Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Сентября , 09:40

"Әремде ҡуллана белһәң дарыу, белмәһәң ағыу"

Баҡсабыҙҙа ҡый үләне булып үҫкән әремде йолҡоп ташлағанда уның файҙаһы хаҡында уйланмайбыҙ ҙа. Төрлө үләндәр менән дауалаусы Зәүхиә апай Ҡәҙербәкова уның шифаһы тураһында бик күп тапҡыр яҙҙы. Шуларҙың береһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

"Әремде ҡуллана белһәң дарыу, белмәһәң ағыу""Әремде ҡуллана белһәң дарыу, белмәһәң ағыу"
"Әремде ҡуллана белһәң дарыу, белмәһәң ағыу"

“Өс һатыусы. Араһынан береһе ныҡ ябығып, хәлһеҙләнеп йөрөүҙән ҡайҙан дауа табырға белмәйенсә аптырап миңә мөрәжәғәт итте. "Апай, мин бит әле йәш. Ней төҫөм, ней ҡиәфәтем ҡалманы. Тирем шәлперәп, күҙ төптәрем шешенеп, аяҡтарым, ҡулдарым нескәреп таяҡ һымаҡ булып ҡалдылар. Ашағаным үтә төшә, ахыры. Дауаланыуҙар күп булды. Файҙаһы бар һымаҡ, әммә оҙаҡҡа түгел",  -тип ғөзөрләнеп һөйләне. Ниндәй генә дауаланыуҙар үтмәгән, тик паразиттарға ҡаршы көрәшеү тураһында уйламаған. Үҙен улар ашай, ҡаҡшата, эстән кимерә, ағзаларҙың эсенә инеп функцияларын боҙа, эштән сығара, тире аҫтына урынлашып, оя ҡороп тирене йоҡарта, йәмһеҙләтә тип уйламаған. Паразиттар хатта быуындар ҡырыйына инеп оялап, ялҡынһыныуҙар килеп сыға тип иҫбатлаған ғалимдар. Шулай уҡ умыртҡалыҡ һөйәгенә оялап, уны ла ҡаҡшаталар. Паразиттар үрсегән тәндә бәшмәктәргә лә уңай шарттар тыуа, улар ҙа төрлө ағзаларҙа оялай, үрсей. Мәҫәлән, рак сире килеп сығыуға бәшмәктәр сәбәпле икәне билгеле.
Боронғо Авиценна үҙ заманында уҡ әремдә бөт паразиттарҙы ҡыйратыу көсө барлығын, бәшмәктәр уның әсеһенә сыҙай алмағанын яҙған. Шулай уҡ бүтән ил, бигерәк тә Ҡытай ғалимдары быны иҫбатлаған. Беҙ ҙә ошо фекергә таяндыҡ. Әрем менән антипаразитар программа үтергә булдыҡ.

Һәр бер осраҡта индивидуаль программа төҙөлә. Кемгәлер семтемдән башларға, кемгәлер ярты сәй ҡалағынан да һәйбәт. Аҙнаның ете көнөндә биш көн профилактик доза, ике көн ударная доза эсергә булдыҡ.

Иртәнсәк йоҡонан торғас, башта бер стакан йылы һыу эсәбеҙ. Бөтөн ағзаларҙы һыу менән һуғарабыҙ, уятабыҙ. Ә икенсе стакан менән сәй ҡалағының өстән бер өлөшө әремде йотабыҙ. Был осраҡта сәскәләре йәки порошогын эсергә ярай. Эскәс 15 минуттай йөрөйбөҙ, эйелеп-бөгөлөп алабыҙ. Шунан өсөнсө стакан йылы һыу эсәбеҙ. Ни өсөн? Сөнки әремдән паразиттарҙы, бәшмәктәрҙе, зыянлы бактерияларҙы паралич һуға һәм уларҙы йылы һыу ашҡаҙандан йыуып алып сыға.
Ашауҙы ла көйләнек. Ризыҡ беҙҙең тәнгә файҙалы, ә уларға зыянлы булырға тейеш. Татлы, шәкәрле ризыҡтарҙы ныҡ кәметтек. Ашҡаҙанда, эсәктәрҙә йәбешеп, оҙаҡ әсеп ята торған аҡ ондан бешкән ҡамыр ризыҡтарын, колбаса, пирожкилар һ.б. шундай ризыҡтарҙы кәметтек. Салаттар, һуттар, һуған, һарымһаҡ, приправалар, йәшелсәләр, цельный бутҡалар һ.б.
Ә иң мөһиме - Әрем. Эйе, уны кемгәлер әҙҙән башлап күнегеүҙән, кемгәлер беренсе көндән үк өҫтәге саманы эсергә була. Организмдың интуицияһына таянырға кәрәк. Әремде ҡуллана белһәң дарыу, белмәһәң ағыу!!! Тиҙерәк һәм күберәк эсәйем дә һауығайым тип уйлау хата. Уның ниндәй дауалау көсө барлығын интернеттан бик күп мәғлүмәт табып уҡырға була. Был ҡатын-ҡыҙ уны көн үҙәгендә төнәтеп тә эсте. Ярты стакан ҡайнар һыуға 10-15 бөртөк сәскәһен йә шул сама үләнен һалып ун минут ябып тотабыҙ. Ашарға ярты сәғәт ҡалғас йәки ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс 4-5 йотом йотабыҙ. Көнгә ике өс тапҡыр. Ғөмүмән, бер ҡабул итеү менән икенсеһе араһында өс-дүрт сәғәт булһа, ул бары тик файҙа бирә. Тәнгә файҙаһын биреп, эшкәртелеп сығып китеп тора.

Алты ай тирәһе үткәс осраштыҡ. Танырлыҡ түгел тип әйтә алмайым, әммә үҙе өндәшмәһә ҡырыйынан уҙып китер инем. Матурланған, күҙҙәр янып тора. Бит тиреһе алһыуланып, үҙ төҫөнә ҡайтҡан. Ҡырыйында бергә эшләгән ике һатыусы. Өсөһө бер-береһен уҙып һөйләйҙәр. "Зәүхиә апай, Э. беҙҙе лә үҙе артынан эйәртте. Эштә юҡ-бар ашау юҡ. Көн дә әрем эсәбеҙ. Э. үҙгәреп, матурланып киткәс, беҙ ҙә күҙ ҡыҙып эсә башланыҡ. Уҡыныҡ, өйрәндек. Файҙаһы ныҡ күп. Яҡындарыбыҙ ҙа эсә. Минең балалар юҡ-бар орз, орвинан әҙ сирләйҙәр хәҙер", - тиҙәр”.

Яҙма һәм фото Зәүхиә Ҡәҙербәкованың шәхси битләүенән (https://vk.ru/id314712617) алынды. 

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас