

Йыл һайын 29 сентябрҙә билдәләнеүсе Бөтә донъя йөрәк көнө уңайынан Бөрйән район үҙәк дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренән бер төркөм, әүҙем оҙон ғүмерлелек принциптарына таянып йәшәргә кәрәклекте күрһәтеп, көндө бергәләп сәләмәтлек зарядкаһы эшләүҙән башланы.
Артабан медиктар “Сәләмәтлеккә табан минең аҙымым” фото-челленджына ҡушылып, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеүгә үҙҙәренең тәүге аҙымдарын камерала мәңгелләштерҙе.
Был инициатива – традицияға өлөш индереү генә түгел, ә пациенттар өсөн күргәҙмә миҫал да. Сөнки, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, инфаркт һәм инсульт арҡаһында ваҡытынан алда донъя менән хушлашыуҙарҙың 80 процентҡа тиклем осрағын даими физик күнегеүҙәр яһау, ҡан баҫымын даими үлсәп тороу һәм насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу арҡаһында булдырмаҫҡа мөмкин.
Үҙҙәренең өлгөһө менән дауахана коллективы шуны иҫбат итте: үҙ йөрәгебеҙ тураһында хәстәрлек күреү – һәр кеше үҙенә яҙып ҡуйырға тейешле иң мөһим рецепт!
Сығанаҡ: https://vk.ru/burzyancrb