
- Килен, бәпестең аҫты еүешләнмәнеме икән? Алыштырайыҡ, булмаһа.
Дауамын "Таң" гәзитенең 26, 30 апрель һандарынан уҡығыҙ.