Балаларҙа аллергия булғанда ата-әсәләрҙең төп хаталары

Әгәр балала ҡапыл аллергия башланһа, ярҙам күрһәтеүҙе нимәнән башларға? Ҡасан антигистамин ҡулланырға, ә ҡасан “тиҙ ярҙам” саҡырыу мотлаҡ?

Балаларҙа аллергия булғанда ата-әсәләрҙең төп хаталарыБалаларҙа аллергия булғанда ата-әсәләрҙең төп хаталары
Балаларҙа аллергия булғанда ата-әсәләрҙең төп хаталары

Ҡасан антигистамин ҡулланырға, ә ҡасан “тиҙ ярҙам” саҡырыу мотлаҡ? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш балалар аллергологы Юлиә Фәттәхова яуап бирә.

Башҡортостанда балалар аллергологтары ғәмәлдә аллергияның бер нисә төрө менән осраша. Республикала йәшәүсе балалар күберәк аҙыҡ-түлек аллергияһы менән яфалана. 90 процент осраҡта аллергияны “ҙур һигеҙ”гә ингән түбәндәге ризыҡтар барлыҡҡа килтерә: һыйыр һөтө, тауыҡ йомортҡаһы, арахис, ағаста үҫә торған сәтләүектәр, соя, бойҙай, балыҡ һәм диңгеҙ продукттары.

Икенсе урында – респиратор йәки тын юлдары аллергияһы. Бала организмы һулаған һауаға реакция бирә. Ул миҙгелле аллергияға (поллиноз) – сәскә атыусы ағастарҙың һәм үләндәрҙең һеркәләренә, йыл әйләнәһенә була торған аллергияға (өй саңына, өй саңы талпандарына, үңәҙгә (плесень) реакция),  эпидермаль аллергияға (йорт  хайуандарының йөнөнә (мамығына), шайығына, һейҙегенә һәм ҡауағына аллергия), инсект аллергияға (бөжәктәрҙең (һағыҙаҡ, бал ҡорто, серәкәйҙәр) тешләүенә аллергияға) һәм дарыуҙарға бәйле аллергияға (медикаменттарға (мәҫәлән, антибиотиктарға) аллергияға) бүленә.

Башҡортостан Һаулыҡ Һаҡлау министрлығы аллергологы һүҙҙәренсә, аллергияның билдәләре баланың организмына ниндәй аллерген эләгеүенә бәйле.

-Тире яғынан – тән тиреһенең ҡысыуы, ҡыҙарыуы, төрлө сабыртмалар (кесерткән саҡҡан һымаҡ) йәки атопик дерматит булғанда – тиренең ҡоро, тырнағанда ҡыштырҙап тороуы.

Һулыш алыу системаһы яғынан – оҙайлы тымау (танау тоноуы, танауҙан үтә күренмәле шыйыҡ бүлендектәр). Йыш сөскөрөү (бер юлы 5-10 тапҡыр тирәһе), танау һәм танау төбө ҡысыу, өйәнәккә (приступҡа) оҡшаш ҡоро йүткерек, һыҙғырыулы һулыш алыу йәки тын ҡыҫылыу.

Күҙҙәр яғынан – йәш ағыу, күҙҙәрҙең аҡтарының ҡыҙарыуы, ҡысыуы (бала даими рәүештә күҙен йоҙроҡтары менән ышҡый).

Ашҡаҙан-эсәк тракты яғынан (бигерәк тә йәш сабыйҙарҙа күҙәтелә) – күпләп ҡоҫоу, ҡаты бүлендегендә ҡан тамырсалары, эс китеү йәки, киреһенсә, ныҡ итеп эс ҡатыуҙар, эс ауыртыуы.

Иң хәүефле күренеш – анафилаксия йәки Квинке шешенеүе (отек Квинке) – ҡапыл ғына ирендәр, күҙ, үңәс ҡабарып сығыуы, тын алыуы ауырлашыуы, ҡан баҫымы түбәнәйеүе. Был осраҡта шунда уҡ тиҙ ярҙам саҡырыу мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Юлиә Фәттәхова.

Әгәр балала ҡапыл аллергия башланһа, ярҙам күрһәтеүҙе нимәнән башларға?

Аллерген менән бәйләнеште туҡтатырға. Баланы сәскә атыусы үҫмлектәр эргәһенән алып китергә. Тәнгә, танауға эләккән сәскә һеркәләрен йыуырға, хәүефле ризыҡты ситкә алырға, дарыу препаратын ҡулланыуҙы туҡтатырға (дарыуға аллергия булғанда).

Билдәләргә баһа бирергә. Баланың нисек тын алғанын, ирендәрендә һәм күҙҙәрендә көслө шешенеү юҡмы икәнен ҡарарға. Әгәр реакция еңелсә икән (тән сыбарта, ҡысыта), баланың йәшенә ҡарап, тамсылап йәки таблеткала заманса һәм хәүефһеҙ антигистамин средство бирергә. Ҡайһы препарат яҡшы икәнен дауалаусы табип әйтә.

Әгәр “ҡыҙыл әләмдәр” аңғарһағыҙ, тиҙ арала “тиҙ ярҙам” саҡырығыҙ (103 йәки 112): бала ауыр һулыш ала йәки хырылдап тын ала, тыны ҡыҫыла, туҡтауһыҙ йүткерә. Бите шешенгән. Ирендәре, теле, ҡаштары, үңәсе тиҙ арала ҡабара, шешенә. Үҙ-үҙен тотошо үҙгәрә. Хәлһеҙлек күҙәтелә. Аңын юғалтыу, ҡапыл ағарынып китеү, ирендәре тирәһе күгәреүе ихтимал. Ҡоҫоу. Аллерген менән контактҡа ингәндән һуң ҡабатланып торған ҡоҫоуҙар.

Анафилаксия билдәләре бар икән, ашғыс рәүештә тиҙ ярҙам саҡырығыҙ. Диспетчерға асыҡ ҡына итеп “анафилаксия” тип әйтергә кәрәк. Баланы арҡаһына һалығыҙ, аяҡтарын күтәрә биреп ҡуйығыҙ (аҫтына нимәлер һалып). Ҡоҫҡан ваҡытында ҡабырғаһына әйләндерегеҙ, яңғыҙын ҡалдырмағыҙ.

Ата-әсәләргә нимә эшләргә ҡәтғи рәүештә ярамай?

-Бала аңын юғалтҡан мәлдә йәки йотоу функцияһы боҙолған саҡта дарыу таблеткаһы бирергә ярамай (тонсоғоуы мөмкин).

-Халыҡ ысулдарын ҡулланыу тыйыла (үләндәрҙе, бал, присыпкаларҙы). Улар аллергияны көсәйтеүҙәре мөмкин. Ауыр шешенеү йәки тын ҡыҫылыуы “үҙенән-үҙе үтә ул” тип көтөргә ярамай.

Аллергия менән сирләүсе балалары булған ата-әсәләрҙең ҡул аҫтында (аптечкаһында) һәр ваҡыт нимәләр булырға тейеш?

-Икенсе быуын антигистамин средстволар. Баланың йәшенә ҡарап, тамсы йәки таблеткалы препараттар.

-Гормональ крем. Табип тарафынан тән тиреһендәге көслө ҡысыныуҙы баҫыу өсөн тәғәйенләнә.

-Адреналин (эпинефрин). Анафилаксия хәүефе янаған балалар өсөн генә (шприц-ручка рәүешендә).

Балаларыбыҙ иҫән-һау булһын!

“Башинформ” мәғлүмәттәрен файҙаланылды.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас