Ҡояш көлтә-көлтә алтын нурҙарын ергә һибә лә һибә, наҙлы ел ағас япраҡтарын иркәләй, ә улары, оялсан ҡыҙҙар кеүек, шыбырлашып ҡына бер-береһенә сер һөйләйҙәр. Сағыу сәскәләр төҫлө күбәләктәр, нәҡ тә баҫтырышмаҡ уйнаған күңелсәк балалар инде, шашынып, әле бер сәскәгә, әле икенсеһенә осоп ҡуналар. Сиңерткәләр сыр–сыр килеп үҙ көйҙәрен һуҙалар. Ҡайҙалыр кәкүк саҡыра. Тәбиғәттең моңға сорналған илаһи бер мәле, әйтерһең дә, бар йән эйәһе оркестрҙа уйнай.
Юлдан аяҡ-ҡулдары ептәй генә хәлһеҙ малайҙы етәкләгән ун ике-ун өс йәштәр самаһындағы ҡыҙ килә. Ул елпенеп осоп йөрөгән күбәләктәрҙе лә күрмәй, ҡоштар һайрағанын да ишетмәй. Йөҙөндә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡайғы-хәсрәт ярылып ята. Ул: “Ҡустыҡайым, һинең менән тағы ла әҙ генә булһа ла бара бирәйем дә...” – тип, туҡтап, бер аҙ хәл йыйып тора ла, йәнә шул уҡ һүҙҙәрҙе эстән генә ҡабатлап, юлын дауам итә. Тормошҡа ашырасаҡ яман уй-ниәтен күҙ алдына килтереп, йөрәге һыҙлап ярылырҙай булып тибә, ҡустыһының ҡулын ҡыҫып-ҡыҫып тотоп ала. Нисә көн инде һыҡтап илауҙарынан күҙҙәре шешенеп, бер туҡтауһыҙ субырлап аҡҡан йәштәренән биттәре ярылып бөткән. Ә бала апаһының ниндәй уйҙар менән үҙен урманға алып китеп барыуын аңламай ҙа, башын эйеп, көс-хәлгә генә һөйрәлеп бара. Дөрөҫөрәге, уйларлыҡ хәлдә түгел ул, нисә көн инде ауыҙына бер семтем дә ризыҡ ҡапҡаны юҡ.
Бына бер ҡошсоҡ, ояһына кешеләр яҡынлашҡанына хәүефләнеп, әсе итеп сырылдай башланы. Ҡыҙ әкрен генә башын күтәрҙе. Ҡошсоҡ өйрөлөп-өйрөлөп осоп йөрөнө лә, суҡышындағы емен балаларына йәһәт кенә ҡаптырып, тағы фырлап осоп та китте. “Тәбиғәттә барыһы ла үҙ урынында шул. Ана бит ҡоштоң ҡошо ла балаларын ҡурсып, ҡайғыртып тора, ауыҙҙарына емен ҡаптырҙы ла осоп та китте. Ошо бәләкәй ҡошсоҡтай ҙа хоҡуҡтары юҡмы ни минең атайым менән әсәйемдең был фани донъяларҙа? Беҙ, әҙәм балалары, тәғәм ризыҡ та таба алмай зар-интизар булабыҙ. Хәлкәйҙәребеҙгә генә керер кеше юҡ шул. Йә, Хоҙайым! Ниңә әҙәм балалары бер-береһенә шул тиклем мәрхәмәтһеҙ, аяуһыҙ булалар икән? Эй кешеләр, ни гонаһыбыҙ бар ине беҙҙең һеҙҙең алдығыҙҙа? Аслыҡтан, сараһыҙлыҡтан, был ыҙаларҙың, йәберләнеүҙәрҙең сикһеҙлегенән, ғәзиз ҡустымды, Әбделхайымды, әсәкәйем урманда ҡалдырып китергә ҡушты бит. Баламдың аслыҡтан ғазапланып, күҙемә ҡарап тилмереп үлеүен күрмәйем, һис юғында ҡалған икәүһен тере алып ҡалайым, тигәндер инде. Гонаһ ҡылырға китеп барам бит. Ни йәнем менән ғәзизкәйемде ҡара урманда ташлап ҡалдырып китермен икән? Ниҙәр генә ҡылайым һуң? Кисер мине, ҡустым. Йә, Аллам, ҡустымды бәлә-ҡазаларҙан һаҡла, йыртҡыс тештәренә дусар итмә. Йә, Раббым, был афәттәрҙән ҡотолоу юлҡайҙарын күрһәтһәң икән...” – тип үкһеп илап ергә һығылып төштө лә устарына үләндәрҙе йомарлап йолҡоп алды. Бала ла апаһының эргәһенә һуҙылып ятты ла хәлһеҙлектән күҙҙәрен йомдо. Улар шул килеш күпме ятҡандарҙыр, Хоҙай үҙе генә белә. “Туҡта, таныш тауыш ишетелә түгелме? Атайымдың тауышына оҡшаған дабаһа. Булмаҫтыр, был мөмкин дә түгел”, - тип, һиҫкәнеп китте лә ҡыҙ күҙҙәрен асты. Ир кеше һөйөклөләрен ҡосағына алып торғоҙоп ултыртты:
- Хәйбәм, Әбделхай балаҡайҙарым, һеҙ, минең ҡайтып килгәнде йөрәгегеҙ һиҙеп, ҡаршы килдегеҙме? Ҡайһылай ғына йонсоғанһығыҙ, - тип бите буйлап тәгәрләгән эре–эре әсе күҙ йәштәрен һөртөп алды. Ҡыҙ ни әйтергә лә белмәне, башын түбән эйеп, ҡарашын йәшерҙе. Малай хәлһеҙ генә ҡулдары менән атаһының муйынына һарылды ла башын күкрәгенә һалды. Ир ҡәҙерлеләрен күкрәгенә ҡыҫып һөйләне лә һөйләне:
- Бына, Хоҙай насип иткәс, ҡайтып киләм бит әле, балаҡайҙарым. Тәҡдиреңә яҙылғанды күрмәйенсә, гүргә кереп булмай, тигәндәр боронғолар. Сабыр булайыҡ, балаҡайҙарым. Ни хәтлем ауыр булһа ла, был һынауҙарҙы еңеп сығырбыҙ, Аллаһ бойорһа. Һеҙҙең киләсәгегеҙ яҡты, матур булыр.
...Был яҙғандарым Үрге Нөгөш ауылының указлы муллаһы Нәбиулла Усмановтың, ғаиләһенең әсе яҙмышының бер эпизоды ғына.
Атайымдың кескәй генә сағынан зиһенле, хәтерле, кешеләргә иғтибарлы булыуы мине һоҡландыра. Бер ваҡыт ауылға ҡайтҡанымда:
- Ямашта указлы мулла Нәбиулла Усманов йәшәй торғайны. Үҙен, ғаиләһен ни хәтле ыҙалатһалар ҙа, балалары ниндәй һәйбәт кешеләр булып сыҡтылар бит. Яҙ һин, ҡыҙым, улар тураһында. Золом ҡорбаны булды ул Нәбиулла мулла. Шул фажиғәле замандарҙа һәләк булған кешеләр онотолмаҫҡа тейеш, - тигәйне атайым.
Сәғитов Әбделҡәйүм, Сәғитов Хаммат, Хәлитов Әнүәр, Әхмәтов Ғатаулла олатайҙарҙы золом упҡыны йотҡанын беләм, ә бына Нәбиулла Усманов тигән кешене тәүгә ишетеүем. Ғәлиәкбәрҙә лә, Ямашта ла ундай фамилиялы кешеләрҙе ишеткәнем дә, күргәнем дә булманы. Атайымдың һоҡланып, балалары ниндәй һәйбәт кешеләр булып сыҡтылар бит, тип ҡабат–ҡабат әйткән һүҙҙәре миндә ҡыҙыҡһыныу уятты.
- Нәбиулла мулла һарыраҡ, бәләкәсерәк кәүҙәле бабай ине. Ауылыбыҙҙан Ғәбитов Әхмәҙулла, Әхмәтов Хәлил ағайҙар тәүге белемде унан алғандар. Ҡатыны Зөбәйҙә инәй - Байназар ауылының указлы муллаһы Үтәбаев Мәхмүт Йомағужа улының ҡыҙы. Уларҙың Хәйбә, Әбделхай, Әбдразаҡ исемле балалары бар ине. Нәбиулла мулланың бар ғына байлығы: 2 аты, 3 һыйыры, бер самауыры булды, - тип һүҙен дауам итте атайым. – Бөтә малын колхозға тартып алдылар, бер нәмәһеҙ тороп ҡалды. Үҙен колхозға ағза итеп тә алманылар, яңғыҙаҡ булды. Етмәһә, ҡутарғанса налог һалдылар. Кәсеп иттеме икән, нисек булһа ла, налогты түләй торғайны. Малдары булмаһа ла, үҙҙәре ауыл кешеләре менән бергә йәйләүгә күскән була торғайнылар. Әсәйем минән уларға һөт биреп ебәрер булды.
Әйткәндәй, Марсель Ҡотлоғәлләмовтың “Выше гор - только люди” китабында: “Төрлө йәмәғәт ойошмаларынан һайлауҙар ваҡытында тауыш бирергә хоҡуҡтары булған кешеләрҙең исемлеге төҙөлдө. Совет власына ҡаршы сығыуҙары, яуызлыҡтар эшләүҙәре тураһында документтарҙа бер ниндәй ҙә мәғлүмәттәр күрһәтелмәһә лә, утыҙ һигеҙ йәшек Ғәлиәкбәр ауылы муллаһы Хәлитов Әнүәр, шундай уҡ статус менән уның тиңдәше - Үрге Нөгөштән Усманов Нәбиулла, Аҫылғужин Ғиниәт һайлаусылар хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгәндәр исемлегенә керетелгәндәр”, - тигән юлдар бар. Архивта Нәбиулла Усманов тураһында ике төрлө документ һаҡланған:
Родился в 1892 г., д. В. Нугуш, Бурзянский р-н БАССР; башкир; образование среднее; б/п; мулла.
Арестован 17 апреля 1931 г.
Приговорен: обв.: по ст. 58-10, 58-11, 58-13.
Приговор: к лишению свободы на 5 лет. Реабилитирован 28 августа 1989 г.
Усманов Набиулла Хайруллович
Родился в 1895 г., д. Кабясово, Бурзянский р-н БАССР; башкир; образование среднее; б/п; с-з НКВД, сторож овцефермы.
Арестован 26 декабря 1937 г.
Приговорен: , обв.: по ст. 58-2, 58-7, 58-8, 58-9, 58-10, 58-11.
Приговор: к ВМН Расстрелян 1 марта 1938 г. Реабилитирован 11 сентября 1959 г.
Был ике документта бер үк кеше тураһында һүҙ бара тип әйтергә була - Нәбиулла Усманов ике тапҡыр ҡулға алынған. Элек административ бүленеш тә икенсе төрлө булған, Кәбәс ауылы Бөрйән районына кергән. Нәбиулла Усманов сығышы менән Кәбәс ауылыныҡы булғандыр, тип уйларға ҡала. Бер ваҡыт Ямашта булғанда, Уйылдан бабайҙың ҡыҙы Зәйнәп инәйҙе осратҡайным, ул миңә:
- Нәбиулла мулла сығышы менән Кәбәс ауылыныҡы, Ямашҡа үҙе менән ата-әсәһен дә күсереп алып килгәйне. Бәләкәйерәк кәүҙәле ине. Балалар уҡытты, атайым мәрхүм мәзин ине, аҙан әйтеп кешеләрҙе мәсеткә саҡырҙы. Аныҡ ҡына әйтә алмайым: 1930-1931 йылдар тирәһе инеме икән, Нәбиулла мулланы ғаиләһе менән ауылдан ҡыуҙылар, ҡырҙа үлде инде ул, - тип һөйләгәйне.
Эйе, муллаһын ҡыуғас, мәсетенең манараһын да емереп төшөрәләр. “Беҙ, бала-сағалар ҙа, мәсеттең манараһын ҡолатып төшөргәндәрен аптырап тамаша ҡылып ҡарап торҙоҡ. Бала булһаҡ та, ниндәйҙер йәмһеҙ, төҙәтә алмаҫлыҡ хата, гонаһ эшләнгәне тойолоп, күңелгә ауыр ине. Бына манараһы менән бергә айы ергә төштө лә юғалды ла ҡуйҙы. Алтын булдымы икән әллә, тип эҙләп ҡаранылар – тапманылар”, - тип һөйләне атайым.
Һуңынан мәсетте емереп, һаллап, ялан яғына сығарып һатырға булалар. Һата алмай оҙаҡ ҡаңғыралар, Мәләүез районының Дарьино тигән ауылында бушҡа тигәндәй биреп ҡалдыралар.
Ололарҙың һөйләүе буйынса, ауылдан ҡыуылғас, Нәбиулла мулла, яҡлау эҙләп Байназарға ҡайныһына бара. Бер ямандың кәсәфәте мең кешегә бәлә килтергән заман булған шул. Күп тә тормай, Нәбиулла мулланы ҡулға алалар. Ҡайныһының да хәле бик аяныслы була. Мәхмүт мулла өйөнән генә түгел, хатта тыуған ауылынан да ҡыуылған икән. Нәби ауылының бер кешеһе беҙҙең ауылдың муллаһы булырһың, тип алып ҡайтып, үҙенең мал өйөндә йәшәргә урын бирә, ләкин унда ла тыныс ҡына йәшәргә насип булмай шул Мәхмүт муллаға. Яман кеше йән ҡыҙғанмаҫ, тигәндәр боронғолар. Өй хужаһының күршеһе: ”Әгәр ҙә Мәхмүт мулланы өйөңдә йәшәтһәң, түрәләргә әйтермен, үҙеңдең башыңды ла төрмәгә тығырҙар”,- тип янай. Яла теле йылан ағыуынан да яман. Һәр кемгә үҙ башы ҡәҙерле. Мәхмүт мулла ейәне Әбделхай менән сығып китергә мәжбүр була. Олатай менән ейән зыярат ҡаршыһына ҡыуыш ҡороп, шунда йәшәй башлайҙар. Үҙәктәргә үтерлек көҙгө ҡаты һыуыҡ көндәргә тиклем шул ҡыуышта көн күрәләр улар. Мәхмүт мулла һыуыҡ үткәреүҙән ауырып һәләк була. Ул Нәби ауылының оло зыяратында ерләнгән.
Ғаиләнең ҡалған ағзаларына ла көн күреүе бик ауыр була. Яҡындарын юғалтыу ҡайғыһы йөрәктәрен өтә. Зөбәйҙә инәйгә, берҙән, мулла ҡыҙы, икенсенән, мулла ҡатыны булараҡ та бик ныҡ ауырға тура килә. Эш бирмәй ҡаңғырталар. Яҙмышы ҡайғы-хәсрәттәрҙән генә туҡылған Зөбәйҙә инәй ҡырҡ һигеҙ йәшендә генә сыйҙым киткән мәлдә, йылға аша ферманың башмаҡтарын ҡыуып сығарғанда, үҙе лә һыу кисеп, һыуыҡ үткәреп, ауырып үлә. Хәйбәһе ун алты йәшенән генә Аҙанғолов Мөхәррәм тигән кешегә тормошҡа сыға. Әбделхайы менән Әбдразағы Хәйбә ҡыҙының ҡулында ҡала. Апай кешегә Күркәтауҙа ағас ҡырҡырға, колхозда ҡарауылсы, бейә, һарыҡ көтөүсеһе, аш бешереүсе лә булып эшләргә тура килә. Ҡана йылғаһы буйлап һал ағыҙғанда хатта ағып китә яҙа. Яҙмыш ҡушыуы булғандыр инде, Хәйбә инәй менән ире Мөхәррәм бабайҙың тормош юлдары айырыла, шулай булһа ла, килен менән ҡәйнә әсәле-ҡыҙлы һымаҡ бик татыу йәшәйҙәр. Ҡустыларын, үҙенең балалары Сәмиғаны, Сәйетте аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡәйнәһе Өмөниса инәйҙең ярҙамы ҙур була.
- Бәләкәй генә келәттең дүрт мөйөшөндә әсәйемә трудоденға бирелгән һоло, арыш, бойҙай, тары ярмалары менән тулы ҙур көбөләр ултыра торғайны. Өләсәйемдең ҡул тирмәне булды. Шул ярмаларҙы тартып, беҙгә икмәк, көлсә бешереп ашатыр ине. Ағайымдар әсәйем менән өләсәйемә рәхмәт уҡынылыр, хөрмәт иттеләр. “Мин булмаһам, Ғоморҙаҡ, Мәхмүт, Ишбулдылар ҙа астан үлеп бөтөрҙәр ине”, - тип әйтә торғайны әсәйем, - тип һөйләне Хәйбә инәйҙең ҡыҙы Сәмиға апай.
...Әбделхай бабай менән Әбдразаҡ бабайҙың фото рәсеменә ҡарайым да (һүрәттә)уйҙар сөңгөлөнә сумам. Улар яҙмышы – бөтә ил яҙмышы. Бәләкәй генә көйө иңдәренә ишелеп төшкән аслығын да, юҡлыҡ михнәттәрен дә, йәберһетелеү-кәмһетелеүҙәрҙе лә, ғәзиздәрен юғалтыу ҡайғыларын да кисерһәләр ҙә, бөгөлөп төшмәгән, тештәре, тырнаҡтары менән йәшәргә тырышып ятҡан көслө рухлы бабайҙар! Йөҙҙәрендә тормошҡа оло һөйөү, рух ныҡлығы, ихтыяр көсө балҡып тора. Улар, ҡараңғылыҡты еңеп, асфальтты тишеп, яҡтыға үрелеп үҫеп сыҡҡан матур гөлдәргә оҡшағандар. Ундай кешеләрҙе ир арыҫланы – таң сулпаны, тип йөрөтәләр.
Усманов Әбделхай Нәбиулла улы хәрби хеҙмәт кешеһе була, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. “Дошмандарҙы дөмөктөрөп, Рейхстагтың үҙенә барып индек. Аяҡ баҫыр урын юҡ, үлеләрҙе тапап үтәбеҙ. Мәхмүт олатайым менән атайымдың рухтары, Уйылдан бабайымдың доғалары шул ҡаты һуғыштарҙан иҫән–һау әйләнеп ҡайтырға ярҙам иткәндер инде”, - тип һөйләр булған ул. Һуғыштан һуң запастағы офицер, Ульяновск хәрби училищеһы преподавателе Әбделхай бабай йәш быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Ә Әбдразаҡ бабай оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡта химзаводта инженер–технолог, парторг булып эшләй. Хәйбә инәйҙең улы Аҙанғолов Сәйеттең улы Илһам Аҙанғолов - Әбделхай бабаһы кеүек хәрби кеше. Ул Әлкәлә хеҙмәт итә. Инәйебеҙҙең ҡыҙы Сәмиға апай хәләле Марс ағай Баязитов менән матур-матур балалар үҫтергәндәр. Кеше ғүмере тик шатлыҡтарҙан, ҡыуаныстарҙан ғына торһа икән дә. Ҡаты һынауҙары ла күп шул уның. Сәмиға апайға ла үҙ ғүмерендә ҡыҙҙарының фажиғәле үлемен, тормош иптәшен юғалтыу ҡайғыларын кисерергә тура килгән. Утыҙ йыл ғүмерен Байназар мәктәбендә балалар тәрбиәләүгә бағышлаған Сәмиға апай хәҙерге көндә хаҡлы ялда, ағинәйҙәр ойошмаһының әүҙем ағзаһы. Нәбиулла мулланың балалары һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын тапҡандар, матур итеп донъя ҡороп, балалар үҫтергәндәр, лайыҡлы ғүмер кисергәндәр. Ҡайғы-һағыштарҙы ғәйрәтлеләр генә еңеп, тормоштан йәм табып йәшәй ала.
Шәһүрә Әхмәҙиева.
Учалы районы.