Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
18 Ғинуар 2018, 18:32

Атай ҡыҙы

…Урындыҡ өҫтөнә йәйелгән ашъяулыҡты уратып ултырған өс кешенең дә күҙе атаһы Фәтхетдиндең берсә тубығына таянып, берсә алдына менеп ултырып, атай наҙына ҡойоноуҙан йөҙөнән йылмайыу китмәгән һөйкөмлө ҡыҙ балала, кескәй Рәхимәлә.

…Урындыҡ өҫтөнә йәйелгән ашъяулыҡты уратып ултырған өс кешенең дә күҙе атаһы Фәтхетдиндең берсә тубығына таянып, берсә алдына менеп ултырып, атай наҙына ҡойоноуҙан йөҙөнән йылмайыу китмәгән һөйкөмлө ҡыҙ балала, кескәй Рәхимәлә. Самауыр төбөндәге әсәнең, Ғәйнихаяттың да, йөҙө шатлыҡтан балҡый. Атай менән әсәй донъя мәшәҡәте менән булғанда ейәнсәренең бер аҙымын да күҙ уңынан ысҡындырмаған Рабиға өләсәй ҙә сәйен һемерә-һемерә уларҙың шатлығынан кинәнес кисерә… Атаһының эштән ҡайтҡанын дүрт күҙ менән көтөп ала ҡыҙсыҡ, атаһы булмаһа, уны ашъяулыҡ янына ултыртырмын, тимә.

Ошо бәхетле минуттарҙы йыш иҫенә төшөрә инде етмешенсе тиҫтәһен ваҡлаусы Рәхимә Фәтхетдин ҡыҙы Муллағолова. Их, шул бәхетле мәлдәрҙе тағы бер генә татырға ине.

Иркә ҡолонсаҡ

- Мин әсәйгә ҡарағанда ла атайҙы нығыраҡ яраттым, ахыры. Үҙем дә көслө, дәү кәүҙәле булыуы арҡаһында Айыу Фәтхетдин тигән ҡушамат алған атайымдың һөйөү-наҙына ҡойоноп үҫтем. Ул миңә бер ваҡытта ла исемем менән өндәшмәне, ҡыҙым, ҡолонсағым, алтыным, бәпесем тигән һүҙҙәре әле лә ҡолаҡ төбөмдә сыңлап торғандай. «Рәхимә» тип өндәшә икән, тимәк, миңә нимәгәлер көйә тип уйлап, тертләп китә инем.

Шулай көтөп кенә алынған берҙән-бер ҡәҙерле бала булып үҫеү бәхеттәре яҙҙы. Ул ваҡыттарҙағы ваҡиғалар өҙөк-өҙөк булып хәтеремә йыш төшә.

Йәй етһә, атай менән әсәй, бөтә ауыл кешеләре кеүек, колхоз малдарына бесән әҙерләү өсөн звеноға ҡуна китә ине. Әлбиттә, мине лә үҙҙәре менән алалар. Йәй буйы тиерлек шулай ҡыуышта йәшәйбеҙ. Атай менән әсәй бүтән колхозсылар менән ярышып бесән саба. Мин бер ҡулыма ҡайраҡ, икенсеһенә һыулы баҡырса тотоп, бакуй һайын уларға эйәреп йөрөйөм. Ундағы ярыш сәме, ағай-апайҙарҙың мәрәкәләшә-мәрәкәләшә ярышып салғы шыжлатыуы һаман күҙ алдымда. Атайымдың, көслө, дәү кешенең, бакуйы ла алымлы, тиҙлеге лә шәп, ул ал бирергә уйламай ҙа. Уның өсөн ҡыуанам, ә арттараҡ барған әсәйем өсөн ҡайғыра, артынан килеүселәрҙең, юл бир, атыу үксәңде сабам, тиеүҙәренән ҡурҡа, хатта сәмләнә башлайым. Ярай әле, атайым үҙ бакуйын сыҡҡас, әҙ булһа ла ял итһен, тигәндер инде, әсәйемдең бакуйын үҙе бөтөрөп ҡуя.

