Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Сентября , 03:05

ВАҠЫТЫНДА ДАУАЛАНЫҒЫҘ

Һаулыҡ - иң ҙур байлығыбыҙ, уны һаҡлау һәм ҡәҙерләү һәр кемдең үҙ ҡулында. Бөрйән район үҙәк дауаханаһының тәжрибәле табибы Морат Ағзам улы Йәһүҙин кеүек үҙ эшенең оҫталары күп йылдар буйына халыҡ сәләмәтлеген хәстәрләй, уларҙың һаулығын һаҡлауға, яҡшыртыуға тос өлөш индерә.

Добавить в предпочтительные источники Google
ВАҠЫТЫНДА ДАУАЛАНЫҒЫҘВАҠЫТЫНДА ДАУАЛАНЫҒЫҘ
ВАҠЫТЫНДА ДАУАЛАНЫҒЫҘ

Морат Ағзам улы сығышы менән Һарғая ауылынан. Табип һөнәренең нескәлектәрен ул тәүҙә Белорет медицина училищеһында (1979–1982 йылдар) төшөнә. Ике йыл Ватан алдындағы бурысын үтәгәс, ул Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә.

Юғары белем алғандан һуң, отоларингология буйынса интернатура үтеп, республика дауаханаһында эш башлай. 1997 йылда йүнәлтмә буйынса тыуған районына эшкә ҡайтып, бына инде 30 йылға яҡын ул райондаштарының ҡолаҡ, танау, тамаҡ ауырыуҙарын дауалай.

“Иң йыш осраған проблема - ОРВИ һәм грипты тулыһынса дауалап бөтөрмәү арҡаһында барлыҡҡа килгән өҙлөгөүҙәр. Тымау тейеп, инфекция ҡолаҡҡа эләкһә, киҫкен отит башлана. Йәғни, дауаланмаған тымау ҡолаҡ ауырыуына юл аса. Был айырыуса балаларға хас.

Тағы бер йыш осраған сир - гайморит. Ул да грипты насар дауалауҙан йәки өҫкө тештәрҙең шешенеүенән дә (одонтоген гайморит) барлыҡҡа килергә мөмкин. Был сир айырыуса мәкерле, сөнки ҡайһы саҡта хатта операция ла талап ителеүе ихтимал”, - ти отоларинголог.

Ауыл ерендә электән килгән дауалау алымдары онотолмай. Әммә табип улар менән һаҡ булырға саҡыра.

“Әлбиттә, халыҡ медицинаһы менән дауалап булған йә дауалап булмаған осраҡтар бар. Мәҫәлән, ҡолаҡ шәмдәре менән йыш ҡулланалар. Ул, ысынлап та, халыҡ медицинаһына ҡарай. Ләкин ул бер нисек тә ярҙам итмәй. Бәлки, әҙерәк йылытыу эффекты барҙыр, элек тә шулай тәҡдим итә торғайнылар. Әммә ул ҡайһы саҡ ялҡынһыныуҙы көсәйтә генә. Өҙлөгөү баш мейеһенә ҡарай китергә мөмкин”, - тип киҫәтә Морат Ағзам улы.

Күптәр өсөн иң сетерекле тема - ҡолаҡ гигиенаһы. “Балаларығыҙҙың да, үҙегеҙҙең дә ҡолағығыҙ эсендә соҡонмауығыҙ хәйерлерәк, тип әйтер инем. Сайыр -  ул организмдың тәбиғи һаҡлағысы. Ҡолаҡтарҙы бармаҡ һыйғансы ғына ҡәҙәр генә йыуыу менән сикләнеү кәрәк. Мамыҡлы таяҡсалар - “дошман”. Улар сайырҙы эскә этеп кенә ҡалмай, ауыртыу ҙа тыуҙырырға мөмкин. Әгәр ҙә баланың ишетеүе насарайһа йәки дискомфорт тойолһа ғына табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр ҙә хроник отит булһа, һыу ингәндә ҡолаҡтарҙы мотлаҡ ҡапларға, һыу индермәҫкә тырышырға кәрәк. Ҡолаҡсындар менән ҡулланғанда ла тауышты шым ғына ҡуйып тыңларға кәрәк”, - ти был хаҡта табип.

Заман медицинаһы ла урында тормай. Элекке ысулдар буйынса эшләгән замандар артта ҡалған, хәҙер эндоскопик операциялар өҫтөнлөк итә.

“Беҙҙә ундай шарттар юҡ, шуға күрә пациенттарҙы республика дауаханаһына ебәрәбеҙ. Элек барыһын да тигәндәй - аденоидтарҙы алдырыу, танауҙың ҡыйыш перегородкаһын төҙәйтеү, тонзиллэктомия, миндалиналарҙы алыу кеүек операцияларҙы эшләнем. Әммә хәҙер дөйөм наркоз аҫтында Өфөлә эшләйҙәр”, - ти ул.

Шулай ҙа табиптың көндәлек практикала башҡарған эштәре лә етерлек.

“Әлбиттә, беҙ ябай операцияларҙы эшләйбеҙ - пункция яһайбыҙ, катетерҙар ҡуябыҙ, йыуҙырабыҙ, танауҙан ҡан килеүҙе туҡтатабыҙ, гайморитты дауалайбыҙ. Пациенттарҙың Өфөгә барырға мөмкинлеге булмаһа, танауҙағы полиптарҙы алабыҙ”, – ти Морат Ағзам улы.

Табип әйтеүенсә, ваҡытында дауаланыу, сирҙең башланғысында уҡ ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү - сәләмәтлекте нығытыуҙың төп нигеҙе. Үҙ белдегең менән дауаланыу, бигерәк тә ябай ғына тойолған тымауҙы ла тулыһынса дауалап бөтөрмәү өҙлөгөүҙәргә килтереүе ихтимал. Шуға күрә вирус инфекцияларын ваҡытында дауаларға кәрәк. Гайморит, отит кеүек ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн профилактика сараларын күреү, прививкалар яһатыу, тештәрҙе даими тикшертеп тороу мөһим.

Морат Ағзам улының 30 йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте - үҙ эшеңә тоғролоҡтоң сағыу өлгөһө. Уның кеүек алтын ҡуллы табиптарыбыҙ булғанда район халҡының сәләмәтлеге ышаныслы ҡулдарҙа тип әйтергә нигеҙ бар. Сәләмәт булайыҡ!

Автор:Альфина Юлчурина