Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Августа , 06:53

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ӨСӨН ФАЙҘАЛЫ ӨС ЭСЕМЛЕК

Һау һәм матур булайым тиһәң:

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ӨСӨН ФАЙҘАЛЫ ӨС ЭСЕМЛЕКҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ӨСӨН ФАЙҘАЛЫ ӨС ЭСЕМЛЕК
ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ӨСӨН ФАЙҘАЛЫ ӨС ЭСЕМЛЕК

ЛИМОН КИҪӘГЕ ҺАЛЫНҒАН ЙЫЛЫ ҺЫУ
Ул артыҡ кәүҙә ауырлығын кәметә, организмдан токсиндарҙы сығара, иммунитетты, тән тиреһен яҡшырта һәм ашҡаҙандың эшмәкәрлеген көйләй. Был эсемлектә туҡлыҡ гармоны булған лептин бар. Ә организмда лептин етмәһә, май ҡатламы йыйыла башлай.
Әҙерләү: 1 стакан ҡайнар һыуға бер-ике киҫәк лимон һалырға һәм бер аҙ һыуынғас эсергә.

ҠУРАЙ ЕЛӘГЕ ЯПРАҒЫНАН ЭШЛӘНГӘН СӘЙ ҡатын-ҡыҙ организмы өсөн иң файҙалы сәйҙәрҙең береһе булып һанала. Ул инәлекте нығыта, шуға ла күрем циклы нормалаша. Климаксты еңелерәк үткәрергә лә ярҙам итә, дәртте
арттыра. Был сәйҙе көнөнә өс стакан эсһәгеҙ, гормондар үҙ урынында булыр.
Әҙерләү: 1 аш ҡалағы ҡурай еләге япрағына (кипкәне лә бара) 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп 10 минут төнәтәләр.
Иҫкәрмә: был сәйҙе ятыр алдынан эсергә ярамай.

КУРКУМАЛЫ ҺӨТтө икенсе төрлө «алтын һөт» тип йөрөтәләр. Ул иммунитетты нығыта, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, һыуыҡ тейеүҙе бөтөрә.
Куркума: 200 мл эҫе һөткә ярты балғалаҡ куркума ҡушып болғатырға, теләгәндә бал ҡушырға ла мөмкин. Эсемлекте төнгә ҡарай эсергә кәңәш ителә.
Һау-сәләмәт һәм матур булығыҙ!

 

Автор:
Читайте нас