Эй тынғыһыҙ инде был гәзит эше. Инде номерҙы бөттөк, бот һоноп ултырып алыр кәрәк, тип уйлап та өлгөрмәйһең, икенсе һаны танауға килеп терәлә. Ю-у-уҡ, сәпсим үкенеп яҙмайбыҙ. Эш араһында шиғыр йәки хикәйә-парсалар ҙа әтмәләп өлгөрәбеҙ әле. Айһылыу хисләнеп китеп шедеврҙар ижад итеп ташлаһа, уларға Таңһылыу эҫе генә көйөнсә “антишедеврҙар” йәбештереп тә ҡуя. Шулай ике әхирәттең шиғри әйтеше байтаҡ йылдар дауам итә. Буйтым йыйылып китте был ижад емештәре. Шуға, хөрмәтле дуҫтар, һеҙгә лә яйлап уларҙы “ауыҙ иттерә” барырға булдыҡ. Шулай итеп, стартта - тәүге “Шиғри әйтеш”!
Кеҫәлә - ел. Тишек-тошоҡ -
Күңелдәр - боҙ. Өшөк-мөшөк -
Илдә - көрсөк, тигәндәргә
Хәлде алыр, йәнде иҙер...
Артмай микән, тип һораһаң,
Көрсөк бөтөр микән берәй,