Хәтер һандығымда йәнә бер күренеш һаҡлана. Беҙ, бәләкәй генә ҡыҙҙар, көйәнтәләп һыу ташыйбыҙ. Һыу юлы оҙон ғына. Һығыла-бөгөлә атлап, яурыныбыҙ талһа, һыулы биҙрәләребеҙҙе ултырта-ултырта ҡайтабыҙ. Шул мәлдә олораҡ инәйҙәр һыу көйәнтәләп ҡайтып барһа, тиҙ генә биҙрәләребеҙҙе ултыртып тороп, уларҙың һыуын алып барып бирәбеҙ. Эй ҡыуана торғайны ауылым инәйҙәре шул мәлдәрҙә… Бәхетле бул, бигерәк изгелекле балаһың инде, тип арҡанан һөйөп ҡалыуҙары иҫтә. Шөкөр, шул инәйҙәрҙең дә рәхмәте ғүмер юлымда бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап йөрөтәлер.

Беренсе синыфты бөткәс, һабантуйға барғаным иҫтә. Иҫтә генә лә түгел… Атай ат егеп йөрөһә лә, ул ваҡытта техника танһыҡ булғас ней, бүтән ҡыҙҙар менән “Беларусь” тракторының арбаһына ултырып барырға йүгерҙем. Тракторист ағай, тракторым төҙөк түгел, төшөгөҙ, тип ҡарай, ҡайҙа ул, сат йәбешкәнбеҙ. Яңы Монасип менән Нәби араһындағы Айыуҙы тигән урында трактор тәгәрәп китмәһенме. Арбаһы ҡайынға һуғылған. Ул фажиғәлә 4 бала һәләк булды. Өҫтәүенә, өсәүһе бер ғаиләнән ине. Мин дә арба аҫтына инеп барғанмын. Фитрат ағай Баймырҙин, Фәтхетдин ағайҙың бер генә бөртөк балаһы, тип уйлап, йән көсөнә мине һөйрәп алып өлгөргөн. Һуңынан атайым менән әсәйем уны саҡырып ҡунаҡ иткәне хәтерҙә. Әлеге аварияла минең һабантуйға кейеп китеп барған күлдәгем йыртылды. Былай ҙа әсәйем, атлы ҡаҙаҡ һымаҡ буйы менән күлдәк йыртаң да йөрөйөң, тип әрләй. Мине Гөлнәҙек инәйгә алып барҙылар. Аварияла эш юҡ, мин инәйгә, әсәйем туҡмай атыу, күлдәгемде тегеп бир, тип илайым. Инәй миңә үҙенең бер халатын кейҙереп ултыртып тороп, күлдәгемде йүрмәп бирҙе.

Тракторҙан ҡала биреп ат егеп килә ятҡан атай менән әсәйҙең, авария булған урында мин күренмәгәс, йөрәктәре ярыла яҙған. Мине тапмағас, атай, Рәхимә үлһә, икебеҙ ҙә бергә үләбеҙ, тип атына йән асыуына һуғып ебәргән. Арбанан ҡолап ҡалған әсәй, һораша торғас, минең ҡайҙа икәнде белгән һәм Гөлнәҙек инәйҙәргә килеп инде. Уны күргәс, әсәй, минең күлдәк йыртылды, тип илап ебәрҙем. Ул мине ҡосаҡлап илай башлағас, йыртылған күлдәк өсөн илай икән тип, уға ҡушылып ярһыбыраҡ илайым. Шул минуттарҙы ла һағынам… Үҙем күптән әсәм йәшен үтһәм дә, әсәй йылыһын һаман һағынам…

Атай абруйы

7-8 кластарҙа ҡышҡы каникул осоронда һауынсы апайҙарҙы ял иттереп, һыйыр һауып, йәйҙәрен звенола ятып бесән эшләп, эштә бешегеп үҫә яңғыҙ бала. Октябрят, пионер, комсомол булып йөрөгән мәлдәрен дә һағынып хәтерләй ул.


Салехард ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙы Ләйсән:

- Әсәйем беҙҙе әрләп өйрәтмәне, мәҡәл менән тәрбиәләне. Студент саҡта әсәйҙән һорап дискотекаға сыҡтым. Ул әйткән ваҡытта түгел, таңға ғына ҡайтып индем. Ә Өфөгә китергә машина көтөп тора. Шул мәлдә әсәй әрләһә еңелерәк булыр ине. Юҡ, әрләмәне, уҫал итеп ҡараны ла, ышанған тауҙа кейек булмай, тиҙәр, балам, ә мин һиңә ышанғайным, тине. Эстән генә, әсәй, ул тауҙа кейек булыу ғына түгел, үрсер әле, тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем. Бөгөн үҙенән һорағым килә: ышанған тауыңда кейектәр бармы, әсәй?

- Ул ваҡытта атай абруйы көслө булған икән, тейем. Телевизор тигән нәмә юҡ, ауыл клубында аҙнаһына өс тапҡыр балалар өсөн кино күрһәтелә. Ул киноға барыу өсөн рөхсәт алыу үҙе бер мажара. Әсәйҙән рөхсәт һораһаң, атаңдан һора, тип атайға ҡарай. Атай башта, ҡана, дневнигыңды күрһәт әле, тей. Шым ғына көндәлегеңде һуҙаһың. Берәй “3”-лөң булһа, бөттө. Киноға юл ябыла. Ниндәй генә иркә, яңғыҙ бала булһаң да, атай һүҙе – һүҙ! Уның абруйын бала алдында әсәй күтәргән икән дә баһа. Ата-әсәйемә эшкә, тәртипкә өйрәтеп үҫтергәндәре өсөн ғүмерем буйы рәхмәтлемен.

Йәнә бер эпизод. Ҡышҡы кистәрҙә ай яҡтыһында сана шыуырға сығабыҙ. Их, шул мәлдәрҙең сихрилеге, матурлығы. Ауыл балаһы көндөҙ бушамай бит: төшкә тиклем мәктәптәһең, унан ҡайтҡас, мал ҡарашыу, өйгә утын, һыу ташыу, өйҙө йыйыштырыу, дәрес әҙерләү һ.б.

Белем эстәү

- Элек бала-сағаның эше күп булһа ла, уҡыуға ла теләк көслө булды. 9-10-сы кластарҙы Байназарҙа интернатта ятып уҡыныҡ. Беҙҙең менән Фәрзәнә исемле ҡыҙ ҙа бар ине. Ул бигерәк ныҡ тырыш булды. Кистәрен һуҡыр шәм яҡтыһында дәрес әҙерләйбеҙ. Фәрзәнә беҙ ятҡас та ултырып ҡала. Бер көндө иртәнсәк торһаҡ, ул һаман дәрес әҙерләп ултыра. Был бер ваҡыт беҙгә ҡарап көлә башланы. Беҙ унан көләбеҙ. Баҡтиһәң, төнө буйы төтәгән һуҡыр шәмдең ыҫына биттәребеҙ ҡап-ҡара булып буялып бөткән икән.

Ул мәлдәрҙә 10-сыны бөткәс бер йыл колхозда эшләү йолаһы бар ине. Әхирәтем Әлфиә менән беҙ һыйыр һауҙыҡ. Маһикамал тигән апайҙың группаһын биргәйнеләр. Теге апай килеп беҙҙе әрләй башланы бер ваҡыт. Әлфиә бик шаян булды. Һыйыр һауып ултырғанда:

Алма түңәрәк,

Тәрилкәләр әйләнә.

Беҙҙең бәхетһеҙ баштарға

Маһикамал бәйләнә,

тип таҡмаҡлап ултырмаһынмы.

Апрелгә тиклем эшләгәс, Әлфиә менән Өфөгә юлландыҡ. Ниәтебеҙ - ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына инеү өсөн әҙерлек курстарында уҡыу. Тик ул бүлеккә кеше тулған булып сыҡты, беҙҙе зоотехния бүлегенә ултырттылар. Башта руссабыҙ етмәй яфаландыҡ. Физиканы, химияны беләбеҙ, тик русса һөйләргә тартынабыҙ.

Ике туған ағайым Шаһиғәле Бикмөхәмәтов шул йылды БДУ-ны тамамлап йөрөй ине. Әсәй уның аша, Рәхимәне ҡайҙан булһа ла табып, бир, тип күстәнәс ебәргән. Тапты ағай. Уға ҡайҙа уҡырға йыйыныуымды әйткәс, һинән ниндәй зоотехник сыҡһын, әйҙә, уҡытыусылыҡҡа бар, тине. Беҙ документтарҙы инәлеп-ялбарып алып, БДУ-ның ситтән тороп уҡыу бүлегенә тапшырҙыҡ. Имтиханға өс көн генә ваҡыт ҡалған. Әҙерләнергә китап юҡ. 1-се һанлы мәктәп-интернаттан китап барып алып, әҙерләнеп ятабыҙ. Шаһиғәле ағай үҙе йәшәгән әбейгә фатирға ла күсерҙе. Фатир хужаһы Клавдия Ивановна исемле әбей ине. Көнө-төнө уҡыуҙан баш тубал һымаҡ булды. Бер көндө тышҡа сығып бара инем, ҡолап киткәнмен. Клавдия Ивановна «тиҙ ярҙам» саҡырып, укол һалдырҙы. Унан мине ятҡырып ҡуйып, үҙе дауалай башланы. Бешереп ашата, тәрбиәләй. Имтиханға йөрөмәйһең, әсәйеңә һинең һау булыуың кәрәк, тей. Әлфиә китте имтиханға, мин бара алманым. Бәхеткә күрә, ул көндө уҡытыусы булмаған да ҡуйған. Икенсе көндө әбейемдән ҡасып киттем имтиханға. Тарихтан ине. Русса белмәйем, ә яуапты беләм. Миңә татар йәки башҡорт уҡытыусыһы кәрәк, тип әйтергә ҡыйыулығым етеп, уҡырға инеп киттем.

Шулай баш ҡалала 3 ай йөрөп, ҡайтырға сыҡтым. Йәйәүләп ауылға төшөп килһәм, минең ҡайтырҙы нисектер белеп ҡалған әсәйем илай-илай тауға ҡарай ҡаршыма йүгерә. Ҡосаҡлап илай бахырым. Ул арала әллә ҡайҙан ишетеп, атай эштән ҡайтып инде. Күрше-күлән йыйылып китте. Ҡазанды алып ҡайтҡан кешеләй итеп ҡаршыланылар. Әсәй ҡаҙан тултырып ит һалып ебәрҙе. Хәҙер күршеһенең улы армиянан ҡайтҡанын да белмәй ҡала кеше.

Ҡустылы булдым

- Байназар мәктәбенә башҡорт теле уҡытыусыһы итеп эшкә алдылар. Һәйбәт кенә эшләп киттем. Әсәйем ауырып киткәнен ишеткәс, ауылға ҡайтырға ҡарар иттем. Минән башҡа кеме бар инде уның. Ә әсәйем ауырыу түгел, ...ауырлы булған. Шулай итеп, 22 йәшемдә ҡустылы булдым. Барыбыҙҙы ҡыуандырып, Азамат ҡустым донъяға килде. Атайымдан, малайыңдың исеме кем, тип һораһалар, Алтынбай тигән булыр ине, бахыр. Был мәлдә әсәйгә – 42, атайға 47 йәш булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡустыма миңә тәтегән кеүек ата-әсә наҙына оҙон-оҙаҡ ҡойоноу бәхеттәре яҙманы. Атай-әсәйҙән иртә етем ҡалған ҡустым өсөн үҙем әсәй булдым. 1976 йылда ауылдашым Азатҡа тормошҡа сыҡҡайным. Әсәйем менән атайымды ҡарайым, ауылдаш берәй егеткә сығам, тип ситтән һоратыусы егеттәргә ризалыҡ бирмәнем. Ирем Азатҡа рәхмәт, Азаматты эшкә, техникаға өйрәтте.

Әсәйем ике йыл түшәктә ятты. Шунан атайымды ҡараным. Атайым үлем түшәгендә лә ата һөйөүен, наҙын бөркөп ятты: “бәпесем, һыу”, “балам, дарыу”, тигән булыр ине…

Ҡанаты ҡайырыла

Ауыл мәктәбендә уҡытыусы, ойоштороусы, завуч була, 12 йыл директор йөгөн тарта Рәхимә Фәтхетдин ҡыҙы. Баш балаһы ауырып киткәс, уны Курганға тиклем алып барып, көҙҙән яҙға тиклем ғәзизе менән дауаханала ятып сыға балаһы өсөн йәнен фиҙа ҡылыр әсә. “Шул мәлдәрҙә аҡса менән ярҙам иткән райондаштарға һаман рәхмәтлемен”, ти ул.

Тормош юлдашы Азат ағай Рәхимә апайҙың яңғыҙына 4 балаһын ҡалдырып, 52 йәшендә генә үлеп ҡалғас, ҡанаты ҡайырыла апайҙың… Атаһын, әсәһен юғалтҡанда ла был тиклем яңғыҙлыҡты тоймаған Рәхимә Фәтхетдин ҡыҙы һарыға һабашып, аяҡтан яҙа. Үҙ асылына бик ауырлыҡ менән ҡайта. 4 балаһын аяҡҡа баҫтыра. Ҡәйнәһен ҡәҙерләп ҡарап, һуңғы юлға оҙата. Ризамын, мең тапҡыр ризамын тигән һүҙҙәрен әйтеп, 89 йәшендә донъя менән бәхилләшә ағинәй.

Рәхимә апайҙың тормошонда сәйерерәк хәлдәр ҙә була. Мәҫәлән, Азат ағай 2004 йылдың 15 июлендә иртәнге 10 менән 11 сәғәттәр араһында баҡыйлыҡҡа күсһә, әсәһе, Хаят инәй, теүәл 10 йыл үткәс, 2014 йылдың 15 июлендә шул уҡ сәғәттәр араһында берҙән-бер ғәзизе эргәһенә юллана. Рәхимә апай 1952 йылдың 22 декабрендә тыуһа ла, атаһы 1953 йылдың 9 ғинуарына, ә 1974 йылдың 24 ғинуарында тыуған улы Азаматты 1975 йылдың 10 ғинуарына яҙҙырған. Ике балаға декабрҙә ғүмер биргән Ғәйнихаят инәй декабрҙә, уларҙы ғинуарға яҙҙырған Фәтхетдин бабай ғинуарҙа вафат була.

- Шөкөр, ҡустым йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Өйләнде, өй һалды, Гөлшат килен менән матур йәшәйҙәр, өс бала үҫтерәләр. Улар үҙемдең ғаилә ағзаларым кеүек инде миңә. Ике генә бөртөкбөҙ бит, бер-беребеҙ өсөн йән атып йәшәйбеҙ. Бөгөнгө көндә ике һыйырҙан айырылмауым да Азамат арҡаһында. Тракторы менән бесән алып килһенме, башҡаһын хәстәрләһенме. Көн һайын инеп, апай, хәлдәрең нисек, тип кенә тора.

Балаларым барыһы ла башлы-күҙле, шөкөр. 11 ейән-ейәнсәргә өләсәймен. Эшләгән йылдарым өсөн дә йөҙөм ҡыҙарырлыҡ түгел. Директор булған сағымда ауылда ике ҡатлы мәктәп төҙөп сыҡтыҡ. Коллектив ныҡ тырыш булды. Мәктәптең эргә-тирәһен тәртипкә килтереп, бына тигән баҡса эшләп алдыҡ. Әле лә йәшелсә гөрләп уңа унда, - тип алғышлана апай.

Иркәләтеү боҙмай

Бөгөн ул балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп, уларға һаулыҡ, бәхет теләп ултыра. “Иң ауыр ваҡыттарҙа дини китаптар йәшәүгә көс, ышаныс, сабырлыҡ бирҙе. Бөгөн дә уларҙан айырылмайым”, ти ул.

Мәктәптәге эшенең мисәүендә һәр ваҡыт йәмәғәт эше лә йөрөй уның: ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, 5 тапҡыр ауыл советы депутаты була, әле ауылдың ветеран педагогтары берләшмәһе етәксеһе.

- Баланы иркәләү боҙа тигәндәре менән һис тә килешмәйем. Иркәләү ҙә, тыйыу ҙа үҙ мәлендә һәм урынында булырға тейеш, минеңсә. Мине ғүмерем буйы атайым менән әсәйемдең мөхәббәте йылытты, йәшәргә көс бирҙе, йығылдым тигәндә кире һөйрәп торғоҙҙо. Бөгөн дә мин шул һөйөүҙән көс алып йәшәйем һәм, үҙ сиратымда, шул һөйөүҙе балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә өләшергә тырышам. Изгелек кенә изгелек тыуҙыра, донъяның асылы ла, мәғәнәһе лә башҡаларға изгелек ҡылыуҙа, кешеләргә бәхет өләшеүҙә бит ул, - тип һүҙен тамамланы ошо көндәрҙә 65 йәшлек юбилейын билдәләүсе Рәхимә Муллағолова.

…Атаһы, әсәһе менән бесәнгә килгәндәр. Әсәһе аҫҡаҡҡа сәйнүк элеп, төшкө сәй хәстәрләй. Әсәһе эргәһендә тегеләй сабып, былай сабып, юҡтан ирмәк табып йөрөгән ҡыҙын атаһы ҡайынлыҡҡа саҡыра. Рәхимә үҙенең артынан яратып ҡарап ҡалған әсәһе янынан ҡоралай кеүек атаһы яғына саба. Әһә, атаһы ҡайын ите ашарға саҡырған икән. Аша, бәпесем, аша, тип ҡәнәғәт йылмая атай кеше. Их, тәмлелеге… Атай һөйөүе, наҙы ҡушылғанға шулай ныҡ тәмле тойолғандыр…

Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА.

Читайте нас: