Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
5 Сентябрь 2018, 11:19

Бөрйән тарихы хаҡында китап

Яңы уҡыу йылында тарих уҡытыусылары дәрестән тыш тыуған яҡты ойрәнеүҙе яңы китап буйынса ойошторасаҡ. “Дари книги” нәшриәтендә Венера Бикбаева менән Баязит Йәғәфәров авторлығында “Тыуған ерем – Бөрйән ” исемле китап баҫылды

Яңы уҡыу йылында тарих уҡытыусылары дәрестән тыш тыуған яҡты ойрәнеүҙе яңы китап буйынса ойошторасаҡ. “Дари книги” нәшриәтендә Венера Бикбаева менән Баязит Йәғәфәров авторлығында “Тыуған ерем – Бөрйән ” исемле китап баҫылды. Дәреслек тыуған яҡ тарихы, тәбиғәте, батырҙары һәм ҡаҙаныштары менән таныштыра. Төрлө практик эштәр ҙә ҡаралған. Уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эштәрен ойоштороуҙа ла был дәреслек ҙур ярҙам күрһәтәсәк. Тарих дәрестәре үткәргәндә китапты уҡытыу программаһының урындағы компоненты итеп ҡулланырға була. Был китап менән тарих уҡытыусылары үҙҙәренең методик берекмә ултырышында май айында танышҡайны инде. Китап электрон форматта Иҫке Собханғол урта мәктәбенең сайтына ҡуйылған (https://sssh.02edu.ru/school/. Учителю. Методика). Әйткәндәй, Г. Йомағолов етәкләгән был мәктәптә уҡытыусыларҙың методик яҡтан әҙерлегенә ҙур иғтибар бирелә. Барығыҙға ла мәғлүм, Иҫке Собханғол мәктәбе Рәсәй Федерцияһының 100 иң яҡшы ауыл мәктәптәре һәм инновацион технологияларҙы ҡулланыу буйынса 500 иң яҡшы мәктәптәре исемлегенә ингән. Фән-методик эштәр буйынса директор урынбаҫары Л. Черкасова уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың фәнни-тикшеренеү һәм эҙләнеү эштәрен яҡшы ойоштора һәм һәр ваҡыт контролдә тота. Яңы сыҡҡан китап та шуға дәлил.

А. ҒАРИФУЛЛИНА.

Читайте нас: