

Көҙ етеү менән грипп (киҙеү) һәм ОРВИ (киҫкен респиратор вируслы инфекция) миҙгеленә әҙерлек башлана. Миҙгелле сирҙәрҙе иҫкәртеүҙең иң эффектлы ысулдарының береһе – үҙ ваҡытында яһалған вакцина.
Грипп менән киҫкен респиратор вируслы инфекция араһында ниндәй айырма бар?
Грипп һәм ОРВИ – тын юлдарын ялҡынһындырыусы киҫкен респиратор вируслы инфекциялар. Ләкин грипп ғәҙәттә ауырыраҡ үтә һәм сағыштырмаса асығыраҡ билдәләргә эйә.
Грипп ҡапыл башлана: температура тиҙ арала 38-40 градусҡа тиклем күтәрелә, ныҡ хәлһеҙлек, баштың сатнап ауыртыуы, тәндә (быуындарҙа) ауыртыныуҙар, өшөү күҙәтелә. Грипп мәлендә йүткереү, ҡағиҙә булараҡ, ҡоро һәм сирҙең тәүге көндәрендә үк барлыҡҡа килергә мөмкин. Ә тымау һәм танау тоноуы бигүк көслө булмай.
Ә ОРВИ, үҙ сиратында – төрлө вирустар менән барлыҡҡа килгән инфекциялар төркөмөнөң дөйөм исеме. Ул яйлап үҫешә, тымау, танау тоноуы, тамаҡ әсетеп тороуы һәм ауыртыуы, йүткереү менән башлана. Температура ла була. Ләкин бик юғары булмай. Көслө хәлһеҙлек һәм тән ауыртыуы гриптағыға ҡарағанда һирәгерәк осрай.
Башҡортостан Республикаһында йыл һайын киҫкен респиратор вируслы инфекция менән сирләүҙең уртаса 1 миллион осрағы теркәлә. 2025-2026 йылда грипп һәм ОРВИ менән сирләү бынан алдағы эпидемик миҙгелдәге уртаса республика күрһәткестәренән 5,9 процентҡа түбәнерәк булды. Ваҡытында башҡарылған профилактик һәм эпидемияға ҡаршы саралар эпидемик именлеккә йоғонто яһаны.
Йыл һайын сентябрҙән алып ноябргә тиклем вакциналау грипп менән сирләүҙе иҫкәртә, ауырыған хәлдә лә, вакцина яһатҡандарҙа сир еңелерәк үтә һәм организмға ла насар эҙемтәләр хәүефе кәмей.
Кемдәргә
прививка яһатыу
айырыуса мөһим?
Тәүге сиратта вакцина сирҙең ауыр үтеү ихтималлығы һәм ҡатмарлашыу хәүефе юғары булған кешеләр өсөн мөһим.
Түбәндәгеләр хәүеф төркөмөнә инәләр:
-6 айҙан ҙур балалар, уҡыусылар һәм студенттар;
-йөклө ҡатын-ҡыҙҙар;
-оло йәштәгеләр;
-хроник сирлеләр, шул иҫәптән йөрәк-ҡан тамырҙары, тын юлдары сирҙәре, шәкәр диабеты һәм артыҡ һимереү менән ауырыусылар;
-медицина һәм педагогия хеҙмәткәрҙәре;
-транспорт, коммуналь, социаль өлкә һәм башҡа һөнәрҙәр хеҙмәткәрҙәре.
Ҡасан прививка яһатыу иң яҡшыһы?
Грипҡа ҡаршы вакцина яһатыуҙың иң оптималь ваҡыты – сентябрь-ноябрь айҙары. Миҙгелле сирҙәр башланғанға тиклемге осор. Вакцина яһатҡандан һуң, ғәҙәттә, һаҡлау реакцияһы 2-4 аҙна дауамында формалаша. Шуға күрә прививканы иртәрәк эшләтеп ҡуйыу яҡшыраҡ.
Гриптың вирусы йыл һайын үҙгәреп тора. Шуға күрә вакцина составы, иң актуаль штамдарға бәйле, әленән-әле яңылыҡ кисерә. Шуны иҫәпкә алып, йыл һайын вакцина һалдырыуға етди ҡарарға кәрәк.
Грипҡа ҡаршы бушлай прививканы үҙегеҙҙең йәшәү урыны буйынса медицина ойошмаһында эшләтергә мөмкин.
Вакцинаның кемгәлер ярамауы һәм кире эҙемтәләре тураһында
Вакцина яһар алдынан медицина хеҙмәткәре пациенттың һаулыҡ торошон һәм тәғәйен вакцинаның инструкцияһына ярашлы ҡаршы күрһәтмәләрҙең булыу-булмауын баһалай.
Вакцина яһатҡандан һуң ҡыҫҡа ваҡытлы реакциялар булыуы мөмкин. Мәҫәлән, прививка яһалған урындың ауыртып, ҡыҙарып йәки шешмәкләнеп тороуы, температура күтәрелеүе йәки дөйөм хәлһеҙлек. Ғәҙәттә, был билдәләр бер ни тиклем ваҡыттан һуң үҙаллы үтеп китә.
Прививканы медицина ойошмаһында - вакцинаны һаҡлауҙың һәм ҡулланыуҙың тейешле шарттары үтәлгән ерҙә һәм ниндәйҙер реакция килеп тыуған осраҡта медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге булған урында һалдырырға кәңәш ителә.
ОРВИ һәм грипп эләктереү хәүефен өҫтәмә рәүештә нисек кәметергә?
Респиратор инфекциялар таралған миҙгелдә түбәндәге ябай профилактика сараларын үтәү мөһим:
-даими рәүештә ҡулдарҙы йыуыу йәки тире антисептиктары ҡулланыу;
-йыуылмаған ҡулдар менән күҙҙәргә, танауға һәм ауыҙға ҡағылмаҫҡа;
-мөмкинлеккә ҡарап, респиратор инфекцияһы билдәләре булған кешеләр менән тығыҙ бәйләнешкә инмәҫкә тырышырға;
-бинаны елләтеү тороу һәм гигиенаны һаҡлау мөһим;
-сирҙең билдәләре беленгән осраҡта өйҙә ҡалырға һәм эргә-тирәләгеләр менән мөмкин тиклем бәйләнеште сикләргә кәңәш ителә.
Грипп миҙгелен әҙер хәлдә ҡаршы алыу иң яҡшыһы.
Вакцинация сирләү хәүефен һәм инфекцияның ауыр үтеүен иҫкәртә. Ә ябай ғына иҫкәртеү саралары һаҡланыуға өҫтәмә ярҙам ғына буласаҡ.
Республика йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәге.