

17 сентябрҙә Рәсәйҙә Бөтә донъя пациент хәүефһеҙлеге көнө билдәләнә. Был дата Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан 2019 йылда булдырылды. Уның маҡсаты – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хәүефһеҙлек мәҙәниәте булдырыуҙың ни тиклем мөһим икәненә иғтибарҙы йәлеп итеү.
Бында һүҙ иң ябай һәм шул уҡ ваҡытта иң мөһим нәмә - медицина ярҙамы күрһәткәндә кешегә килтерелеү ихтималы булған зыянды булдырмау хаҡында бара.
Зыян килтерелеүҙәрҙең яртыһынан күберәген булдырмау сараһын күрергә мөмкин – тәғәйен саралар ҡабул ителгән хәлдә һәр егерменсе пациент сәләмәтлегенә янаған ҡатмарлыҡтарҙан, өҙлөгөүҙәрҙән ҡотолоп ҡала алыр ине. Шуны билдәләргә кәрәк, бындай осраҡтарҙың яртыһында сәләмәтлеккә зыян килтереү дауалау препараттары ҡулланыу менән бәйле: доза билдәләүҙә яңылышыу, препараттарҙың исемдәрен бутау, төрлө дауалау средстволарының бер-береһе менән килешмәүе иҫәпкә алынмауы һ.б. Былар проблеманың ҙур ғына өлөшө ҡатмарлы хирургик әмәлиәттәргә генә бәйле өлкәлә түгел икәнен, ә кеше факторы зонаһында икәнен аңлата.
Дауалауҙың эффектлылығы һәм хәүефһеҙлеге, һүҙ ҙә юҡ, нигеҙҙә, табиптарға бәйле. Медицина учреждениеһына ҡабул ителеүгә барған пациент та үҙен терапияның пассив объекты итеп тойорға тейеш түгел, ә процестың әүҙем ҡатнашыусыһы булырға тейеш. Тап шуның өсөн дә тартынып тормай, һорауҙар биреүҙән, нимәнелер ентекләберәк аңлатыуҙарын үтенеүҙән, ҡабаттан һорауҙан уңайһыҙланмау мөһим. Иң кәрәкле һәм тәьҫир иткес ҡағиҙә – һәр ваҡыт тәғәйенләнгән препараттарҙың исемдәрен һәм дозаларын тикшерергә кәрәк. Дауалаусы табип алышынғанда был айырыуса мөһим.
Дарыуҙар ҡулланғандағы хаталар иң йыш осраған проблемалар иҫәбендә һәм һеҙҙең иғтибарлылыҡ етди эҙемтәләрҙе булдырмаҫҡа мөмкин. Табиптан дарыуҙарҙың мөмкин булған кире эҙемтәләре, яңы препараттың башҡа дауалау препараттары менән килешәме-юҡмы икәнлеге хаҡында ла ентекләберәк һорашыу артыҡ булмаҫ. Һеҙ бер нисә дарыуҙы бергә ҡулланған осраҡта был айырыуса мөһим.
Хәүефһеҙлек таблеткалар менән генә сикләнмәй. Барыбыҙ ҙа беләбеҙ һымаҡ тойолған, ләкин дауахана ығы-зығыһы шарттарында йыш ҡына онотола торған нәмәләр ҙә бар. Ҡулдарҙы даими йыуыу, айырыуса ашар алдынан һәм коридорҙарҙағы стеналарға, ултырғыстарға, ишек тотҡаларына һ. б. ҡағылғандан һуң – был формализм түгел, ә йоғошло сирҙәр эләктереүҙән һаҡланыу хәүефһеҙлеге нигеҙе.
Әгәр һеҙ теге йәки был диагноз буйынса шикләнәһегеҙ икән, уны бер нисә белгескә мөрәжәғәт итеп тикшереп ҡарауҙан, икенсе фекерҙәрҙе лә тыңлауҙан һеҙҙе берәү ҙә тыймай – был һеҙҙең хоҡуғығыҙ. Ә әмәлиәт йәки башҡа процедура алдынан уның нимә булыуы һәм уның нисек эшләнәсәге, мөмкин булған хәүефтәр тураһында мотлаҡ рәүештә ентекләберәк һорашыу кәрәк. Операция залында ла, процедура кабинетында ла һеҙҙең өсөн сюрприздар булырға тейеш түгел.
Табиптар һәм медицина персоналы менән аралашыуға етди иғтибар бүлеү мөһим. Күп кенә пациенттар, бәйләнеп тик йөрөй тип уйларҙар, тип йәки наҙан булып күренеүҙән уңайһыҙланып, һорауҙар бирергә тартына. Ләкин был ҙур хата.
Ҡатмарлы терминдарға аңлатма биреүҙәрен һорарға һәм диагноз, дауалау ысулдары һәм күҙаллауҙар буйынса аңлайышлы итеп һөйләүҙәрен һорарға оялмағыҙ. Һеҙҙең был йәһәттән хәбәрҙар булыуығыҙ – хәүефһеҙлектең төп факторы. Анализ алыуға ла ҡағыла был: һеҙҙең лаборанттарҙан уның стериллек ҡағиҙәләрен теүәл үтәйме икәнлеге хаҡында һорарға тулы хоҡуғығыҙ бар – бер тапҡыр ҡулланыла торған бирсәткәләрен алыштырғанмы, эш ҡоралдарының стерилле ҡабын һеҙҙең алда асамы.
Һәм, ниһайәт, үҙегеҙҙең хоҡуҡтарығыҙ тураһында хәтерҙә тотоу мөһим. Һәр пациент закон буйынса ниндәй бушлай медицина ярҙамы алырға хоҡуҡлы икәнлеген һәм дауалауҙан баш тартыу шарттары нисек булыуын белергә тейеш. Әгәр һеҙҙең хоҡуҡтарығыҙ боҙолһа, әгәр һеҙ тупаҫлыҡ менән осрашҡанығыҙ икән, әгәр һеҙгә түләүле хеҙмәттәр билдәләргә ниәтләйҙәр йәки һеҙҙең табип хатаһына шигегеҙ бар икән, шымып ҡалырға ярамай – страховка компанияһына йәки Росздравнадзорға мәрәжәғәт итергә кәрәк. Закон медицина ярҙамы күрһәтелгәндә һеҙҙең сәләмәтлегегеҙгә килтерелгән зыянды ҡаплатырға хоҡуҡ бирә.
Бөтә был хоҡуҡтар “Рәсәй Федерацияһы граждандарының сәләмәтлегена һаҡлау нигеҙҙәре тураһында” Федераль закон (№ 323-ФЗ, 21.11.2011 йыл) менән нығытылған. Был документҡа ярашлы, һәр гражданин үҙенең сәләмәтлеге тураһында тулы мәғлүмәт алырға, табиплыҡ серҙәрен һаҡлауға һәм мотлаҡ рәүештә эҙемтәләре аңлатылып, медицина процедураһынан баш тартырға хоҡуҡлы. Бынан тыш, был гарантиялар “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты сиктәрендәге системалы эштең бер өлөшө булып тора.
Дауаханалағы хәүефһеҙлек һеҙҙән башлана. Әүҙем позиция, үҙегеҙҙең хоҡуҡтарығыҙҙы белеү һәм табип менән асыҡтан-асыҡ диалог ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға ғына түгел, сәләмәтлекте лә һаҡларға ярҙам итә.
Пациент хәүефһеҙлеге көнө – һәр ҡайһыбыҙға беҙҙең дауаланыу эффектлы ғына түгел, ысын-ысындан хәүефһеҙ булһын өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ икәнлеге тураһында уйланырға сәбәп ул.
Арина Рафиҡова, Республика йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәгенең йәмғиәт менән бәйләнеш буйынса белгесе.
Фото: https://vk.ru/burzyancrb