Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
12 Февраль 2018, 13:52

2018 йылда бер төркөм Башҡортостан яҙыусыларының юбилейҙарын республика кимәлендә билдәләйҙәр

Башҡортостанда 2018 йылда ниндәй яҙыусыларҙың юбилейҙары билдәләнәсәге асыҡланды. Республика Хөкүмәтенең бойороғо рәсми интернет-порталында баҫылып сыҡҡан.

Башҡортостанда 2018 йылда ниндәй яҙыусыларҙың юбилейҙары билдәләнәсәге асыҡланды. Республика Хөкүмәтенең бойороғо рәсми интернет-порталында баҫылып сыҡҡан.



Башҡортостан Яҙыусылар союзының башланғысы буйынса, 2018 йылда Назар Нәжмиҙең, Яҡуп Ҡолмойҙоң, Ибраһим Ғиззатуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған әҙәби саралар үтә. Шулай уҡ республика Мәрйәм Бураҡаеваның 75 йәшен, Фәрит Әхмәҙиевтың һәм Айһылыу Ғарифуллинаның 50 йәшен байрам итә.


Яҙыусылар союзы юбилей сараларын Дүртөйлө, Ишембай, Ейәнсура, Бөрйән райондары һәм Өфө ҡалаһы хакимиәттәре менән берлектә ойоштора. Юғары һәм урта белем биреү йорттарына, дөйөм белем биреү учреждениеларына, китапханаларға яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың тормош һәм ижад юлына арналған әҙәби кисәләр, тематик дәрестәр, уҡыу конференциялары, күргәҙмәләр уҙғарырға йөкләмә бирелгән.


Документҡа ярашлы, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың тормошон һәм ижадын республика киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыуҙы тәьмин итәсәк. Яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың юбилейҙарына арналған сараларҙы үткәреү менән бәйле сығымдарҙы республиканың Мәҙәниәт министрлығы күтәрә.



Читайте нас: