Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
16 Август 2018, 11:49

«Берәүҙе лә әйтеп, өйрәтеп, күрһәтеп яҙыусы итеп булмай»,

“15 һорау – 15 яуап” рубрикаһының сираттағы ҡунағы һүҙ бәҫен, ҡәҙерен белгән райондашыбыҙ – Яңы Усман ауылы ҡыҙы, ҡәләм оҫтаһы, бер нисә китап авторы Миләүшә Ҡаһарманова. Әлеге ваҡытта ул “Киске Өфө” гәзитендә эшләй. Миләүшәне элегерәк шағирә итеп белһәк, һуңғы бер нисә йылда ул үҙен бик талантлы прозаик итеп танытты. Уның бер-бер артлы баҫылып торған китаптарын халыҡ көтөп ала. Шулай итеп, әйҙәгеҙ, Миләүшәнең күңел донъяһына сәйәхәт итеп алайыҡ...

«Берәүҙе лә әйтеп, өйрәтеп, күрһәтеп яҙыусы итеп булмай»,

ти талантлы Бөрйән ҡыҙы, шағирә һәм прозаик Миләүшә Ҡаһарманова.

“15 һорау – 15 яуап” рубрикаһының сираттағы ҡунағы һүҙ бәҫен, ҡәҙерен белгән райондашыбыҙ – Яңы Усман ауылы ҡыҙы, ҡәләм оҫтаһы, бер нисә китап авторы Миләүшә Ҡаһарманова. Әлеге ваҡытта ул “Киске Өфө” гәзитендә эшләй. Миләүшәне элегерәк шағирә итеп белһәк, һуңғы бер нисә йылда ул үҙен бик талантлы прозаик итеп танытты. Уның бер-бер артлы баҫылып торған китаптарын халыҡ көтөп ала. Шулай итеп, әйҙәгеҙ, Миләүшәнең күңел донъяһына сәйәхәт итеп алайыҡ...

- Бала саҡ – баллы саҡ, тиҙәр. Баллы миҙгелдәреңдәге иң иҫтә ҡалған ваҡиға?
- Күп балалы ғаиләлә үҫкән ауыл балаһының тормошо күс эсендә ҡайнаған бал ҡортоноң йәйге оҙон көнө кеүектер ул. Минең кеүек дүрт ағай, өс ҡусты араһындағы ҡыҙ баланыҡы бигерәк тә. Бала сағымдың ҡайһы мәлен хәтерләһәм дә, йә бәпәй көтөп ултырам, йәки өй мәшәҡәттәре менән булам кеүек. Әммә уны ауыр йәки күңелһеҙ итеп иҫләмәйем. Мажаралары ла, ҡыҙыҡтары ла етәрлек булды. Был хәтирәләр күп кенә хикәйәләремдә сағылыш тапты ла. Шулай ҙа бер көлкө лә, көйөк тә булған ваҡиғаны йыш һөйләп көлөп алабыҙ бөгөн. Әйткәнемсә, бер өйөр малайҙар араһында үҫкәс, шуларҙың артынан йыйып-йыуып, шуларҙың тамағын ҡайғыртып ғүмер үтә. Туғыҙ йәшемдә үк икмәкте мейескә ултыртып- алыу, машинка менән кер йыуыу, ҡустыларымды ҡарау бурыстарын йөкмәп, бесән мәлендә өйҙө алып ҡала инем. Шулай бер көн бесәнсе ағайҙарым бер тау кер ҡалдырып, клубка сығыуға кейемдәрен әҙерләргә ҡушып китте. Керҙәрҙе йыуып бөтөп, кер йыуғыс машинанан һыуын ағыҙып торам. Машинка боронғоса түңәрәк, бейек. Әсәйем ҡайҙандыр яҙҙырып алған бик ҡәҙерле нәмә. Һыу ағып бөтөп барғанда, төбөндә өйөрөлмәк яһалып киткәнде ҡарап, һыу менән уйнап тора торғас, һыу китә торған тишеккә бармағымды тыҡтым да ебәрҙем. Убылды ла ҡуйҙы бармаҡ. Кире алам, тиһәм, сыҡмай. Улай итәм, былай итәм, юҡ, алып булмай! Ҡустыларым килеп булашып ҡараған була, ҡайҙа инде. Саҡырырлыҡ бер оло кеше юҡ күрше-тирәлә. Шулайтып кискә саҡлы кер йыуғыс машинаһы тотҡоно булып торҙом. Кискә бесәнселәр ҡайтып, аптырашып, әрләп тә, көлөп тә бөттөләр. Атайым, ағайҙарым алмашлап ярты төнгә саҡлы машинканы бысҡы менән игәп быстылар. Бармағым күм-күк булып шешкән ине. Әсәйемдең машинкаһын боҙғаныма борсолоп, үҙемде ғәйепле тойоп йөрөнөм аҙаҡ. Эшләй башлағас, әллә нисә төрлө машинка алып бирҙем былай...

- Ҡәләмгә тәү башлап тотоноуың ҡасан булды, ғөмүмән, ҡасандан ҡәләмһеҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмай башланың? Һиндәге тел бәҫе, һүҙ байлығы ҡайҙан йәки кемдән килә?
- Ниндәйҙер ижади эшкә тотоноп китеүҙең, үҙеңде үҙеңә асыуҙың бер сәбәпсеһе була бит ул. Мине лә әле башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ уҡытыусым Вәзимә апай асты. Йыш ҡына минән әкиәт һөйләтте, иншаларымды ҡысҡырып уҡытты. Унан шиғыр яҙҙырып ҡаратты. Мин ул ваҡытта әле уның был иғтибарын аңлап етмәй инем. Баҡтиһәң, уҡытыусым йәш сағында, беҙҙең ауылға эшкә килгән йылдары, Кәбирә өләсәйемдә фатирҙа торған һәм ул сығарған йыр-бәйеттәрҙе уҡыған, бай, йор телле булыуын белгән икән. Өләсәйемдең һеңлеһе Хәбирә инәйҙең төрмәнән яҙған шиғри хаттарын да белгән булған. Һәм миндә лә ниндәйҙер бер ижади сатҡыны аңғарғандыр, күрәһең. “Һин яҙа алаһың, яҙ-яҙ”, тип әйтә торғайны уҡытыусым. Унан миңә әсәйем һәм иң оло ағайым “яҙ” тип әйтерҙәр ине. Башҡа бер кеше лә миңә “яҙ” тимәне. Киреһенсә, “яҙма, юҡ менән булашма”, тигәндәр күберәк булды.
Йәш ваҡытта ике шиғри йыйынтығым булһа ла, мин был өлкәгә етди ҡараманым. Илһам килеп, ҡулыма ҡәләм алһам да, шиғырға ғына һыя алмай инем. Ә башҡа нәмә эшләй белмәйем. Шул һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында егерме йыллап ғүмерем шәхси ижадтан ситтә үтте. 2013 йылда тәүге хикәйәмде яҙҙым һәм шундай еңеллек, рәхәтлек кисерҙем. Һуңғы йылдарҙа инде бына ошо ижад минеке, минең юлым, теләгем, йөрәгем һауыты икәненә ныҡлап инандым.

- Тормошоңдағы иң шатлыҡлы мәл ҡасан булды?
- Иң бәхетле мәлем – әсәй булған сағым. Мин ул ике көндө бер ваҡытта ла онотмайым - ике ҡыҙымды донъяға килтергән мәлдәремде. Хатта һүҙ менән генә аңлата ла алмайым. Шундуҡ күҙҙәремә йәштәр тула. Әсәй булғандар, моғайын, мине аңлайҙыр...

- Холҡоңдағы ҡайһы сифатты үҙгәртергә теләр инең?
- Холоҡто уны Хоҙай бирәлер. Ә инде ундағы аҡ һәм ҡара бүреләрҙең ҡайһыһын нығыраҡ ашатырға икәнде инде үҙең һайлайһыңдыр. Шунлыҡтан мин холҡомдағы бер сифатты ла үҙгәртергә теләмәҫ инем. Улар минең тормоштағы төрлө ваҡиғаларҙа төрлөсә ҡулланылышҡа инә. Уҫаллыҡ та, саялыҡ та, еңмешлек тә, шул уҡ ваҡытта мәрхәмәтлек тә, илгәҙәклек тә, шаянлыҡ та бар. Һәм уларҙың һәр береһе үҙ урынында кәрәкле. Һәр хәлдә Хоҙай мине көнсөл, яуыз йәки аңра итмәгән, шуныһына шөкөр итәм.

- Бала саҡта кем булырға хыяллана инең?
- Уҡытыусы булырға. Вәзимә апай кеүек башҡорт теле уҡытыусыһы булам, тип хыялландым һәм... журналист булып киттем. Уҡытыусы һәләте булмай сыҡты миндә.

- Хоҙай кешене ергә ни өсөн яралтҡан тип уйлайһың?
- Күрәсәген күреү өсөн. Үҙенә бирелгән йәнде сыныҡтырыу, һынау, нимәләрҙәндер ғибрәт, фәһем алыу өсөн. Әлеге йәнгә аҡ көс тә, ҡара көс тә бер тигеҙ һалынған да, кеше шуларҙың ҡайһыныһын күберәк ҡулланып йәшәүҙе генә хәл итә ала. Бына ошо бер ғүмер арауығында һин шул йәнде нимә менән тултыра алаһың? Һынамаҡҡа барыһы ла... Был тема үҙе айырым фәлсәфә...

- Һине әҙәм аяғы баҫмаған утрауҙа ҡалдырып китергә теләйҙәр һәм үҙең менән иң кәрәкле өс әйбер алырға ҡушалар. Нимәләр алыр инең?
- Бындай һорауға төрлө йәштәге кеше төрлөсә яуап бирәлер. Мин, мәҫәлән, бынан бер-нисә йыл элек “мотлаҡ балаларымды алам”, тип әйтер инем. Бөгөн уларҙың үҙ аллы йәшәй алырҙарын аңлайым. Һәм әлеге мәлдә ул утрауға бик тә теләп китер. Яңғыҙлыҡта, һиллектә ләззәтләнеп йөрөр, уйланыр-уйланыр-уйланыр инем... Шунлыҡтан күп итеп ҡағыҙ һәм ҡәләм... һәм шәм алыр инем.

- Әҙәбиәттә ҡайһы жанр яҡыныраҡ: шиғриәтме, прозамы?
- Бөгөн проза яҡын. Сөнки шул жанрҙа эшләйем. Әммә интернетта ла, китап-журналдарҙа ла иң тәүҙә шиғыр эҙләп уҡыйым, шиғырҙан илһамланам.

- Алда әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ниндәйерәк әҫәрҙәр менән ҡыуандырмаҡсыһың?
- Яҙышҡанда бер–нисә әҫәрҙе параллель алып барам. Береһенән ялҡһам, икенсеһенә күсеп китәм. Шунлыҡтан әлеге мәлдә ике-өс повесть һәм бер ҙур әҫәр (жанрын әйтергә ҡыймайым әле) яҙылыу өҫтөндә. Хикәйәләр улар шулар араһындағы “ял” мәлдәре тип әйтәйем микән. Сөнки уларға тотошлайы көндө “әрәм” итмәйем.

- Һине бик уңған кеше итеп беләбеҙ: бер юлы бер нисә урында эшләйһең, бер туҡтауһыҙ әҫәрҙәрең донъя күрә... Нисек өлгөрәһең барыһына ла?
- Урысса әйтмешләй, “не скромно” булып яңғырамаһын, әммә ысынында яҙышыу миңә ауыр бирелмәй. Бары шул яҙышыуға ваҡыт һәм урын табып ултырыу ғына ауырыраҡ килеп сыға. Шунлыҡтан бөтөн был әҫәрҙәр эш араһында ғына ижад ителә. Ярай әле, эш урынымда мине аңлайҙар, бер нәмә менән дә сикләмәйҙәр, ҡаршылыҡтар тыуҙырмайҙар.
Ә былай үҙем тынғыһыҙмын. Үҙемә лә, башҡаларға ла тынғы бирмәй торғанмын. Тик торғанда йәки тик ятҡанда хатта уйлай ҙа алмайым. Бындай тынғыһыҙлыҡ эргәләгеләреңә зыян да ул – беләм. Ял етһә, ҡыҙҙарым: “Әсәй, зинһар, таңдан тороп эш башлама, китап уҡып булһа ла аҙыраҡ ятып тор”, - тип дәғүә белдерәләр. Шунлыҡтан, кис көндәре, ял көндәре буш булмау, өйҙәгеләрҙе ҡаңғыртмау өсөн, өҫтәлмә эштәр алам. Энергиям да урынлы китә, килем яғымды ла яйлай, физик шөғөлдәр башты ла ял иттерә. Ҡыҫҡаһы, шулай.

- Бөгөн йәмғиәттә һине иң борсоғаны нимә?
- “Мине был заманда шул борсой” тигәндән заман үҙгәрмәй ул. Бер заманда ла өр-яңы ауырыу ҙа, афәт тә, ҡурҡыныс та барлыҡҡа килмәй. Һәр бер бәлә һәр заманда ла булған һәм буласаҡ. Шунлыҡтан борсоған нәмәләргә фәлсәфәүи ҡарарға тырышам. Әлбиттә, бөтөн негатив күренештәр ҙә тәьҫир итә. Заманымда шундай насарлыҡтар бар, тип, ҡайғырып ултырып булмай бит инде. Иң мөһиме, үҙең шул насарлыҡҡа эйәрмә, балаларыңды эйәртмә, яҡындарыңды арала. Ҡатын-ҡыҙҙың бурысы шунан ғибарәттер, тип уйлайым. Мөмкин тиклем үҙеңде һәм башҡаларҙы ыңғайға көйләү, яҡшыраҡ, изгерәк, әҙәплерәк булыуға ынтылдырыу шарт.

- Мөғжизәләр булып, яңынан тыуырға яҙһа, тормошоңдоң ҡайһы өлөшөн үҙгәртер инең?
- Мин бөгөнгө тормошомдан, халәтемдән ҡәнәғәтмен. Әле ысынлап йәнемдең тулы һәм камил сағы. Шунлыҡтан, ғүмеремдең ҡайһы ғына ыҙанын алып ташлаһам да, ошо көнгә һәм торошҡа килеп етә алмаҫ инем кеүек. Бөтөн күргән-кисергәндәрем минең тормош мәктәбенең баҫҡыстары ул. Һәр осраған кеше һәм үтелгән мәл шәхси үҫешемдә кәрәк булған, тимәк. Был үтелгәндәр беҙҙән тормай бит, улар шулай тейеш булған. Һәм киләсәктә лә бары тейеште генә күрәсәкбеҙ, тип уйлайым мин.

- Әҙәбиәткә яңы аяҡ баҫҡан йәки баҫасаҡ йәштәргә ниндәй теләктәр әйтер инең?
- Берәүҙе лә әйтеп, өйрәтеп, күрһәтеп яҙыусы итеп булмай. Өйрәтеп һөнәрсе яһап була, оҫта яһап була, кәсепсе яһап була. Һәм яҙғандарыңды берәүгә лә көсләп уҡытып булмай. Ижад һәләте ул һинән-минән һорап килмәй, уҡыусы ла теләгәнен һинән-минән һорап уҡымай. Был бик ирекле һәм бер нәмәгә лә буйһонмай торған донъя, төшөнсәләр ул. Ярҙам, кәңәш һораған йәштәргә һәр ваҡыт теләп ҡул һуҙам, ҡулъяҙмаларын уҡыйым. Ысынлап һәләттәре һиҙелгәндәргә артабан үҫергә булышлыҡ итергә тырышам. Һәләтһеҙҙәргә лә тура әйтәм. Бәлки, шуғалыр ҙа, күптәр һүҙ күтәрмәй. Йәштәр бит улар шундай максималистар. Үкенескә ҡаршы, телде белеп, аңлап, тойоп яҙған йәштәр бик аҙ.

- Ҡайһы шиғырың “визит карточкаң” кимәлендә күңелеңдә йөрөй йәки һинең асылыңды әйтеп бирә?
- Шиғыр, тип... мин үҙемде шағирәгә һанамайым. Бер шиғырымды ла яттан белмәйем. Кеше алдында шиғыр уҡымайым да. Шиғырҙар ул минең ҡапыл түгелеп, йомшарып киткән мәлдәрем генә.

- Бөгөнгө китап уҡыусы тураһында нимә әйтә алаһың?
- Бөгөнгө уҡыусы шундай һиҙгер, ҡыйыу, дөрөҫлөк талап итә белә торған йәмғиәт ул. Үрҙә әйткәнемсә, уҡыусыны юҡ-бар менән алдаштырып та, көсләп яраттырып та булмай. Ул бөгөн берҙән-бер ирекле судья. Яҙыусыны йәшәтә лә, үлтерә лә ала уҡыусы. Һәр ҡәләм тирбәтеүсенең үҙ уҡыусылары булған кеүек, минең дә уҡыусыларым бар. Улар минең өсөн бик тә ҡәҙерле. Интернеттағы битем аша ла фекерҙәрен, теләктәрен белдереп яҙалар. Барыһын да ишетәм, тыңлайым, яуап бирергә тырышам. Улар мине эшләтеүсе бер көс тә. Әле бөгөн генә берәү һылап-һыйпап тормайынса, ябай ғына итеп: “Битегеҙҙә нисә көн уже быҙау тора, ҡасан яңы нәмә була?” тип тура яҙып ебәргән. Шунан нисек итеп яҙмайһың инде?

- Миләүшә, ихлас яуаптарың өсөн рәхмәт! Ижад толпарың киләсәктә лә арыу белмәһен, ярһыу булһын!

Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: