Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
11 Ғинуар 2019, 13:25

Һуңғы бәйге

-Нурулла ағай, Дөлдөлөң ҡайҙа әле ул? – Ҙур эш башҡарырға йөрөгән кешеләй, ҡулдарын бер-береһенә ыуып алған булды хатта.-Ҡайҙа буһын, өйҙә түгел инде һәр хәлдә, кәртәһендә. Нимештәтәң аны?-Үткәндә анализ алғайныҡ бит, шунда һинең Дөлдөлөңдөкө хөрт булып сыҡҡан әле ул. Шәп ат ине, йәл инде. Ну ҡалайтаһың. -Нимә? Дөлдөл ауырый, тиһеңме? – Ғәҙәттә, тауыш күтәреп бармаҫ Нурулла күкле-йәшелле итеп ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.-Нимәһе аңлашылмай инде. – Ҡорһаҡ телгә килде. – Бөгөндән Дөлдөл урамға сығырға тейеш түгел. Һабантуйға бәйгегә сығарыу ҙа тыйыла.

Ҡапҡа тауышы ишетелгәс, мөкиббән китеп гәзит уҡып ултырған Нурулла, ҡолағына резина менән тарттырып ҡуйған әллә нисә ҡоршаулы күҙлеген һаҡлыҡ менән генә сисеп алып, өҫтәлгә һалды ла, ихатаға ҡараған тәҙрәһенә үрелде. Тәҙрә төбөн ҡаплап ултырған шау сәскә яран гөлдәре араһына йәшенеберәк ҡапҡа яғына күҙ һалды. Аһ-аһ, таныш түгел кешеләрсе. Нишләп йөрөйҙәр икән? Әһә, анауы ҡорһаҡлыһы таныш һымаҡ. Эйе-эйе, райондың бер түрәһе. Бер йыйылышҡа килгәнендә халыҡҡа нисек йәшәргә кәрәклеге хаҡында өйрәткән лөғәттәре хәҙер ауылда лаҡап булып йөрөй - магазинда әйбер алғанда һатыусы сдача һонһа, ярай, пенсияға сыҡҡас тотонорға һалып ҡуйырмын әле был буштан килгән аҡсаны, тип көләләр. Түрә: “Йәшәй белмәйһегеҙ. Аҡсағыҙҙың артҡанын банктарға процентҡа һалып барығыҙ, кеше һымаҡ ял итеү, ҡартлығығыҙ хаҡында уйлағыҙ. Ана, йәйгеһен хатя бы үҙебеҙҙең Ҡара диңгеҙ буйына барып, цивилизованный кешеләр һымаҡ ял итегеҙ. Пенсияға сыҡҡас, сит илдәге ололар кеүек бүтән илдәргә сәйәхәт итерһегеҙ”, тип ауыл кешеләренең зитына тейгәйне.
Ата малы, ата даны менән мәктәп эскәмйәһенән тура вуз ултырғысына, унан әлеге лә баяғы әшнәлек аша түрәлек креслоһына ҡунған ул бәндә ауыл халҡының йыйып барыуға түгел, балаларына ашарға алырға аҡсаһы таҡа-тоҡа саҡ етеп ҡала икәнен, уныһында ла ғаилә ҡаҙнаһын иртәнән ҡара кискәсә ҡара тирен түгеп көткән малы менән баҡсаһында йәй буйы бил яҙмай үҫтергән йәшелсәһе, картуфы ғына күтәрә икәнен ҡайҙан белһен инде. Ялан яғында йәшәгәс, утынды ла алтын хаҡына һатып алырға тура килә, етмәһә.
…Теге өсәүһе ветеринарҙар булһа кәрәк. Әһә, анауыһы, арттараҡ, Ҡорһаҡтың ышығындараҡ торғаны, уларҙың ауылыныҡы.
Ҡапҡа эсендә ҡабалан ғына мөңгөр-мөңгөр нимәлер һөйләшеп алған саҡырылмаған ҡунаҡтар, алаҡандашып, кәртә яғын ҡарай башланылар.
Нурулла өҫтөнә мал араһына кейә торған бинйәген, башына йышылып, ҡатыны әйтмешләй, “чистый кожаға” әйләнгән эшләпәһен эләктереп, ишек алдына ашыҡты. Район түрәһе килгәнсе, тигәс, ҡатыны ҡәҙерлегә генә кейә торған костюмын, аҡ эшләпәһен һуҙғайны ла, Нурулла, әй, ҡуй әле, түрәләр йүнде нәмәгә йөрөй тейеңме, тип өйрәнелгән, ҡул аҫтында ғына торғанына үрелде.
-Һаумыһығыҙ әле! Ниндәй йомошоғоҙ төштө мин фәҡиргә?
Ғәҙәттә, ҡапҡанан ингән кеше башлап һаулыҡ һораша торғайны. Ләкин был юлы киреһенсә булды. Ҡулын түрәләрсә артына ҡуйып, күҙенә төшөрә кейгән эшләпәһе аҫтынан тәзерәйтә ҡарап торған район вәкиле Нуруллаға һынамсыл ҡараш ташлап алды ла, мәғәнәле генә итеп тамағын ҡырҙы. Шуны ғына көткәндәй, ауыл ветфельдшеры телгә килде:
-Нурулла ағай, Дөлдөлөң ҡайҙа әле ул? – Ҙур эш башҡарырға йөрөгән кешеләй, ҡулдарын бер-береһенә ыуып алған булды хатта.
-Ҡайҙа буһын, өйҙә түгел инде һәр хәлдә, кәртәһендә. Нимештәтәң аны?
-Үткәндә анализ алғайныҡ бит, шунда һинең Дөлдөлөңдөкө хөрт булып сыҡҡан әле ул. Шәп ат ине, йәл инде. Ну ҡалайтаһың.
-Нимә? Дөлдөл ауырый, тиһеңме? – Ғәҙәттә, тауыш күтәреп бармаҫ Нурулла күкле-йәшелле итеп ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
-Нимәһе аңлашылмай инде. – Ҡорһаҡ телгә килде. – Бөгөндән Дөлдөл урамға сығырға тейеш түгел. Һабантуйға бәйгегә сығарыу ҙа тыйыла.
Ә-ә, бына нимәнән ҡурҡаһығыҙ, әфәнделәр, тип тегеләрҙең тел төбөн аңлап ҡалһа ла, Нурулла ҡойолдо ла төштө. Нисек инде Дөлдөл сирле булһын. Уйнаҡлап, баҫҡан урынында бейеп кенә тора. Һабантуйға әҙерләп йөрөй әле, ана. Иң һәйбәт ризыҡ та – уныҡы.
-Ҡыҫҡаһы, Нурулла ағай, атыңды юҡ итергә тура килер. Үҙең булдыра алмаһаң, поможем.
Саҡырылмаған ҡунаҡтар нисек килеп инһәләр, шулай сығып та киттеләр. Нурулла, “чистый кожа” эшләпәһен бер ҡулына алып йомарлап, бер кире башына кейеп, баҫҡан урынында әллә күпме ыуаланып, ҡатаһы менән ҡатҡыл ерҙе төйөп, тегеләрҙең әйткән һүҙҙәре аңына барып етә алмай торҙо әле. Күҙ алдынан бер-бер артлы Дөлдөлө ҡатнашҡан бәйгеләр үтте. Ат етер ерҙәге бөтә бәйгеләрҙә еңеү тик уларҙыҡы булды. Былтыр ҙа, ана, хатта ҡышҡы ярыштарҙа ла башҡаларҙы әллә күпмегә ҡалдырып, беренсе үтте финиш һыҙығын.
Аптыраттылар, тамам теңкәһенә тейҙеләр инде. Аттарына һөжүм быға тиклем йәшерен алып барыла ине, хәҙер асыҡтан-асыҡҡа күстеләр. Ана, Дөлдөлдөң әсәһе Йондоҙҙо ҡалайтып ҡуйҙылар.
Көн дә ҡайтып ҡына йөрөгән Йондоҙ берҙән-бер көндө ҡолонсағы менән бергә ғәйеп булды. Эҙләй торғас, ауылдан 6 саҡырымдағы Алайғыр тигән яланда барып тапты. Яралы бейә аҫтындағы ерҙең кәҫен аҡтарып бөткән. Ашап ҡына улайта алмаҫ ине, торам тип тыпырсынып, тулап бер булған инде мәхлүккәй. Ҡолонсағы янына килһә, ауыртҡан аяғын ыңғыраша-ыңғыраша һуҙып, уға имергә ярҙам итеп маташа бит әле. Уныһы тубыҡланып, ас әсәһенең буш еленен өҙгөсләгән була. Был күренеште ҡарап торған Нурулланың күҙҙәре йәшкә тулды. Ә бейәнең аяғына ныҡлап күҙ һалғас, балта менән сабылғанлығын аңланы… Себенләп, ҡортлай башлаған яраһы. Ҡайһы ҡара эслеһенең эшелер инде, нисек бер ғәйепһеҙ малға балта күтәрә алған, тиһең. Әсә һөтөнә мохтаж ҡолонон да йәлләмәгәндәр бит әле.
Дөлдөл һымаҡ үҙе лә сапҡыға шәп, еккегә көслө булды Йондоҙ. Ауыл ҡарттары ла, Йондоҙоңдо һаҡла, тоҡомло мал, тип ҡат-ҡат тәҡрарлай инеләр. Эйе, тәбиғәттә бит инәлә тормош инеше. Ана, умартаны ла инә ҡорт тота. Өҙөлдө инде ҡото йылҡыларының…
Нурулла, үҙ үлеме менән үлһен, ҡулым бармай салырға, тип Йондоҙҙо урынында ҡалдырып, йөрәге илай-илай ҡолондо алып ҡайтып китте. Үрге оста сөскөрһәң, түбәнге остағылар “Йәрхәмбикалла!” тигән ауыл ерендә тоторһоң энәне тоҡта. Сиселгән тоҡ бауы - был хәбәр шунда уҡ ауылды урап сығып, Нуруллаға килеп ҡаҡлыҡты. Иртәгеһенә иртәнсәк күрше-тирә ҡарттары йыйылышып килеп, кәңәштәрен еткерҙе. “Малды аны мәнфәғәттәнер өсөн көтәбеҙ бит. Хәләл малыңды улай интектереп рәнйетмә, салып алып ҡайт. Ашай алмаһаң, һатып ебәрерһең. Аҡсаһы эсеңде тишмәҫ, донъяңдың берәй тишеген бөтәштерергә китеп барыр”, тинеләр. Тыңланы Нурулла. Себенләп, үҙенә мөлдөрәп кенә ҡарап ятҡан бейәһен күрше Сабиттан салдырып, итен көньяҡ кешеһенә юҡ ҡына хаҡҡа тейәтеп ебәрҙе. Кенә ҡыуып, был хаслыҡты ҡылыусыны юллап та йөрөмәне.
Гүйә, ҡатаһына таш тултырылған – аяҡтарын көскә алыштырып баҫып, өйөнә ҡарай атланы Нурулла. Әллә тупһалар бейегәйгән шул арала – көн һайын егеттәрсә елеп кенә атлап үткән һикәлтәләрҙән саҡ менде. Менде лә, йәнә ишек аша атлап үтергә хәле етмәгәндәй, үҙе һымаҡ күпте күргән шалһыҙ тупһаға ултыра төштө.
…Ҡолон ғына килеш алып ҡайтҡайны Нурулла Дөлдөлдө. Тәтәйлек тәтәй, кәртинкәлек кәртинкә ине ҡолонсаҡ.
Һай, матур ине! Сәм тигән нәмәһе көслө булдымы, бер ярышта ла ал бирмәне. Ялдарын тарап, ҡупшылап, тәрбиәләп кенә тора Нурулла. Кешнәүенә тиклем үҙенә бер башҡа. Өйөрөн дә һәйбәт һаҡлай.
Күрше ауылға юл тотҡанында юл ситендә юшап йөрөгән йылҡылар иғтибарын йәлеп итте. Хәйер, йылҡы малын күрһә, күҙен айыра алмай инде ул. Ғүмере буйы йылҡы ҡараны, үҙ ҡураһынан да ат өҙөлмәне. Шул малҡайҙарҙың аҡыллылығына һоҡланып йәшәй. Шулай баяғы ауыл аттары араһындағы бер ҡолонсаҡ эләкте бит күҙенә. Эләкте лә йоҡлар йоҡоһонан, ашар ризығынан яҙҙырҙы, уйында – ул ғына. Тәжрибәле йылҡысы самаланы – бик шәп сабыш аты сығасаҡ унан. Ҡолондоң кемдеке икәнен белешеп, хужаһының быуынына төштө. Әсәһе – йәш бейә Йондоҙ менән икеһен бергә һатып алды. Хаҡында ла торманы – бисәһе, ҡыш сыҡҡан малды әрәм итәһең, самай елененә һөт төшкән мәлдә генә аҡтан яҙҙыраһың, оло һыйырға ғына ҡала инде көн, тип бурылдаһа ла, бер тыусаһы менән өсөнсөгә генә быҙаулаған һыйырын һатып, йыйынтыҡ аҡсаһына шул аҡсаны ла өҫтәне. Һиҙемләүе алдаманы ат йәнле Нурулланы – бына тигән тоҡомло мал булып сыҡты теге ҡолонсаҡ. Үҙ баһаһын белдеме, холоҡ тигәне шулай булдымы – Нурулланан башҡа кешене янына яҡын ебәрмәй маташты. Бер мәлде юғалды бит Дөлдөлө. Бер нисә бейә менән бергә ғәйеп булдылар. Һыуға төшкән һымаҡ юҡҡа сыҡтылар. Ҡара ҡайғыға батты Нурулла. 20 саҡырым радиуста ул ҡарамаған ер ҡалманы. Инде йөрәк яныуы бер ни тиклем генә булһа ла баҫылып, күрше районға йомош менән китеп барғанында, ауылдан 50 саҡырым самаһы булалар, күҙ ҡырыйы менән алыҫтараҡ, ялан уртаһында йөрөгән өс баш йылҡыны шәйләп ҡалды. Машинаһын туҡтата һалып төштө лә, “Дөлдө-ө-өл” тип һөрәнләп ебәрҙе. Өнөмө-төшөмө, теге аттарҙың берәүһе ҡапыл юшап йөрөгән еренән туҡтап, башын күтәреп, бер мәлгә генә ҡатып торҙо ла, Нуруллаға ҡарап саба башламаһынмы. Ҡалғандары уның артынан эйәрҙе. Ҡаршыһына Дөлдөлө килеп баҫты! Баҫты ла… моронон хужаһының яурынына терәп тын ҡалды. Бәй-й, күҙҙәренән йәш аға. Ҡәҙерлеһенең ялдарын һыйпаны, һыртынан яратты Нурулла. Йомошон йомошлау ҡайғыһы онотолдо ирҙең – машинаһының рулен эргәһендә ултырып барған улына тотторҙо ла, Дөлдөлөнә атланып, ауылы тарафтарына юлланды. Йылҡылар, артыҡ шәп бармаған автомобилдән күҙ яҙлыҡтырмай, юл ситенән елдерҙе. Шулай еңеүселәр һымаҡ ҡайтып инде улар ауылға. Сигнал биреп барған автомобилде ҡарарға, нимә булды икән, тип кемдер урамға йүгереп сыҡты, кемдер тәҙрәһенә ҡапланды.
Ә хәл былайыраҡ булған. Ҡырҙа йөрөгән йылҡы өйөрөнә мал бурҙарының күҙе төшкән. Төндә килеп ҡыуып алып киткәндәр. Байтаҡ барғас, бурҙар, хужаһына өлөш сығарырға килешеп, йылҡыларҙы алдан һөйләшеп ҡуйған бер кәртәгә индереп, ял итеп алмаҡсы булғандар. Тик Дөлдөл менән ике бейәне бер нисек тә индерә алмағандар – уңайлы мәлде һағалап, баштары һуҡҡан яҡҡа сабып сығып киткәндәр. Арттарынан атып та ҡарағандар, тик тейҙерә алмағандар. Баҫтырып арығас, ҡалған аттар менән генә хушһынырға тура килгән. Эҙҙәренә төшкәндәр ул бурҙарҙың аҙаҡтан.
Шулай әллә күпме юл яҙҙырып аҙашып йөрөп, ҡайтыр юлға төшкән аттарына тәл булған да инде Нурулла. Ҡайтыр яҡты дөрөҫ самалағандар, тик Ирәндек аша төшөргә генә юлын тапмаймы, әллә һаман да ҡурҡыуҙары бөтмәйме йөрөгән саҡтары булған инде малҡайҙарҙың.
Менгегә, еккегә өйрәткән мәлдәре лә бөгөнгөләй күҙ алдында. Тай булғас, бер көндө ауылдан 2 саҡырым самаһы ерҙәге Оло һаҙ тигән һаҙмат урынға алып китте Дөлдөлөн Нурулла. Юғиһә, уйнаҡлап, артын сойорғотоп, балыҡ кеүек ҡарпып йөрөгән Дөлдөлдө менгегә өйрәтерһең өйрәтмәй ҙә. Ә ҡойоға тояғы упҡан ат артыҡ һикерәнләй алмай, күндәмгә әйләнеүҙән башҡа сараһы ҡалмай.
Ҡышҡа инде башта эргәләге ҡар баҫҡан баҫыу буйлап, унан ауыл урамынан уҡ сана егеп елдерә башланы. Ат ҡәҙерен, ат рәтен белгәндәр тел шартлатып ҡалыр ине. Нурулланың шәп арғымағы барлығы хаҡында хәбәр шундуҡ таралған. Районда үҙенең аттары менән дан тотҡан елле түрәнең ярандары оҙаҡ көттөрмәне. Дөлдөлдө һатырға һоранылар. Нурулла йәне кеүек күргән Дөлдөлөн һата буламы һуң инде. Күҙҙәренең ағын әйләндереп ҡарап киттеләр теге ҡуштандар.
- Абзый, үкенергә тура килмәһен, - тине бер яшығырағы. Йыуантағы бармаҡ ҡына янаны.
…Юҡ, өйгә генә һыйырлыҡ түгел хәсрәте ирҙең. Түҙмәне, тупһаһынан кире төшөп, кәртә яғына атланы. Ана тора Дөлдөлкәйе. Ҡолаҡ ҡайсыланған, баш ғорур күтәрелгән. Атының янына барып, муйынынан ҡосаҡланы, башын ялына терәне. Их, ниндәй тәмле, танһыҡ еҫ… Күҙҙәренән йәш ҡойолдо. Аты ла, уның хәлен аңлағандай, тик кенә тора.
-Нимә ашарға инмәйең ул? – Ҡатынының сәрелдәк тауышы ҡапыл тертләтеп, ысынбарлыҡҡа алып ҡайтты. Йәшереп кенә күҙ йәштәрен һөрттө лә, ҡатыны артынан шым ғына өйөнә ыңғайланы.
-Яңы ғына көн ап-аяҙ ине, ҡай арала болот ҡапланы һуң әле?
-Мәстүрә, бажалыста, ярама тоҙ һипмә, былай ҙа ҡыйын миңә.
-Аһ-аһ, ниндәй себен тештәне?
-Ана, Дөлдөлдә сир тапҡандар, юҡ итергә ҡуштылар.
-Нимә-ә? Кит бынан, Дөлдөлдө нисек юҡ итмәк кәрәк. Унан ыздарауай ат юҡ ауылда. Ана, Кәли ҡарттың ҡарт алашаһын юҡ итһендәр кәрәк булғас. Саҡ йөрөй барыбер.
Ғәҙәттә, сөкөрләшеп кенә тәғәмләнгән ир менән ҡатын сәйҙәрен шым ғына эстеләр. Ашау ҡайғыһы китте. Йоҡоһо ла йоҡо булманы Нурулланың.
Икенсе көндө төшкә ҡарай телефон шылтыраны.
-Нурулла ағай, айғырыңды урамға сығарма, тиҙерәк юҡ итергә кәрәк. Атыу үҙегеҙгә лә йоғоуы ихтимал. Атыңдан ҡотолғас, кәртә-ҡураңды дезинфекцияларға кәрәк буласаҡ…
Йәнә… теге, ней, улың ҡайҙа эшләй әле ул? Мәктәп директорымы? Эше бик тынғыһыҙ һәм яуаплы икән. Хәҙер кеше яман. Етәксене күрә алмаусылар ҙа бихисап… Йәш, тәжрибәһе лә самалы. Һаҡ булһын инде. Экономист ҡыҙыңдың да урынына ҡыҙығыусылар әҙ түгелдер. Хәҙер уҡыған кеше күп бит, ә районда эш урындары һанаулы…
Шулай тип аңлағанға ишара бирҙеләр ҙә һалдылар трубкаларын.
Ай, әттәгенәһе, ҡайһы яҡтан һуҡтырырға беләләр бит. Инде балаларҙы кеше иттем, иң мөһиме, бынауы эшһеҙлек заманында йылы урында эштәре бар, тип кенә ҡыуанып йөрөгәнендә йөрәгенә шом һалдылар мәлғүндәр. Эйе, балаларына гел генә йылы урында эш теләне. Ҡаты һыуыҡта ла, тәнде ҡурып барған эҫелә лә асыҡ һауала эшләү үҙәгенә үткәйне үҙенең.
Булыр, барыһы ла булыр уларҙан. Халыҡ төркөмө – һарыҡ көтөүе, ти торғайнылар әүәл. Ә хәҙер иһә бүре өйөрөнә әйләнә бара. Бер юҡ ҡына ғәйебең өсөн, тикшереп-нитеп тормай, судһыҙ-ниһеҙ өҙгөсләп ташламаҫтар, тимә.
Тағы хәтирәләр ҡойоно уны үткәндәргә алып китте.
Былтырғы һабантуйҙа ла Дөлдөлө халыҡты ҡалай хайран иткәйне. Хәйер, аҙағы хәйерһеҙерәк тамамланды инде тамамланыуын.
Бәйгегә 14 ат сыҡты. Аяндап, сыҙамай, осоп китерҙәй булып бейеп торған Дөлдөлөн саҡ тыйып тотҡаны хәтерҙә. Команда бирелгәс, теҙгендең бушағанын тойоп алған ат уҡтай атылды ла ҡуйҙы. Нурулла үҙе саҡ осоп ҡалманы. Дөлдөлө бәйгегә был хәтлем дә ажарланып ташланыр тип уйламағайны шул. Ярышҡа сығырҙан бер көн алда телефондан таныш булмаған әҙәмдең мәғәнәһеҙерәк итеп мығырлауы ҡылт итеп иҫенә килеп төштө. Ул мәлдә артыҡ иғтибар итеп тормағайны. Нимә тине һуң әле ул?
-Әгәр ҙә иртәгә лә беренсе урынға сыға торған булһаң, житья не будет тебе. Әгәр беренсегә сыҡмаһаң, хужа буш итмәҫ. Ул аҡсаға моҡраған кеше түгел, уға урын, дан кәрәк, урыны уға булһа ла, бүләген аҙаҡ һиңә бирер. Һинең һымаҡ бабайға йәш-елкенсәк менән ярышып йөрөү ҙә төҫ түгел инде. Халыҡты ялҡытып бөттөң бит.
Шулай тине лә һалды трубкаһын теге шикле әҙәм.
-Һе, бүләк өсөн йөрөй тип уйлайҙарҙыр инде. Эх, һеҙ… Төкөрҙөм мин һеҙҙең бүләгегеҙгә. Исемем Нурулла булһа, ошо аҡылымдан яҙмаһам, кәртә артында бүләк темеҫкенеп йөрөр түбәнлеккә төшмәҫ булырмын! Ата-бабаларҙан ҡан менән күскән бәйге сәмен ҡайҙа ҡуялар икән, үә-әй. Хәлемдән килгәс, ярышам шул. Ат өҫтөндә үтте минең ғүмерем. – Шулай намыҫланды үҙ алдына 55 йәшлек ат йәнле уҙаман.
Ана, тотоп тыйып ҡара һин Дөлдөлдө. Аңлатып ҡара уға кемдәрҙер янай тип. Шулай ҙа Нурулла шикләнә төштө. Шуға артыҡ ҡыумаҫҡа, тандыр менәнерәк сабырға ниәтләне. Икенсе урын да хөрт түгел бит. Тик Дөлдөлдәге сәмде генә ауыҙлыҡлап булмаҫ һымаҡ. Нурулла күпме генә тырышып ҡараһа ла, Дөлдөл финиш һыҙығын беренсе булып үтте. Халыҡ геү итеп ҡалды.
-Афарин, Дөлдөл!
-Ур-ра! Дөлдөл – беренсе!
Тик арыраҡ торған бер төркөм генә ҡара янып күҙәтте был хәлде. Унан судъялар янына барып, ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәсләшә башланылар. Өҫтөнә энәнән-ептән генә сыҡҡан костюм-салбар кейгән галстуклы ҡуҡыр ғына бер әҙәм дә барып баҫты улар янына.
Нурулла ярыш майҙанынан ситтәрәк, аулаҡта, атын һыуындырып йөрөгән ваҡытта ағас араһынан ике бәндә сығып, уның янына килделәр.
-Һат атыңды беҙгә. Хаҡында тормабыҙ. Юғиһә…
-Ул минең ғаилә ағзама әйләнде бит инде. Мына һин бисәңде йәки балаңды һата алыр инеңме? – Таш менән атҡанға Нурулла ла аш менән атып ҡыялманы.
-Тыңламаның инде әйткәнде. Үҙеңә ҡарап үпкәләрһең.
Нурулланың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
-Дуҫты һатмайҙар. – Теш араһынан шулай шырылданы Нурулла.
-Беҙ пешкалар ғына. Беҙҙең арттағыларға эләкһәң, нисек һөйләшергә белерҙәр.
Ниһайәт, ярыштың һөҙөмтәләре иғлан ителәсәге хаҡында хәбәр иттеләр. Нурулла инде буйтым һыуынған Дөлдөлөн етәкләп майҙанға ҡарай атланы. Халыҡ зыу килеп ҡул сабып ҡаршы алды еңеүселәрҙе. Дөлдөлгә һоҡланыуҙарын йәшермәнеләр. Бейеп кенә барып сыҡты Дөлдөл майҙанға. Үҙен тота белә лә инде малҡай.
-Беренсе урын һәм биҙәкле эйәр-өпсөн Дим Ҡунаҡбаевҡа һәм уның толпары Шайтанға тапшырыла.
Халыҡ шып-шым ҡалды. Бер кем ҡул сапманы. Бары тик иңрәүгә оҡшаш геүләү генә үтте. Унан шау-шыу ҡупты.
-Нисек Шайтанға?
-Үҙ күҙебеҙ менән күрҙек бит Дөлдөл беренсе килгәнен.
-Исмаһам, ошондай ерҙә алдамағыҙ халыҡты!
Халыҡ шулай ғәҙеллек даулап ҡараны ла, улай йыл һайын урынды кеҫә эсендә тәғәйенләр булғасығыҙ, нимә халыҡты алдап, тамаша ойоштораһығыҙ, аттарҙы йонсотмай ғына, шул килеш тапшырығыҙ бүләкте, тип бурылдашып тарала башланы. Кеҫә эсендәге йоҙроҡ елле булһа ла тослоғо самалы шул.
