Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
25 Октябрь 2017, 16:09

Моң һәм ижад кисәһе

Яңы Монасип ауыл мәҙәниәт йортонда Рәмил Зиннур улы Вәлиевтың “Бүреләр үсе” китабының исем туйы үтте.


Яңы Монасип ауыл мәҙәниәт йортонда Рәмил Зиннур улы Вәлиевтың “ Бүреләр үсе” китабының исем туйы үтте. Яҙыусы яҡташыбыҙҙың ижадын халыҡҡа еткереү, халҡыбыҙҙы бигерәк тә киләсәк быуынды рухи йәһәттән тәрбиәләүгә арналған мәртәбәле сарала Урал алды яҙыусылар ойошмаһы ағзаларынан бер төркөм яҙыусылар ҡатнашты. Һуңғы ваҡытта йәмғиәттә информация технологияларының әүҙем таралыуы арҡаһында китапҡа, китап уҡыуға ҡараш кире яҡҡа үҙгәрҙе тигән фекерҙе йыш ҡына ишетергә тура килә. Күркәм сараға ауыл халҡының дәррәү йыйылыуы, күрше ауылдарҙан мәктәп уҡыусыларының күпләп килеүе - китаптың кешелек донъяһының иң ҙур рухи хазинаһы, халҡымдың рухи таянысы, белем – ғилем нурҙарын таратыусы икәнлеген тағы бер тапҡыр иҫбат итте.
Рәмил Вәлиев 1956 йылда Яңы Монасип ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған, ошонда башланғыс, Нәби һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә төп урта белем ала. “Әҙәбиәткә булған һөйөү орлоҡтарын, моғайын, хөрмәтле яҡташыбыҙ, уҡытыусым Әхмәт ағай Сөләймәнов сәскәндер тип уйлайым. Үҙем өсөн генә бала саҡтан яҙыштым. Белорет педагогия училищеһын тамамлап, диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндә өс йөҙҙән ашыу шиғыр яҙҙым. Бөтәһен дә утҡа яҡтым. Киренән ҡәләмғә тотоноуым бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Ҡырҡ йылдан ашыу Магнит ҡалаһында урыҫтар араһында йәшәп урыҫса һөйләшеү генә түгел, урыҫса уйлай башлағайным. Бер ваҡыт, ауылға апайымдарға ҡунаҡҡа килгәндә, район гәзитен алып уҡып ултырам. Байрас ҡусты “ Һин башҡортса уҡый беләңме ней?”- тип һораны. Мин шаяртып: “Икенсе ҡайтыуыңа шиғыр яҙып ҡуям әле,” -тип яуапланым. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ. Шунан башланды инде ижад итеү. Шиғырҙар, хикәйәләр килеп сығып ҡына тора, әйтерһең миндә ижад усағы тоҡанып китә алмай быҫҡып ҡына ятҡан. Алтмыш йәшлек юбилейыма ҡыҙҙарым Ләйсән менән Лариса әҙәби әҫәрҙәремде туплап, китап нәшер итеп, миңә ҙур бүләк эшләнеләр. Ҡанатланып киттем. Әле ижад итеү өҫтөндәмен, күңел талап иткән хис- тойғолар әҙәби формала килеп сыға,- тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Рәмил Зиннур улы.
-Магнитогорск матбуғат йортонда үҙнәшер юлы менән донъя күреп, тәүге генә булһа ла һәлмәк кенә китабында яҡташығыҙҙың күңел йылыһы, үтә күренекле рухиәт иле сағыла. Шиғыр, хикәйә, нәҫерҙәрендә тыуған яғына, тәбиғәтенә, халҡына һөйөүе тәрән сағылдырылған. Уның әҫәрҙәре халыҡсан тел менән яҙылып, ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, уларҙа йәмғиәттә барлыҡҡа килгән актуаль проблемалар яҡтыртыла. Бына “Ирмен, тигән ир” йәки “Бәхет асҡысы” шиғырҙары бөгөнгө көндә ирҙәрҙең йәмғиәттәге роле, “Бүреләр үсе”, “Беренсе һәм һуңғы һунар” , “ Ҡыҙыл балыҡ” хикәйәләрендә тәбиғәт, экология проблемалары менән бергә, кешелеклелек, изгелек, мәңгелек мөхәббәт темалары күтәрелә,- тип сығыш яһаны Рәмил Вәлиевтың ижады тураһында сығыш яһаған Учалы яҙыусылар союзы етәксеһе Әҡлимә Сафина. Уның шатлығын бүлешергә кисәгә килгән яҡташыбыҙ шағирә Зөһрә Үтәғолова, Дилара Мәхмүтдинова, Таңһылыу Ғүмәровалар үҙ сығыштарында Рәмил Зиннур улына уңыштар теләнеләр, күстәнәстәре менән уртаҡлаштылар, ауыл мәҙәниәт йортона үҙҙәренең китаптарын бүләк иттеләр. “ Дуҫлыҡ бүлешкәндән генә арта”, - тигән М.Кәрим. Илһам дә бүлешкәндән ишәйә.
Р. Вәлиевтың хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу бар, тәүгеһе Байназар урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, икенсеһе Магнитогорск металлургия комбинаты эшсеһе,тәүгеһендә алты ай эшләһә, икенсеһенә ғүмеренең утыҙ өс йылын арнаған. “Комбинатта эшләгәндә ун дүрт һөнәр үҙләштерҙем, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылдым. 2007 йылда крансы булып эшләгәндә хатта рекорд ҡуйырға өлгәштем. Яңыраҡ комбинаттың юбилейына саҡырҙылар. Минең рекодтты әле һаман берәү ҙә үтмәгән. Рекордтың асылы шунда, вагондарға пакеттарҙы тейәйбеҙ, бер вагонды тултырыуға ике сәғәт ваҡыт бирелә, ә мин утыҙ һигеҙ минутта башҡарҙым был эште. Рекордтар таҡтаһында “Рекорд не побит” тигән яҙыуҙы күреп, бик ҡыуандым. Комбинатының 77 йыллығына музей асырға булдылар. Миңә үҙем эшләгән огнеупорное производство предприятияһының макетын эшләргә тәҡдим иттеләр, оҙаҡ йылдар дәүерендә мине төрлө йыһаздар, мебель эшләүсе итеп беләләр ине инде,”- тип хәтирәләрен бәйән итә ағай. Алты квадрат метр майҙанды биләгән бергә ике йөҙ илле масштабында эшләнгән макет өҫтөндә Рәмил ағай туғыҙ ай буйы алһыҙ – ялһыҙ ижад иткән. Макет ысын мәғәнәһендә оло ижад емеше булып килеп сыға: оҫта зданиеларҙы, юлдарҙы ҡабатлап ҡына ҡалмаған , ә уларға хатта йән өргән. Цехтарҙың, зданиеларҙың тәҙрәләре -зәңгәр , юлдарҙағы светофорҙар, фонарҙар- һары, Мәңгелек ут осҡоно - ҡыҙыл, парктар йәшел төҫкә инеп яна, вагондарға ысын ҡом тейәлгән, ағастар, ә улар макетта өс меңдән ашыу, үлән остарынан буяп эшләнгән һәм йәбештерелгән. Оҫта макетты чертеждар буйынса эшләргә тырыша, шул уҡ ваҡытта үҙ фантазияһын да эшкә егә. Ҡый- һай ятҡан ике урынға парк эшләп ҡуя. Комбинат директоры бына бик тиҙ аңлай, ҡый ятҡан урындар таҙартылып, макетта нисә ағас ултыртылған, шунса ағас ултыртып сығалар. Шулай итеп Рәмил Зиннур улының матурлыҡты күрә, аңлай белеүе ысын тормошто әҙ генә булһа ла матурларға этәргес бирә. Был турала НТВ каналы айырым тапшырыу эшләй, ҡала гәзитендә лә яҙып сығалар. Был турала Рәмил ағайҙың һис маҡтанмай, ә бер ҡәҙимге эш эшләгән кеүек кенә һөйләүе һоҡландырҙы
Сөйҙәй генә тимергә, йән өрәсе ҡумыҙсы,- тип яҙған Баныу Ҡаһарманова Р. Вәлиев тураһында. (тулыһынса "Таң"дың яҡындағы һанында уҡырға була)


Гүзәл Йәғәфәрова, Яңы Монасип мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы
Читайте нас: