

“Ҡан тамырҙары һәйбәт, сифатлы булһын, унда төрлө тромбтар барлыҡҡа килмәһен һәм башҡа күңелһеҙ күренештәр булмаһын өсөн тын алыу күнегеүҙәре аша углекислый газдың йыйылыуын арттырып, тәндең сәләмәтлеген нығытырға мөмкин. Мәҫәлән, йоҡлар алдынан нервтарҙы тынысландырыр, төнгөлөккә ҡан тамырҙарын төрлө ҡыҫылып тороуҙарҙан азат итер өсөн Иван Неумывакин, Константин Бутейкон тын алыу күнегеүҙәре тәҡдим итәләр:
Ятыр алдынан тынысланып ултырып тәрәнерәк итеп тын алаһың да, уны сығарғас, бер аҙ тын алмай тораһың. Кем күпме булдыра ала - 5, 10, 15, 20-гә хәтле һанағансы. Башлап ебәргәндә 5 секундтан башлаһаң да ярай. Тағын тын алаһың да, кәрәк булһа бер нисә тапҡыр, шунан тағын тынды сығарабыҙ ҙа, тағын тын алмай тораһың. 7-8-10 тапҡыр ошо күнегеүҙе яһағас, кешенең нервтары тынысланып, ҡыҫылған ҡан тамырҙары киңәйеп китә, организмдың сәләмәтләнеү процесстары һәйбәтләнә, ҡанда pH кимәле тәртипкә килә һәм тынысланып йоҡлап та китәһең”, - тип кәңәш итә халыҡ табибы.
Яҙма Зәүхиә Ҡәҙербәкованың шәхси битләүенән алынды.