-Тынысланығыҙ! Нурулла Аманбаев Дөлдөлө менән маршрутты бер урында киҫеп үткән. Шуға күрә штраф ваҡыты өҫтәлде.
Нурулланың күҙе шар булды. Төптө юҡты һөйләйҙәр түгелме?
Судъялар яғына ике аҙым атланы ла, елгә ҡаршы төкөрөүҙән файҙа юҡ, төкөрөгөң кире үҙеңдең битеңә һылана икәне иҫенә төштөмө, Дөлдөлөн етәкләп майҙандан ситкә атланы. Дөлдөлдөң икенсе урынға сығыуы тураһында иғлан итеп, күпме генә саҡырмаһындар, аяғын баҫманы ул яҡҡа. Кәрәкмәй уға бүләге. Атының даны ни тора бит. Дуҫының намыҫын яҡлай алмаған өсөн йөрәге әрнене ат йәнле Нурулланың.
…Бәйгеләргә ат әҙерләү үҙе бер ғүмер. Нурулланыҡылар һәр ваҡыт айырылып торҙо. Ял-ҡойроҡтарын йыуып, тигеҙләп ҡырҡып матурлар, йүгәндәренә тиклем йылҡылдатып ҡуйыр ине. Йоҡо онотола, йән аҫрарлыҡ ҡына ҡапҡылап, көндәр буйы аты тирәһендә мәж килә. Хатта төндә лә әллә нисә сыға. Башта туйындырып, көрәйтеп ала, унан егеп йөрөтә башлай. Алып ҡайтҡас, септә ябып, йүгән-сбруйында килеш 7-8 сәғәткә бәйләп ҡуя. Унан тағы берәй аҙна екмәй ашатып ала. Артабан инде көн һайын күнекмәләргә йөрөтә. Шулай ярыш атының мускулдары үҫешә.
Ат тураһында әллә күпме китап уҡыны Нурулла. Ата-олатайҙар тәжрибәһен дә ныҡлап өйрәнде. Һолоно ла кәүҙәһенә ҡарап ҡына бирҙе. Көнөнә 3 кило самаһынан артығы ярамай. Юғиһә быуынына төшә, кәүҙәһе ауырая аттың. Тәүҙә һыу эсереп ала, унан һоло бирә. Ярыш алдынан берәй аҙна ял иттерә. Араһында таш-фәлән булып ҡуймаһын, тип, һолоно берәмләп тиерлек сүпләп, таҙалап ҡына ашата. Ярышҡа 2-3 көн ҡалыуға һолоға теймәй. Йәйгеһен ярышҡа әҙерләгәндә, ғәҙәттә, йәшел үлән ашатмай, ҡыу бесәндең дә иң сифатлыһын ғына һала. Кистән һуғара ла, ярыш алдынан тамсы ла һыу бирмәй.
-Бәғзе берәүҙәр бүрәнә һөйрәтеп йөрөгән аттарын ярышҡа алып сығалар. Уның нисек кенә хәле булһын инде. Йәнә ярыш алдынан әйҙә саптырған булалар. Ярамай. Мин һолоно күберәк быҡтырып бирәм. Шәкәр болғап бирһәң, тағы ла һәйбәтерәк, - тип йәштәргә ата-олатайҙар аҡылын өйрәтеп ҡалдырырға тырыша Нурулла.
Әйткәндәй, хәләле менән һүҙгә лә килешеп киткәндәре бар шуның буйынса.
Магазинда шәкәр өлөшкә әйләнеп киткән осорҙа ла, үҙе сәйҙе шәкәрһеҙ эсһә эсте, тик аттарын шәрбәтһеҙ ҡалдырманы. Ваҡыты менән картуф, хатта һарымһаҡ, һуған менән дә һыйлап ала йылҡыларын.
Ат – ныҡ аҡыллы хайуан. Теле генә юҡ уның. Бына әле лә башҡа көндәрҙә аяндап торған малҡай, ниҙер аңлағандай, хужаһының һәр әмерен үтәргә әҙер булып, күндәмләнә төшкәндәй.
Шул минутта Нурулланың Дөлдөлөн менеп, әкиәттәге батыр һымаҡ, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән тарафтарға сығып олағыу уйы ла тыуып ҡуйҙы. Тик ҡайҙа ғына ҡасаһың инде бынауы техника заманында. Бары ер шарынан төшөп ҡалып ҡына ҡотолоп булыр ине, бәлки. Әҙәм балаһының яҙмышын йыш ҡына Хоҙайҙан бикәр Ҡорһаҡ кеүек ҡуштандар, Әпкәләйҙәр, Ҡолойҙар яҙып ҡуя бит…
Иртәгә һабантуй тигән көндө ҡапҡа тышындағы почта йәшнигендә серле бер хат тапты Нурулла – конверт эсендә тәмәке төпсөгө һәм шырпы бөртөгө. Баҙап ҡалды башта. Һәм… ҡапыл башына һуҡҡандай булды – был бит сираттағы янау. Донъяң көлгә ҡалыуы ихтимал тигән шөбһә.
…Һабантуй көнө лә етте. Таң менән тороп, Нурулла Дөлдөлдөң ялдарын тараны, ҡойроҡтарын ҡупшыланы. Һабантуйға тип әҙерләгән затлы йүгәнен кейҙерҙе. Һыртына ҡашлы эйәрен һалды. Әллә… Аҡырып-аҡырып илағыһы килде Нурулланың. Их, ҡотолоу юлҡайҙарын тапһасы. Нисек ауырыу булһын инде уның Дөлдөлө. Ана бит, ҡалай мөлдөрәп ҡарап тора. Теле генә юҡ. Әллә нимәләр әйтергә теләй һымаҡ. Аласыҡҡа инеп алдан әҙерләп ҡуйған төйөнсәген алды. Дөлдөлөн етәкләп ҡапҡа яғына атлағанда теге ветеринарҙың машинаһында яй ғына үҙҙәре тапҡырынан үтеп барғаны күҙенә салынды. Темеҫкенеп, тикшереп йөрөүе инде ошаҡсының. Шуға бер аҙға ҡапҡа эсендә туҡтап торҙо.
Ауыл урамы буйлап атын етәкләп китеп барған Нуруллаға аптырап ҡараны ауылдаштары. Осрағандарға сәләм дә бирмәй, сәләм дә алмай, башын аҫҡа эйеп атлап барған ир, гүйә… был донъя кешеһе түгел ине.
Ана, һабантуй яланы. Төрлө төҫтә кейенгән халыҡ яландағы елгә тирбәлгән сәскәләр кеүек. Тауыш көсәйткес аша тоҫмалланы – байрамдың рәсми өлөшө тамамланыу алдында – баҫыу батырҙарын бүләкләйҙәр. Тимәк, ат сабышына ла оҙаҡ ҡалмаған. Йөрәге тағы ла тынғыһыҙыраҡ тибә башланы. Атын етәкләгән ир бәйге үтә торған майҙандың уң яғындағы урманға йүнәлде. Ап-аҡ ҡайындар араһындағы был икәүҙе шәйләгән кеше булманы. Ана, бәйге хаҡында иғлан итеп, халыҡты шул тирәгә саҡыралар. Инде Нурулланың да, яландағы аттарҙы күреп, бәйге сәмен тойоп алған Дөлдөлдөң дә йөрәктәре атылып сығырҙай булып тибә башланы. Бына аттар старт һыҙығына баҫты. Ул арала бәйгегә старт бирелде. Күҙ сағылырлыҡ матур эйәр-өпсөндәге Дөлдөлөнә егеттәрсә һикереп кенә менгән Нурулла ла бәйге майҙанына атылды. Уларҙы күреп өлгөргән халыҡ геү итеп ҡалды, ҡул саба башланы. Башҡа аттарҙан бер ни тиклем арттараҡ ҡалып төркөмгә эйәргән Дөлдөл халыҡ алдынан ғорур елдереп үтеп, уҡтай атылып төркөмдө ҡыуып та етте, үтеп тә китте. Өс әйләнештә лә уларҙы бер сабыш аты ла үтә алманы. Сәбәләнеп йүгергеләгән, уға туҡтарға бойороп ҡысҡырған ойоштороусылар күҙенә бер эләкте, бер юғалды улар. Финиш һыҙығын беренсе булып үткән Дөлдөлдө халыҡ көслө алҡыштар менән ҡаршы алды.
-Һай, Дөлдөл!
-Афарин, Дөлдөл!
-Ҡайһы тиклем артҡа ҡалып сығып та беренсе килде бит әле!
Ләкин Дөлдөл дә, Нурулла ла ишетмәне был ауаздарҙы. Ярһыған атының башын ауыл яғына борҙо Нурулла. Ен һымаҡ сабып барып та инделәр ауылға, аша үтеп тә киттеләр. Һабантуйға бармаған халыҡ аптырап ҡарап ҡалды арттарынан.
-Аһ-аһ, Нурулла булды түгелме был атын ен ботағы һымаҡ ҡыуған һыбайлы. Ай, әттәгенәһе, ауыл йәме булған атын эштән сығарып ҡуймаһын. Тиккә сапмаҫ был Нурулла. Әллә һабантуй бәйгеһендә еңеп, яғына һалып алдымы икән? Эсмәй тейҙәр ине лә баһа. Ғүмере эсеп йөрөгәнен күргән булманы былай. Нүжәли олоғайып барғанында яңылышып китте икән. Ат аҙғыны тайға эйәрә инде былай. Бер-бер бәйгегә сыҡҡан малай-шалай ыңғайына ҡотороп китмәһә. – Өйө янындағы баҡсала үҫкән муйыл күләгәһендәге эскәмйәлә ултырған Хәмитйән бабай урынынан ырғып тигәндәй тороп, Дөлдөл артынан ҡарай-ҡарай, үҙ алдына шулай һөйләнде.
Юҡ, ауыл осондараҡ урынлашҡан үҙенең йортона ла боролманы Нурулла. Шашҡан кеше һымаҡ, ауылдың түбән яғындағы Һандуғас шишмәһе яғына атылды был икәү. Ҡалғанын инде Нурулла үҙе лә төштәге һымаҡ ҡына хәтерләй. Мал зыяраты биләмәһендәге тимер менән уратылған дөйөм соҡор-ҡәберлек яғына күҙ ҙә һалып торманы, бер көн алдан килеп илай-илай ҡаҙып ҡуйған соҡор янына барып еткәне өҙөк-юрыҡ ҡына иҫендә. Сабып барып та етте, ярһыуы баҫылмаҫ борон ниәтен тормошҡа ашырырға ла ашыҡты – алдан һөйләшеп ҡуйған өс кешегә - бушты бушҡа ауҙарып, мәңге эске темеҫкенеп йөрөгән әзмәүерҙәй өс ауылдашына мул ғына аҡса йомдорҙо ла, төйөнсәген тотоп, башын ҡосаҡлап ауыл яғына атланы. Һандуғас шишмәһе янында ергә лып ултыра төшкән ошоға тиклем хәмер менән дуҫлығы булмаған ирҙең төйөнсәген тағатып бер яртының ауыҙын теше менән генә асып, ғотғолдата һемергәнен күреүсе булманы. Уҡалы йүгәндәре, йылҡылдап торған эйәр-өпсөнө менән бергә китте донъялыҡтан Дөлдөл. Ауыл яғына тәнтерәкләүсе аңы томаланған Нурулла шул арала күктең бер яғын ҡара болот ҡаплап, офоҡто йәшен уттары телгеләй башлағанын да аңларлыҡ хәлдә түгел ине.
…Ә ауылдың үрге яғындағы яланда һабантуй ҡыҙҙы ғына.
Нурулланың ихатаһына йәнә теге ҡуштан Ҡорһаҡ менән ауыл ветфельдшеры, башҡа эйәрсәндәре килеп тулды. Дөлдөл бәйгегә сыҡҡас уҡ бирелгән әмерҙе үтәргә ашығыуҙары инде. Нурулланың артынан тигәндәй эйәреп, уның өйөнә барғайнылар ҙа ул, тап итә алмағас, ваҡытты бушҡа әрәм итмәй, ауыл ветфельдшеры Карамдың йортона инә һалып, әҙерәк батырайтҡыс эсемлек тәмләп сыҡтылар. Һабантуйҙағы инцидент өсөн протокол төҙөп, Дөлдөлдө көс менән тартып алыу әмере бирелгән ине уларға. Йәнәһе, сирле ат сәләмәт аттар ыңғайына бәйгегә сығарылған.
Был юлы хужаларға әйтеп тә тормай, мал аҙбары яғына ыңғайлаған ҡуштандар Дөлдөл торған кәртәнең уртаһында башын тотоп ултырған Нурулланы күреп туҡтап ҡалды… Аяҡ тауышын ишетеп башын күтәргән Нурулланың әрнеү ҙә, рәнйеү ҙә, хәсрәт тә, битарафлыҡ та бергә ҡушылған ҡарашы ҡуштандарҙы өнһөҙ итте. Һүҙһеҙ аңланылар хәлде. Шул мәлдә, Хоҙай үҙенең ерҙәге бөтә хакимдарҙан да көслөрәк икәнен күрһәтергә теләнеме, Нурулла менән әпкәләйҙәр араһынан йәшен уты телеп үтте. Ҡот осҡос күкрәү яңғыраны, көслө ел ҡупты. Быға тиклем яуырғамы-юҡмы, тигәндәй, күҙ йәше кеүек кенә тамсылап торған ямғыр күнәк менән ҡоя башланымы ней. Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙың ҡайһыһы утынлыҡҡа, кемеһелер һарай ышығына йүгерҙе. Бары Нурулла ғына, йәнен әрнеткән ғәҙелһеҙлектәр ямғыр менән бергә йыуылып төшөп, бер аҙ йән һыҙлауҙары баҫылыр, бәлки, тинеме, әллә ят эсемлек шауҡымынанмы, ултырған урынынан да ҡуҙғалманы. Лыс һыу булған “чистый кожа” эшләпәһенән һарылып төшкән ямғыр тамсылары сикәләре буйлап аҡты ла аҡты. Ямғыр ҙа, йәшен дә ҡоторопмо-ҡоторҙо. Һабантуйҙың да ҡото китте, кешеләр йомғаҡлау өлөшөн дә көтмәй, машиналарына ултырып, өйҙәренә ашыҡтылар. Шайтанының беренсе урын алыуы тураһында бөтә халыҡ алдында иғлан ителеп, үҙенең сәхнәгә ғорур менеп бүләген алырын көтөп, шул минуттарҙы ҡат-ҡат күҙ алдынан үткәреп ләззәтләнеп бер булған теге йылҡылар хужаһы ла ҡиммәтле иномаркаһына йүгерҙе.
Ауыл боҙ-борсаҡлы өйөрмә эсендә ҡалды. Бармаҡ башындай борсаҡтар яңы үҫеп килгән ҡыяр, кәбеҫтә япраҡтарын тишкеләп бөттө, кемдеңдер һарай ҡыйығын, кемдеңдер аласыҡ башын дауыл алып ташланы. Бындай тәбиғәт афәтен Хәмитйән ҡарт та хәтерләмәй ине…
…Эсеп йөрөүе арҡаһында эшенән ҡыуылған теге ауыл ветфельдшеры Карам шулай ҙа, намыҫы ҡыҫтағанмылыр, түҙмәгән, бер мәл Хәмитйән аҡһаҡалдың йорто янында ирҙәр гәпләшеп ултырғанда серҙе тишә биреп ҡуйған, имеш.
-Эх, ниндәй атты бинахаҡҡа әрәм иттерҙеләр бит. Нурулла ағай алдында мәңге ғәйеплемен. Мин пешка ғына инем шул…
-Эй-й, донъя фани ғына бит инде ул. Тегенеһендә аның һинең даның да, малың да мөһим түгел, хисап бизмәненә иманың һалыныр. Шуны аңдамай бит бәғзе әҙәм балалары.
Әүәле ауыл кешеләре берҙәм булды. Хәҙер кешенең ашын ашап, аҙағынан башын ашап та ҡуялар. Ҡайҙа бара был донъя, үә-әй… Түрәлек тә мәңгелек түгел, уны теге донъяға әпкитеп булмай. Унда барыһы ла тигеҙ, мал биреп, ожмахҡа инеп булмай. Һай, шаша әҙәм балалары. Күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй донъя малы, дан артынан ҡыуалар. Нәфсе хөкөм һөргән ерҙә иманға урын ҡалмай. Дөлдөл бит ат күрке, ауыл йәме ине, - тип ҡуйған, тиҙәр, Хәмитйән ҡарт…
Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас в