Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
25 Сентябрь 2017, 17:00

РӘСҮЛ СӘҒИТОВТЫҢ ҺОРАУҘАРЫ ҺӘМ ЯУАПТАРЫ

Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың ошо көндәрҙә "Алтындан алдын мәсьәлә" тигән яңы китабы баҫылып сыҡты.

Бөрйәнебеҙҙә тыуып-үҫкән, Иҫке Монасип мәктәбен тамамлағандан һуң "Таң" гәзитендә эшләп, әрме хеҙмәтенә киткән, университетта уҡыған сағында ла оло хеҙмәт юлына сығарған редакцияһын ташламаған Рәсүл Сәғитов бөгөн республиканың күренекле журналисына әйләнде, исеме тотош ил күләмендәге энциклопедияларға индерелгән, мәҡәләләре федераль баҫмаларҙа ла сыға килә. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ул. 2004 йылдан алып – Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, шуның икенсе йылына республика Хөкүмәтенең Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты булды. Журналистар, Яҙыусылар союздары, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы.
Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың ошо көндәрҙә "Алтындан алдын мәсьәлә" тигән яңы китабы баҫылып сыҡты. Баҫманың "Уртаҡлашыр уйҙарым", "Йәнемә ғәзиз донъя", "Тел тәме", "Сыҡтым илем алдына…", "Миңә шулай тойола" һәм башҡа атамалы бүлектәрендә сығыштар, мәҡәләләр, интервьюлар тупланған, ҙур өлөшөн хикмәтле хикәйәләр биләй.
Рәсүл Сәғитов – "Юлдаш" радиоһының ижтимағи-сәйәси программалар бүлеге етәксеһе, тура эфирҙа тапшырыуҙар алып бара.
Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: