

Район үҙәк дауаханаһында стационар бүлексәләр, поликлиника, ФАП-тарҙың кесе медицина персоналдары ҡатнашлығында конференция үтте. Сараны баш табип урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илдар Хәнәфин, баш шәфҡәт туташы Гөлирә Йәнғәлина һәм поликлиниканың өлкән шәфҡәт туташы Гөлдәр Нуруллиналар үткәрҙе.
-Сараның төп маҡсаты – урта медицина персоналы пациент менән бәйләнештә беренсе һәм мөһим звено булыуы тураһында иҫкә төшөрөү. Етәкселәр миһырбанлылыҡтың ябай һүҙ генә булмауы, ә бик ҙур сабырлыҡ һәм ниндәй осраҡта ла кешегә яҡшы мөнәсәбәт талап иткән көндәлек хеҙмәт икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.
Шулай уҡ ғәҙәттә хас булған бәхәсле осраҡтар тикшерелеп, уларға анализ яһалды: пациенттың ауыртыныу йәки ҡурҡыу арҡаһында барлыҡҡа килгән көйһөҙлөгө ваҡытында үҙеңде нисек тоторға, эмоциональ яныуҙы булдырмай, һөнәри дистанцияны нисек һаҡларға һ.б.
Айырым блок медицина учреждениеһынан ситтә табиплыҡ серҙәрен (врачебная тайна) һаҡлауға арналды. Баш шәфҡәт туташы сирлеләрҙең диагноздары һәм шәхси тормошо тураһында коридорҙарҙарҙа фәлсәфә һатыу бөтөнләй ярамай икәнлеге хаҡында әйтте. Был тупаҫ ҡағиҙә боҙоуға инә.
Осрашыу тере диалог форматында үтте. Хеҙмәткәрҙәр етәкселеккә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе.
Конференция һөҙөмтәһе түбәндәгегә ҡайтып ҡалды – кесе звеноның пациенттарға мөнәсәбәте тотош медицина ойошмаһының имиджын булдыра һәм пациенттың һаулыҡ һаҡлау системаһына ышанысының нигеҙ ташы булып хеҙмәт итә, - тип хәбәр итәләр https://vk.ru/burzyancrb төркөмөндә.
Әйткәндәй, республика Башлығы Радий Хәбиров: “Йомшаҡ итеп әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең ҡайһы саҡ йәнһеҙлеге, ә ҡайҙалыр хатта тупаҫлығы менән дә осрашабыҙ. Ваҡытында ярҙам ала алмаған саҡта. Беҙ һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһына ғәйәт ҙур иғтибар бирәбеҙ. Һәм һаулыҡ һаҡлау берләшмәһе яғынан эффектҡа иҫәп тотабыҙ. Һеҙ беләһегеҙ, мин үҙебеҙҙең табиптар, шәфҡәт туташтары адресына изге һүҙҙәрҙе йәлләмәнем. Ләкин бындай факттар, беҙ килештек, булмаҫҡа тейеш”, - тигәйне.