Ижадҡа ынтылған кешеләр элегерәк үҙҙәренең күңел емештәрен ҡалын дөйөм дәфтәрҙәргә яҙып барһа, хәҙер компьютерҙа баҫып, яҙмаларҙы китап рәүешендә сығартып алыу мөмкинлеге лә бар. Тап ошо юл менән үҙҙәренең ижад емештәрен балаларына, туғандарына иҫтәлек итеп ҡалдырыусылар арта бара. Гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы, Ҡолғана ауылында йәшәүсе Зәйтүнә Айытбаева йыл аҙағында үҙенең “Ғүмер көҙөндә” тип аталған икенсе китабын сығарып, ижадын яратҡандарҙы һөйөндөрҙө. Шулай уҡ Ғәлиәкбәрҙә йәшәүсе әүҙем хәбәрсебеҙ Исмәғил Яманаевтың да балалары атайҙарының төрлө йылдарҙа район гәзитендә донъя күргән мәҡәләләрен бергә туплап, “Тауҙарҙан бейек КЕШЕ” тип исемләнгән йыйынтыҡ итеп сығарҙылар.
“Ғүмер көҙөндә” йыйынтығына авторҙың хикәйәләре, үҙе ишеткән мәҙәк хәлдәр тураһында яҙмалары һәм шиғырҙары ингән.
“Тауҙарҙан бейек КЕШЕ” йыйынтығы “Кеше матур эше менән” (ҡурсаулыҡҡа арналған мәҡәләләр) һәм “Һеҙҙең менән ғорурланам” (һуғыш һәм тыл ветерандары, арҙаҡлы кешеләр, хеҙмәт алдынғылары хаҡында) тигән ике бүлектән тора.
Ижад ҡомары менән йәшәгән райондаштарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм алдағы көндәрҙә лә илһам толпарында булыуҙарын теләйбеҙ!